Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берҙәм илдә – бәрәкәт, ғауғалыла — һәләкәт
Ысынлап та, һуңғы осорҙа ғауғанан башы сыҡмаған Украина һәләкәт алдында тора. Майҙанға йыйылған халыҡ хәҙер ни ҡылырға белмәй ҡаңғыра. Болармаҫтар ине, һәүетемсә генә йәшәп ятҡан “ҡырмыҫҡа иләүен таяҡ тығып болғатыусылар” булмаһа.

Украинаның Европа союзы ассоциацияһы менән килешеүҙән баш тартыуына протест белдереп, оппозиция вәкилдәре урам сыуалыштары башлап ебәргәйне. Ике айҙан ашыу барған бола 2004 йылдағы “ҡыҙғылт-һары” революцияны хәтерләтә. Ул саҡта ла Виктор Янукович власта ине, премьер-министр булараҡ оппозициялағы Виктор Ющенко менән президент посы өсөн көрәш алып барҙы. Илдең Үҙәк һайлау комиссияһы Виктор Януковичтың еңеп сығыуын иғлан иткәс, сыуалыштар уғата ҡыҙҙы. Украинаның Конституция суды һөҙөмтәләрҙе инҡар итеп, өҫтәмә һайлау уҙғарырға ҡарар сығарҙы. 2004 йылдың декабрендә уҙған тауыш биреүҙә Виктор Ющенко еңде һәм 2010 йылға тиклем илгә идара итте. Ул президент саҡта Виктор Януковичтың партияһы парламент һайлауында өҫтөнлөк алды, һәм фирҡә лидеры бер йыл самаһы премьер-министр булып та эшләп алды. Һуңынан был вазифаны Юлия Тимошенко башҡарҙы. Виктор Янукович власта саҡта гел ығы-зығы ҡуба, тимәксемен. Бер тапҡыр ғына булһа, осраҡлы хәл тиер инең, икенсегә ҡабатланғас, ғәҙәтигә әүерелә шул.
Сәйәси хәлде көйләү маҡсатында Виктор Янукович быйыл 25 ғинуарҙа оппозиция вәкилдәрен – Арсений Яценюк, Виталий Кличко һәм Олег Тягныбокты – үҙенә саҡырып, ярашыу килешеүе төҙөшөргә ниәтләгәйне. Яценюкка – премьер-министр, ә Кличкоға гуманитар мәсьәләләр өсөн яуап биреүсе вице-премьер вазифаһын тәҡдим итте. Тик улары баш тартты. Ошондай шарттарҙа Виктор Янукович Николай Азаровтың Хөкүмәтен отставкаға ебәрҙе. Быны ниндәйҙер кимәлдә Майҙандың еңеүе тип ҡарарға кәрәктер.
Азаров Янукович менән гел генә килешеп йәшәне, үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итмәне. Президентҡа ярай белгәнгә лә дүрт йыл власта ултырҙы ла инде. Уға тиклем эшләгән премьерҙарҙың был вазифаны ике-өс йылдан артыҡ биләгәне юҡ ине. Дөрөҫ, Янукович бығаса Азаровты отставкаға ебәреп, аҙаҡ ҡабаттан власта ҡалдырғайны. Был юлы иһә бөтөнләй китәсәктер. Әле премьер-министр вазифаһын башҡарыусы итеп беренсе вице-премьер Сергей Арбузовты тәғәйенләнеләр. Хөкүмәтте етәкләүсе артабан ул булырмы, башҡа кешене ҡуйырҙармы – әйтеүе ҡыйын. Һәр хәлдә, украинса һәйбәт аралашҡан, оппозиция вәкилдәре менән уртаҡ тел таба белгән кеше килер тип көтөлә.
Азаровты отставкаға ебәреп кенә Майҙанды тынысландырып булмаясаҡ. Урам сыуалыштарына сығыусылар президент һайлауын алдараҡ үткәреүҙе талап итә. Виктор Янукович иһә “оппозицияның барлыҡ талаптарын да теүәл үтәнем” тип бара. Юғары Рада депутаттары урам сыуалыштарында ҡатнашып ҡулға алынғандар өсөн амнистия иғлан иткән. Уларға ҡарата булған закондар ҙа бер ни тиклем йомшартылды. Янукович ошолар хаҡында әйтә лә инде. Тик оппозицияны былар ғына ҡәнәғәтләндермәй. Шуныһы ла бар: Янукович ҡул ҡуйған ҡарарҙарҙа “оппозиция тарафынан баҫып алынған барлыҡ административ биналарҙы бушатҡан, урам баррикадаларын алып ташлаған һәм Майҙандан киткән осраҡта ғына тотҡондағы кешеләр азат ителәсәк” тигән пункт бар. Оппозиция ошоноң менән килешмәүен белдерә лә инде.
