Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәп ҡасты ӘҘӘМДӘН...
Әҙәп ҡасты ӘҘӘМДӘН...
Был турала кемдәр генә яҙмаған да ниндәй генә кимәлдә фекер алышыуҙар булмаған! Ләкин хәл һаман да элеккесә, халыҡ әйтемендәге кеүек: сүбәк сәйнәп май сыҡмай. Эйе, алда күтәреләсәк тема күптән сүбәккә әйләнеүгә ҡарамаҫтан, ниәттең май сығарырға маташыу менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ.

Яҙ етте, баш ҡаланың тротуар-газондары, буш ятҡан урындары ҡарҙан әрселә башлау менән уларға оҙон ҡыш буйына ташланған төрлө ҙурлыҡтағы шешә, һут һауыттары, тәмәке ҡаптары, полиэтилен ҡапсыҡтар һәм башҡа иҫәпһеҙ-һанһыҙ көнкүреш ҡалдыҡтары ла баш ҡалҡытты. Ҡайһы бер балкон төптәрендә тәмәке төпсөктәре хатта биҙрәләп йыйып алырлыҡ! Эйе, был хәл йыл һайын ҡабатланып, үҙенә күрә традицияға әүерелгән, уны хатта уҙған йылдың “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы” тип иғлан ителеүе лә боҙа алманы.
Сүп-сар – бер хәл, ҡыш буйы газондарҙа тәртипһеҙ рәүештә һибелеп ултырған еңел машиналар хәҙер ундағы батҡаҡты ихаталар буйлап таратып, асфальтты йәйәү йөрөгөһөҙ хәлгә килтерә. Ҡояш текәрәк ҡарап, аяҡ аҫты кибеү менән был батҡаҡ саң болотона әйләнеп, кәйефте генә түгел, һаулыҡты ла ҡаҡшата.
Бушлыҡтарҙа аунап ятҡан бихисап эт тиҙәктәре тураһында һүҙ ҡуҙғатыуы ла уңайһыҙ. Иң мөһиме — ошондай хәл торған һайын йышыраҡ күҙәтелә, сөнки бала табырға теләмәгән йәки унан мәхрүм ханымдар, ҡарт-ҡоро араһында эт аҫраусылар күбәйә. Йорт хайуанын беҙҙекеләрҙән кәм яратмаған Европа халҡынан айырмалы, бындағылар ҡулына полиэтилен тоҡсай тотоп, этенең ярауын йыйып йөрөргә яратмай. Хәйер, әҙәпһеҙлек урам менән генә сикләнһә! Быҙау дәүмәлле эт аҫраған фатирҙарҙа күк күкрәүен хәтерләткән тауыштар, ишектәренән һарҡылған ауыр еҫ ҡайһы саҡ бөтә подъезды баҫып китә. Сусҡа фермаһында көн итәбеҙме ни?!
Ни өсөн әҙәм балаһында иман-әҙәп тигән сифат кәмегәндән-кәмей? Был һорау ваҡыт уҙған һайын көнүҙәккә әйләнә бара. Совет власы йылдарында, мәҫәлән, ихаталарҙың бындай хәлгә төшкәне бер ҡасан да күҙәтелмәне бит. Капиталистик йәмғиәттә йәшәү рәүеше ошолай буламы икән? Ҡайһы бер ватандаштарыбыҙҙың ошолайыраҡ уйлауы ла ихтимал. Ләкин был — хата! Европала, мәҫәлән, урамдарҙы сүп-сар баҫып ятмай, сөнки бындай “ҡыйыулыҡ” өсөн штраф түләргә тура киләсәген унда яҡшы аңлайҙар. Сингапурҙа, мәҫәлән, тыйылған урынды сүпләгән өсөн 5000 доллар штраф ҡаралған.
Беҙҙең Рәсәйҙә ундай саралар күрелмәй, хатта тәмәке тартыуҙы сикләү тураһында уҙған йыл ҡабул ителгән законды иҫкә алған кеше лә юҡ! Тәмәкене хәҙер урам буйлап ҡатын-ҡыҙ ҙа ғорур быҫҡытып уҙа, бала-саға ла йәшеренеп булһа ла көйрәтә. Мода! Донъя мәмләкәттәре араһында үҙенең баҙарын юғары тоторға ынтылған властарҙың эшләп еткермәүен билдәләү ғәҙел, әлбиттә. Тик аяҡ аҫтын көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына, дөйөм файҙаланыуҙағы газондарҙы хосуси гаражына, фатирын хайуандар төйәгенә әүерелдергән ватандаштарға ҡарата ниндәйҙер килешмәүсән мөнәсәбәт булырға тейештер бит? Мәҫәлән, шул уҡ штраф? Бер нисә йөҙ һум түгел, ә бер нисә мең! Тәртип тыйыуҙан башлана бит. Штраф һалырға хоҡуҡлы органдарҙы ла тәғәйен билдәләргә кәрәк. Тик һүҙ әлегесә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тураһында бармай, сөнки был уларҙың хәленән килә торған эш түгел. Бының менән полиция ғына шөғөлләнә ала.
Автомобиль паркын хәтерләткән ихаталарҙың хәтәр проблемаға әүерелеүен күрмәмешкә һалышыу – айырыуса әҙәпһеҙлек, сөнки ул кешелек йәмғиәтен биҙәмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңел автомобиль хужаһы булыуҙы үҙҙәренә күрә шөһрәт кеүек ҡабул иткән ватандаштарыбыҙ һөйөклө машинаһының экологик хәүеф тыуҙырыуын һаман да аңларға теләмәй. Яңы түшәлгән асфальттың бер ҡышҡа ла сыҙамауын башҡа кемдәрҙән күрергә мөмкин? Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәренең ғәйебен инҡар итеп, коммуналь хужалыҡ етәкселәрен һүгергә һис тә тартынмай.
Эйе, әҙәп ҡасты. Әҙәм балаһы үҙенең тәртибенә ғәҙел баһа биреү һәләтенән ваз кискән икән, ысынлап та, тейешле даирәләргә закон көсөн ҡулланып, “Машина алғанһың икән, гаражға ҡуй!” тип әйтергә ваҡыт. Сөнки баш ҡала урамдарының сүп-сар полигонына, автопарктарға әүерелеүен, хатта бик ныҡ теләһәң дә, ыңғай күренеш тип атарға тел әйләнмәй. Шулай уҡ бала урынына эт аҫраған әҙәм балаларын да. Ҡасандан башлап дүрт аяҡлы йән эйәләре ғаилә ағзалары булып китте? Кеше иман-әҙәп ҡанундары буйынса йәшәргә бурыслы! Хатта бесәй ҙә ярауын күмеп ҡуя.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 322

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 310

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 238

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 300

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 097

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 188