Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижтимағи мөмбәр
Ижтимағи-сәйәси хәл көнләп түгел, сәғәтләп үҙгәреп тора. Мәғлүмәт осоронда йәшәйбеҙ. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау дөрөҫ түгел, шуға теге йәки был илдәге, Рәсәйҙәге, республикабыҙҙағы хәл-ваҡиғаларға ниндәйҙер баһа биреү, анализ яһай барыу өсөн әүәлге рубриканы тергеҙергә булдыҡ.

УТ МЕНӘН УЙНАУ ЙҮНЛЕГӘ КИЛТЕРМӘҪ

[center]Молдавия өскә бүленерме?
[/center]

Былтыр Европа союзы Көнсығышҡа табан киңәйә алмай ҡалды. Быға төп сәбәпсе – Украинаның ЕС ассоциацияһы килешеүенән баш тартыуы. ЕС-тың Вильнюс ҡалаһында уҙған саммитында “Көнсығыш партнерҙар” проектына ярашлы Молдавияны Европа союзына ылыҡтырыу бурысы ҡуйылғайны. Әлбиттә, бушҡа түгел. Кем әйтмешләй, “Буштың атаһы күптән үлгән”. Молдавия Европа союзы ассоциацияһы менән килешеү төҙөшкән осраҡта, был илгә кире ҡайтармау шарты менән 300 миллион евро күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк. Рәсми Брюссель рәсми Кишиневты үҙ партнеры булып китһен өсөн бына ошолай ымһындыра. Молдавия етәкселеге ошо аҡсаға ҡыҙыға ла инде. Тик был илдә сәйәси тотороҡлолоҡ юҡ шул. Днестр буйы Республикаһы айырылып сығыу етмәгән (был республика рәсми рәүештә айырым ил булараҡ танылмаған), хәҙер килеп Гагаузия үҙаллылыҡҡа уҡтала. Билдәле булыуынса, Гагаузия 1989 йылда уҡ Молдавия Совет Социалистик Республикаһы составындағы автономиялы республика статусы алыуын иғлан иткәйне. Ул саҡта был дәүләттәге бөтә кимәлдәге депутаттар саҡырылып, ошо форумда автономия алыу хаҡында ҡарар ҡабул ителгәйне. Гагаузия етәкселеге 17 ғинуарҙа депутаттарҙың ошондай ғәҙәттән тыш съезын тағы ла уҙғарырға ҡарар итте. Был йыйында Таможня союзына ағза булып инеү өсөн референдум уҙғарыу мәсьәләһе ҡараласаҡ. Эйе, Гагаузия Молдавияның Европа союзына инергә уҡталыуына үҙенсә протест белдереп, Таможня союзы (Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан) ағзаһы булыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Әлбиттә, Рәсәйҙең ярҙамына өмөт итәләр. Тик Кремль етәкселеге асыҡтан-асыҡ бындай юлға бармаҫтыр. Рәсми Брюссель менән мөнәсәбәттәр былай ҙа бик шәптән түгел бит. Шуға ла, Гагаузияға теләктәшлек күрһәтелһә лә, Рәсәйҙән матди ярҙамға өмөт итеү урынһыҙ. Бына шулай, Молдавияның ЕС-ҡа уҡталыуы ил етәкселеге өсөн бик ҡиммәтҡә төшмәксе. Днестр буйы Республикаһы менән “цивилизациялы айырылышыу” мәсьәләһе билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелеүе етмәгән, хәҙер килеп Гагаузия ошо хаҡта һүҙ ҡуйырта. Ошондай шарттарҙа Румыния етәкселеге Молдавияның территориаль бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу маҡсатында был илде үҙҙәренә ҡушыу хаҡында хыяллана, йәғни уны үҙенең бер штаты, өлкәһе итеп кенә күрергә теләй. Тик Днестр буйы Республикаһы менән Гагаузия халҡы ғына быға риза булмаҫ.

Туниста йәнә тыныслыҡ юҡ


Тунистың премьер-министры Али Ларайед вәғәҙәһендә торҙо – отставкаға китте. Илдәге сәйәси хәл көсөргәнешле килеш һаҡланған осраҡта үҙ теләге менән вазифаһынан баш тартасағы хаҡында ул былтыр ноябрь айында белдергәйне. Ул саҡта Тунистың төп шифаханалары булып иҫәпләнгән Сус һәм Монастирҙа бер-бер артлы теракттар булып, байтаҡ кеше һәләк булғайны. Илдә әле лә тыныс түгел: халыҡ урамдарға сығып сыуалыштар ойоштора, әле бер, әле икенсе ҡалала теракттар булып тора. Эйе, 2010 йылда “Ғәрәп яҙы” тип нарыҡланған революцияларҙың “бишеге” тип иҫәпләнгән Туниста хәл ҡатмарлы. Революция эшләүселәр тыныс йәшәп ятҡан халыҡты болартып ҡына ебәрҙе. Төрлө вәғәҙә биреп ҡаранылар ҙа бит, тик, аныҡ эш күрһәтмәгәс, халыҡ ышанмай. Ғөмүмән, илдәге социаль проблемаларҙы хәл итмәй тороп, тыныслыҡ урынлаштырып булмаясаҡ. Ә әлеге властың быға көсө етмәйәсәк. Хәҙер яңы һайлауға тиклем Хөкүмәткә ваҡытлыса Мехди Джомаа етәкселек итәсәк.

Иреккә сыҡҡан олигарх илдәр гиҙә


Былтыр 19 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин ЮКОС-тың элекке етәксеһе, тиҫтә йыл самаһы төрмәлә ултырған Михаил Ходорковскийҙы ярлыҡау хаҡында ҡарар ҡабул иткәйне. Билдәле олигарх ошо уҡ көндө шәхси самолетында Германияға осто, сөнки Германияның элекке һәм хәҙерге етәкселеге уның иреккә сығыуы өсөн байтаҡ көс һалған. Ходорковский Германияла иректәге тәүге матбуғат конференцияһын уҙғарып, Рәсәйҙәге сәйәси хәл-торошҡа ла, ЮКОС-ты тергеҙеү йүнәлешенә лә ҡыҫылмаясағын белдерҙе. Быйыл 5 ғинуарҙа уның Германиянан Швейцарияға күсенеүе билдәле булды. Үткән аҙнала иһә Ходорковский Израилдә үҙенең элекке әшнәһе, ЮКОС буйынса партнеры Леонид Невзлин менән осрашыу уҙғарҙы. Уларҙың нимә хаҡында һөйләшкәне билдәһеҙ. Бына шулай, илебеҙҙең элекке иң бай кешеләренең береһе хәҙер үҙ иленә ҡайтырға ҡыймайынса дуҫ-иштәрен барлап, илдән-илгә йөрөргә мәжбүр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 255

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 251

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206