Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кем ул Сәғит Мерәҫов?”
“Кем ул Сәғит Мерәҫов?”
Әҙәби тел тирәләй бәхәстәрҙә ул да ҡатнашҡан.

Был һүҙҙәр “Башҡортостан” гәзитендә 1929 йылдың 5 декабрь һанында “Барып сыҡмаған юбилей” рубрикаһында баҫылған “Синфи көрәш киҫкенләшкән һайын битлектәр асыла бара” тигән хәбәргә ҡайтып ҡала. Уның авторы “Башҡортостанды өйрәнеү ғилми йәмғиәте Сәғит Мерәҫовтың сирек быуатлыҡ уҡытыу, ижтимағи эшмәкәрлеген һәм 22 йылға тиң ҡәләм хеҙмәтен тәҡдим итеп, юбилей үткәрергә ҡарар бирҙе” тип белдереп, бының 1926 йылда уҡ күҙҙә тотолғанын иҫкә төшөрә.

Совет осоро тарихына ингән шәхестәр

Әммә, аңлашылыуынса, авторҙың маҡсаты икенсе, ул бындай иғландың гәзиттә бер нисә тапҡыр баҫылыуын билдәләп, “Иң беренсе Сәғит Мерәҫов кем?” тигән һорау ҡуя ла үҙенә үҙе: “Революцияға тиклем мулла булған, революциянан һуң мөфтөй, Зәкиҙең уң ҡанаты” тип яуап бирә һәм “юбилейҙы ойоштороуҙа Башҡортостан Халыҡ мәғарифы комиссары Ғисмәтиҙе, “Башҡортостан” гәзите мөхәррире К. Иҙелғужинды, партия өлкә комитетының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире А. Әҙ­һәмовты ғәйепләй.

Шулай ҙа Сәғит Мерәҫовтың башҡорт совет әҙәбиәтендә тотҡан урынына, ғөмүмән, уның совет власы йылдарындағы эшмәкәрлегенә һуңғы баһа һәм шуның менән исеменең онотолоуға дусар ителеүе 1936 йылда Минскиҙа уҙған СССР Яҙыусылар союзы идараһы пленумына ҡайтып ҡала. Белеүебеҙсә, унда башҡорт совет әҙәбиәтенең үҫеш юлдары һәм торошо мәсьәләһе махсус рәүештә ҡарала. Шул хаҡта Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, ул саҡтағы БАССР Үҙәк башҡарма комитеты президиумы рәйесе Афзал Таһировтың доклады тыңлана. Ул Сәғит Мерәҫовҡа айырым туҡталып, уның “Башҡорт аймағы” журналында баҫылған “Башҡорт әҙәбиәтенең тыуыуы һәм үҫеше” исемле мәҡәләһен (1928 йыл, 5-се һан) башҡорт әҙәбиәте тарихынан бөтөнләй һыҙып ташлай, авторға ауыр ғәйепләү таға.

Докладсыны һүҙмә-һүҙ ҡабатлағанда: “идеологом и организатором сопротивления линии партии по вопросам литературы и создания башкирского литературного языка был мулла, а потом член контрреволюционного валидовского правительства Сагит Мирасов”, – ти һәм уның үрҙә телгә алынған мәҡәләһен башҡорт әҙәбиәтен пантөрөксөлөк идеяһы нигеҙендә үҫтереү программаһы тип раҫлай. Докладсы шул фекерен дауам итеп, С. Мерәҫовты ғилми, фәлсәфәүи, социаль-иҡтисади тармаҡтарҙы төркиләштереүҙе күҙҙә тотоуҙа һәм телде шул йүнәлештә үҫтереү юлында тороуҙа ғәйепләй. Шулай уҡ ул, бөтә башҡорт халҡына аңлайышлы Юрматы һөйләше партия өлкә комитеты тарафынан әҙәби тел итеп алынды, был бөтә башҡорттар өсөн аңлайышлы һәм яҡын булғаны өсөн шулай эшләнде, тип күрһәтә.

