Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урлашыу йәшәү рәүешеме?
Урлашыу йәшәү рәүешеме?
Ун йылда алты тапҡыр енәйәт яуаплылығына тарттырылыу өсөн ниндәй дәрәжәлә закон боҙоусы булыу кәрәк?! Ысынлап та, Гиннестың рекордтар китабына лайыҡлы күренеш! Был эш буйынса хөкөм ҡарары менән танышыу киң билдәле “Джентльмены удачи” кинофильмындағы төп геройҙың: “Украл, выпил – в тюрьму, украл, выпил – в тюрьму. Романтика” тигән нәсихәтен хәтергә төшөрҙө. Рәсәй Енәйәт кодексының 158-се статьяһы буйынса Өфө ҡалаһының Октябрь, Совет һәм Орджоникидзе район судтары тарафынан алты тапҡыр хөкөм ителгән Наил Сафин өсөн (исем-фамилия үҙгәртелде. – Авт.) уғрылыҡ – төп кәсеп, ә төрмә камераһының йәшәү урынына әүерелеүенә быларҙан һуң шик ҡалмай кеүек.

Дөйә урлаған да – бур, төймә урлаған да — бур, ти халыҡ. Һуңғы тапҡыр Октябрь район суды тарафынан 2011 йылдың декабрендә 26 күренеш (!) буйынса бер йыл да ике айға иркенән мәхрүм ителгән 38 йәшлек ир, күрәһең, өлгөлө тәртибе өсөн шартлы рәүештә ваҡытынан дүрт айға алдараҡ сығарыла. Ләкин азатлыҡ һауаһын Сафин ни бары 40 тәүлек һулап ҡала — таныш булмаған кешеләр менән мәжлес ойоштороу, унан һуң ғәҙеллекте законһыҙ юлдар менән урынлаштырырға маташыу Шишмә районы егетен тағы ла хөкөм эскәмйәһенә ултырта.
...2012 йылдың 21 сентябре. Көҙгө ҡояш ырамлы ғына офоҡҡа табан тәгәрәй. Баш ҡаланың Якутов исемендәге паркында эшһеҙлектән йонсоп йөрөгән Наил Сафин быға саҡлы донъяла барлығын да белмәгән Геннадий Николаев менән һөйләшеп китә. Танышыуҙы хәмер менән йыуыуҙан башлайҙар. Оҙаҡ та үтмәй, ҡыҙмаса булып алған ирҙәргә шулай уҡ ваҡытын нисек уҙғарырға белмәй йөрөгән Вячеслав Андреев өҫтәлә. Ул да йомарт ҡыланып, яңы дуҫтарын спиртлы эсемлек менән һыйлағанда бәләгә тарыуы, бергә ҡарауылда торған иптәшенең уның кеҫәһенән 11 мең һум аҡсаһын сәлдереүе хаҡында һөйләй ҙә ҡайтарып алыуҙа ярҙам һорай.
Ғәйрәтләнеп алған шешәләштәр оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, Ленин урамындағы Юрий Чибисов йәшәгән йортҡа юл тота. Әммә ул кемдең дә булһа аҡсаһын урлауын таныуҙан, ҡайтарып биреүҙән ҡырҡа баш тарта. Бындай тәүәккәллекте көтмәгән дуҫтар “уғры”ны һуҡҡылап һәм типкеләп йыға ла туҡмарға тотона. Наил Сафин кирбес алып, Чибисовтың башына ике тапҡыр тондора һәм, иҫтән яҙған ҡорбанының сумкаһын эләктереп, был урындан ысҡыналар.
Бер ай ҙа үтмәй, урамда осраҡлы ғына тап булып, иҫерек улын фатирына ҡәҙәр оҙатырға ярҙам һораған Татьяна Малышеваның үтенесен тыңлай Сафин. Хөрмәт йөҙөнән хужалар араҡы ултырта. Әсә менән улы иҫерешеп йоҡларға ятҡас, ҡунаҡ ике кеҫә телефонын, сөйгә эленгән куртканы урлай. Ләкин был ғына уғрыға аҙ тойола, хужабикәнең бармаҡтарында ике алтын балдаҡ күреп, уны бысаҡ менән ҡурҡытып, алырға маташа. Малышеваның һөрән һалып, ярҙамға кешеләр саҡырыуы ғына был уйын һүрелдерә, уғры тиҙ генә фатирҙан сығып тая. Әммә иректә оҙаҡ йөрөй алмай, биш тәүлектән ҡулға алына.
Был юлы Совет район суды Наил Сафинды Рәсәй Енәйәт кодексының 330-сы (баш-баштаҡлыҡ), 162-се (мөлкәт талау) һәм 158-се (уғрылыҡ) статьялары буйынса алты йылға иркенән мәхрүм итте. Апелляция баҫҡысы хөкөм ителеүсенең ялыуын өлөшләтә ҡәнәғәтләндерҙе: хөкөм ҡарарында етешһеҙлектәр табылып, срок дүрт йылға саҡлы кәметелде. Бынан тыш, Сафин Чибисовҡа – 3670, Малышеваға 3590 һум аҡса ҡайтарырға бурыслы. Геннадий Николаев йыл ярымға (шартлы рәүештә) хөкөм ителде, Вячеслав Андреев иһә бер йыл ғүмерен колония-ултыраҡта үткәрәсәк.
Уғрылыҡ, дәүләт статистикаһында тәүге урынды биләп, иң ныҡ таралған енәйәттәр иҫәбендә. Уның буйынса Башҡортостанда йыл һайын тиҫтәләрсә мең кеше енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Был факттар йәмғиәттә хоҡуҡи нигилизмдың көслөлөгө, ә хосуси милекселек институтының, киреһенсә, көсһөҙлөгө тураһында һөйләй. Проблема бик етди, ләкин уны хәл итеү буйынса властар тарафынан да, граждандар ойошмалары яғынан да йоғонтоло саралар күрелмәй.
Енәйәт эшендә күҙгә ташланып торған, законһыҙ күренештәргә этәргес биргән эскелек менән дә шундай уҡ хәл. Эшһеҙлек (хөкөм ителгәндәрҙең барыһы ла шул статуста) мәсьәләһе лә Рәсәйҙә ҡырҡыу тора. Күренеүенсә, уғрылар сафы тулылана, енәйәт эштәре ҡуҙғатыла, хөкөм ҡарарҙары сығарыла тороп, өҙлөкһөҙ конвейер хасил итә. Тик уның сиге күренмәүе ҡыҙғаныс.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 310

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 238

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 097

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 188