Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ыҙғыш дауам итә
Украиналағы хәл-ваҡиғалар һаман да иғтибар үҙәгенән төшмәй. Ираҡта ла һуғыш дауам итә. Таможня союзы ағзалары иһә Украинаға ҡарата иҡтисади санкция әҙерләй.



Порошенконың планы бойомға ашырмы?

Үткән аҙнала Украина президенты Петр Порошенко телеэкран аша халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, илдең көнсығыш өлөшөндә бер аҙнаға һуғышты туҡтатыу кәрәклеген белдерҙе. Уның белдереүенсә, 20 – 27 июнь арауығында Украина хәрбиҙәре ҡораллы көс ҡулланмаясаҡ. Әммә ул үҙ һүҙендә торманымы, уның һүҙен ҡолаҡҡа элмәнеләрме – һуғыш тынманы, киреһенсә, ҡыҙыуыраҡ төҫ алды. Украина ҡораллы көстәренең утҡа тотоуы һөҙөмтәһендә илебеҙ сигендәге Новошахтинск үткәреү пункты ла зыян күрҙе.
Петр Порошенконың ваҡытлыса ҡораллы һөжүмде туҡтатыу тураһындағы ҡарарын Мәскәүҙә бик һаҡ ҡабул иттеләр. Илебеҙ президенты Владимир Путин уның был идеяһын хуплауын белдерҙе. Тик Порошенконың был тәҡдиме бер яҡлы ғына кеүек тойола. Ни өсөн тигәндә, ул Луганск һәм Донбасс халыҡ республикалары вәкилдәре менән аралашыуҙан баш тарта. Уныңса, террорсылар менән һөйләшер уртаҡ тема юҡ. Ысынлап та, Порошенконың тыныслыҡ тураһындағы планы бер яҡлы ғына. Луганск һәм Донбасс республикаһы вәкилдәре менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшмәй тороп, илдә тыныслыҡ урынлаштырып булмаясаҡ. Ошондай шарттарҙа Украина Европа союзы ассоциацияһы менән килешеү төҙөргә йыйына. Уҙған аҙнала ЕС комиссары Штефан Фюле, Петр Порошенко менән осрашып, ЕС ассоциацияһы килешеүенең иҡтисади яғын тикшерҙе. 27 июндә Брюссель ҡалаһында Порошенко ЕС ассоциацияһы менән килешеүгә ҡул ҡуйырға тейеш. Әле белгестәр Рәсәй өсөн был килешеүҙең ыңғай һәм кире яҡтарын асыҡлай. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: Украинаның ЕС ассоциацияһы менән килешеү төҙөүе Рәсәйҙе ҡәнәғәтләндермәй. Ни өсөн тигәндә, был килешеү Украинаның БДБ илдәре сиктәрендәге килешеүенә ҡапма-ҡаршы килә. Йәғни Украина бер үк ваҡытта ике килешеү менән эш итмәксе. Шуға ла 23 июндә Сочи ҡалаһында Таможня союзы илдәре ағзалары – Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстандың вице-премьерҙары Евразия иҡтисади Советы комиссияһы ултырышында Украина өсөн сауҙа барьерҙары булдырыу хаҡында фекер алышты. Был ултырышта Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Игорь Шувалов ҡатнашты. Рәсәйҙең элекке финанс министры, билдәле эксперт Алексей Кудрин белдереүенсә, Украинаның ЕС ассоциацияһы менән килешеү төҙөүе Украина иҡтисады өсөн йылына 33 миллиард доллар зыян килтерәсәк. Был аңлашыла ла. Евразия союзы (Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан) илдәре, Украинаның ЕС ассоциацияһы менән килешеү төҙөүенә яуап итеп, үҙ иҡтисадтарына зыян килтермәҫ өсөн Украина тауарҙарына пошлина хаҡын арттырыуҙы күҙаллай. Йәғни киләсәктә Украинала тыныслыҡ урынлашҡан хәлдә лә, Рәсәй менән уның араһындағы мөнәсәбәт ныҡлы боҙолдо, һәм ике ил араһында иҡтисади, сәйәси алыш башланасаҡ тип әйтергә мөмкин.
Әле Луганск һәм Донбасс өлкәләренән Рәсәйгә меңәрләгән ҡасаҡ килә. Уларҙы ваҡытлыса ҡабул итеү пункттарына урынлаштырһалар ҙа, артабанғы яҙмыштарын хәл итеү өсөн илебеҙ етәкселегенә байтаҡ көс түгергә тура киләсәк. Эшһеҙлек кимәле үҙебеҙҙә лә юғары булған бер мәлдә, Украина ҡасаҡтары өсөн эш урындары табыу, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү бик еңелдән булмаясаҡ. Ҡырымға ярҙам ойошторған кеүек, Украина ҡасаҡтарына ла аҡса йыйырға тура килмәгәйе. Ә Киевта Рәсәйгә ҡарата күралмаусанлыҡ тойғоһо асыу ҡатыш ярһыу менән бергә тышҡа бәреп сыға. Рәсәй илселегенә инде икенсе тапҡырға һөжүм ойошторҙолар. Рәсәй Һаҡлыҡ банкы офисы ла зыян күрҙе. Украинаның яңы сит ил эштәре министры Павел Климкин менән уның коллегаһы Сергей Лавров тәүге осрашыуында ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйлар өсөн иң башта Порошенконың тыныслыҡ планын бойомға ашырырға кәрәклеген билдәләнеләр. Украина яғы Рәсәй сиген үҙ контроле аҫтына алыу яғында. Уларса, Рәсәй сиген бөтөнләй япҡан осраҡта, Луганск һәм Донбасс өлкәләре ярҙамһыҙ ҡаласаҡ һәм уларҙы Киевҡа буйһондороп буласаҡ. Тик үҙ халҡына ҡарата ҡорал күтәргән власты был төбәктә йәшәгән халыҡ һанлармы һуң, тигән урынлы һорау тыуа. Юҡтыр. Донбасс халыҡ рес­публикаһы етәкселеге баштан уҡ Поро­шенконың тыныслыҡ планы менән риза түгеллеген белдерҙе бит. Тимәк, улар яңы президентҡа ышанмай.