Ошо урында Мостай Кәримдең бынан күп йылдар элек, атап әйткәндә, 1965 йылда Төркиәлә булғанында Зәки Вәлиди менән осрашыуы хаҡында донъялар үҙгәрә башлағас, йәғни 1990 йылда “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән “Сәғәт ярым ғүмер” исемле мәҡәләһен­дәге: “теге саҡтағы ҡарашымдан сығып түгел, хәҙерге аңлауыма таянып әйтер инем” тигән юлдары ирекһеҙҙән хәтергә килә. Ул үҙ фекерен дауам итеп: “Донъяға билдәле ғалим, дәүләт эшмәкәре, боролмалы оҙон юл үткән шәхескә, уның сәйәси, ижтимағи, тарихи, фәлсәфәүи ҡараштарына, йәғни тулайым бөтә хеҙмәте­нә, бар булмышына хаҡты нахаҡ менән бутамай, бер ситтән икенсе ситкә ташланмай, дөрөҫ ҡиммәт ҡуйыр заман килде”, – тип һығымта яһай.

Үкенескә ҡаршы, “донъяға теге саҡтағы ҡараш” С. Мерәҫовты һуңғы көнөнә ҡәҙәр эҙәрлекләгән кеүек, А. Таһировтың үҙенең дә яҡты донъяны ҡалдырып китеүенә сәбәпсе булды. Бөгөн иһә уларҙың икеһен дә милли тормошҡа, башҡорт әҙәбиәтенең совет осоро тарихына тәрән инеп ҡалған шәхестәр тип таныйбыҙ. Икеһенең дә әҙәбиәтебеҙҙең оло юлының тәүге саҡрымда­рында үҙ эҙе бар. Береһенеке проза өлкәһендә тәрән уйылып ҡалһа, икенсеһе әҙәбиәт ғилеме, әҙәби тел өлкәһендә үҙен танытты. Әммә үҙ ваҡытында юғары трибунанан әйтелгән “теге саҡтағы ҡараш” Ваҡыт хөкөмөнә әүерелеп, уның бөгөнгөһөн иртәгәһенә ҡалдырып килде. Шул сәбәпле С. Мерәҫов шәхесенә башҡорт әҙәбиә­тендә оҙаҡ йылдар бары кире образ һынында ғына урын бирелде. Үҙ ваҡытында уның әҙәби тел мәсьәләһендә бөгөн өҫкә сыҡҡан ҡарашты яҡлап, Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты президиумы етәкселеге тарафынан үткәрелгән сәйәсәткә ҡаршы сығырға ҡыйыулыҡ итеүе, киреһенсә, уға зыян ғына булды, тип раҫларға кәрәктер.

Ғәмәлдә иһә С. Мерәҫов әҙәби тел мәсьәлә­һендә Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Дауыт Юлтый кеүек билдәле шәхестәр яҡлаған ҡарашта торһа ла, бер тапҡыр ҙа быны телгә алмай, ул уны П.И. Рычковтың “Топография Оренбургской губернии” исемле китабы менән (1762 йыл) нығыта, шунан аныҡ миҫалдар килтерә. Айырым алғанда, Себер, Нуғай, Ҡазан, Уса юлының һәр береһендә йәшәгән ырыуҙарҙы, уларҙың аймаҡҡа йәки түбәгә бүленешен, һөйләшен, ҡайһы бер һүҙҙәрҙең әйтелешен килтерә, шуның менән үҙ фекерен нигеҙләй.

Әлбиттә, бөгөнгө фән ҡаҙаныштары күҙлеге­нән уның концептуаль ҡарашының бәхәсле урындары ла юҡ түгелдер. Әммә күп һөйләшле башҡорт теле өсөн уның һәр төбәгендә үҙ итеп ҡабул итерлек уртаҡ уҡыу-яҙыу теле булдырыуға саҡырыу С. Мерәҫовтың әҙәби тел хаҡындағы уй-теләгенең, шуға өндәүенең нигеҙендә ята.


