Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле19.03.2019

Уның исеме архив документтарында йыш осрай.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тула. Әммә үткән быуаттың башындағы автономия өсөн көрәш тарихының өйрәнелмәгән биттәре күп әле. Ошо эштең башында торған эшмәкәрҙәрҙең күбеһен әле белеп бөтмәйбеҙ, үкенескә ҡаршы. Улар – башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Зәки Вәлиди менән иңгә-иң терәп, Башҡортостан мөхтәриәтен булдырыуҙа фиҙакәр хеҙмәт күрһәткән шәхестәр. Автономия өсөн көрәшкән ир-уҙамандарҙың күбеһе 30-сы йылдарҙа Сталин репрессияһы ҡорбаны булып, нисәмә тиҫтә йылдарға яҡты исемдәре онотолоуға дусар булды.

Халыҡ большевиктарҙы хуплай

Ошондай шәхестәрҙең береһе – Хәлим Насретдин улы Әмиров. Уның исеме архив документтарында йыш осрай. Бигерәк тә ул 1919–1920 йылдарҙа башҡорт ғәскәрҙәренең сәйәси етәкселәренең береһе булараҡ танылыу ала. Әйткәндәй, Хәлим Әмиров – төньяҡ-көнбайыш башҡорттарынан сыҡҡан милли хәрәкәт эшмәкәрҙәренең береһе. Ул 1894 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең Уран ырыуы башҡорттарына ҡараған Яңы Уртауыл ауылында (бөгөнгө Яңауыл районы) тыуған.

Әйткәндәй, төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тары Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштә әүҙем ҡатнаша. Шулар араһынан башҡорт әҙәбиәте классигы Шәйехзада Бабич (сығышы Мишкә районынан), Башҡорт­остан хөкүмәте рәйесе Муллаян Халиҡов (Бүздәк районынан), Башҡорт мәркәз шураһының ағзаһы Илдархан Мутин, Башҡорт хөкүмәтенең ағзаһы Искәндәрбәк Солтанов, Башҡорт ғәскәре офицеры Тәҡиулла Әлиев, башҡорт ғәскәрҙәренең “Салауат” гәзите журналисы Хәйҙәр Лотфуллин (улар хәҙерге Татарстандың Аҡтаныш районынан, Минзәлә башҡорттары) башҡорт милли хәрәкәтенең алғы сафтарында йөрөй.

Архив документтарынан күренеүенсә, Хәлим Әмиров Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә 1918 йылда ҡушылған. Әммә 1917 йылда Башҡорт ҡоролтайҙарында Бөрө өйәҙе башҡорттарынан делегат булараҡ ҡатнашыуы бик мөмкин. Билдәле булыуынса, 1918 йылдың июнендә Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте үҙенең эшен яңынан башлай. Август башында Ырымбурға ҡайтып, Каруанһарай бинаһында урынлаша.
Ырымбурға ҡайтыу менән Башҡорт хөкүмәте автономияның урындағы идара органдары эшен йәнләндереү менән шөғөлләнә башлай.
“Ырымбурға килеп етер-етмәҫтән дәүләт ҡоролошо эштәре менән мәшғүл булдыҡ. Был мәсьәләләр буйынса хөкүмәт рәйесе Юныс Бикбов менән профессор Ҡулаев шөғөлләнде”, – тип яҙа Зәки Вәлиди. Ошо осорҙа Хәлим Әмиров Башҡорт хөкүмәтенә эшкә алына. Уны хөкүмәттең мәғариф бүлеге мөдире урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Башҡортостан автономия­һының урындағы власть органдары – кантон башҡармалары янындағы мәғариф бүлектәрен ойоштороу, мәғариф эшен яйға һалыу менән шөғөлләнә.

Әммә чехословактар күтәрелешенән һуң килгән хөрриәт заманы 1918 йылдың көҙөнә әкренләп юҡҡа сыға башлай. Демократик ҡарашта булған һәм Башҡортостан автономияһына ыңғай ҡараған Һамар хөкүмәте, ҡыҙылдар ҡыҫымына сыҙай алмай, Өфөгә сигенә. 1918 йылдың сентябрь аҙағына Өфөлә ойошторолған Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте тиҙҙән Омскиға күсә. Бында ул монархистик ҡарашлы генералдар йоғонтоһона эләгә һәм уларҙың ҡушыуы буйынса өлкә һәм милли хөкүмәт ғәскәрҙәрен бөтөрөү яғын ҡайыра башлай.

