Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәҡиҡәт бәхәстә тыуа
Яңы йыл һәм Христос раштыуаһы ишек ҡаҡһа ла, күп илдәрҙә байрам кәйефенең самалы булыуы тойола. Тотош донъяны ялмап килгән иҡтисади көрсөк йоғонтоһомо, әллә ахырызамандың яҡынлашыуын күрәҙәләү тыуҙырған шауҡыммы – үҙ-ара тартҡылашыу дауам итә.

Көнбайыш нимә көҫәй?

БМО-ның Именлек советында Рәсәй менән Көнсығыш араһында тағы ла ҡапма-ҡаршылыҡ барлыҡҡа килде: Сүриә буйынса резолюцияның беҙҙең тарафтан тәҡдим ителгән яңы проекты АҠШ менән Европа союзы илдәрен ҡәнәғәтләндермәй. Документта, атап әйткәндә, низағта ҡатнашыусыларҙың барыһынан да үҙ-ара көрәште кисекмәҫтән туҡтатыу талап ителә. Көнбайыштың фекеренсә, ҡан ҡойош өсөн урындағы етәкселек менән оппозиция бер үк кимәлдә яуаплы булырға тейеш түгел.
Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы фекеренсә, бында сит илдәрҙең мәкерле ниәт менән яныуы күренеп тора. “Улар, Сүриә хөкүмәтенә ҡорал һатыуҙы туҡтатыуға өлгәшеп, экстремистарҙан торған ҡаршы яҡҡа көсәйергә мөмкинлек бирмәксе. Ул саҡта Ливиялағы фажиғәнең ҡабатланыуы көн кеүек асыҡ”, — ти министрлыҡтың рәсми вәкиле. Күреүебеҙсә, Рәсәй эҙемтәләрҙең хәүефен яҡшы аңлай һәм мәсьәләләрҙең тыныс юл менән хәл ителеүен теләй.
Грузияның яңы ҡабул ителгән милли именлек концепцияһында, Рәсәй – илдең төп дошманы, тип билдәләнгән. Йәнәһе, беҙҙең ил уларҙы баҫып алырға йыйына, террор акттары ойоштора, тағы ла һөжүмдәр менән янай. Дөйөм алғанда, 41 битлек был документта Рәсәйҙе 44 тапҡыр иҫкә алғандар. Концепцияның өстән ике өлөшө Рәсәй-Грузия мөнәсәбәттәренә арнала.
Сәйәсәт белгестәре әйтеүенсә, илебеҙ өсөн әлеге күренеш һис тә көтөлмәгән хәл түгел: Грузияның хәҙерге етәкселеге Рәсәйҙән дошман яһау өсөн эҙмә-эҙлекле шөғөлләнә. Үҙ халҡының башын бутау һәм Көнбайыш алдында тамашалар ойоштороу Саакашвилиға аныҡ маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн бик тә мөһим. Бөгөн ул 2008 йылдағы һуғыш менән иленең тарҡалыуына юл ҡуйғаны өсөн яуаплылыҡтан ҡасырға, барлыҡ ғәйепте Рәсәйгә япһарырға тырыша, шулай уҡ урындағы халыҡтың иғтибарын Грузиялағы ҡатмарлы социаль-иҡтисади хәлдән ситкә йүнәлтмәксе.

Власть халыҡты тыңларға әҙер

Ил эсендәге сәйәси хәлде лә тыныс тип баһалап булмай, сөнки һайлауҙа ғәҙеллек талап иткән митингтар һаман да киңерәк ҡолас ала. Мәскәүҙең Сахаров проспектында ойошторолған акцияға Һаҙ майҙанындағынан да күберәк халыҡ йыйылған, тиҙәр. Төбәктәрҙә иһә ризаһыҙлыҡ белдереп урамға сығыусылар 41 мең самаһы булған – быға тиклемгенән аҙыраҡ.
Шуныһын билдәләргә кәрәк: митингтар һөҙөмтәһендә халыҡ менән етәкселәр араһында ниндәйҙер кимәлдә килешеүгә өлгәшелә. Күп урындарҙа власть бынан ары йәмәғәтселектең талаптарын иҫәпкә алырға, тауыш биреү һөҙөмтәләрен кемдеңдер файҙаһына үҙгәртеүселәргә ҡарата сара күрергә вәғәҙәләй. Шул уҡ ваҡытта яңы лидерҙар барлыҡҡа килә, хатта айырым партия тупларға йыйыныусылар бар. Мәҫәлән, Рәсәйҙең элекке финанс министры Алексей Кудрин сәйәси майҙандан юғалған Уң көстәр партияһы нигеҙендә үҙ фирҡәһен булдырмаҡсы.
Бығаса Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары булып эшләгән Владислав Сурковтың Премьер-министр урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүе ил үҫешендә йүнәлештең үҙгәреренә ышанысты арттыра. Ни тиһәң дә, һуңғы йылдарҙа эске сәйәсәтебеҙ тап ошо сәйәсмәндең эшмәкәрлегенә бәйле булды. Президент Дмитрий Медведев Хөкүмәттә модернизация мәсьәләләре менән шөғөлләнеүҙе йөкмәткәс, ул ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Баҡһаң, Сурков был өлкәлә көсөн күптән һынап ҡарарға хыялланған икән.
Хәҙер Рәсәй Президенты Хакимиәтенә Сергей Иванов етәкселек итә, уның урынбаҫарҙары араһында эске сәйәсәт өсөн Вячеслав Володин яуаплы.

Дәғүәләшеүселәргә дәғүә булманы

Уҙған шәмбелә Өфөлә лә ҡайһы бер сәйәси партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Ленин майҙанына сыҡты, Октябрь проспекты буйлап үтте. Улар ҙа, дөйөм илдәге кеүек, һайлау һөҙөмтәләре менән риза түгеллеген белдерҙе, Дәүләт Думаһына үткән партияларҙы депутат мандаттарын бүлешергә ашығыуҙа ғәйепләне.
Дәғүә белдереүселәрҙең фекеренсә, тауыш йыйыу барьеры 2 процентҡа тиклем кәметелергә тейеш, сөнки бында илдә йәшәүсе миллиондарса кешенең ышанысы хаҡында һүҙ бара. Шулай уҡ төбәк башлыҡтары, урындағы үҙидара органдары етәкселәре өсөн тауыш биреүҙең, бер мандатлы округтар буйынса һайлауҙың мөһимлеге билдәләнде. Был турала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәт ҡабул ителде. Республика парламенты үҙ сиратында ошо талаптарҙы Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына еткерергә бурыслы, тине митингта ҡатнашыусылар.
Ялған мәғлүмәттәр биргән һайлау комиссиялары ағзаларын эшенән ебәреүҙе һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙы талап иттеләр. Тауыш биреү һөҙөмтәләрен инҡар итеп, Дәүләт Думаһының алтынсы саҡырылышына һайлауҙы яңынан ойошторорға кәрәк, тиеүселәр ҙә булды.
Әлбиттә, һәр кемдең үҙ фекерен белдерергә хоҡуғы бар. Митингта ҡатнашыусы халыҡ был йәһәттән ҡыҫым тойманы. Борсолоуҙарын күңеленә йоммай, асыҡтан-асыҡ дәғүәләшә алды улар. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының кемделер ҡулға алыуы хаҡында мәғлүмәттәр юҡ.
Даян МӘЖИТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 287

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 255

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 320

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 341

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 252

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 317

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 231

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 113

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206