Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңғыҙ яугир яу ҡайтармай
Яңғыҙ яугир  яу ҡайтармай
“Берҙәм Рәсәй” ағзалары, ниһайәт, Башҡортостан Президенты вазифаһына үҙ дәғүәсеһен билдәләне. Яңылыҡ бер кемде лә аптыратманы: көтөлгәнсә, бер тауыштан тиерлек Рөстәм Хәмитовтың кандидатураһы раҫланды. Шәмбе булыуға ҡарамаҫтан, партия ағзалары әлеге конференцияла дәррәү ҡатнашты.


Партияның июнь башында булған алдан һайлауы ваҡытында алты кандидат араһынан өсәү үткәйне: Рөстәм Хәмитов, Булат Йомаҙилов һәм Рафаэль Мәрҙәншин. Был юлы йәшерен тауыш биреү өсөн 216 бюллетень әҙерләнгән булһа, тауыштарҙың 209-ы Рөстәм Хәмитовҡа бирелде.
Бынан тыш, конференцияла һайлау алды программаһы проекты раҫланды, тауыш биреү документтарында ҡулланыу өсөн партияның ҡыҫҡа исеме, мисәте менән эмблемаһы билдәләнде.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы эшендә Рөстәм Хәмитов үҙе лә ҡатнашты һәм, кандидат итеп һайланғандан һуң, залда ултырыусыларға телмәр менән мөрәжәғәт итте.
– Мине партия исеменән президентлыҡҡа дәғүәсе итеп һайлағанығыҙ, күрһәткән ышанысығыҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Был – бик ҙур яуаплылыҡ, мин уны аҡларға тырышасаҡмын, – тине республика етәксеһе. – “Берҙәм Рәсәй” партияһы, уның меңәрләгән ағзаһы вәкиле булараҡ, исемегеҙгә тап төшөрмәҫмен. Партия, ябай хеҙмәт кешеләре миңә өмөтләнә, дөйөм еңеүгә ышана. Был өҫтәмә көс, энергия бирә. Бергә тырышып эшләйәсәкбеҙ һәм еңәсәкбеҙ!
Алда көткән ауырлыҡтар тураһында ла киҫәтеп ҡуйҙы Рөстәм Зәки улы. Оппоненттар тәнҡите, башҡа партиялар кандидаттары менән көрәш, кешеләрҙең ҡатмарлы һорауҙарына яуаптар, ойоштороу эштәрен хәл итеү – барыһына ла әҙер булырға кәрәк. Төбәк башлығы вазифаһын башҡарыусы белдереүенсә, һайлау алды кампанияһында иң мөһиме – халыҡ, кешеләр менән эшләү, ваҡиғалар уртаһында булыу һәм проблемаларға күҙ йоммай, уларҙы хәл итеү. Сәйәси йүнәлеште аңлатыу, ғәҙеллек, дөрөҫлөк кенә еңеүгә килтерәсәк тигән фекерҙә ул.
– Мин үҙемде партия ағзаларынан айырып ҡарамайым. Яңғыҙ яугир яу ҡайтармай! Төбәк башлығының эше ауыр һәм яуаплы. Системалы эшләй, ойоштора һәм власть органдарының эшмәкәрлегенә йүнәлеш бирә белеүҙән тыш, ғәҙеллек, итәғәтлелек кеүек юғары әхлаҡи сифаттарға ла эйә булырға кәрәк. Ошондай уҡ талаптар Президент янында эшләгән кешеләргә, уның командаһына ла ҡуйыла. Шуға күрә һайлау алды кампанияһы барышында һәм унан һуңғы эштә ғәҙел, яуаплы булыуығыҙҙы һорайым, – тине Рөстәм Хәмитов.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 292

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 248

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213