Януковичҡа АҠШ һәм ЕС илдәре тарафынан да ҡыҫым яһала. Үткән аҙнала Брюссель ҡалаһында Рәсәй – ЕС саммиты булып үткәйне. Форумда Украина мәсьәләһе лә тикшерелде. Европа советы рәйесе Херман Ван Ромпей үҙ сығышында: “Евросоюздың “Көнсығыш партнерҙар” проекты һис кенә лә Рәсәй мәнфәғәтенә ҡаршы килмәй”, – тип белдергәйне. “Көнсығыш партнерҙар” проекты буйынса яҡын киләсәктә Украина, Грузия, Молдова, Азербайжан, Әрмәнстан, Белоруссия Европа союзы ағзаһы булып китергә тейеш. ЕС-тың был проекты бойомға аша ҡалһа, Рәсәй төбәктә үҙ йоғонтоһон юғалтасаҡ. Европа комиссияһы башлығы Жозе Мануэл Баррозу иһә Украинаның Таможня союзында ла (Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан), Евразия иҡтисади союзында ла (ЕАЭС) бер үк ваҡытта ағза булып тора алыуын белдерҙе. Илебеҙ президенты Владимир Путин, быға яуап итеп, уны ла арттырып ебәрҙе – ЕС менән ЕАЭС биләмәһендә ирекле сауҙа зонаһы булдырыу кәрәклеген нарыҡланы. ЕС, әлбиттә, быға ризалашмаясаҡ. Ошондай шарттарҙа рәсми Брюссель Украина етәкселегенә иҡтисади санкциялар менән янай башланы.
Берҙәм илдә – бәрәкәт, ғауғалыла — һәләкәтАҠШ иһә Украина чиновниктарына ҡарата санкция ҡулланыу хаҡында күптән һүҙ ҡуҙғата. 1 февралдә Мюнхен ҡалаһында Украина оппозицияһының АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри менән осрашыуы барышында ла ошо хаҡта һүҙ булды. АҠШ менән ЕС етәкселеге Януковичты ошолай “аҡылға ултыртмаҡсы”. Йәғни улар Януковичтан урам сыуалыштарына сығыусыларға ҡарата көс ҡулланмауҙы талап итә. Ә Украина чиновниктарының ҡайһы берҙәре ЕС санкцияһынан бик ҡурҡмай ҙа шикелле. Юғары Радалағы “Төбәк партияһы” депутаты Вадим Колесниченко: “Беҙҙең закондарға ярашлы дәүләт чиновниктарының сит ил банктарында иҫәптәре булырға тейеш түгел”, – тип белдерҙе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер депутаттарҙың сит илдәрҙә үҙ бизнесы булыуы билдәле. Санкция ҡулланыуға барып етһәләр, уларҙың ярайһы уҡ зыян күреүе ихтимал. Шуға күрә бындай чиновниктарҙың Януковичҡа ҡарата үҙ талаптарын ҡуйыуы бар.
Рәсәй иһә нисек тә Украинаны үҙ яғына ауҙармаҡсы. Рәсәй – ЕС саммиты барышында Владимир Путин Украинаға 15 миллиард доллар күләмендә кредит биреү мөмкинлеге хаҡында әйткәйне. Ул ҡайтҡас, Мәскәүҙә ошо хаҡта һүҙ булды. Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Игорь Шувалов “бөлөп барған, етмәһә яңы Хөкүмәте лә формалашып бөтмәгән илгә кредит биреү бигүк дөрөҫ булмаҫ ине” тип әйткәндән һуң, премьер-министр Дмитрий Медведев Украинаның Рәсәйгә газ өсөн дә бурысы булыуын иҫкә төшөрҙө. Ярҙамсыларынан ошондай ризаһыҙлыҡ ишеткәндән һуң Путин Украина Хөкүмәте формалашып бөткәнгә тиклем кредит бирмәй торорға ҡушты.
Әйткәндәй, Украинаға тәүге транш – 3 миллиард доллар күләмендә кредит ебәрелгән дә инде. Газ хаҡын төшөртөү буйынса ла һөйләшеүҙәр бара. Рәсәй Украинаға матди ярҙам ғына күрһәтеп ҡалмай, рухи теләктәшлек тә белдерә. 31 ғинуарҙа РТР каналы, программала булмауға ҡарамаҫтан, урыҫ һәм украин халыҡтары дуҫлығын сағылдырған “Тарас Бульба” фильмын күрһәтте. Ҡатмарлы шарттарҙа тарихтан һабаҡ алһындар, тигәндәрҙер.
Тик бындай ымһындырыуҙар, өгөтләүҙәр генә Украинаны яңынан Рәсәйгә яҡынайта алырмы икән? Бер теленгән икмәк кире ялғанмай. Украинаның көнбайыш өлөшө барыбер Рәсәйгә ылыҡмаясаҡ, әленән-әле ошондай сыуалыштар ойоштороп торасаҡ. Бындай ыҙғыштар үҙ сиратында ил иҡтисадына ла кире йоғонто яһай. Украинаның хәле әле былай ҙа бик шәптән түгел. Мәҫәлән, 2012 йылда (2013 йылғы мәғлүмәттәр әлегә юҡ) илдең эске тулайым продукты үҫеше ни бары 0,6 процент (Рәсәйҙеке – 3,4, Белоруссияныҡы – 1,5) тәшкил итте. Былтырғыһында ла ҙур үҫеш күҙәтелмәй. Илдең тышҡы бурысы 64,5 миллиард долларға барып етә. Был эске тулайым продукт үҫешенең 37 проценты тигән һүҙ. Шуға ла бөлгән илгә бүлтерек (мал) биреү кәрәкмәҫ, тигән фекер өҫтөнлөк алырҙай. Ул кредитты әллә ҡайтарып бирәләр, әллә юҡ. Унан килеп Көнбайышҡа ғына ҡарап торған илде Рәсәй аҡсаһына аяҡҡа баҫтырырға маташыла. Дөрөҫ, күршеләргә ауыр саҡта ярҙам итергә кәрәк, тик, исмаһам, рәхмәт ишетербеҙме?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 310

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 238

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 097

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 188