Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәткә хөрмәт кәрәк
Хеҙмәткә хөрмәт кәрәкҠыҙыл майҙандағы 1 Май демонстрацияһынан һуң уйланыуҙар

Хәтерегеҙгә төшөрәйек: Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда 1 Май демонстрацияһы һуңғы тапҡыр 1990 йылда булғайны. Советтар Союзын тарҡатып, баҙар иҡтисадын төҙөүҙе сәйәси йүнәлеш булараҡ ҡабул иткән Рәсәй власы ошо йылдарҙа хеҙмәтсәндәрҙе дәүләтебеҙҙең төп майҙанына индереүҙе кәрәкле тип тапманы. Бер яҡтан, яңы реформаларҙы хупламаған халыҡты Кремлгә яҡын ебәреү ҡурҡыныс булһа, икенсенән, ят иҡтисади идеология тәүге планға хеҙмәт урынына аҡсаны ҡуйҙы.

Дәүләт гербында ураҡ менән сүкеш урынына ике башлы йыртҡыс ҡошто ултыртып ҡуйыу халыҡҡа сигналдай яңғыраны: яңы шарттарҙа йәмғиәт алдында икенсе идеалдар буласаҡ. Шул уҡ үҫешкән Австрияның гербында ураҡ менән сүкештең һаман һаҡланып ҡалыуы ла бер кемде һиҫкәндермәне. Көньяҡ Америка дәүләттәрендәге карнавалға тиң булған Май демонстрациялары юҡҡа сыҡты. Әйтергә кәрәк, улар ысын күңелдән байрам тип ҡабул ителә ине. Ике көн өҫтәмә ял алған хеҙмәтсәндәр дәүләт тарафынан бушлай бирелгән белемгә, медицина хеҙмәтенә, торлаҡҡа хоҡуҡтарҙан файҙаланды.
Хәҙер үткәрелгән 1 Май демонстрацияһына етәкселек итеү хоҡуғы профсоюздарға ғына ҡалдырылды. Һул партияларҙы хеҙмәтсәндәрҙән айырыу эше әүҙем алып барылды. Сәйәси лидерҙарынан ситләштерелгән хеҙмәт кешеһе тиҙ арала Октябрь революцияһы биргән хоҡуҡтарынан ҡолаҡ ҡаға башланы: яңы Рәсәй капиталы эш кешеһенә закон буйынса ҡаралған эш хаҡын ваҡытында түләмәүҙе, хосусилаштырғанда хеҙмәт коллективтарының талаптарын үтәмәүҙе хуп күрҙе. Эш урындары бөтөрөлөү, ябылыу арҡаһында урамда ҡалған инженерҙар, уҡытыусылар, совет осорондағы абруйын юғалтып, "челнок"тарға әйләнде. Иң мөһиме — үҙебеҙҙең сәйәси базаны — капиталистарҙы — булдырыу маҡсатында үткәрелгән хосусилаштырыу арҡаһында совет халҡының дөйөм хеҙмәте менән төҙөлгән заводтар, фабрикалар бушлай тиерлек яңы буржуйҙар ҡулына күсте. Тиҙ арала барлыҡҡа килгән Рәсәй олигархтары “Форбс” рейтингында тәүге урындарҙы баҫып алды.
Тир түкмәйенсә генә байып була икән, тигән фекер яңы быуын өсөн тормош кредоһына әйләнде: бандиттар, рэкетирҙар, фәхишәләр йәштәрҙең идеалына әүерелде. Тора-бара тиҙ һәм еңел “байыта” торған һөнәрҙәр — банкир, финансист, коммерсант (совет осорондағы спекулянттарға булған ҡарашты иҫегеҙгә төшөрөгөҙ), шоумен, күрәҙәсе, экстрасенс, “халыҡ табиптары” һ.б. — алғы планға сыҡты. Быға телевидение аша рекламаланған Чумак, Кашпировский, Мавроди кеүек шәхестәр, “Властилена”, “Гермес” һымаҡ фирмалар булышлыҡ итте. “Байығыҙ!” тигән принцип төп лозунгка әүерелде. Байығыҙ, ә ниндәй юл менән икәне дәүләтте ҡыҙыҡһындырмай. Финанс пирамидаһы төҙөйһөңмө, ялған, хатта һаулыҡ өсөн зарарлы продукттар һатаһыңмы — уныһы мөһим түгел. Шул уҡ “Древпром”ды ғына алайыҡ – уның пирамида икәнен бер йыл тирәһе аңлатып килделәр, тик бер кешенең дәғүәһе булмай тороп, именлек өсөн яуаплы дәүләт органдары ҡыл да ҡыбырҙатманы, йәнәһе, закон быны тыймай.
