Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төбәк даны халыҡҡа бәйле
Төбәк даны халыҡҡа бәйлеОлпат тауҙар, зәңгәр күлдәр иле Әбйәлилдә уңған, тырыш халыҡ йәшәй. Төрлө яҡлап үҫешкән, бай тарихлы төбәктәрҙең береһе ул. Хозур тәбиғәте, ҡабатланмаҫ шәхестәре, дәртле һәм сәмле халҡы менән дан тотҡан әбйәлилдәрҙең бөгөнгөһө ниндәй? Районда ниндәй тармаҡтар айырыуса уңышлы үҫешә? Киләсәккә ниндәй уй-хыялдар менән яна урындағы етәкселәр? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу маҡсатында район хакимиәте башлығы Рим СЫҢҒЫҘОВҠА мөрәжәғәт иттек.
— Рим Һатыбал улы, Әбйәлил ауыл хужалығы районы булғас, һүҙебеҙҙе ошо өлкәнән башлайыҡ. Быйылғы уңышты түкмәй-сәсмәй йыйып ала алдығыҙмы, ураҡ һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләндерәме, ғөмүмән, игенселәрҙең кәйефе нисек?
— Ниһайәт, быйылғы йыл ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн яҡшы булды. Йыл да ҡабатланып килгән аяуһыҙ ҡоролоҡтан һуң күпселек предприятиелар тамам йонсоғайны. Ваҡытында яуған ямғырҙар хәлде бер аҙ яҡшыртты, хужалыҡтар мал аҙығын етерлек кимәлдә әҙерләне. Район буйынса шартлы һәр баш малға 34 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған. Нисек кенә булмаһын, республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарының агросәнәғәт тармағы тәбиғәт шарттарына ныҡ бәйле. Шуға күрә бөгөн ерҙең ысын хужаһы булыу өсөн, уны тейешенсә тәрбиәләү, ваҡытында сәсеү генә аҙ. Алдынғы технологияларҙы тормошҡа ашырыу, беҙҙең төбәк өсөн отошло иген һәм мал аҙығы культураларының яңы сорттарын сәсеү, күп йыллыҡ үләндәрҙең баҫыуҙарын яңыртыу кеүек бурыстарҙы атҡарып сығыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы. Һүҙ юҡ, йылдар дауамында ҡоролоҡтан яфа сиккән ауыл хужалығын яңы кимәлгә күтәреү еңелдән түгел. Әммә уға тейешле иғтибар һәм ергә ҡарата хужаларса ҡараш булғанда, уңышҡа өлгәшергә мөмкин, тип иҫәпләйем. Мәҫәлән, райондың иң алдынғы “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативын ғына алайыҡ. Кооператив, иген һәм мал аҙығы культураларының уңышын күтәреү өсөн алдынғы илдәрҙең тәжрибәһен ҡулланып, донъя практикаһындағы алымдарҙы өйрәнеп, фанаттарса эшләй. Улар ҡулланған нуль технологияһы беҙҙең төбәк өсөн үтә лә отошло. Райондың күп кенә хужалыҡтары уларҙан күреп, өйрәнеп, алдағы йылдарҙа тап ошо алымды үҙләштерергә әҙерләнә.
Малсылыҡ буйынса ла ҙур эш башҡарыла. Тоҡомло мал ишәйтеү, уның һанын һаҡлап алып ҡалыу, таналарҙы арттырыу мәсьәләләрен хәл итмәй тороп, был тармаҡты килемле итеү мөмкин түгел. Билдәле булыуынса, малсылыҡ — табышлы өлкә, әммә беҙ һаман уны тейешле кимәлдә файҙалана алмайбыҙ. Ауыл хужалығы продукцияһын урында эшкәртеү — заман талабы, уны республика етәкселеге лә талап итә, әммә районда эшкәртеү производстволары бик аҙ, сеймал базаһы булып та, райондың һөтө, ите күрше Силәбе халҡына күберәк хеҙмәт итә. Киләсәктә беҙ был проблемаларҙы урында хәл итеү юлдарын табырға тейешбеҙ.
