Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр кемдең дә бар аһ-зары
Һәр кемдең дә бар аһ-зары
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары үҙҙәрен һайлаған төбәктәргә сығып, әленән-әле халыҡ менән осраша, уларҙың проблемаларын яйға һалыуҙа ҡатнаша. Хәйбулла районының Маҡан ауыл биләмәһендә граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса республика парламенты депутаты Рөстәм Борғанетдин улы Аблаев ҡабул итте.

Депутатты хәйбуллалар аныҡ эштәр башҡарған, вәғәҙәләрен үтәгән, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашҡан кеше булараҡ яҡшы белә. Шуға күрә күптәр Рөстәм Борғанетдин улы ҡабул иткән көнгә яҙылырға тырыша. Был юлы уға ете кеше килде. Һорау-үтенестәрҙең төрлөһө булды.
Маҡан ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны Шафиҡ Ҡарабаев һайлау алдынан бирелгән наказдың нисек үтәлеүен белергә теләһә, мәктәп директоры Әлфирә Юнысова “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашҡан осорҙа баш ҡалала ваҡытлыса йәшәү өсөн торлаҡ табыу мәсьәләһе борсоуын әйтте, шулай уҡ депутаттың белем усағындағы бәҙрәфте файҙаланыуға тапшырыу йәһәтенән ярҙам күрһәтеүен һораны. Ауыл осонда, Сиҙәм урамында йәшәгән Мәмдүҙә Ғарипова иһә, ҡоҙоҡҡа ремонт яһаған саҡта уның йортона һуҙылған торбаларҙы өҙөүҙәре сәбәпле, инде ике йыл һыуҙы ситтән ташыуы хаҡында бәйән итте. Яңғыҙ донъя көткән ҡатынға был, әлбиттә, еңел түгел. Мәмдүҙә инәй үҙе йәшәгән урамдың ҡышын ҡарҙан таҙартылмауы хаҡында ла белдерҙе, Интернеттың юҡлығына ла зарланды.
Депутат һайлаусыларының һәр һорауын ентекле тыңлап, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә һүҙ бирҙе. Тейешле урындарға шылтыратып, ҡайһы берҙәрен шунда уҡ яйға һалып та ҡуйҙы. Мәҫәлән, педагогтар конкурсында ҡатнашҡан уҡытыусыға һәм теләктәшлек төркөмөнә Өфөнән ваҡытлыса бүлмә биреү мәсьәләһен. Депутат шулай уҡ Аҡъяр элемтә бүлеге начальнигы Марат Кәримовҡа шылтыратып, Маҡандағы йорттарға Интернет селтәренең тоташтырылмауы хаҡында белдерҙе һәм ғариза яҙған кешеләрҙең үтенестәрен тиҙ арала хәл итеүҙе һораны.
Ә бына шәхси эшҡыуар Данил Дәминевтең проблемаһын хәл итеүҙә байтаҡ ҡыйынлыҡ буласағы көн кеүек асыҡ. Районда тәүгеләрҙән булып “Ғаилә һөтсөлөк фермаһы” программаһында ҡатнашҡан эшҡыуар үҙенең үтенесе менән байтаҡ етәксене урап сыҡҡан. Хәл былайыраҡ була: Данил Дамир улы яңы техника һатып алыу өсөн (атап әйткәндә, «МТС-80») бер фирмаға 670 мең һум аҡса түләй, йәғни уның хаҡын тулыһынса ҡаплай. Әммә һөйләшелгән ваҡытҡа трактор хаҡында килешеү төҙөгән фирма юҡҡа сыға. Т. фамилиялы кеше аша башҡарылған ғәмәл булғас, эшҡыуар тәүҙә уға мөрәжәғәт итә, әммә һөҙөмтә булмай. Артабан судҡа ялыу бирәсәге хаҡында белдергәс, тегеһе: “Ҡылан һуң”, – тип кенә яуап ҡайтара. Эшҡыуарҙы үҙҙәренсә ҡурҡытырға ла тартынмайҙар, күпме яҙһаң да, беҙгә бер ни булмаясаҡ, тип кенә ебәрәләр. Хәләл тирен түгеп, ғаиләһенең ауыҙынан өҙөп тигәндәй йыйған аҡсаһының елгә осоуын, кемдеңдер кеҫәһен ҡалынайтыуға өлөш индереүен аңлағас, Данил Дәминев дөрөҫлөк юлларға тотона. Әммә уның һүҙен ишетергә теләүселәр табылмай, ахыр сиктә, эшҡыуар, ярҙам һорап, депутатҡа мөрәжәғәт итә.
Рөстәм Аблаев эшҡыуарҙы ентекле тыңлағандан һуң законға ярашлы эш итергә кәңәш бирҙе. Тәүҙә Хәйбулла район судына ғариза яҙырға кәрәклеген аңлатты, артабан эште контролдә тотасағын белдерҙе.
Башҡа мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итеүселәрҙең дә һорауҙарын депутат иғтибар менән тыңланы һәм, һәр береһенең дәғүәләрен өйрәнеп, ярҙамлашырға вәғәҙә бирҙе.
Артабан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Аблаевтың үҙ һайлаусыларын ҡабул итеү көнө билдәләнгән график буйынса алып барыласаҡ. Ҡабул итеүҙә күтәрелгән барлыҡ һорау-үтенестәр ҙә яуапһыҙ ҡалмаясаҡ, тип ышандырҙы депутат үҙе лә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 254

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 251

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 205