Мерәҫов Юрматы һөйләше яҡлы

Беҙҙең өсөн уның ошо күҙлектән “Белем” журналында донъя күргән “Беҙҙә төп тел, шиүә мәсьәләһе” исемле мәҡәләһендәге (1927, 12-се һан) “Ҙур уңышһыҙлыҡҡа осраған берәй мәсьәлә булһа, ул да әҙәби тел мәсьәләһе булды, сөнки был мәсьәләлә беҙҙә башта уҡ хата принцип алынғайны” тигән һүҙҙәре ҡиммәт. Был хаҡта “Башҡортостан” гәзитенең 1991 йылдың 25, 26, 27 сентябрь һандарында баҫылған “Милли әҙәби телебеҙ” исемле мәҡәләлә (ул 2010 йылда донъя күргән “Дәүләт теле — ил рухы” исемле китапҡа инде) күпмелер дәрәжәлә ныҡлап әйтелгәйне инде.

С. Мерәҫовтың әлеге мәҡәләһе 1927 йыл аҙаҡтарында булып уҙған I Бөтә Башҡортостан тел конференцияһы айҡанлы яҙылған, сөнки “Башҡорттарҙың әҙәби теле тураһында”ғы хөкүмәт ҡарарына (1924 йыл 20 февраль) ярашлы, Юрматы һөйләшенең әҙәби тел итеп танылыуына ҡарамаҫтан, сара барышында Ҡыуаҡан һөйләше ҡайтанан әҙәби тел итеп иғлан ителә. Автор фекеренсә, әҙәби тел мәсьәләһе тағы ла ҡатмарлана төшә. Әлегәсә ул “Юрматы шиүәһенә Ҡыуаҡан ҡойроғо ҡушып” алынған яҙыу теле булһа, хәҙер инде Юрматы шиүәһенән бөтөнләй баш тартып, Ҡыуаҡан шиүәһенә яңынан әйләнеп ҡайталар.

Аңлашылыуынса, С. Мерәҫов ике осраҡта ла әҙәби телдең ҡуйылышына ҡаршы барып, ғәмәлдә Юрматы һөйләше яҡлы булып сыға. Шуныһы мөһим, уның әҙәби тел мәсьәләһенә ҡарашы йәнә ике күренекле шәхес – Ш. Хо­ҙайбирҙин менән Д. Юлтый яҡлаған башҡорт теленең күплек аффикстары нормаһында бер һуҡмаҡҡа килеп сыға, шуның менән һәр ике яҡтың позицияһын көсәйтә.

Белеүебеҙсә, тәүге ике осраҡта күплек аффикстарына тел тарихынан бигерәк уны ҡулланыу күҙлегенән сығып яҡын киленһә, С. Мерәҫов иһә был мәсьәләне киңерәк планда ҡуя һәм шунан сығып, фән күҙлегенән нигеҙләргә тырыша. Беҙ уның был йәһәттән ХVIII быуаттың танылған ғалимдарының береһе П.И. Рычковҡа һылтанғанын әйткәйнек инде. Ул “Ҡыуаҡан шиүәһе менән башҡорттарҙың күп өлөшө һөйләшә” тигән фекер дөрөҫ түгел тип раҫлай һәм Себер, Нуғай, Уса, Ҡазан юлы башҡорттарының ырыу, аймаҡ иҫәбенән сығып, “башҡорттарҙың иң күп өлөшө Юрматы шиүәһендә һөйләшә” тип һығымта яһай. Шуға өҫтәп, С. Мерәҫов был һөйләштең аралашыу һәм яҙыу өсөн үтә уңайлы икәнлеген алға ҡуя.

Авторҙың ярайһы уҡ ҙур күләмле мәҡәләһенән килтереп үтәһе юлдар ҙа шул хаҡта: “Ҡыуаҡан шиүәһендәге бөгөлөштәр бик ҡатмарлы, һәр береһе дүрт ҡатлы, уны дөрөҫ әйтеү, дөрөҫ яҙыу өсөн “фәлән хәрефтәрҙән һуң -тар, -тәр, -дар, -дәр, -ҙар, -ҙәр, -лар, -ләр килә” тип таблица төҙөп, шуны кеҫәңдә йөрөтөргә кәрәк. Шунһыҙ уны дөрөҫ әйтеп, дөрөҫ яҙып булмай. Дүрт төрлө бөгөлөштөң дүртеһенә дүрт төрлө таблица кәрәк”, — тип раҫлай. “Юрматы шиүәһендә күплек ялғауы өсөн һис бер таблица кәрәкмәй. Һәммәһе лә “л” менән ялғана”: -лар, -ләр, -лыҡ, -лек. Юрматы шиүәһе был яғы менән әҙәби телебеҙгә ҙур еңеллек яһай”.

