Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәүлиҙә апай ял итергә юлланды
Уҙған йылдың һуңғы һанында (28 декабрь, 2018 йыл) “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, бүләк отҡан тоғро дуҫтарыбыҙҙы тәбрикләгәйнек. Улар араһында Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында йәшәгән Мәүлиҙә Әхмәтова ла бар ине. Мәүлиҙә апайҙың өлөшөнә “Йәйғор” шифаханаһына юллама сыҡты.

Мәүлиҙә Әхтәм ҡыҙы – һө­нә­ре буйынса зоотехник. Оҙаҡ йылдар Мәләүез районы хужалыҡтарында, Көйөр­гәҙе районының “Искра” ауыл хужалығы етештереү кооперативы филиалында тоҡом­солоҡ эше өсөн яуаплы белгес була.

– “Башҡортостан” – бала саҡтан уҡып үҫкән гәзитем, ғаилә­беҙ уны һәр ваҡыт ал­дырҙы. Хәҙер үҙем йыл һа­йын яҙылам. Баҫманың теле шул тиклем бай, мәҡәләләрҙе уҡығанда туған телебеҙҙең матурлығына, моңлолоғона һоҡланам.


Был юллама 30 декабрҙә билдәләнгән тыуған көнөмә ҙур бүләк булды. Гәзиттә һа­нап үтелгән еңеүселәр ара­һын­да үҙемдең исем-шәри­фемде күргәс, башта ышанманым. Туғандарым тыуған кө­нөм менән ҡотларға тип кил­гәс, хатта уларға ла әйтер­гә ҡыйманым. Почтальон булып эшләгән Резеда килеп инеп, барыһына ла һөйөнсө­ләне, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты бүләк-юллама буйынса ял итергә юлланған
Мәүлиҙә Әхтәм ҡыҙы шифаханала беренсе тапҡыр. – Йәшел шыршылар ара­һында урынлашҡан ял йорто миңә әкиәти кеүек. Дауалау алымдарының күп төрлөлөгө хайран итә. Бигерәк тә бассейн, төрлө файҙалы ванналар, массаж, электр һәм магнит менән дауалау килеште. Хатта йәшәреп тә киткән кеүекмен. Табиптар, шәфҡәт туташтары изге күңелле, бик яҡшы мөғәмәлә итә. Яратҡан гәзитем бына шулай Яңы йыл бүләге яһаны. Киләсәктә лә яҡын дуҫымдан айырылмам, башҡаларҙы ла өндәйем: “Баш­ҡортостан” гәзите менән дуҫлашығыҙ, киләһе ярты йыл­лыҡта ла яҙылырға онот­мағыҙ, дуҫтар. Һеҙҙең дә “Йәй­ғор” шифаханаһына килеп, сәләмәтлек юллау мөмкинлегегеҙ бар!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте






Гәзиткә яҙыл да ял ит!
Гәзиткә яҙыл да ял ит!
Гәзиткә яҙыл да ял ит!
Велосипед  хужаһын тапты

Велосипед хужаһын тапты 11.01.2019 // Гәзиткә яҙылыу

Гәзитебеҙ матбуғатҡа яҙылыусылар араһында велосипед отоусы хаҡында хәбәр иткәйне инде — Архангел...

Тотош уҡырға 341

Велосипед һәм юллама кемгә эләкте?

Велосипед һәм юллама кемгә эләкте? 28.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

“Башҡортостан” гәзите Яңы йылды ҡыуаныслы хәбәрҙәр менән ҡаршы ала. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән дөйөм...

Тотош уҡырға 505

Бүләге Роза апайҙы тапты

Бүләге Роза апайҙы тапты 18.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

Киләһе йылға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. “Башҡортостан” гәзите...

Тотош уҡырға 418

Дуҫлыҡ дауам итә

Дуҫлыҡ дауам итә 11.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

Сибай гимназия-интернатында рухлы, әүҙем, ижади ҡарашлы милләттәшебеҙ — башҡорт теле һәм әҙәбиәте...

Тотош уҡырға 377

Бүләкле лә, гәзитле лә булдылар

Бүләкле лә, гәзитле лә булдылар 10.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

Рәсәй почтаһы иғлан иткән гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу декаднигынан сибайҙар ҙа ситтә...

Тотош уҡырға 347

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ! 10.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

3—13 декабрҙә Рәсәй почтаһы гәзит-журналдарға льготалы хаҡҡа яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй декадаһы...

Тотош уҡырға 314

Тоғролоҡ өсөн... бүләк

Тоғролоҡ өсөн... бүләк 04.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

“Башҡортостан” гәзитенә киләһе йылға яҙылып, квитанцияһын редакцияға ебәргәндәр араһында Мәләүез...

Тотош уҡырға 373

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ! 30.11.2018 // Гәзиткә яҙылыу

3-13 декабрҙә Рәсәй почтаһы гәзит-журналдарға льготалы хаҡҡа яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй декадаһы...

Тотош уҡырға 407

Акция дауам итә

Акция дауам итә 27.11.2018 // Гәзиткә яҙылыу

Әнәс ағайҙың бүләге көнләштерә...

Тотош уҡырға 444