Дәүләт Думаһы депутаты Василий Шандыбин мәрхүм булғандан һуң был даирәлә бүтән бер генә эшсе, крәҫтиән дә күренмәне, уларҙы яҡлаған фракция, партия ла юҡ кимәлдә. Капитал парламентҡа улар урынына спортсы, артист, шоуменды ҡуйыуҙы хуп күрә. Профсоюздар тел-тешһеҙ ҡалды.
Әйтергә кәрәк, совет осоронда эшсе һәм крәҫтиәндәргә тейешле ихтирам һәм иғтибар бүленде. Һәр ҡалала, предприятиела тиерлек хеҙмәт кешеһенә почет таҡталары, һәйкәлдәр ҡуйылды, китаптар яҙылды, фильмдар төшөрөлдө. Хәҙерге заманда аҡсаға, байлыҡҡа табыныу бара. Һауа торошон даими күрһәткән кеүек, һәр мәғлүмәт сараһында доллар менән евроның курсы, акцияларҙың котировкалары яҡтыртыла. Ябай хеҙмәт кешеһенә уларҙың ни хәжәте бар?
Дәүләт иғтибары етешмәгәс, күптәр һалым түләүҙән ҡасҡан бизнесмендарға ялланырға мәжбүр булды – унда төрлө социаль фондтарға иғәнә күсереүҙе хуп күрмәйҙәр. Был турала вице-премьер Ольга Голодец былтыр: "Рәсәйҙә эшкә һәләтле 86 миллион кешенең 48 миллионы ғына хөкүмәткә күренгән һәм аңлашылған секторҙа мәшғүл, ә ҡалғандарының ҡайҙа йөрөгәнен белмәйбеҙ”, — тип әйтергә мәжбүр булды. Башҡортостанда бөтә халыҡтың 40 проценты ауылда йәшәгәнен иҫәпкә алһаҡ, ә унда эш юҡ, Себерҙә лә эш урындары сикләнгән, күпселек замандашыбыҙҙың “бәхетле ҡартлығын” күҙаллауы ҡыйын түгел. Эшһеҙ һуҡаны тут баҫҡан һымаҡ, йылдар буйы йүнле хеҙмәт күрмәгән халыҡ физик һәм әхлаҡи яҡтан ҡаҡшай, эскелек, наркомания көсәйә, ғаиләләр тарҡала.
Капитал үҙенең властағы вәкилдәре аша хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарына даими "һөжүм" яһап тора. Социаль пенсия тәғәйенләрлек хеҙмәт стажын хәҙерге биш йылдан 10-15 йылға тиклем арттырыу варианттары ҡарала, тимәк, ауыл эшһеҙҙәренең пенсияһыҙ ҡалыуы бик ихтимал. Хеҙмәт кенәгәһен бөтөрөргә кәрәк тигән тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Күп социаль пособиелар, штрафтар һ.б. өсөн мөһим булып торған минималь эш хаҡын да бөтөрөү мөмкинлеген уйлаусылар бар. Яңыраҡ финанс министры Антон Силуанов айлыҡ эш хаҡы урынына АҠШ, Канада кеүек дәүләттәрҙә таралған бер сәғәтлек эш хаҡын индерергә тәҡдим итте. Был осраҡта бизнес закон нигеҙендә эш ваҡытын ҡыҫҡарта ала. Европа кимәлендәге социаль хоҡуҡтар комитеты билдәләүенсә, минималь эш хаҡы уртаса эш хаҡының 60 процентынан да кәм булырға тейеш түгел. Былтыр Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 27 мең һум тәшкил иткән, тимәк, Европала минималь эш хаҡын алғандар байҙар иҫәбендә булыр ине.
