Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кисәге дуҫтар бөгөн дошманмы?
Украиналағы кисәге Майҙан хужалары араһынан “ҡара бесәй” үтте, күрәһең: бер-береһе менән талаша, тартҡылаша, хатта үлтерешә башланылар. Мәҫәлән, фашистик идея менән һуғарылған “Уң сектор” лидерҙарының береһе Александр Музышко милицияның махсус операцияһы мәлендә һәләк булды. Хәҙер милләтселәр юлбашсылары өсөн үс алмаҡсы булып ҡан көҫәй, Украинаның эске эштәр министры Арсен Аваковты отставкаға ебәреүҙе талап итә.

“Сашко Билый” ҡушаматлы Александр Музышко ҡанһыҙлығы, аяуһыҙлығы менән айырылып торған милләтсе булды. Рәсәйҙең көс структуралары уға ҡарата халыҡ-ара эҙәрлекләү ҙә иғлан иткәйне: Чечня һуғышы мәлендә беҙҙең хәрби тотҡондарҙы язалап үлтереүҙә ғәйепләнде. Музышконың Украинаның яңы власы менән дә “борсағы бешмәне”. Революция мәлендә уның ҡылығына әллә ни әһәмиәт бирмәгәйнеләр, сөнки, оппозиция менән берләшеп, Януковичтың командаһына ҡаршы көрәш алып барҙы. Башлыҡ властан ситләтелгәс, Майҙандағы кисәге дуҫтар араһында фекер айырмалығы барлыҡҡа килде. “Уң сектор” милләтселәре һәр ҡайҙа үҙен хандарса тотто: ни теләһә, шуны эшләнеләр, өлкә прокурорын кабинетына инеп туҡмап сығыуҙан да тартынманылар. Шуға ла эске эштәр министры Арсен Аваков бындай баш-баштаҡлыҡҡа сик ҡуйырға, Александр Музышконы ҡулға алырға бойорҙо. Быны белеп ҡалған милләтсе ведомство етәксеһен дарға аҫып ҡуйыу менән янаны. Аваковтың да үҙ бәҫен төшөргөһө килмәне. Ни тиһәң дә, Майҙан тарафынан һайлап ҡуйылған булһа ла, министр бит әле ул! Бына шундай низағ Музышконың башына етте лә инде. “Уң сектор” лидеры Дмитрий Ярош һәм уның ҡурайына бейегән милләтсе радикалдар төркөмө Сашко Билый өсөн үс алыу менән янай. Тимәк, кисәге Майҙан хужалары араһында тағы ла ҡан ҡойоласаҡ.
Былары түбәнге ҡатламдың ыҙғыш-тартҡылашы булһа, юғарыла ла тыныс түгел: власть өсөн көрәш бара. Билдәле булыуынса, 25 майҙа Украинала президент һайлауы үтергә тейеш. Илдең Үҙәк һайлау комиссияһына 38 кеше мөрәжәғәт итеп, ил етәксеһе булырға теләк белдергән. Улар араһынан 24-енең генә документын ҡабул иткәндәр. Президентлыҡҡа кандидаттарҙың аныҡ исемлеге 4 апрелдә билдәле буласаҡ. Үҙәк һайлау комиссияһына документ тапшырғандар араһында Юғары Рада депутаты, эшҡыуар-миллиардер Петр Порошенко, “Батькивщина” лидеры Юлия Тимошенко, “Уң сектор” башлығы Дмитрий Ярош, Радикаль партия етәксеһе Олег Ляшко, “Свобода” партияһынан Олег Тягнибок, революция мәлендә Майҙанда баш табип булған, әле һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарған Ольга Богомолец, элекке социаль сәйәсәт министры Наталья Королевская, Төбәктәр партияһы депутаты Сергей Тигипко, шул уҡ партиянан Харьков өлкәһенең элекке губернаторы Михаил Добкин (уны Төбәктәр партияһының 29 мартта уҙған съезында кандидат итеп күрһәттеләр), Украинаның элекке прокуроры урынбаҫары Ренат Кузьмин, эшҡыуар Вадим Рабинович һәм башҡалар бар.
Күренеүенсә, дәғүәселәр араһында “УДАР” партияһы лидеры Виталий Кличко юҡ. Белеүегеҙсә, Майҙанда саҡта ул һайлауҙа ҡатнашасағы хаҡында белдергәйне. Әле килеп, фекерен үҙгәртте һәм “демократик көстәрҙән бер генә кандидат булырға тейеш” тигән принцип менән Петр Порошенкоға юл бирҙе. Ул ошо сара менән бер мәлдә үтәсәк Киев мэрын һайлауҙа ҡатнашырға уйлай. Кличко әле үк үҙен етәксе тип хис итә, Украинаның баш ҡалаһын Европала иң матур, үҫешкән мегаполисҡа әйләндерергә вәғәҙә бирә.