Башҡорт хөкүмәте ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сыҡҡан форсаттан файҙаланып өлгөрә. Алты полктан торған Башҡорт ғәскәрен ойоштора һәм урындағы автономия органдарын нығыта. 1918 йылдың ноябрендә Омскиҙа адмирал Колчак власты үҙ ҡулына ала. Ул тәү сиратта Башҡорт хөкүмәтен һәм ғәскәрҙәрен юҡ итергә ниәтләй. Әммә ярайһы уҡ көс туплап алған Башҡортостан авто­номияһы диктатор Колчактың бойороҡ­та­рына буйһоноп бармай. Киреһенсә, 1918 йылдың аҙағында фронтҡа таралған полк­тарын бер йоҙроҡҡа туплауға өлгәшә.

Аҡтар яғында автономияға өмөтөн өҙгән башҡорттар советтар менән бәйләнешкә инеп, килешеү төҙөргә ниәтләй. 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте советтар яғына сығырға тигән ҡарар ҡыла. Тап ошо мәлдә, башҡорт халҡының яҙмышы, Башҡортостан дәүләтселеге өсөн һынылыш осоронда, Хәлим Әмиров үҙен ялҡынлы оратор һәм абруйлы эшмәкәр итеп күрһәтә.

1919 йылдың 16 февралендә ул Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәренең Совет власы яғына сығыу тураһында фарманды иғлан итеү өсөн Башҡорт корпусы штабынан особоуполномоченный сифатында Таналыҡ-Баймаҡ заводына (хәҙерге Баймаҡ ҡалаһы) ебәрелә. Бындай эш һалдаттар һәм халыҡ алдында абруйы булған, ҡатмарлы, боларыш ваҡытта Башҡорт хөкүмәтенең ҡарарын кешеләргә еткерә алырлыҡ вәкилдәргә йөкмәтелә. Х. Әмиров үҙенә йөкмәтелгән бурысты уңышлы атҡарып сыға. Халыҡ большевиктар менән ярашыуҙы хуплай.

Башҡорт командирҙарының иреккә сығарылғаны

Ҡыҙылдар яғына сыҡҡандан һуң бер нисә көн үткәс, 21 февралдә, Темәс ауылында 1-се Башҡорт хәрби ҡоролтайы була. Әмиров ҡоролтайҙа әүҙем ҡатнаша, йыйылған һалдаттар – съезд делегаттары алдында сы­ғыш яһай, советтар менән килешеү Баш­ҡортостан автономияһы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлата. Съезда Башҡортос­тандың ваҡытлы революцион хөкүмәте (Башревком) ойошторола. Хәлим Әмиров, тәжрибәле мәғариф эшмәкәре булараҡ, Башревкомдың Халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ағзаһы итеп һайлана.

Әммә Башҡортостан территорияһында һуғыш барған осорҙа, милли мәғариф мәсьәләләре генә түгел, автономия идараһын ойоштороу ҙа ҙур ҡыйынлыҡтарға осрай. 1919 йылдың мартында ҡыҙылдарҙы аҡтар ҡыҫа башлағас, Башревком Темәс ауылынан Мораҡҡа (хәҙерге Күгәрсен районы) күсергә мәжбүр була, артабан Иманғол ауылына (хәҙерге Ырымбур өлкәһендә), һуңынан Тоцк ҡасабаһына барып урынлаша.
Троцкийҙың бойороғо буйынса Башревком май аҙағында Саранск ҡалаһына барып төпләнә. Бында Башҡорт хөкүмәте, тәү сиратта, ҡыҙылдарға сыҡҡандан һуң тарҡа­тыл­ған ғәскәрҙе тәртипкә килтереү эшенә то­тона. Тиҙ арала ғәскәрҙәрҙе туплап, Баш­ҡортостанға ҡайтыу, дошман ҡулында ҡалған йөмһүриәтте азат итеү көнүҙәк маҡсат була.