Был урында беҙгә, үҙ ваҡытында Ш. Хо­ҙайбирҙин, Д. Юлтый әҙәби телдә Юрматы һөйләшенең күплек аффикстарын һаҡлап ҡала алмаған кеүек, С. Мерәҫовтың да тырышлығы бушҡа була, тип раҫларға ғына ҡала. Шуға өҫтәп, алда әйткәнебеҙсә, уның СССР Яҙыу­сылар союзы идараһының Минск пленумында башҡорт әҙәби телен үҫтереүгә аяҡ салыуҙа ғәйепләнеүе, тел өлкәһендә үткәрелгән сәйәсәткә ҡаршы ҡуйылыуы хаҡында иҫкә төшөрөп үтеү артыҡ булмаҫ.

Сәғит Мерәҫовтың тормош юлы 1917 йылда Рәсәйҙә булып уҙған ваҡиғалар менән тығыҙ бәйле. Ул Февраль һәм Октябрь революцияларына мөнәсәбәттә ҡаты һынау алдына ҡуйыла һәм был уға үтә ауырға төшә. Башҡорт совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Т. Йә­нәби “Башҡорт ваҡытлы матбуғаты. 1919 – 1929” тип исемләнгән китабында яҙғанса, С. Ме­рәҫовтың шәхесе Февраль революцияһынан һуң барлыҡҡа килгән тәүге башҡорт милли матбуғаты менән дә тығыҙ бәйле. Гәзит “Баш­ҡорттар иттифағы бюроһының мөхбире” исеме менән 1917 йылдың 14 июнендә донъя күрә. Уның мөхәррире Сәғит Мерәҫов була. Әммә баҫманың бер генә һаны сығып ҡала. 15 июлдән ул “Башҡорт” исеме менән нәшер ителә башлай. Гәзиттең барлығы 11 һаны донъя күрә, мө­хәр­рирҙәре лә алмашынып тора. Әммә С. Ме­рәҫовтың башҡорт милли хәрәкәтенең иң тәүге гәзитенең беренсе мөхәррире булыуы ҡайһы берәүҙәрҙә уның шәхесенә ҡарата тынғылыҡ бирмәй.

Түбәндәге ҡулъяҙма ла йәмәғәтселектең уға мөнәсәбәтенең шундай бер шауҡымы. Дәүләт архивында һаҡланған был документҡа 1931 йылдың 13 ғинуарында Ғ. Амантай ҡул ҡуйған. Һүҙ “Башҡорт әҙәбиәте” тип исемләнгән ярайһы уҡ күләмле ғилми хеҙмәт – 297 битлек ҡулъяҙма хаҡында бара. Рецензент “һүҙ юҡ, китап бик ҡиммәтле материалдарҙы эсенә алған” тип һығымта яһай һәм авторҙың “М. Өмөтбаев, Аҡмулла, Яҡшығол, Ғәли Соҡорой, Ялсығол” кеүек шағирҙарҙың ижады хаҡында һүҙ алып барыуын билдәләй. “Әммә тулы түгел” тигән фекергә килә ул. “Сәйәси анализ мәсьәләһенә килгәндә, алған тәрбиәһе һәм ҡанына һеңгән идеяһы менән милли буржуазия тарихсыһы булған Сәғит ағайҙан марксистик анализ көтөү — мөхәл эш. Китапты был көйө баҫтырыу хаҡында уйларға ла ярамай. Бары тик “Башҡорт әҙәбиәте тарихына материалдар” исеме менән генә файҙаланырға мөмкин” тигән юлдар менән тамамлана Ғ. Амантайҙың тәҡризе (ф.798, оп.1, д. 2332, л. 367).

