Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ул һалған эҙҙәр юйылмай.

Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты эҙ ҡалдырған кешеләргә бай. Уларҙың күпселеге үҙен һәләтле ойоштороусы итеп күрһәтте, ХХ быуат башында Башҡортостандың дәүләт власы органдарын етәкләне. Республиканың ҙур предприятиеларына һәм ойошмаларына хужалыҡ иткән яҡташтарыбыҙ ҙа аҙ түгел. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күгәрсендәрҙән һигеҙ яугиргә — Советтар Союзы Геройы, Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын уңышлы үтәгәне өсөн ике ҡаһарманға Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде, алты кеше Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булды.

Шулай ҙа күгәрсендәрҙең айырым ғорурлығы – Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов. Тәүәкән ауылында тыуып үҫеп, ул республиканың беренсе Президенты Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең ысын патриоты булды.

Башҡортостан Президенты вазифаһында республикабыҙға ул етәкселек иткән осорҙо тулы ышаныс менән “Президент Рәхимов дәүере” тип атарға мөмкин. Ҡатмарлы һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы 90-сы йылдарҙа, Советтар Союзы тарҡалған, Рәсәйҙең үҙендә ситкә ынтылыу теләге әүҙемләшкән ваҡытта, ул илебеҙҙең иң ҙур төбәктәренең береһе өсөн яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡманы. Республика яҙмышы тураһында хәстәрлек, социаль-иҡтисади өлкәне нығытыу һәм яҡшыртыу, халыҡтың тормош кимәлен күтәреү уның эшмәкәрлегенең төп маҡсатына әүерелде. Ул һәр ваҡыт һәм һәр урында Башҡортостандың, күп милләтле халҡының мәнфәғәттәрен яҡланы. Бер ниндәй аҫтыртын эш итеүҙәр ҙә, һөжүмдәр ҙә Мортаза Рәхимовты һындыра ла, үҙенең тормош ҡанундарын үҙгәртә лә алманы. Уның ныҡышмалылығы һәм алдан күрә белеү сәйәсәте һөҙөмтәһендә республика ҡыҫҡа ваҡыт эсендә илдең алдынғы төбәктәре рәтенә сыҡты.

Беҙҙең тәүге Президент төҙөргә, булдырырға яратты. Ул етәкселек иткән йылдарҙа, барлыҡ ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, торлаҡ төҙөлөшө киң ҡолас алды. Ҡалаларҙа бер-бер артлы күп ҡатлы йорттар ҡалҡты. Өфө янында заманса ауылдар һәм ҡасабалар үҫеп сыҡты. Баш ҡалабыҙҙың йөҙө лә танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Уны төҙөкләндереү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарылды, Конгресс-холл, “Өфө-Арена” боҙ һарайы, “Нур” драма театры, “Каруанһарай” сауҙа үҙәге һәм башҡа тиҫтәләрсә сауҙа, мәҙәниәт үҙәктәре барлыҡҡа килде. Шоферҙар әйткәнсә, Салауат Юлаев проспекты өсөн генә лә беҙҙең тәүге Президентҡа һәйкәл ҡуйырға мөмкин. Юғиһә бөтә Өфө бөгөн тығында ултырыр ине. Юлдар һәм күперҙәр төҙөүгә, йүнәтеүгә, ауылдарға газ һәм телефон үткәреүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелде.

Халыҡтың һаулығын һаҡлау, күп балалы ғаиләләр һәм ветерандарға ярҙам итеү буйынса маҡсатлы ҙур эш алып барылды. Фәҡәт беҙҙә СССР тарҡалғандан һуң “Әсәлек даны” миҙалы булдырылды, күп балалы ғаиләләргә бушлай “ГАЗель” микроавтобустары тапшырыла башланы, ветерандарға еңел автомобиль биреү ҙә дауам итте. Әйткәндәй, Мортаза Ғөбәйҙулла улының республика шифаханаларын үҫтереүгә күп көс һалыуын да онотмайыҡ: “Янғантау”, “Красноусол”, “Асы” һәм башҡалар хәҙер илебеҙҙә иң яҡшылар иҫәбендә.

Мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт киң үҫеш алды. Яңы уҡыу йорттары, милли мәктәптәр һәм гимназиялар, театрҙар һәм филармониялар асылды, спортсыларыбыҙ Рәсәй һәм донъя чемпионаттарында йышыраҡ сығыш яһай һәм призлы урындар яулай башланы.

Беҙҙә матбуғат, радио һәм телевидение һаҡланып ҡына ҡалманы, ә яңы баҫмалар, башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендә тапшырыуҙар ҙа барлыҡҡа килде, заманы өсөн ул һирәк күренеш ине.

Республикала “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә байрамы” кеүек яңы йолалар нығынды, “Ауыл көнө”, “Урам көнө” һымаҡ байрамдар абруй ҡаҙанды, уларҙы ойоштороу ҙа М.Ғ. Рәхимов етәкселек иткән дәүерҙә башланғайны.

Һуңғы йылдарҙа Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәсәйҙең иң ҙур хәйриә ойошмаларының береһенә — “УРАЛ” хәйриә фондына етәкселек итә. Бында ла ул булмышына тоғро ҡалды. Үҙ бурысын ул республиканың матди-техник базаһын, социаль өлкәһен артабан нығытыуҙа күрә. “Урал” фондының ярҙамында тиҫтәләрсә мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт ҡоролмалары төҙөлдө һәм йүнәтелде.

Мортаза Рәхимов ғүмере буйы бәләкәй тыуған иленең — Күгәрсен районының — патриоты һәм әле лә шулай булып ҡала. Райондың социаль-иҡтисади үҫешен һәр саҡ иғтибар менән күҙәтте, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтте.

Уның тыуған еренә, яҡташтарына ҡарата һөйөүе Күгәрсен районының Өфөлә йәшәгән вәкилдәренең Зәйнәб Биишева исемендәге Мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереү буйынса шәфҡәтлелек фондын (хәҙер — “Оло Эйек” мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереү шәфҡәт­лелек фонды) ойошторғанда асыҡ күренде. Был фондты беҙ районға социаль-иҡтисади үҫеш, кадрҙар әҙерләү, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, күренекле әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижадын пропагандалау, уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ярҙам итеү маҡсатында булдырҙыҡ.

Беҙҙең башланғысты Мортаза Ғөбәй­ҙулла улы шунда уҡ хупланы. “Урал” хәйриә фонды ярҙамында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп эш башҡарҙыҡ. Район үҙә­гендә күренекле яҡта­шыбыҙ, Башҡорт­остандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға бюст ҡуйҙыҡ, әҙибәнең Туйымбәт ауылындағы музейында яңы бюст урынлаштырҙыҡ, уның балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән ике китабын ҡайтанан баҫтырып сығарҙыҡ. Райондың 85 йыллығына арналған “Күгәр­сен районы” китап-альбомдарын сығарыу райондың мәҙәниәт һәм ижти­мағи тормошондағы ҙур ваҡиғаға әүе­релде. Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Александр Филип­повтың уның тыуған ауылы Йомағужала ҡуйылған бюсы ла “Урал” фонды ярҙамында эшләнде.

Әлбиттә, был ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә данлыҡлы яҡташыбыҙҙың бөтә күп яҡлы һәм уңышлы эшмәкәрлеге тураһында һөйләп сығыу мөмкин түгел, ләкин оҙаҡ йылдарға үҙенең һәм республиканың яҙмышы ошо шәхескә ышанып тапшырылғанға күрә, Башҡортостандың күп милләтле халҡы уны һәйбәт белә һәм хәтерләй. Был ышанысты аҡлау өсөн ул барыһын да эшләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 629

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 423

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 500

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512