Хәрби комиссар Зәки Вәлиди элекке башҡорт ғәскәрҙәренән ике кавалерия һәм ике уҡсы полк ойоштора. Полктар Айырым Башҡорт бригадаһына берләштерелә. Яңы башҡорт ғәскәренә сәйәси комиссар итеп Вәлиди ышаныслы көрәштәштәренең береһе булған, һалдаттар араһында абруй ҡаҙанып өлгөргән эшмәкәр Хәлим Әмировты тәғәйенләй. Сәйәси комиссар булараҡ, Әмировҡа ярайһы уҡ ауыр мәсьәлә йөкмәтелә: милли ғәскәрҙең яңы шарттарҙа рух ныҡлығын тәьмин итеү, башҡорт һалдаттарына автономия өсөн көрәштең ҡатмарлы юлдарын төшөндөрөү. Башҡорт ғәскәрҙәре Көнсығыш фронтҡа барып, йәғни Башҡортостанға ҡайтып, Колчак армияһына ҡаршы һуғышырға ашҡынып тора, ләкин 1919 йылдың июнендә башҡорт полктарын Украинаға ебәреү тураһындағы Троцкийҙың фарманы башҡорттар өсөн аяҙ көндә күк күкрәгәндәй тәьҫир итә.
Украинала Ҡыҙыл Армияның хәле мөшкөлләнеү сәбәпле, Троцкий Саранскиҙағы башҡорт полктарын Көньяҡ фронтҡа, Деникин армияһына ҡаршы ебәрергә теләй. Башҡорт вәкилдәре был мәсьәлә буйынса Лениндың үҙенә үк инеп һөйләшеп, аңлатып сыға. “У меня были представители башкир; просят назначать их войска на восток, а не на юг. На востоке в своем крае они могут, дескать, помочь быстро взять Челябинск, ибо и киргизы пойдут с ними; на юге же они бессильны и боятся, что ничего не поделают. Очень прошу взвесить эти доводы, по-моему, серьезные”, – тип Троцкийға яҙа Ленин. Әммә Реввоентсовет рәйесе үҙ уйынан кире ҡайтмай.

Әле аҙағынаса ойошторолоп бөтмәгән, хәрби кәрәк-яраҡ менән тейешенсә тәьмин ителмәгән килеш башҡорт полктары Харьков ҡалаһына юллана. Килеп тыуған ҡатмарлы хәлде иҫәпкә алып, хөкүмәт сәйәси комиссар Хәлим Әмировҡа Башревкомдың махсус вәкәләтле вәкиле хоҡуҡтарын бирә, йәғни Украинаға киткән ғәскәрҙәргә идара итеү бурысы йөкмәтелә, сөнки башҡорт полктарының берҙәм командалығы булмай, улар Харьков ҡалаһында гарнизон хеҙмәте генә үтәр, тип ышандыра Троцкий Вәлидиҙе.

1919 йылдың июнь уртаһында башҡорт ғәскәрҙәре килеп төшөү менән генерал Деникиндың армияһына ҡаршы ҡаты һуғышҡа инә. Комиссар Әмиров, полк командирҙарын йыйып, кәңәшмә үткәрә һәм 1-се Башҡорт уҡсы полкы командиры Сөләймән Ишмырҙинды бригада командиры итеп һайлайҙар. Ҡыҙылдарҙың 14-се армияһының тулыһынса тарҡалып, тәртипһеҙ рәүештә сигенеүе, уларға идара иткән Харьковтың оборона Советының аҡтарға һатылыуы арҡаһында Башҡорт бригадаһына ауыр юғалтыуҙар кисерергә тура килә.

Фронт тотҡан күрше ҡыҙыл частарҙың сигенеүе арҡаһында, күп осраҡта башҡорт ғәскәрҙәре аҡтарҙың ҡамауында ҡала. Уның өҫтәүенә, Харьковтың аҡтар ҡулына күсеүендә башҡорттарҙы ғәйепләп, Оборона Советы Сумы ҡалаһында Башҡорт бригада­һының штабын, шул иҫәптән Хәлим Әмиров­ты ҡулға ала. Бындай хәл башҡорт ғәскәр­ҙәрендә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Башҡорт һалдаттары ҡулға ҡорал алып, командирҙа­рын ҡотҡарырға әҙер була. Быны күреп, Оборона Советы башҡорт командирҙарын иреккә сығара. “Мы с боем и дорогой, ловя дезертиров, начали прибывать на Сумы. По прибытию первого эшелона – Штаба Башкирской бригады приказом члена Совета Обороны Зайцева, который так позорно раньше всех бежал из Харькова, Сумский отряд во главе с милицией и чрезвычайкой арестовал и разоружил весь Штаб Бригады во главе меня и командиров. Нас представили в округ Военком. Во время ареста наш эшелон подвергался обстрелу, хотя мы не сопротивлялись, потом нас освободили и за свои незаконные действия извинились. Во время ареста оставшиеся караул в нашем эшелоне, назначенный Чрезвычайкой, произвел полную очистку вагонов от собственных вещей служащих Штаба Бригады. Пропали: масса денег, вооружения, белья, одежды и т. пр. Это явление на наши части, которые кровью, честно защищали свободу пролетариата Украины, сильно повлияло, и нам с трудом удалось их успокоить. Нами Совету Обороны сданы более 10-и эшелонов с ценностями народного достояния, которые нами были задержаны, так как они следовали без хозяина. Кроме того, проезжало много вагонов с деньгами тоже без хозяина. При таких условиях работать и оперировать на Южном фронте невозможно. Просим сейчас же принять меры к переброске нас на Восточный фронт”, – тип яҙа бригада командиры С. Ишмырҙин менән комиссар Х. Әмиров республиканың хәрби комиссары Вәлидигә.

