Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Украинала — түңкәрелеш
Украинала — түңкәрелеш
Был илдә ысын мәғәнәһендә граждандар һуғышы бара. 18 февралдә, милиция Киев урамындағы баррикадаларҙы алып ташлай башлаған мәлдә, Майҙанда оппозиция вәкилдәре менән көс структуралары араһында ҡанлы бәрелеш булып, 600-ҙән ашыу кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды, 80-дән ашыуы үлде. Ҡорбандар араһында көс структуралары вәкилдәре, журналистар, хатта балалар ҙа бар.

20 февраль илдә матәм көнө тип иғлан ителгәйне. Артабан ваҡиғалар тағы ла киҫкенләште. Майҙандағы радикаль көстәр власты үҙ ҡулына алды. Юғары Радала власть фирҡәһе булып иҫәпләнгән Төбәк партияһы вәкилдәре бер-бер артлы үҙ теләге менән был партиянан сығыуын белдерҙе, йәмғеһе 50-гә яҡын депутат мандатынан баш тартты. Һөҙөмтәлә парламентта оппозиция партияһыныҡылар өҫтөнлөк алды. 22 февралдә иһә Юғары Рада депутаттары президент Виктор Януковичты властан ситләтеү хаҡында ҡарар сығарҙы. Ошо уҡ көндө улар төрмәләге экс-премьер Юлия Тимошенконы иреккә сығарыу мәсьәләһен дә хәл итте. Билдәле булыуынса, был ханым 2011 йылда ете йылға иркенән мәхрүм ителгәйне, ул ошо уҡ көндө, Харьков төрмәһенән азат ителеп, Киевҡа килде һәм Майҙандағы халыҡ менән осрашты.
Юғары Рада депутаттары Виктор Януковичтың Хөкүмәтен пыран-заран килтерҙе. Үҙҙәренә яңы спикер һайлап ҡуйҙылар, Янукович ҡабул иткән бер нисә законды кире ҡағыу хаҡында ла ҡарар сығарҙылар. Улар араһында тел тураһындағы ҡануниәт тә бар. 2004 йылғы Төп Законға кире ҡайтыу мәсьәләһе лә тикшерелде, депутаттар ыңғай тауыш бирҙе. Был Конституцияла ил президент-парламент республикаһы булараҡ билдәләнә.
Көс структураларына етәкселек итеүсе министрҙар ҙа алмаштырылды. Виктор Янукович үҙе Киевтан сығып ҡасты, әле ҡайҙалығы билдәһеҙ. Украинаның баш ҡалаһы эргәһендәге “Межигорье” резиденцияһын да тартып алдылар. 140 гектар майҙанды биләгән был урынды дәүләт ҡарамағына тапшырыу тураһында ҡарар сығарып та өлгөрҙөләр. Әле “Межигорье”ла Януковичтың ҡайҙа ултырып эшләгәнен күрһендәр өсөн һәр кемгә иркен инеп йөрөргә рөхсәт ителгән. Килеүселәр дөйәғоштар фермаһын, экзотик ҡоштарҙы, һирәк осрай торған кейек-януарҙарҙы, төрлө маркалы тиҫтәнән ашыу машинаны, алтын ялатылған йыһаздарҙы күреп шаҡ ҡатҡан. Нефткә бай илдең короле резиденцияһы, тиерһең.
Янукович бығаса вазифаһынан баш тартырға йыйынмауын белдерә һәм власты көс менән баҫып алыусыларҙы “бандиттар” тип атай. Ошондай шарттарҙа Юғары Рада депутаттары яңы спикер Александр Турчиновҡа ваҡытлыса президент вазифаһын башҡарыуҙы йөкмәтеп ҡуйҙы. Быйылғы 25 май яңы президент һайлау көнө тип билдәләнде. Төбәк партияһы илдә барған барлыҡ хәлдәр өсөн яуаплылыҡты Виктор Януковичҡа һәм уның яҡындарына япһара. Моғайын да, был партия үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатыр, ни өсөн тигәндә, унан сығыусылар көндән-көн ишәйә. Элек власть партияһы тип исемләнгән фирҡәнән исеме генә ҡала бара.
