Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңыштар алға әйҙәй
Мәскәүҙә Рәсәй Премьер-министры Владимир Путин Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыу үткәрҙе. Унда һүҙ республиканың һуңғы йылдағы социаль-иҡтисади үҫеше тураһында барҙы. Әйтергә кәрәк: һөҙөмтәләр насар түгел, ә сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш тармаҡтары буйынса күрһәткестәр тотош ил буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йыл йомғаҡтары тураһында һөйләне һәм тулайым төбәк продукты буйынса республиканың 110 процент кимәленә сығасағын белдерҙе.
— Быйыл иһә тулайым төбәк продукты мотлаҡ 1 триллион һумға етәсәк, — тине Рөстәм Зәки улы. — Сәнәғәт етештереүе индексы ноябргә ҡарата 109,7 процент тәшкил итте, дөйөм һөҙөмтә тағы ла юғарыраҡ буласаҡ. Предприятиелар килеме буйынса күрһәткестәребеҙ һәйбәт: уларҙың 80 проценттан ашыуы табышлы эшләй.
Ике йыл элекке ҡоролоҡтан һуң ауыл хужалығындағы хәлдәр яйға һалынған. Хәҙер был тармаҡ тотороҡло. Республика аграрийҙары былтыр 3 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алды, ике йыллыҡ аҙыҡ запасы тупланы. Шуға күрә мал ҡышлатыуҙа бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ. Президент әйтеүенсә, киләһе сәсеү кампанияһы менән дә проблемалар күҙалланмай, сөнки былтыр ауыл хужалығы эшсәндәренә яҡшы ярҙам күрһәтелгән.
Төҙөлөш комплексының уңыштары ла насарҙан түгел.
— Тармаҡ терелде, киңәйҙе һәм яҡшы эшләй. Пландағы 2 миллион 100 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде, шуның 75 проценты — шәхси йорттар, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙ ҡасабалар төҙөйбөҙ, ауылда йәшәүсе халыҡ та йорттарҙы әүҙем һала. Ундайҙарға ярҙам күрһәтәбеҙ. Киләһе йылға — 2 миллион 350 мең, ә 2015 йылға 3 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү бурысын ҡуйҙыҡ.
Президент шулай уҡ инвестиция йәлеп итеү өлкәһендәге эшмәкәрлек, тышҡы сауҙа әйләнеше күләме, төбәктә эш хаҡының 12 процентҡа артыуы тураһында әйтте. Республикала халыҡтың эш хаҡы Рәсәйҙәге уртаса кимәлде ҡыуып етеп килә.
Һөйләшеү барышында белем биреү һәм мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү темаһы ла ҡаралды.
— Быйыл 52 балалар баҡсаһы төҙөйәсәкбеҙ. Бындай күләм хатта совет осоронда ла булманы, — тине Рөстәм Зәки улы. — Былтыр иһә 10,5 мең балаға урын булдырылды. Төрлө юлдар менән проблеманы хәл итергә тырышабыҙ.
Һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү, дауаханалар торошо, тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы тураһында ла һүҙ булды.
— Власть халыҡҡа яҡыныраҡ булырға тейеш. Эшләйбеҙ, кешеләрҙе ишетергә тырышабыҙ, уларҙың көндәлек проблемаларын хәл итәбеҙ. Был торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ихата һәм урамдарҙы төҙөкләндереү, транспорт мәсьәләләрен хәл итеү һәм башҡаларға ҡағыла, — тине Башҡортостан Президенты. — Ҡыҙыҡлы тәжрибәбеҙ бар: күп фатирлы өйҙәрҙә 12 мең йорт комитеты булдырҙыҡ. Был кешеләр халыҡ мәнфәғәтендә эшләй. Уларға хатта аҙмы-күпме аҡса ла түләйбеҙ.
Спорт өлкәһендә лә эштәр һәйбәт. 2012 йылда Өфөлә йәштәрҙең хоккей буйынса донъя чемпионаты үтәсәк.
— Быйыл йәй Өфөлә биатлон буйынса донъя чемпионаты ойоштороласаҡ, уға ныҡлап әҙерләнәбеҙ. 2013 йылда балаларҙың халыҡ-ара ҡышҡы уйындары, йәғни 10 — 14 йәшлектәр өсөн кесе Олимпиада буласаҡ. Унда меңләп кеше, утыҙ ил ҡатнашасаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Ә. ИЛДУСОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 255

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 251

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 205