Әмировҡа киң хоҡуҡтар бирелә

1919 йылдың июль башында Көньяҡ фронтҡа хәрби комиссар Зәки Вәлиди килә. Бында яңы килгән һалдаттар, командирҙар менән тулыландырылып, Башҡорт брига­даһы Айырым Башҡорт кавалерия дивизия­һы тип үҙгәртелә. Ул дивизияның сәйәси комиссары итеп Нуриәғзәм Таһировты тәғә­йенләй. Ә Хәлим Әмиров Саранскиға, Башревком ҡарамағына ҡайтарыла, әммә уға хәрби эштәрҙән оҙаҡ айырылырға тура килмәй.
1919 йылдың сентябрендә Петроград фронтындағы Ҡыҙыл Армияның ғәскәрҙә­ренең хәле мөшкөлләнә. Юденич армияһы, ҡыҙылдарҙы борҡотоп, революцияның бишеге – Петроград ҡалаһына яҡынлаша. Ҡыҙыл Армияға ярҙамға тағы ла дисциплиналы башҡорт ғәскәрҙәре кәрәк булып сыға. Ленин менән Троцкий “бөтә башҡорт ғәскәр­ҙәрен тиҙ арала Петроградҡа ебәрергә” тигән фарман бирә. “Троцкий Бәләбәйҙә ойошторолған өсөнсө һәм дүртенсе йәйәүле, өсөнсө һыбайлы полктарҙы Петроградҡа һөжүм итеүсе генерал Юденичҡа ҡаршы ебәреүҙе талап итә. Мин ул ғәскәрҙе өйрәтеү, бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү эштәренең әле тамамланмауын әйтеп, хәҙергә ике батальонды бер-ике аҙна эсендә әҙерләргә полковник Әмировҡа әмер бирергә вәғәҙә иттем. Бәләбәйҙәге полковникты телеграф­ҡа саҡыртып, хәлде аңлаттым. Ул хәҙергә хатта ике батальондың да әҙер түгелле­ген белдерҙе. Мин быны иртәнсәк Троц­кийға еткерҙем. Был иһә башҡорт ғәскәр­ҙәренең Юденичҡа ҡаршы һуғышта ҡат­нашыуының башланғысы ине”, – тип яҙа Зәки Вәлиди.

Бәләбәй ҡалаһында торған Айырым Башҡорт бригадаһы частары һәм тағы бер кавалерия полкы, әҙерлеге булмауға ҡарамаҫтан, Петроградҡа оҙатыла. Шулай уҡ бында Көньяҡ фронттан Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның 1-се, 2-се полк­тары штабтары килә. Башҡортостандан килгән яңы һалдаттар иҫәбенә бригада һәм дивизия частары ойошторолорға тейеш була. Был мөһим эшкә етәкселек итеү бурысы тағы ла Хәлим Әмировҡа тапшырыла. Ул Башҡорт республикаһының башҡорт ғәскәрҙәрендәге махсус вәкәләтле вәкиле (особоуполномоченный) сифатында киң хоҡуҡтар менән Петроградҡа ебәрелә.

