Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йомарт министр”
“Йомарт министр” — Өлгөрбай ағай, һин телевизор, гәзит-журналдар шәхесте тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә, тигән фекергә нисек ҡарайһың? – тип һораны бер көн ҡусты тейешле кеше.
— Нисек тип ни, һәйбәт. Насар кешеләр хаҡында ҡарағанда, шундай көнгә ҡалырға Хоҙай ҡушмаһын, тип тәүбә ҡылаһың. Яҡшыларына һоҡланып, улар кеүек булһаң ине тигән тойғо биләп ала. Кемгәлер изгелек ҡылғы килеп китә.
— Башҡалар ҙа тап һинең кеүек икән. Ана Благовещен ҡалаһында йәшәгән Радик Әхмәтшин һуң!
…Матур бер көн. Телевизорҙан “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы”, “500 ферма” тигән республика программаларында ҡатнашыусылар хаҡында тапшырыу бара. Уны әҫәрләнеп ҡарай 53 йәшлек уҙаман. Сюжет геройҙарының ҡайһы яҡтан булыуын, исем-шәрифен хәтерендә ҡалдыра. “Ҡара әле, шундай шәп, эш тип янып торған егеттәргә мин дә ярҙам итә алам бит”, – тип уйлай. Сауаплы ғәмәлде оҙаҡҡа һуҙмай Әхмәтшин әфәнде. Уларҙың телефон һандарын йәһәт таба.
Бығаса ул агропредприятие етәксеһе булып эшләгән. Ауыл хужалығы өлкәһендә анһат ҡына аҡса һәрмәргә шымарып алған ир һәр нәмәнең рәт-сиратын яҡшы белә. Итәғәтле итеп иҫәнлек һораша, үҙенең ниәтен әйтә:
— Республика Хөкүмәтендә эшләйем. Ҡарап, күҙәтеп торам, эшегеҙ шәп бара, афарин! Тап һеҙҙең кеүектәр илде туйҙыра. Президентыбыҙ ҙа һеҙҙе хуплай. Беҙ ҙә уңғандарға ярҙам итергә тырышып торабыҙ. Бына әле һеҙҙең фермер хужалығына бер трактор бирергә булдыҡ. Документтарҙы фәлән-фәлән көндә ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә тапшырасаҡбыҙ…
“Министр” артабан бәйләнештә булыр өсөн телефонын да яҙып бирә.
— Ярай, Өфөнөң Калинин районы хакимиәте алдында осрашырбыҙ.
— Рәхмәт!
Билдәләнгән көндә “йомарт министр” етәксене хакимиәт бинаһы алдында ҡаршы ала. Килешле итеп кейенгән, галстук таҡҡан, ҡулына ыҫпай ғына портфель эләктергән әфәнде, ысынлап та, ҡойоп ҡуйған министр инде. Ул иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, йөҙөнө хәстәрлекле төҫ сығарып, кемделер әрләй.
— Һай, ошоларҙы! Кәңәшмәне башҡа көнгә күсергәндәр ҙә ҡуйғандар. Әйтеү юҡ, иҫкәртеү юҡ. – Унан кеселекле итеп ғәфү үтенә.
— Ярай, әллә ни зарар юҡ! Былай трактор алыуға барлыҡ документтар әҙер. Бының өсөн бары алдан 35 мең һум дәүләт пошлинаһы түләргә кәрәк булыр.
Бына-бына тракторлы булыуға кем ҡыуанмаһын инде! Был ғына аҡса пүстәк инде. Фермер Әхмәтшин әфәнденең усына ул һораған сумманы сумдыра. Әлбиттә, бындай алыш-биреш һәр ваҡыттағыса шартына килтереп башҡарыла. “Министр” аҡса түләү һәм техника алыу хаҡында уның ҡулына ниндәйҙер ҡағыҙ ҙа тоттора.
Көн артынан көн үтә. Фермер хужалығы етәксеһе “министр” биргән адрес буйынса билдәләнгән урынға трактор алырға килә һәм күрһәтелгән йортто эҙләп хәлдән тая. Кешеләрҙән:
— Был тирәлә ундай бина юҡ, – тигән яуапты ғына ишетә.
Бәй, был ни ғиллә! Грант, трактор хаҡында ла ишеткән-белгән әҙәм юҡ. Шунда ғына фермер үҙенең ярыҡ ялғашҡа ултырып ҡалғанын аңлап ҡала.
“Йомарт министр” шундай алым менән йәһәт кенә икенсе фермерҙы ла “тракторлы” итеп, ҡулына 67 мең һум аҡсаны төшөрә.
Баҡһаң,”министр” вазифаһына үрләгәнсе Радик Әхмәтшин шаҡтай ғына оҫтарыу баҫҡыстарын үткән икән. Ун йыл элек булмаған һөт заводын эшҡыуарҙарға “осорған”. 2012 йылда ул үҙен республика Президенты Хакимиәте хеҙмәткәре итеп танытып, байтаҡ ҡына хужалыҡтарға ташламалы хаҡҡа техника “биргән”. Ул саҡта уның “фиҙакәр хеҙмәтен” иркен бер йылға шартлы сикләү менән билдәләгәндәр.
Әлбиттә, бындай тырышлыҡ “эҫе” мәлендә лайыҡлы баһаланырға тейеш. Әхмәтшинде лә мәхрүм итмәнеләр. “Йомарт министр”ҙы ике йыл ярымға тимер рәшәткәле “ял йортона” оҙаттылар. Бахыр хәҙер унда телевизорға әйләнеп тә ҡарамай, тиҙәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 255

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 251

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206