Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Белогорскиға шефлыҡ итәбеҙ
Украинала һаман тыныслыҡ урынлашмай. Революция һулышын тойоп алған халыҡ үҙаллылыҡ даулау менән була. Һуңғы яңылыҡтар Донецк менән Харьков ҡалаларынан килә. Улар ҙа бойондороҡһоҙлоҡ талап итә.

Интернеттағы хәбәрҙәргә ҡарағанда, Харьковта ҡала халҡы һайлаған альтернатив депутаттар ултырыш үткәргән һәм суверенлы дәүләт – Харьков халыҡ республикаһын булдырған. Парламентарийҙар Украина Президенты Виктор Януковичҡа мөрәжәғәт итергә уйлай икән. Шулай уҡ депутаттар Рәсәй Хөкүмәтенән референдумды тыныс шарттарҙа үткәреүҙә ярҙам һорарға йыйына.
Харьковтың үҙәгендә протест митингтары үтә, активистар Украинаны федерациялаштырыу буйынса референдум үткәреүҙе талап итә. Ваҡыт-ваҡыты менән майҙанға Евромайҙан вәкилдәре килеп сыға, был иһә хәлде ҡырҡыулаштырып ҡына ебәрә.
Донецкиҙа ла шул уҡ хәл. Бында шулай уҡ күптән түгел генә бойондороҡһоҙ Донецк халыҡ республикаһы булдырылғайны. Әле депутаттары Рәсәй Президенты Владимир Путиндан тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн Рәсәй Армияһы контингентын индереүҙе һорай.
Украина өлөштәргә бүлгеләнгән мәлдә, Рәсәйҙең яңы субъекты – Ҡырым Республикаһы әүҙем ойоштороу эше алып бара, ил закондарына төшөнә, яңыса йәшәргә өйрәнә. Рәсәй төбәктәренән ярымутрауға гуманитар ярҙам килә. Башҡортостандан ебәрелгән йөк тә имен барып еткән. Шулай уҡ Ҡырымда ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаѕары Рәүеф Ноғоманов етәкселегендәге делегация булып ҡайтты.
Сәфәр һөҙөмтәһе буйынса шул билдәле булды: Башҡортостан Ҡырымдың Белогорск районын шефлыҡҡа ала. Республика вәкилдәре ул районда булған, етәкселек һәм предприятие башлыҡтары менән осрашҡан. Белогорск аграр төбәк һанала. Нигеҙҙә, малсылыҡ һәм баҡсасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Район емеш-еләк, йәшелсә, тәмәке, һөт, ит, йөн етештерә. Әйткәндәй, ул – Ҡырымдың ҡымыҙ эшләгән берҙән-бер төбәге. Яҡынса 64,4 мең кеше йәшәгән биләмәлә өс һыу һаҡлағыс булыуға ҡарамаѕтан, һыуға бәйле проблемалар ҙа бар.
Район етәкселәре тиҙерәк Рәсәй ҡануниәтен ғәмәлдә ҡабул итһен һәм уның буйынса эшләй башлаһын өсөн Башҡортостан үҙенең белгестәрен ебәреп өйрәтергә, ә үҙҙәрен Өфөлә ҡабул итеп, тәжрибә уртаҡлашырға әҙер.


Рәйсә ҒӘЙФУЛЛИНА, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының төбәк-ара һәм халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса бүлек мөдире:
– Ҡырымда “Иҙел-Урал” башҡорт мәҙәни үҙәге бар. Уның рәйесе Даларис Имелбаев менән даими бәйләнештәбеҙ. Украинала барлығы биш мең самаһы башҡорт йәшәһә, уның күпселеге – ошо Ҡырым ярымутрауында. Ундағы милләттәштәребеҙ бик әүҙем һәм татыу, ҙур-ҙур саралар ойоштора. Әле республиканан гуманитар ярҙам ебәрелгәнен белгәс тә, улар ситтә ҡалманы. Йөктөң төн уртаһында килеп етеүенә ҡарамаѕтан, делегацияны милли кейемдә, икмәк-тоҙ, йыр-бейеү менән ҡаршы алғандар. Улар Башҡортостан Президентына һәм халҡына бик рәхмәтле. Беҙҙең артистарҙың, Ҡоролтай ағзаларының һәм етәкселәрҙең йышыраҡ килеүен теләйҙәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 261

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 336

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 322

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 236

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 117

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212