Президент вазифаһына килгәндә, Юлия Тимошенко менән Петр Порошенко төп дәғүәселәр булып иҫәпләнә. Тәүгеһе Майҙанда саҡта Кличко менән дуҫ ине. Хәҙер килеп, билдәле боксер Порошенконы яҡлаясағын белдергәс, Тимошенко уларҙың төп дәғүәсеһенә әйләнде. Элек Хөкүмәткә етәкселек иткән был ханым һайлауҙа “Батькивщина” партияһы буйынса үҙ урынбаҫарына — бөгөн илдең премьер-министры булған Андрей Яценюкка — таянмаҡсы: ни тиһәң дә, әле власть уның ҡулында.
Әйткәндәй, Украина парламенты 2002 йылда ҡабул ителгән конституцияға әйләнеп ҡайтыу тураһында яңы закон сығарҙы. Был документҡа ярашлы, президенттың вәкәләттәре байтаҡҡа сикләнә, йәғни илгә башлыса премьер-министр идара итергә тейеш. Үҙен гелән еңеүсе, лидер итеп күреп өйрәнгән Кличко, бәлки, тап ошо сәбәпле президент һайлауында ҡатнашыуҙан баш тартҡандыр ҙа. Вазифаһы юғары булып та, илде тулыһынса буйһондормағас, башлыҡ кәнәфие уға нимәгә хәжәт? Ә Киев мэры булып алған осраҡта, Кличко үҙен ысын хужаларса тотасаҡ. Тик был һайлауҙа ла Тимошенко Кличконың “тәгәрмәсенә таяҡ тыҡмаҡсы”: “Батькивщина” партияһынан Виталий Бала кандидат итеп күрһәтелгән. Кемеһе еңеп сығыр — ваҡыт күрһәтер. Әлбиттә, Кличконың мөмкинлеге күберәк. Әйткәндәй, Тимошенконың партиялаш дуҫы Арсений Яценюктың да Порошенко-Кличко блогына табан ауышыуы бар, сөнки миллиардер менән боксерҙың абруйы бөгөн күпкә юғары.
Германия канцлеры Ангела Меркель Юлия Тимошенконы президент һайлауында ҡатнашмаҫҡа саҡырғайны. Яңы ғына төрмәнән сыҡҡан кешенең илдә абруйы бик түбән булыуын тоҫмаллағандыр.
Әйткәндәй, Украина мәсьәләһе донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгенән төшмәй. Үткән аҙнала Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһында Ҡырымда уҙған референдум буйынса резолюция ҡабул иттеләр. АҠШ һәм Көнбайыш илдәре Рәсәйҙе һаман да Ҡырымды баҫып алыуҙа ғәйепләй. БМО-ла резолюция өсөн тауыш биреүҙә 193 илдең 100-ө ҡатнашты. Әрмәнстан, Беларусь, Боливия, Венесуэла, Куба, Төньяҡ Корея, Никарагуа, Судан, Сүриә, Зимбабве һәм Рәсәй ыңғай ҡараш белдерһә, 58 ил (уларҙың араһында Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Азербайжан, Төркмәнстан, Тажикстан, Һиндостан, Бразилия бар) икеләнеп ҡалды. Ә бит “ни әйтергә белмәгән” был илдәрҙең күбеһе Рәсәй менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, уға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Уларҙың ауыр саҡта рухи таяныс була алмауы аяныслы. Икенсе яҡтан ҡарағанда, был илдәрҙе аңлап та булалыр. Ни тиһәң дә, донъя иҡтисады АҠШ-тыҡына ныҡлы бәйләнгән: алтын урталыҡты һаҡлап ҡалырға булғандарҙыр.
Рәсәйҙең БМО-лағы даими вәкиле Виталий Чуркиндың белдереүенсә, Ҡырым референдумының халыҡ-ара кимәлдә яҡлау тапмауына ҡарамаҫтан, резолюция өсөн тауыш биреү һөҙөмтәләре Рәсәйҙе ҡәнәғәтләндерерлек. “Илебеҙ БМО-ла рухи һәм сәйәси еңеү яуланы”, — тип белдерҙе ул.
Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы Рәсәй закондары буйынса йәшәй башланы ла инде. Әйтәйек, хәҙер унда һум менән иҫәпләшәләр, Мәскәү ваҡытына күстеләр. Шул уҡ ваҡытта Ҡырым татарҙары яңы властан милли автономия даулай башланы. Ошоларҙы иҫәпкә алыпмы, Владимир Путин 18 мартта уҡ үҙ сығышында Ҡырымда урыҫ, украин һәм ҡырым татары телдәренә дәүләт статусы буласағы хаҡында белдергәйне. Билдәле булыуынса, ундағы халыҡтың 12 процентын ҡырым татарҙары тәшкил итә, шуға ла, моғайын, уларҙың талабына ҡаршы төшмәҫтәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 261

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 336

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 322

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 236

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 117

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212