— Эшҡыуарлыҡ үҫешәме?
— Әлегә район буйынса 1100 эшҡыуар иҫәпләнә, төбәк ҡаҙнаһының 26 проценты улар иҫәбенә тулыландырыла. Бөгөн үҙ эшен асҡан йүнселдәр, юҡты бар итеп тырышып ятҡан егәрлеләр, эшҡыуарлыҡты йәшәү маҡсаты итеп алғандар районда бихисап. Элекке кеүек эш юҡ тип ҡул ҡаушырып ятыуҙың йүнһеҙлек һәм ялҡаулыҡ икәнен әбйәлилдәр яҡшы аңлай, шуға күрә уларҙың күбеһенең үҙ эшен булдырыуы хуплауға лайыҡ. Урман зонаһына ҡараған ауылдарҙа ағас, таҡта ярыу цехтарын асыу алға китһә, ялан яҡтары игенселек, малсылыҡ һәм күпләп ҡош-ҡорт аҫрау менән шөғөлләнә. Үҙ эше булған эшҡыуарҙарға мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеү, төрлө субсидиялар юллау мәсьәләләрендә район хакимиәте белгестәре ҙур ярҙам күрһәтә. Бөгөн шәхси эшҡыуарҙар араһында айырым хужалыҡтарҙан да яҡшыраҡ һәм табышлыраҡ эшләгәндәре осрай. Тимәк, теләк менән дәрт булғанда, барыһы ла мөмкин. Икенсенән, Магнитогорск ҡалаһының йәнәш булыуы ла әбйәлилдәр өсөн отошло. Йыбанмаған кеше үҙе етештергән бар продукцияны аҡсаға әйләндерә ала.
— Төбәктең социаль-иҡтисади хәленә килгәндә...
— Һуңғы йылдарҙа социаль өлкәгә иғтибар артты. Яңы уҡыу йылына ике мәктәп сафҡа инде: 130 урынға иҫәпләнгән Байым мәктәбе — республика ҡаҙнаһынан, 30 урынлыҡ Йәлембәт башланғыс мәктәбе район ҡаҙнаһы иҫәбенә тиҙ арала төҙөлөп тапшырылды. Шулай уҡ Аһылай һәм Рауил мәктәптәренә капиталь ремонт үткәрелде. Асҡар ауылындағы балалар йорто Рауил мәктәбенә күсерелеп төҙөкләндерелде, ҡайтанан балалар баҡсаһы итеп тергеҙелде. Федераль ҡаҙна иҫәбенә төҙөлгән дүрт фельдшер-акушерлыҡ пунктының береһе Республика көнө алдынан асылды, ҡалғандарын да йыл аҙағынаса тапшырырбыҙ, тигән ышаныстабыҙ. Красная Башкирия ауылындағы һигеҙ йыл дауамында ер аҫтында файҙаланылмай ятҡан һыу торбаларын ҡайтанан алмаштырып, халыҡ эсәр һыулы булды.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Әбйәлилгә эш сәфәренең һөҙөмтәләре күҙгә күренеп тормошҡа аша: Аһылай ауылындағы клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты ремонт эштәренән һуң файҙаланыуға тапшырыласаҡ, шулай уҡ ауылға газ үткәреү планы тормошҡа ашыу өҫтөндә. Көнсығыш-2 биҫтәһенә һигеҙ саҡрым оҙонлоҡта газ торбаһы һуҙылды, электр уты биреү ҙә — күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә.
— Рим Һатыбал улы, һәр райондың иң ҙур байлығы — уның халҡы. Йыр-моңға бай әбйәлилдәрҙең төрлө конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындарҙы яулауы бер кемгә лә сер түгел.