Фекерҙәр һәм дәлилдәр

С. Мерәҫов иһә башҡорттарҙың үҙ туған телендәге әҙәбиәтенең киләсәгенә ныҡлы ышана, уны Октябрь революцияһы биргән ҡаҙаныш тип һанай. Был – уның үҙ ваҡытында яманаты сыҡҡан “Башҡорт әҙәбиәтенең тыуыуы һәм үҫеше” исемле мәҡәләһенең төп тезисы. Әммә административ-бойороҡ биреү тәртибенең ғилем донъяһына тәрән үтеп инеүе, рухи ҡиммәттәргә баһа биреүҙә синфилектең өҫтөнлөк итеүе — шул замандың ғәйебе генә түгел, бәләһе лә. С. Мерәҫов иң элек шуның ҡорбаны булды ла. Бушҡа ғына Ғ. Амантай ҙа уны “ҡанына һеңешкән идеяһы менән милли буржуаз тарихсы” тип атамай. Ә ул иһә үҙен яңы тормошҡа аяҡ баҫҡан халҡының айырылғыһыҙ өлөшө тип һананы ғына түгел, шулай итеп тойҙо ла.

Ғәмәлдә С. Мерәҫов йәш автономиялы республиканың тарихын аяҡҡа баҫтырыуҙа ихласлыҡ күрһәткән кешеләрҙең береһе була. Ул 1921 йылда “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған “Халыҡ әҙәбиәтен йыйыусыларға белдереү” исемле хәбәренән алып ғүмеренең һуңғы көнөнә ҡәҙәр ошо маҡсатына тоғро ҡала. Гәзиттең 1923 йылдың 6 ғинуарындағы “Ғилем мөхитләренән үтенес” исемле мәҡәләһендә ул, ғилми ойошманың тарих вә археология шөғбәһенең мөдире булараҡ, башҡорт халҡының ҡомартҡыларын йыйыуға саҡырып сығыш яһай. Шул уҡ йылда “Яңы юл” журналындағы (1923, 9-сы һан) “Үҙ әҙәбиәтебеҙҙең әһәмиәте” мәҡәләһендәге төп фекере лә үҙ заманы өсөн бик көнүҙәк яңғырай: “Башҡорт телен бер тәртипкә һалып, әҙәбиәтебеҙҙе тыуҙырыу. Башҡорттарҙың саф төп телен асәс (нигеҙ – З.Н.) итеп алып, уны байытыу һәм ғөмүмиләш­тереү (дөйөм, йәғни уртаҡ әҙәби тел итеп алыу – З.Н.).

“Башҡорт аймағы” журналында баҫылған “Башҡорттарҙың яҙма һәм баҫма әҙәбиәте” исемле мәҡәләһендә (1926 йыл, 2-се һан) Сәғит Мерәҫов әҙәбиәт тарихын аныҡлаштыра төшә һәм “Яҙыу сәнғәте башҡорттар араһына дин менән бер ваҡытта ингәнлектән элекке башҡорт яҙма әҙәбиәтенең дини рухта булыуын икеләнмәй әйтеп була” тип белдерә. “Башҡорттар араһында бынан 700 йыл элек яҙылған фарсы, ғәрәп китаптарының таралыуы башҡорттарҙа ислам дине тарала башлағандан яҙма әҙәбиәт булыуын күрһәтә. Тик ул ваҡытта әҙәбиәт башҡорт телендә булмай. Ғәрәп, фарсы, уйғыр, сығатай телдәрендә була”, тип тамамлана уның ҙур булмаған мәҡәләһе.

