Акция дауам итә27.11.2018

Әнәс ағайҙың бүләге көнләштерә

“Аҙна һайын – бүләк!” акцияһы ҡыҙғандан-ҡыҙа, унда ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең артҡандан-арта барыуы һөйөндөрә. Республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәси баҫмаһы – “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәһен үҙҙәре алып килгән йәки хат аша һалып ебәргән дуҫтарыбыҙға “Маҡар урмансылығы” предприятиеһы етештергән “Иван-чай (боланут)” сәйе һәм 2019 йылға “Башҡортса дини календарь” һәм башҡа иҫтәлекле бүләктәр даими тапшырыла. Ошо аҙнала фекерҙәшебеҙ Әнәс Ҡарабулатов редакциябыҙҙа ҡунаҡта булды.

– Гәзиттең төрлө осорон күрҙем, тимәк “Башҡортостан” ҡасан һәм ни өсөн ни яғы менән халыҡҡа яҡын булғанына һәм ылыҡтырғанына шаһитмын, – тип һөйләй тыумышы менән Ейәнсура районының Урта Муйнаҡ ауылынан булған бөгөн Өфө ҡалаһында ғүмер иткән Әнәс Таһир улы. – Бөгөн бигерәк тә район һәм ҡалалар тормошон төптән яҡтыртҡан мәҡәләләрҙе кинәнеп уҡыйым. Сағыштырыу өсөн бик уңайлы. Мәҫәлән, республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан райондар араһындағы “Башҡортостандың тарих биттәре” фестиваль-марафоны тураһындағы “Оҫталарға бай төбәк” исемле репортажды уҡып шатландым. Мәҡәлә авторы, баҡтиһәң, ул минең яҡташым икән, һәр йәһәттән дә ейәнсураларҙың уңғанлығына баҫым яһаған, уларҙың кәзәселек һәм һарыҡсылыҡҡа тотоноуын матур итеп бирә алған. Тағы ла әҙәм балаларының ғибрәтле яҙмышы тураһындағы һүрәтләмәне көтөп алам.


Әнәс ағай бик күпте белә, уны аяҡлы энциклопедия тиеү ысынбарлыҡҡа тура килә.

Әңгәмәсемдең һүҙҙәренә ҡарағанда, әлеге шикелле көтөлмәгән ҡыуаныстар йышыраҡ булһын, бүләк алыу, әлбиттә, киләсәккә көс-дәрт өҫтәй.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика