Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшенә халыҡ баһа бирә
Рәсәй Эске эштәр министрлығының “Белорет” муниципаль-ара полиция бүлеге начальнигы Ришат Баймырҙин исеменә Асы ауылында йәшәүсе Әминә Хәмзинанан рәхмәт хаты килеп төштө.


“Полицияның участка вәкиле Ирек Сафуановҡа ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәре еткерергә теләйем, – тиелә унда. — Беҙ, Асы ауылы халҡы, участковыйыбыҙҙан уңдыҡ, тиһәм, һис арттырыу булмаҫ! Тормошта килеп тыуған мәсьәләләрҙе йырып сығырға үҙебеҙҙең генә хәлдән килмәгәс, уға мөрәжәғәт иттек. Нажиә Динисламова исемле оло ҡатынға ярҙам кәрәк ине ул ваҡытта.
Берҙән-бер ҡыҙы фажиғәле вафат булғас, фатирын һатып, әсәһеҙ ҡалған ейәндәрен тәрбиәләү өсөн Асыға күсеп килде Нажиә. Кейәүе бер ҡайҙа ла эшләмәне, эсте, ҡәйнәһенең барлыҡ аҡсаһын араҡыға тотона ине. Ә ейәндәр үҫеп еткәс, өләсәй бөтөнләй кәрәкмәгән кешегә әүерелде. Кейәү уны гел өйҙән ҡыуа, ҡул күтәрергә самалай, төрлөсә янай. Беҙ был күренешкә тыныс ҡына ҡарай алманыҡ һәм участковый Ирек Сафуановҡа мөрәжәғәт иттек.
Ирек Раил улы яҡлауһыҙ ҡалған оло йәштәге ҡатынға ярҙамға килде. Эскесе кейәүҙе лә “үҙ урынына” ултыртты. Шуныһы ҡыуаныслы: полицейский менән аралашҡандан һуң, кейәү тынысланды, эскеһен ташланы, һәм йорттағы хәлдәр ҙә яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Беҙ участковыйҙың был ғаиләне артабан да күҙ уңынан ысҡындырмай, контролдә тотоуына ышанабыҙ.
Ришат Рәшит улы, һөнәри яҡтан өлгөлө хеҙмәткәрҙәр тәрбиәләүегеҙ өсөн рәхмәт! Тап ошондай күренештәр халыҡта полиция хаҡында ыңғай фекер тыуҙыра”.

Был хат эске эштәр органдарында халыҡҡа участковыйҙан да яҡыныраҡ полиция хеҙмәткәре юҡ икәнлеген тағы бер ҡабат иҫбатлай. Тап ул тормошта килеп тыуған төрлө хәлдәрҙә беренсе булып ярҙамға килә.
– Йыш ҡына ғаилә ыҙғыштары, низағтар менән бәйле мәсьәләләр полиция хеҙмәткәрҙәренең ҡатнашлығы һөҙөмтәһендә хәл ителә. Эшебеҙҙең был өлөшө иң ауыры һәм иң яуаплыһы тип һанайым, сөнки ундай осраҡтарҙа хәл-ваҡиғаға тыныс ҡарап булмай, тотош ғаиләнең яҙмышына үтеп инергә һәм дөрөҫ һығымта яһарға тейеш булам. Шул һығымта ғаилә ағзаларының артабанғы яҙмышын хәл итә, – ти полицияның өлкән лейтенанты Ирек Сафуанов. Ул бынан алты йыл элек участковый вазифаһында хеҙмәт юлын башлаған һәм бөгөн дә һайлаған һөнәренә тоғро. Әйткәндәй, бер нисә йыл Административ ҡануниәтте үтәү үҙәге инспекторы вазифаһында хоҡуҡ боҙоусыларға ҡаршы көрәшеп алған. Был бүлектә тәжрибә туплағандан һуң, элекке эшенә – полицияның участка вәкиле вазифаһына – күсереүҙәрен һораған. Әле Асы административ участкаһы – Ирек Раил улының яуаплылығында. Бында 2,5 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Асы, Береш, Берештамаҡ, Исҡушты, Мулдаҡай ауылдары халҡы үҙҙәренең участковыйы менән яҡындан таныш. Уларҙың һәр ҡайһыһының тиерлек телефонында Сафуановтың номеры бар. Берәй хәл була ҡалһа, халыҡ тура уға шылтырата һәм тиҙ арала ярҙамға киләсәгенә ышана. Полиция участковыйының вазифа бурысы күп көс һәм яуаплылыҡ талап итә, сөнки һәр ваҡыт халыҡтың тын алышын тойоп, уның һынсыл ҡарашы аҫтында эшләргә кәрәк.
Ирек Сафуанов үҙенең уңыштары тураһында әллә ни һөйләргә яратмай, уларҙы көндәлек хеҙмәт һөҙөмтәһе тип һанай. Эшендә төп таянысы – ғаиләһе, ата-әсәһе. Тормош иптәше Әлиә менән әле өс йәшлек ҡыҙҙары Лиананы тәрбиәләйҙәр. Сафуановтар ғаиләһе тәбиғәттә ял итеүҙе өҫтөн күрә, әммә Ирек Раил улына күпселек осраҡта ғаилә байрамдарын хеҙмәттә үткәрергә тура килә, сөнки уның өсөн шәхси ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, кисекмәҫтән ғәҙеллек урынлаштырыу – тәүшарт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 260

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 336

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 321

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 235

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 116

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212