Нефть өсөн һуғыш бара

Ираҡта ла һуғыш дауам итә. Боевиктар төркөмө илдең яртыһын тиерлек баҫып алып бөтөп бара. Хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡайһы бер ҡалаларҙы һуғышһыҙ-ниһеҙ ҡалдыра. Үткән аҙнала Рава, Ана, Хөсәйбә ҡалалары боевиктар ҡулына күсте. Улар яғында мәрхүм Саддам Хөсәйендең элекке армияһы һалдаттары ла бар. Улар илдең баш ҡалаһы Бағдадты баҫып алырға уҡтала. Ираҡ етәкселеге сөнниҙәрҙең был фетнәһен баҫтырыу өсөн АҠШ-тан хәрби ярҙам һораған ине. АҠШ-тың дәүләт секретары Джон Керри белдереүенсә, Ираҡ етәкселегенә оппозиция менән килешеп эш итергә кәрәк. Ә әлегә хәрби ярҙам булмаясаҡ. Билдәле булыуынса, АҠШ 2011 йылда Ираҡтан үҙ ғәскәрен сығарғайны. Һигеҙ йыл буйы барған һуғышта байтаҡ АҠШ хәрбиҙәре һәләк булды. Бөгөн Америкала Ираҡҡа яңынан хәрбиҙәрҙе индермәҫ өсөн протест акциялары башланды. Барак Обама хакимиәте шуға күрә Ираҡҡа йәнә һуғыш асыуҙан туҡталып тора. Яҡшы ҡорал­ланған һәм ныҡлы хәрби әҙерлекле боевиктар хөкүмәт ғәскәрҙәрен көндән-көн нығыраҡ ҡыҫырыҡлай. Сөнниҙәр менән шиғайҙар араһындағы ғына конфликт түгел был. Ә нефть һәм газ ятҡылыҡтарын бүлешеү, йәғни байлыҡ өсөн һуғыш бара.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 254

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 250

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 250

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 204