Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер мандатҡа – биш дәғүәсе
Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикабыҙҙың ҡайһы бер ҡала һәм райондарында төбәк башлығы менән бер рәттән, төрлө кимәлдәге үҙидара органдарына депутаттар ҙа һайланасаҡ. Ошоғаса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 43-сө Краснохолм һайлау округы буйынса депутаты булған Зөфәр Йәнекәевтең республиканыњ Конституция суды рәйесе вазифаһына тәғәйенләнеүе сәбәпле, урында яңы халыҡ вәкиле билдәләнәсәк.

43-сө һайлау округына Ағиҙел ҡа­лаһы, Ҡалтасы районы, өлөшләтә Краснокама районы менән Дүртөйлө ҡалаһы һәм районы биләмәләре ҡарай.
Республиканың Үҙәк һайлау комис­сияһы был мөһим кампанияны үткәреү буйынса вәкәләттәрҙе тулы кимәлдә Ҡалтасы районының территориаль һайлау комиссияһына йөкмәткән, тейешле документтарҙы, сараларҙың календарь планын раҫлаған. Комиссия рәйесе Татьяна Мухнурова әйтеүенсә, әҙерлек эше ойошҡан бара. Округ буйынса бер депутат мандатына биш кандидат дәғүә итә: Өфө ҡалаһындағы “Перспектива 21” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәте директоры Зәнфир Ғә­биҙуллин “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси фир­ҡә­һенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе тарафынан депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтелһә, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табибы, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ағзаһы Рим Каланов үҙ-үҙен тєљдим иткєн. “БВС Евразия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте электромеханигы, Краснохолм ауылында йәшәгєн Винер Шәмсетдиновты — Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы, “Арлан технологик транспорт идаралығы” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәтенең инженер-механигы Ғәмил Шәриповты — Рәсәй Либераль-демократик партияһының Баш­­ҡор­т­остан төбәк бүлексәһе, ә рес­пуб­ликаның Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙиловты “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе кўрћєткєн. Әлеге ваҡытҡа бар кандидаттар ҙа һайлау фонды булдырған, ышаныслы кешеләрен билдәләп, агитация эше алып бара.
Район һәм ҡалаларҙа барлыҡ ойоштороу сараларын территориаль һайлау комиссиялары кїйлєй. 29 августан участка һайлау комиссиялары эш башлаясаҡ. Һуңғы ҡанундарға ярашлы, комиссия биш йылға бер тәғәйен­лєнгєнлектән, кадрҙар йәһәтенән ҡы­йын­лыҡтар юҡ. Белгестәрҙең әҙерлек кимәле юғары, тәжрибә етерлек. Өҫтәмә уҡыуҙар ҙа ҡаралған.
Территориаль һайлау комиссиялары 14 сентябрҙә тауыш биреү участкаларына килә алмаѓандарға теркәүҙән төшөү тураһында таныҡлыҡтар би­реүен дауам итә. 4 сентябрҙән был эште участка комиссиялары баш­ҡа­расаҡ.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 310

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 238

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 097

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 188