10 меңдән ашыу яугирҙән торған Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөнә идара итеү еңелдән булмай. Петроградҡа килеү менән Хәлим Әмиров, тәү сиратта, башҡорт ғәскәр­ҙә­рен­дәге сәйәси комиссарҙар составына иғти­барҙы йүнәлтә. Ғәскәрҙәрҙе Башҡорт хөкүмә­тенең сәйәсәтен алып барырҙай кадрҙар менән тулыландырыу кәрәклеген аңлай, сөн­ки башҡорт милләтенән булмаған комис­сарҙар ғәскәрҙәргә зыян ғына килтерә. Улар Башҡортостан автономияһына ҡаршы агитация алып бара. Мәҫәлән, Башревком рә­йесе Харис Йомағолов Башҡорт дивизияһы комиссары Нуриәғзәм Таһировҡа былай тип яҙа: “Сообщи всем-всем красноармейцам-башкирам!!! Пусть не поддаются провока­ции!!! По некоторым сведениям, наших красноармейцев в Белебее настраивали против нас, т.е. Ревкома и Б.С.Р. и против Советов, так прими меры, чтобы рассеять лживые, про­вокационные слухи среди красноармейцев”.

Шуға күрә лә Хәлим Әмиров “башҡорт ғәскәрҙәрендәге бүтән милләт комиссарҙары урынына башҡорттарҙы тәғәйенләргә” тигән мәсьәлә ҡуя. Бының өсөн ул Мәскәүҙә Свердлов исемендәге Коммунистик университетта уҡыған башҡорт курсанттарын Петроградҡа ебәреүҙе һорай. Ошо айҡанлы Мәскәүҙә, ВЦИК янындағы Башҡорт республикаһы вәкиле Әбдрәшит Бикбауов 1919 йылдың 29 октябрендә Башҡортостандың Хәрби эштәр буйынса комиссариатына былай тип хәбәр итә: “Настоящим сообщаю требование уполномоченного по делам башкирских час­тей в Петрограде т. Амирова о замене во вверенных ему башкирских частях ответственных работников-небашкир башкирами-курсантами, необходимой для создания могущественной башкирской армии и для ее воспитания в зависимости (с учетом) бытовых и исторических особенностей нашего народа, а также подтверждаю его настойчивую просьбу об отко­мандировании в Петроград московских курсантов тт. Магасумова, Баталова, Абсалямова, Ишкаева и Дюкасова на полковые комиссарские должности и еще десять человек на менее ответственные должности…”

Ә. Бикбауов та Хәлим Әмировтың фекерен ҡеүәтләй: “Побывав в Петрограде, лично убедился, что удовлетворение просьбы Амирова крайне необходимо”, – тип тамамлай ул үҙенең телеграммаһын.

Нуриәғзәм Таһиров һәм Хәлим Әмиров­тың тырышлығы менән Мәскәүҙә уҡып йөрөгән башҡорт эшмәкәрҙәре Ғабдулла Ибраһимов – Башҡорт уҡсы бригадаһының комиссары итеп, Һиҙиәт Сәғәҙиев – Башҡорт кавалерия дивизияһы сәйәси бүлеге мөдире, Хәйҙәр Лотфуллин иһә “Салауат” гәзитенә эшкә тәғәйенләнә.

Хәлим Әмиров Петроградта ғәскәрҙәр араһында Башҡорт автономияһы етәксе­легенең сәйәсәтен алып барған, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте мәнфәғәтен алға һөргән, пропагандалаған эшмәкәрҙәрҙең береһе булған. Быны Башҡортостан Респуб­ликаһының йәмәғәт ойошмалары архивында бик ҡыҙыҡлы һәм ҡиммәтле документ – “Бәхет көнө” тип аталған йыйынтыҡ та тағы бер тапҡыр иҫбатлай. “Бәхет көнө” йыйын­тығы Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәренең советтар яғына сығыуына бер йыл тулыу айҡанлы 1920 йылдың февралендә Петроградта баҫылған. Унда Башҡорт автоно­мияһы етәксеһе Зәки Вәлиди, Башҡорт уҡсы бригадаһы комиссары Ғабдулла Ибраһимов мәҡәләләре һәм Башревком вәкиле Хәлим Әмировтың “Башҡорт хәрәкәте” исемле доклады урын алған.

Был доклады менән Әмиров Петроградта башҡорт ғәскәрҙәренең 1-се коммунистик кон­ференцияһында сығыш яһаған. Юғары трибунаға сығып, Хәлим Әмиров Баш­ҡорт­остан автономияһы өсөн көрәштең тарихын бәйән итә, уның маҡсаттарын һалдаттарға еткерә.
(Аҙағы бар)


Вернуться назад