Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡытай өсөн көрәш бара
Алтын урталыҡты һаҡларға маташҡан Ҡытайҙы Рәсәй ҙә, АҠШ та үҙ яғына ауҙармаҡсы. Шул уҡ ваҡытта ике арала ҡалған илдең үҙ проблемалары ла баштан ашҡан.

Яңыраҡ АҠШ-тың ҡораллы көстәр министры Чак Хэйгел Алыҫ Көнсығышҡа эш сәфәре ойошторҙо. Башта Японияла, Ҡытайҙа булды, һуңынан Көньяҡ Корея, Филиппин илдәренә лә һуғылды. Пентагон етәксеһе, баҡһаң, разведкала йөрөгән икән: яҡын көндәрҙә АҠШ президенты Барак Обама ла ошо уҡ йүнәлеш буйынса сәфәр ҡыласаҡ. Ҡытай етәксеһе менән осрашыу ҙа планлаштырылған, быға айырыуса ҙур әһәмиәт бирелә. Беренсенән, Барак Обама “ҡояш иле”нең күрше дәүләттәр менән биләмәләр буйынса бәхәсен хәл итергә тырышасаҡ, икенсенән, уны Рәсәйгә ҡаршы санкция ҡулланырға этәреүе ихтимал. Йәғни, Рәсәйҙе иҡтисади һәм сәйәси яҡтан тулыһынса сикләп, блокадала тоторға иҫәптәре бар.
Сәйәси йәһәттән ҡыҫым башланды ла инде. Әйтәйек, Рәсәйҙе халыҡ-ара сараларҙа ҡатнаштырмай башланылар. 24 мартта Гаага ҡалаһында “Ҙур ете” илдәренең (АҠШ, Германия, Франция, Италия, Канада, Бөйөк Британия, Япония; элек был исемлектә Рәсәй ҙә бар ине) саммитында партнер сифатында Ҡытай, Бразилия, Аргентина, Һиндостан, Көньяҡ Африка етәкселәре булды. Унда башлыса Украина тирәләй һүҙ барҙы. Ошо халыҡ-ара форумда АҠШ президенты Барак Обама Ҡытай етәксеһе Си Цзиньпин менән осрашты, ике бөйөк держава етәкселәренең һөйләшеүе “ябыҡ ишек” рәүешендә үтте. Һуңынан билдәле булыуынса, ике лидер Рәсәй менән Украина араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тикшергән.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Хәүефһеҙлек Советында илебеҙгә ҡарата санкция ҡабул итеү өсөн тауыш биргәндә, Ҡытай аптырап ҡалғайны. Әле килеп, АҠШ етәкселеге уны ошо икеләнеүҙе тулыһынса бөтөрөргә һәм Рәсәйгә ҡаршы баҫырға өндәмәксе. Ошондай шарттарҙа илебеҙ ҙә Ҡытай менән дуҫтарса мөнәсәбәтте һаҡлап ҡалырға тырыша. Әйтәйек, яңыраҡ ҡына Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров унда эш сәфәре менән барып ҡайтты. 18 апрелдә иһә Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Рогозин, Владивосток ҡалаһында Ҡытайҙың Дәүләт советы вице-премьеры Ван Янь менән осрашыу уҙғарып, ике аралағы мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Күптән түгел Владимир Путин тура эфирҙа: “Ҡытай — беҙҙең стратегик партнер һәм итәғәтле күрше, шулай булғас, ул союзнигыбыҙ ҙа”, — тигәйне. Эйе, океан аръяғы ла, Көнбайыш та төрлөсә янаған мәлдә, илебеҙгә арҡа терәрлек көслө дуҫ кәрәк.
Барак Обаманың Алыҫ Көнсығышҡа эш сәфәренә килгәндә, Пекин күрше дәүләттәр (Япония, Көньяҡ Корея, Малайзия, Филиппин) менән биләмәләр буйынса бәхәсен Америка ярҙамында хәл итмәксе. Ә был илдәрҙең барыһы ла — АҠШ-тың союзнигы. Көньяҡ Ҡытай һәм Көнсығыш Ҡытай диңгеҙҙәрендәге ваҡ утрауҙар бәхәс тыуҙыра ла инде. Союзниктар уны хәл итеүҙә АҠШ-тың ярҙамына өмөт итә. Ә уныһы Ҡытайға ҡаты бәрелмәҫкә, мәсьәләне нисек тә ыңғайға һалырға тырыша. Вашингтон союзниктары яғына ауышһа, Пекин менән мөнәсәбәттәре боҙоласаҡ.
1947 йылда Ҡытай, Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендә “туғыҙ пунктирлы линия” тип аталған сик һыҙығын билдәләп, уның биләмәһенең 90 проценты үҙенеке икәнлеген белдергән. Вьетнам, Филиппин һәм Малайзия бының менән килешмәгән. Ошо сәбәпле бер нисә тапҡыр хәрби низағ та булып ала. Япония иһә Ҡытай менән Сенкаку утрауы өсөн ыҙғыша. Ошондай проблемалары булғанға ла Ҡытай Украина мәсьәләһенә бик ҡыҫылып бармай. Унан килеп, Тайвань, Синьцзян-Уйгур автономиялы округы һәм Тибет буйынса хәл ителмәгән проблемалары байтаҡ. Дөрөҫ, Ҡытай етәкселеге Украинаның территориаль бөтөнлөгөн таныуын белдерә. Асыҡтан-асыҡ әйтмәһә лә, һиҙелә. Был инде — Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылғанын танымау тигән һүҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта ул илебеҙгә ҡарата санкция ҡулланыуға ҡырҡа ҡаршы. Быны аңларға була: Рәсәй менән Ҡытай араһындағы иҡтисади бәйләнештәр йылдан-йыл нығый, киңәйә. Мәҫәлән, былтыр ике ил араһындағы тауар әйләнеше 89 миллиард доллар булһа, 2015 йылға был күрһәткесте 100 миллиард долларға еткереү бурысы ҡуйылған.
Быйыл Шанхай ҡалаһында Рәсәй — Ҡытай саммиты үтергә тейеш, унда ла ике ил араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре ҡараласаҡ. Өҫтәүенә быйыл Пекинда БРИКС илдәре (Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы) саммитын уҙғарыу ҡаралған, йыйында ике аралағы мөнәсәбәттәр иғтибар үҙәгенә алынасаҡ. Шуға ла, биләмәләр буйынса бәхәсте хәл итешәм тип, АҠШ-тың Ҡытайҙы Рәсәйгә ҡарата һөсләтеүе урынһыҙ — ҡаршы бармаясаҡ.
Ошондай шарттарҙа Америка Украина менән илебеҙ араһындағы мөнәсәбәттәргә ныҡлы шына ҡаҡмаҡсы. АҠШ-тың вице-президенты Джозеф Байден Украинаға килде, президент вазифаһын башҡарған Александр Турчинов менән осрашыуы көтөлә. Ниндәйҙер ярҙам вәғәҙә итер, моғайын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 292

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 247

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 237

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213