— Ысынлап та, Әбйәлилдә мәҙәниәткә ғашиҡ, сәнғәтте үҙ иткән, әҙәбиәтте яратҡан кешеләр йәшәй. Халыҡ йолаларын тергеҙеп, ағинәйҙәрҙең һүҙен тотоп, аҡһаҡалдарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалып, уларҙың тәрбиәһендә үҫкән кешенең эске донъяһы, йәшәүгә ынтылышы, матурлыҡты яратыуы шул тиклем көслө. Халыҡ бында сәмле һәм дәртле, бер-береһе менән ярышып донъя көтә. Мәҫәлән, айыҡ тормош алып барыуҙары менән билдәле һәйетҡолдар үрнәгенә бер нисә ауылдың ҡушылыуын нисек хупламайһың?! Райондың йөҙөк ҡашы булған “Йәшлек” бейеү ансамбле ниндәй генә илдәрҙә сығыш яһаманы?! Һәр ауылда тиерлек фольклор түңәрәктәре эшләй. Таланттарҙы табыу, үҫтереү маҡсатында аныҡ эш алып барыла, йәш башҡарыусыларҙы төрлө республика бәйгеләренә ебәрәбеҙ, яңы исемдәр асыу, таланттар табыу — мәҙәниәт өлкәһендәге төп бурыстарҙың береһе.
— Район етәкселеге киләсәккә ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәй?
— Иң төп бурыстарҙың береһе — ауыл хужалығын үҫтереү, яңы технологиялар ҡулланып, уңышты мөмкин тиклем юғары күләмдә алыу. Икенсенән, малсылыҡты табышлы тармаҡтарҙың береһенә әйләндереү. “Һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра” тигән халыҡ мәҡәленә таянып эш итеү күпкә отошлораҡ буласаҡ. Өсөнсөнән, ауыл эшсәндәре өсөн кәрәкле техника һатып алыу юлдарын табыу, сөнки быйылғы ураҡ осоро тап ауыл хужалығы предприятиеларының техник базаһының ярлы булыуын күрһәтте. Бөгөн бер комбайнға 800 гектар тирәһе ерҙәге ашлыҡты йыйып алырға тура килә, ә уны 150–200 гектарға ҡалдырғанда, күпкә еңелерәккә тура килер ине.
Беҙҙе иң борсоған проблемаларҙың береһе — ауыл мәктәптәрен ҡулайлаштырыу һөҙөмтәһендә уларҙы ябыу йәки төп белем биреү мәктәбенә әйләндереү. Бөгөн ауылды фельдшер-акушерлыҡ пункттары ла, клуб та, китапхана ла һаҡлап ҡала алмаясаҡ, уны белем усағы ғына тотоп тора. Шуға күрә ҡасандыр “перспективаһыҙ” тип аталған ауылдар яҙмышы ҡайтанан ҡабатланмаһын өсөн, беҙгә белем усаҡтарын нисек тә һаҡлап алып ҡалыу зарур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Северный ауылындағы һәм “Әлмөхәмәт” станцияһындағы мәктәптәр бөгөн башланғыс статусында ҡалды.
Киләһе йылдан Ҡаҙмаш ауылында социаль үҙәк төҙөү, Көнсығыш-2 биҫтәһендә 150 урынлыҡ балалар баҡсаһы асыу планлаштырыла. Яҡтыкүл янында селбәрә үрсетеү заводы төҙөү ҙә район халҡына эш урындары булдырыр тигән ышаныстабыҙ. “Халыҡ бюджеты” аҡсаһына Асҡарҙа ябыҡ боҙ һарайы төҙөү өсөн проект эштәре башланған. Шулай уҡ күптәрҙе борсоған Асҡар — Сибай юлына асфальт түшәү алдағы йылдан башланасаҡ. Хәл итәһе проблемалар, башҡараһы эш күп. Иң мөһиме — уларҙы атҡарып сығырға ышаныс ҙур.
Кәримә УСМАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 254

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 250

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 250

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 204