С. Мерәҫовтың 20-се йылдарҙа республика матбуғатында — “Башҡортостан хәбәрләре”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә, “Белем”, “Башҡорт аймағы”, “Яңы юл” журналдарында донъя күргән мәҡәләләре уның шәхесе, күпмелер дәрәжәлә донъяға ҡарашы хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Яҙмаларының барыһы ла дөйөм алғанда әҙәбиәт ғилеменә ҡарай. Улар араһында “Вафатына өс йыл тулыу уңайы менән бөйөк башҡорт шағиры Бабичты иҫкә алыу” исемле мәҡәлә (“Башҡортостан хәбәрләре”, 1922 йыл, 28 март) иғтибарҙы йәлеп итә. Ул “Ш. Бабичтың “Ғәлиә”лә уҡыған сағында Рычков, Татищев, Неплюев, Тевкелев тарихтарын уҡыуы, боронғо бабаларыбыҙ Килмәт, Аҡман, Күсем, Айҙар, Ҡараһаҡал, Батырша, Салауат батырҙың халыҡ ирке өсөн күрһәткән ҡаһарманлыҡтары” уны “Башҡортостан мөхтә­риә­тен үҙенә идея итеп алырға дәртләндерә” тип раҫлай. “Бабичтың шундай рухтағы шиғырҙары бөтөн башҡортто ҡуҙғатты. Ошо йәһәттән Бабич башҡорт мөхтәриәтенең бөйөк хадимы (хеҙмәтсеһе — З.Н.) урынын тота” тип раҫлай С. Мерәҫов һәм уның билдәле шиғырынан:
Намыҫ өсөн тәңрем йәндән кисәм,
Килтер вәғҙә, ҡөҙрәт ҡулың бир,
Башҡортостан иҫән ҡала тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир, —
тигән юлдарҙы килтерә.

1917 йылғы Февраль революцияһы көндә­рендә милли хәрәкәткә ихлас ҡушылып киткән С. Мерәҫовҡа был шиғыр юлдары, бәлки, үҙ ҡәләменән сыҡҡан һүҙҙәр булып та тойолғандыр, сөнки ул да кисә генә үҙен ирекле ҡош итеп хис иткән, әммә бөгөн ҡаты һынау алдына ҡуйылған меңдәрҙең береһе ине. Ғәмәлдә уның үткәне менән хәҙергеһе араһына ғүмеренең ахырынаса ике революция — 1917 йылдың февраль һәм октябрь көндәре ятты. Ул тәүгеһенең уртаһында булһа, икенсеһе уға ғүмерлек хөкөм сығара, үҙенән ситкә тибә, халҡы менән бергә булыу, уға хеҙмәт итеү теләген инҡар итә. Ошо ҡараш уның шәхесен уҙған быуаттың 90-сы йылдарына ҡәҙәр эҙәрлекләне.

Шулай ҙа ваҡыт бер көн килеп Сәғит Мерәҫовҡа асыҡ йөҙ күрһәтте. Уның үҙ мәлендә Беренсе башҡорт ҡоролтайы тарафынан Башҡорт Милли Шураһының Башҡарма комитетына һайланған алты шәхестең береһе булыуы һуңлап булһа ла танылды. Шулай уҡ яңы заман уның башҡорт милли матбуғатына нигеҙ һалыусыларҙың береһе икәнлеген дә нығытып ҡуйҙы.

Ә инде “Башҡортостан” гәзитенең былтырғы 23 июнь һанында “Ҡыуайырға – ҡобайыр” исемле баш аҫтында донъя күргән мәҡәлә авторы – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың уның яҡташы ғына түгел, әсәһе яғынан туғаны ла булыуы Сәғит Мерәҫовтың исемен тағы ла күтәрә һәм яҡынайта төштө. Халҡының аҫыл улдарының береһе булараҡ, уның хөрмәтенә тыуған төйәгендә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылыуы ла шуға дәлил. Шуның менән бергә Ырымбур яҡтарындағы боронғо Мерәҫ (Ҡыуайыр) ауылы ла тарихи, изге бер урынға әүерелде.

Әҙәби тел тирәһендә барған бәхәстәр ҙә Сәғит Мерәҫовтың теге саҡта уҡ дөрөҫ фекер йөрөтөүен таный. Беҙ уның Ш. Хоҙайбирҙин менән Д. Юлтый, һуңғараҡ 60-сы йылдарҙа Т. Байышев кеүек танылған шәхестәр менән фекерҙәш булыуын күрәбеҙ. Ҡасандыр С. Мерәҫов ихлас яҡлаған Юрматы һөйләше бөгөн башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына бәйле бәхәстә өҫкә сыға, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең төп факторына әүерелә.

Был фекерҙәр һәм дәлилдәрҙең барыһы ла мәҡәләгә баш итеп ҡуйылған ХХ быуаттың 20-се йылдары һорауына ХХI быуаттың асыҡ яуабы булып тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506