Илдә әле ике власлылыҡ хөкөм һөрә. Ҡайһы бер төбәк губернаторҙары үҙҙәре теләп вазифаһын ҡалдырһа, көс ҡулланып ситләтелеүселәр ҙә бар. Илдең көнсығышында элекке губернаторҙар оппозицияға ҡаршы үҙаллы көрәшеп маташа. Урындағы халыҡ ополчениелары төҙөлгән. Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы, хәл-ваҡиғаларҙың көсөргәнешле икәнлеген иҫәпкә алып, Киевтан үҙ илселеген ҡайтартты. Украинала оппозиция тарафынан Рәсәйгә ҡаршы эш тә алып барыла бит. Рәсәй һәм Совет осоро менән бәйле иҫтәлектәр юҡ ителә. Украина ҡалаларында Ленин һәйкәлдәре лә ҡалманы тиерлек. Хатта Совет һалдаты иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде тар-мар иттеләр. Ысын мәғәнәһендә вәхшилек был. Уның ҡарауы, Украина оппозицияһы Европаға тартылыуын белдерә. Иреккә сығарылған Юлия Тимошенко ошо көндәрҙә Германия канцлеры Ангела Меркель менән осрашмаҡсы. Рәсми Брюссель һәм Вашингтон Украина оппозицияһына теләктәшлеген белдерҙе. Европа союзы яңы Хөкүмәткә 20 миллиард евро күләмендә ярҙам да вәғәҙәләп өлгөрҙө. Улары хуплағас, моғайын, АҠШ та ярҙамынан ташламаҫ. Украиналағы түңкәрелеш сценарийы авторҙары тап улар бит. Александр Турчинов халыҡҡа мөрәжәғәтендә лә илдең тышҡы сәйәсәте Европаға йүнәлеш тотоуын билдәләне.
Хәҙер иһә оппозиция вәкилдәре үҙ араһынан хөкүмәт рәйесе һәм президент вазифаларына кандидаттар эҙләй. Юлия Тимошенконы, моғайын, етәкселеккә яҡын юлатмаҫтар. Ул бер тапҡыр власта булып, үҙ вәғәҙәләрен үтәй алманы бит инде. Хәҙер һаулығы ла самалы күренә. Ни тиһәң дә, төрмә тормошо, стрестар эҙһеҙ үтмәй. Майҙанға инвалид коляскаһында килеүе лә ошо хаҡта һөйләй.
Харьков ҡалаһында төрлө төбәктәрҙән йыйылған делегаттар, халыҡ вәкилдәре урындағы спорт аренаһында үҙ съездарын уҙғарҙы, Юғары Рада ҡабул иткән ҡарарҙарҙы нигеҙһеҙ тип тапты. Бындағы сығыштарҙан Януковичҡа ла, оппозицияға ла ярарға тырышыу тыйылғандай. Халыҡ вәкилдәре хәл-ваҡиғаны үтә ныҡ ҡуйыртыуҙы кәрәкле тип тапманы, барыһын да айыҡ аҡыл, һалҡын ҡанлылыҡ менән хәл итеү яғында икәнлеген белдерҙе. Шуныһын да әйтеп үтмәй булмай: Украиналағы түңкәрелештең төп сәбәпсеһе — Виктор Янукович үҙе. Тәүге мәлдә үк ул йомшаҡлыҡ күрһәтте, икеләнеүҙәрҙән арына алманы. ЕС ассоциацияһы менән килешеүҙән баш тартыуы ла ҡапыл ғына булды бит. Оппозиция, рәсми Брюссель килешеүгә өмөт иткәйне. Ноябрҙә башланған урам сыуалыштарын баҫтыраһы урынға, Көнбайыш илдәренән шөрләне, тәмһеҙләшкеһе килмәне. Ә бит ул саҡта Януковичтың мөмкинлеге бар ине. Кәмәһенә һыу үтә башлағас, ошо уҡ сыуалыштарҙы ойоштороусыларҙы һәм бағыусыларҙы хәлде көйләү өсөн аралашсы итеп үҙенә саҡырып ҡараны, уларға юғары вазифа ла вәғәҙәләне. Шул саҡта уҡ Януковичтың аҙымдары аңлашылып етмәгәйне. Тегеләре иһә уның көсһөҙлөгөнән оҫта файҙаланды. Хәҙер иһә элекке хакимдың үҙенең ғүмере хәүеф аҫтында. Ливия лидеры кеүек, үҙен дә, ғаиләһен дә үлтереп ҡуймаһалар ярай ҙа. Сит илгә сығып та ҡаса алмай, бар юлдарҙы бикләнеләр. Тере ҡалған хәлдә лә, уны хөкөмгә тарттырасаҡтар, Майҙандағы ҡан ҡойош ҡорбандары өсөн ғәйепте япһарасаҡтар. Башҡа гонаһтарын да соҡоп сығарыуҙары ихтимал. Ҡыҫҡаһы, Януковичтың ҡабат власҡа ҡайтасағы бик икеле, уның поезы үтеп китте. Артынан ҡыуырға маташыу урынһыҙҙыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 254

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 251

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 205