Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иғтибар үҙәгендә — Ҡырым
Иғтибар үҙәгендә — Ҡырым
23 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рәсми делегация башында Ҡырым Республикаһында булды.

Симферополдә республика етәксеһе Ҡырым башлығы вазифаһын башҡарыусы, министрҙар Советы рәйесе Сергей Аксенов, Совет ағзалары менән осрашты, Белогорск районына барып, биләмәнең социаль-иҡтисади хәле менән танышты.
Әйткәндәй, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Ҡырымдағы 14 районды һәм ике ҡаланы Рәсәйҙең иҡтисади йәһәттән алға киткән 16 төбәгенә беркетеү схемаһы раҫланғайны. Башҡортостан Белогорск районын шефлыҡҡа алды. Хәҙер ул республикабыҙҙың 55-се муниципаль районына әүерелгәндәй.
Белогорск ҡалаһында саҡта төбәк башлығы үҙәк район дауаханаһына юлланды, унда операция блогын, бала табыу һәм педиатрия бүлеген ҡарап сыҡты. Дауалау учреждениеһы биналарына капиталь ремонт, һыу үткәргес, канализация һәм йылылыҡ селтәрҙәрен алмаштырыу талап ителә. Медицина ҡорамалдарының 90 проценттан ашыуы иҫке. Тейешле аппаратура булмау сәбәпле хирургтар ябай операциялар ғына яһау мөмкинлегенә эйә. Юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн пациенттар Симферополгә ебәрелә.
Табиптарҙың уртаса эш хаҡы — 6000, кесе медицина персоналыныҡы 4 200 һум тәшкил итә. Баш табип Любовь Рудых әйтеүенсә, 2003 йылдан алып дауахана ихтыяждарының 30 проценты ғына финанслана. Аҡса эш хаҡына һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә генә етә.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Кирилл Щелкин исемендәге мәктәп-гимназияла булды, ундағы уҡыу кластарын, спорт залын һәм ашхананы ҡарап сыҡты. Бинала ремонт бер тапҡыр ҙа үткәрелмәгән, шуға күрә ул капиталь төҙөкләндереүгә мохтаж.
Белогорск тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын ҡарағандан һуң, республика башлығы район мәҙәниәт йортона юлланды. 1960 йылда һалынған бинаға капиталь ремонт кәрәк. Төбәк етәксеһе шулай уҡ музыка мәктәбендә, яңы мәсет төҙөлгән майҙансыҡта булды.
Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов Белогорск халҡы менән осрашты, һорауҙарға яуап бирҙе. Осрашыу барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Белогорск район дәүләт хакимиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы протоколға ҡул ҡуйылды. Документҡа Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов һәм район хакимиәте башлығы Константин Луговик имза һалды. Протоколда Белогорск районының социаль инфраструктураһын нығытыу бурыстары билдәләнгән. Мәҫәлән, Башҡортостан яңы уҡыу йылына мәғариф учреждениеһын тәртипкә килтерәсәк, уҡыуҙы Рәсәй стандарттарына күсереү буйынса эш башҡарасаҡ. Шулай уҡ Белогорск районы абитуриенттары өсөн Башҡортостандағы юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында ауыл, урман хужалығы, төҙөлөш йүнәлештәре буйынса квоталар индереләсәк.
Шефлыҡ ярҙамы күрһәтеү буйынса эште көйләү өсөн республикабыҙ Хөкүмәтендә оператив штаб ойошторолдо. Уға республиканың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков етәкселек итә.


Автор: Р. ХӘСӘНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 255

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 251

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 205