Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гәзитте һикһән йыл алдырам
Мин – хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Оҙаҡ йылдар мәктәп директоры, колхоздың партия ойошмаһы секретары вазифаһын да башҡарҙым. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, ваҡытлы матбуғат тоғро юлдашым, рухи сығанағым булды.

“Башҡортостан” гәзитенә тәү башлап 1938 йылда яҙылғайным, шунан алып төп милли баҫмабыҙҙан айырылғаным юҡ тиһәм дә хата булмаҫ, 1942–1943 йылдарҙа яу ҡырында йөрөгәнемдә генә уҡый алманым.

Күреү һәләте насарайғас, гәзит-журналдарҙы, күҙлектән тыш, махсус лупа ярҙамында уҡыйым. “Башҡортостан”, “Киске Өфө”, райондың “Табын” гәзиттәрен көтөп алам. Уларҙың килеүе күңелгә йылылыҡ өҫтәй, донъя яңылыҡтары менән таныштыра, көндәлек тормошобоҙҙо яҡтыраҡ, мәғәнәлерәк итә.

“Башҡортостан” гәзитендә миңә бигерәк тә Марсель Ҡотлоғәлләмовтың мәҡәләләре оҡшай. Уның яҙмалары уйланырға, дөрөҫлөктө аңларға ярҙам итә. Журналистарҙың тел байлығына, йөрәккә уйылырлыҡ фекерҙәренә һоҡланам. Шиғыр-хикәйәләрҙе лә мауығып уҡыйым. Хәбәрсе хеҙмәтенең ни тиклем ауыр һәм яуаплы булыуын яҡшы аңлайым, элегерәк, көсөм, һаулығым шәп саҡта, үҙем дә йыш яҙыштым.

Алла бирһә, киләһе йылдың ғинуарында миңә 97 йәш тула. “Башҡортостан” гәзитенең иң оло уҡыусыларының береһе булараҡ, милли баҫмаға оҙон ғүмер, тоғро дуҫтарының күп булыуын теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте






Гәзиткә яҙыл да ял ит!
Гәзиткә яҙыл да ял ит!
Гәзиткә яҙыл да ял ит!
Мәүлиҙә апай ял итергә юлланды

Мәүлиҙә апай ял итергә юлланды 25.01.2019 // Гәзиткә яҙылыу

Уҙған йылдың һуңғы һанында (28 декабрь, 2018 йыл) “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, бүләк отҡан тоғро...

Тотош уҡырға 646

Велосипед  хужаһын тапты

Велосипед хужаһын тапты 11.01.2019 // Гәзиткә яҙылыу

Гәзитебеҙ матбуғатҡа яҙылыусылар араһында велосипед отоусы хаҡында хәбәр иткәйне инде — Архангел...

Тотош уҡырға 349

Велосипед һәм юллама кемгә эләкте?

Велосипед һәм юллама кемгә эләкте? 28.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

“Башҡортостан” гәзите Яңы йылды ҡыуаныслы хәбәрҙәр менән ҡаршы ала. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән дөйөм...

Тотош уҡырға 510

Бүләге Роза апайҙы тапты

Бүләге Роза апайҙы тапты 18.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

Киләһе йылға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. “Башҡортостан” гәзите...

Тотош уҡырға 430

Дуҫлыҡ дауам итә

Дуҫлыҡ дауам итә 11.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

Сибай гимназия-интернатында рухлы, әүҙем, ижади ҡарашлы милләттәшебеҙ — башҡорт теле һәм әҙәбиәте...

Тотош уҡырға 392

Бүләкле лә, гәзитле лә булдылар

Бүләкле лә, гәзитле лә булдылар 10.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

Рәсәй почтаһы иғлан иткән гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу декаднигынан сибайҙар ҙа ситтә...

Тотош уҡырға 359

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ! 10.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

3—13 декабрҙә Рәсәй почтаһы гәзит-журналдарға льготалы хаҡҡа яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй декадаһы...

Тотош уҡырға 321

Тоғролоҡ өсөн... бүләк

Тоғролоҡ өсөн... бүләк 04.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

“Башҡортостан” гәзитенә киләһе йылға яҙылып, квитанцияһын редакцияға ебәргәндәр араһында Мәләүез...

Тотош уҡырға 385

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ! 30.11.2018 // Гәзиткә яҙылыу

3-13 декабрҙә Рәсәй почтаһы гәзит-журналдарға льготалы хаҡҡа яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй декадаһы...

Тотош уҡырға 418