Был сәйәсәт йәмғиәт өсөн эҙемтәһеҙ ҡалманы. 22 апрелдә (В.И. Лениндың тыуған көнөндә) Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев: “Беҙҙә, башҡа дәүләттәрҙәге һымаҡ, бер кемдең дә урам һепереүсе булып эшләгеһе килмәй”, — тип әйтергә мәжбүр булды. Шунлыҡтан, йәнәһе, беҙ мигранттарҙы саҡырабыҙ. Бынан үҙ граждандарыңды ялҡаулыҡта ғәйепләргә күп тә ҡалмай: улар эшләргә теләмәй, хеҙмәт етештереүсәнлеге, эш сифаты түбән тип. Бындай һүҙҙәрҙе йыш ҡына ишетергә тура килә. Көн һайын Өфөләге Матбуғат йортонан 300 метр алыҫлыҡта урынлашҡан “Хеҙмәт биржаһы”нда эш һорап торған типһә тимер өҙөрлөк егеттәрҙең ялҡау икәненә һис тә ышана алмайым. Лайыҡлы хаҡ түләһәләр, улар шул уҡ урам һепереүсе, сантехник, автобус водителе булып эшләмәҫ инеме ни? Рәсми эшһеҙҙәрҙән тыш, эшкә урынлашырға теләмәгән бер тиҫтә миллион самаһы кешенең бөтәһен дә ялҡауҙар иҫәбенә индереү дөрөҫ булмаҫ. Хәҙерге капитал өсөн ошо “эшһеҙҙәрҙең резерв армияһы” булыуы бик кәрәк шул. Был “армия” эш хаҡының түбән булыуына булышлыҡ итә. Бына хәҙер, Украиналағы сыуалыштан файҙаланып, СССР биләмәһендә тыуып үҫкәндәргә, уларҙың балаларына Рәсәй гражданлығын алыуҙы еңелләштерә һалдылар.
Рәсәй етәкселеге хеҙмәт кешеһенә ҡарата ғәҙелһеҙлекте аңлай һәм ошо тәңгәлдә ҡайһы бер саралар ҡабул итә башланы. “Хеҙмәт Геройы” исемен кире ҡайтарыуҙы әйтәм. Совет власы тарафынан 1921 йылда булдырылған был исем 1937 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән дәрәжәгә күтәрелгән. Геройҙарға һәйбәт пенсия – эш хаҡының өстән ике өлөшө – түләнгән. Маҡтаулы исемгә 19 мең тирәһе кеше лайыҡ булған. И.В. Сталин үҙенең маршал френчында тик ошо “Ураҡ һәм сүкеш” миҙалын тағып йөрөүҙе өҫтөн һанаған, сөнки ул хеҙмәттең баһаһын яҡшы аңлаған һәм башҡаларға ла быны асыҡ күрһәткән. Владимир Путиндың тейешле Указына ярашлы, Кубань, Кузбасс, Ставрополдең хеҙмәт геройҙары булдырылды. 2014 йыл Ульяновск өлкәһендә “Хеҙмәт кешеһе йылы” тип билдәләнгән. Ошо йылдарҙа Рәсәй етәкселеге ниндәй генә оло маҡсаттар ҡуйманы: яңыртыу, инновация, эске тулайым продуктты ике тапҡырға арттырыу… Әммә улар тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял ғына булып ҡалды. Хеҙмәткә тейешле иғтибар булмағас…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 253

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 318

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 339

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 250

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 327

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 238

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 250

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 228

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 110

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 204