Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Владимир Чуров: “Беҙ киләсәк өсөн эшләйбеҙ”
Владимир Чуров:  “Беҙ киләсәк өсөн эшләйбеҙ”
Өфөлә Рәсәйҙең Волга буйы һәм Урал федераль округтарына ингән төбәктәрҙең һайлау комиссиялары рәйестәре ҡатнашлығындағы семинар-кәңәшмәне асып, илдең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров, был күләмле сараның Башҡортостанда уҙыуы юҡҡа түгел, тип билдәләне. Былтырғы һайлау мәлендә төбәк халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтте, сара ойошҡанлыҡ менән үтте. Шуға ла киләһе һайлауҙар алдынан Башҡортостандың ыңғай тәжрибәһен башҡалар ҙа өйрәнһен ине тигән теләк белдерҙе ул.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, төбәктең социаль-иҡтисади тормошо, ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышы тураһында һөйләне:
– Бөгөн беҙ донъя иҡтисадындағы ҡатмарлы процестарҙы, халыҡ-ара кимәлдәге, айырыуса Украиналағы көсөргәнешле сәйәси хәлдәрҙе күҙәтәбеҙ. Бындай ауыр шарттарҙа һәр власть органының теүәл, социаль тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин тиклемдең барыһын да эшләүе талап ителә. Был эштә һайлау комиссияларының да өлөшө ҙур, сөнки тап һеҙ кешеләрҙең конституцион хоҡуғын – ил менән идара итеүҙә ҡатнашыуын тормошҡа ашыраһығыҙ.
Мин ошо көндәрҙә генә Ҡырымдан ҡайттым, Белогорск районы халҡы менән аралаштым. Районда газ юҡ, һыу селтәре үткәрелмәгән. Халыҡ тотороҡһоҙлоҡтан арыған һәм ыңғай үҙгәрештәр көтә. Әгәр власть кешеләр менән берлектә эшләмәһә, уларҙың аһ-зарына иғтибарһыҙ булһа, ошондай проблемалар килеп сыға ла инде.
Владимир Чуров:  “Беҙ киләсәк өсөн эшләйбеҙ”Һайлауҙа ҡатнашҡан сәйәси партиялар өсөн талапты көсәйтергә кәрәк. Ҡайһы бер партиялар һайлауҙан һуң сәйәси офоҡтан юғалды. Партия ул һайлауҙа ҡатнашыу өсөн генә булдырылған ҡорамал түгел.
Һайлауҙа техник камиллашыуҙы артабан да яҡшыртыу тураһында мәсьәләне күтәреү мөһим. Бюллетендәрҙе комплекслы эшкәртеү, онлайн-трансляция, башҡа инновациялар барлыҡҡа килә. Бындай камиллашыуҙың хоҡуҡи нигеҙен көйләү тураһында уйларға кәрәк.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров һүҙен тарих биттәрен байҡауҙан башланы:
– 200 йыл элек беҙҙең ата-бабалар башҡорт атлылары менән бергә Парижға барып ингән. Ул ваҡытта яндырылған Мәскәү өсөн үс алыу мөмкинлегенә эйә инек. Тик беҙҙең цивилизация, башҡаларҙан айырмалы, ҡан ҡойошҡа, үскә һәләтле түгел. Беренсе донъя һуғышында ла ата-бабаларыбыҙ, башҡорттар менән иңгә-иң терәшеп, Ватанын дошмандан һаҡлаған. Һуңынан башланған граждандар һуғышы Башҡортостан буйлап ҡанлы өйөрмә булып үткән. Бөйөк Ватан һуғышы һеҙҙең халыҡтың ил именлеге өсөн үҙен аямай көрәшкәнен йәнә бер иҫбатлай. Мин быларҙы юҡҡа ғына һөйләмәйем. Бергәләп үткән шанлы тарихыбыҙ бар, бөгөн иһә беҙ киләсәк өсөн эшләйбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ мираҫҡа ҡалдырған Ватаныбыҙҙы һаҡлап ҡалыу һәм көслө итеү – беҙҙең бурыс.
Артабан ул һайлауға әҙерлек тураһында һөйләне. Бөгөн һайлау комиссиялары һәр кемгә уңайлы шарттар булдырырға тейеш, тип билдәләне Комиссия рәйесе. Быйыл 14 сентябрҙә Берҙәм тауыш биреү көнө Үҙәк һайлау комиссияһы өсөн ҡатмарлы буласаҡ, сөнки бөгөнгө мәғлүмәттәр буйынса Рәсәйҙә 17 төбәк етәксеһе һайланасаҡ. Бынан тыш төбәктәрҙең закондар сығарыу йыйылыштарына, муниципаль һайлауҙарға һәм референдумдарға әҙерләнергә кәрәк.

Владимир Чуров:  “Беҙ киләсәк өсөн эшләйбеҙ”Ирина СТАРОСТИНА, Силәбе өлкәһенең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе:
– Быйыл Силәбе өлкәһе халҡы губернатор һайлаясаҡ. Бындай сараны һуңғы тапҡыр ун йыл элек үткәргәйнек. Әлеге мәлдә өлкәлә 2 мең 329 һайлау участкаһы комиссияһы төҙөлгән. Яңыраҡ социологик һорау алыу ойошторҙоҡ. Йәмәғәтселек һайлау тураһында белә, граждандарҙың 50 проценты бөгөндән участкаларға барырға әҙер. Ниңәлер беҙҙә кешеләр һүлпәнерәк. Һайлауға халыҡтың яҡынса 60 проценты йөрөй. Әлегә бер кандидат та теркәлмәне. Шулай ҙа “Берҙәм Рәсәй”, КПРФ, ЛДПР партияларынан кандидаттар буласағы билдәле.
Бындай осрашыуҙар беҙҙең өсөн фәһемле. Яңы стандарттар буйынса һайлау үткәргән төбәктәрҙән күп нәмәгә өйрәнеп ҡалабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Былтыр Рязань, Мәскәү, Чита өлкәләрендә губернатор һайланылар. Улар туплаған тәжрибәгә мохтажлыҡ бар.

Владимир Чуров:  “Беҙ киләсәк өсөн эшләйбеҙ”Александр БРОД, “Гражданлыҡ контроле” граждандарҙың һайлау хоҡуғын яҡлау буйынса ассоциацияһы рәйестәше:
– Беҙҙең Ассоциация ете йыл эшләй һәм төрлө кимәлдә үткән һайлауҙарҙа күҙәтеүсе ролен үтәй. Башҡортостанда бер нисә тапҡыр булғаным бар. Төбәктә һайлау юғары кимәлдә уҙа, халыҡ әүҙем. Ҡырымдағы референдумда күҙәтеүсе ролен үтәнек. Баҡсаһарай районында булдыҡ. Бында референдум тыныс шарттарҙа үтмәһен, халыҡ араһында аңлашылмаусанлыҡ тыуһын өсөн ҡотҡосолар “тырышып эшләне”. Шулай ҙа ғәҙеллек еңде. Ҡырымдағы референдум тураһында һөйләгәндә, уның тиҙ арала һәм юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләргә кәрәк.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 310

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 238

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 097

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 188