Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәғүәселәр Ай аҙағында билдәле буласаҡ
Дәғүәселәр Ай аҙағында билдәле буласаҡ
Башҡортостанда сентябрҙә үтәсәк Пре­зидент һайлауҙарына башланғыс бирелде. Республика халҡын ҡыҙыу осор һәм мөһим ҡарар ҡабул итеү мәле көтә. “Башинформ” мәғлүмәт агентлы­ғында үткән матбуғат конферен­цияһында Башҡортостандың Үҙәк һай­лау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев сираттағы тауыш биреү кампа­нияһының үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.



14 сентябрҙә, Президент һайлауҙан тыш, республика халҡы Баш­ҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Красный Холм һайлау округы буйынса депутат, Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль берәмеге советына, 18 муниципаль райондың урындағы үҙидара орган­дарына депутаттар өсөн тауыш бирә­сәк. Һайлау ҡануниәтенең үҙгәреүенә бәйле һәр этапта һайлаусыларҙы яңылыҡтар көтә. Мәҫәлән, Башҡорт­остан Республикаһы Президентын һайлауҙың заманса механизмы тәүге тапҡыр һыналасаҡ. Был вазифаға кандидаттар һайлауҙа ҡатнашырға хоҡуғы булған сәйәси партиялар тарафынан ғына тәҡдим ителә ала. Бынан тыш, кандидат өсөн тауыштар ҙа йыйырға тура киләсәк. 457 тауыштың 57-һе район һәм ҡала округтары депутаттарыныҡы булырға тейеш. Һуңғы ҡултамғаларҙың республиканың 48 муниципаль районында һәм ҡалаһында алыныуы шарт.
Хәйҙәр Вәлиев билдәләүенсә, 28 июлгә тиклем Президент һайлауҙа ҡатнашасаҡ кандидаттарҙың исемлеге билдәле буласаҡ. Һайлауға ҡағы­лышлы барлыҡ мәғлүмәт Баш­ҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы сайтында урын­лаштырылған.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 290

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 257

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 323

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 345

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 254

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 332

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 243

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 252

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 319

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 233

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 114

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 210