Бер шәхестә — заман йөҙө06.07.2018
Маһир фольклорсының иҫтәлеге мәңгеләштерелә

Бер шәхестә — заман йөҙө“Яҡты хәтер” тигән китапты филология фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиев үҙенең студент йылдарындағы уҡытыусыһы Марат Хәләф улы Минһажетдиновҡа арнаған. Уны бер тынала уҡып сыҡтым. Күҙ алдыма университет, дүртенсе ҡатта урынлашҡан филология факультеты, аудиториялар, шаулап-гөрләп торған оҙон коридор, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары килде. Ә беҙҙе уҡытҡан уҡытыусылар Марат Минһажетдинов, Вәли Псәнчин, Марат Зәйнуллин, Нәғим Ишбулатов, Абдулла Баязитов, Хәнифә Зиннәтуллина, Бәһиә Мәғәсүмова, Әмир Чаныш, Миҙхәт Ғәйнуллин, Семен Гутман, Роберт Байымов, Тимерғәли Килмөхәмәтов һ.б. берәм-берәм хәтерҙән үтә.



Был әүлиәлекме?

Изге күңелле, тәрән белемле, туған телем, әҙәбиәтем һәм мәҙәниәтем тип йән атып торған ғалим-педагогтарҙан белем алыуыбыҙ менән бөгөн дә сикһеҙ ғорурланабыҙ. Ә Марат Хәләф улы үҙе бер уникаль шәхес булыуын бына ошо китапты уҡып сыҡҡас тулыһынса аңланым булһа кәрәк. Ваҡытында шундай педагог ҡулында уҡыуымды аңлап та, белеп тә бөтмәгәнмен икән!
Йыйынтыҡ ике бүлектән — Марат Минһажетдиновтың “Ҡош юлынан барам” тигән һайланма ғилми хеҙмәттәренән һәм уның шәкерттәре, туғандары, замандаштары, фекерҙәш дуҫтары хәтирәләренән тора. Афарин тимен автор-төҙөүсегә. Р.Шаһиев был хеҙмәтенә тиклем остазы хаҡында “Ижади маһирлыҡ”, русса “В памяти народной” йыйынтыҡтарын нәшер иткәйне. Ҡобағош ауылы мәктәбендә ғалимдың музейын ойоштороуҙа, Учалы ҡалаһы Бурансы ҡасабаһының бер урамына исемен биреүҙә әүҙемлек күрһәткәйне, хәтер кисәләренә ҡарата өс тиҫтәнән ашыу мәҡәлә яҙғайны инде. Бына бөгөн килеп, 44 йылдан һуң, үҙенең остазы тураһында бына тигән сираттағы хеҙмәтен уҡыусыға бүләк итте. Берәү әйтмешләй, бай рухи бүләк бөгөнгө уҡыусыға килеп етте.
Нәшриәттә тиҫтә йылдан ашыу сират көтөп ятты был китап. Элекке нәшриәт етәкселәре, мөхәррирҙәр йылдың-йылы алмашына торҙо, һәр береһе вәғәҙәһен бирә килде, ә хеҙмәт онотола барҙы. Ниһайәт, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең яңы директоры Илһам Йәндәүләтов етәкселегендәге коллектив хеҙмәткәрҙәре тырышлығында оҙаҡ көтөлгән китап донъя күрҙе. Ҙур ҡыуаныс кисерҙе Марат ағайҙың туғандары, ғаиләһе һәм дә уның шәкерттәре. Оло рәхмәтебеҙҙе ҡабул итеп алһындар инде. Эштәрендә ижади уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләйек бындай миһырбанлы иптәштәргә. Һәр ойошмала бына ошондай изге күңелле, юғары аңлы, һәр йәһәттән интеллектуаль шәхестәр эшләһә ине лә ул!
“Яҡты хәтер” китабы иҫ китмәле күңел йылылығына төрөнгән. Марат Хәләф улының изге рухы, ғилми юғарылыҡта ижад ителгән хеҙмәттәре ҡош юлына һибелгән йондоҙҙар балҡышын хәтерләтә. 50 – 60-сы йылдарҙа А. Карнай, Һ. Дәү­ләтшина, Ғ. Ғүмәр, Ә. Вахитов, Ғ. Хө­сәйенов, Р. Бикбаев, Ш. Бикҡолов, Ә. Та­һирова һ.б. ижадына арналған тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялары, әҙәби байҡауҙары үҙҙәренең оперативлығы, масштаблығы, әйтер инем, тура һүҙлелеге, сафлығы, әллә нисәмә йыл алдан күрә белеү (был әллә әүлиәлекме икән?) һәләте, интеллектуаль фекерләү тәрәнлеге йә­һәтенән башҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгө проблемаларын да ҡылыҡһырлай бит. Башҡорт әҙәбиәте тәнҡитендә М. Мин­һажетдинов күтәргән мәсьәләләр артабан үҫтерелеп, камиллаштырылып, заманына ауаздаш булып, унан да алға китеп, юғарыға, киңлеккә сыҡһын ине лә ул.
Шул дәүерҙә үк Марат Хәләф улы — әҙәбиәттә герой проблемаһын күтәреп сыҡҡан әҙиптәрҙең тәүгеһе. Миҫалға “Яҙыусы, тәнҡитсе, уҡыусы”, “Заман, герой һәм әҙәби типтар”, “Тулы фекергә табан” һ.б. хеҙмәттәрен килтерергә мөмкин. Яҡуп Ҡолмойҙоң “Һайланма әҫәрҙәр”енә яҙылған “Керешкәйе тартылған ян икән”, Динис Бүләковтың “Ҡояш ярсығы – яңырыу шатлығы” рецензиялары афоризмдарҙан ҡойолған бер рухи һәйкәлме ни! Хеҙмәттәрендә халыҡ ижады мотивтарын, ундағы аҡыл төбөн, йомолған йомаҡ, әйтемдәр, лаҡап формаһындағы халыҡсан көләмәстәр М. Минһажетдиновтың ижад стилен байытып, нурландырып ебәрә. Шул яғы менән ғилми хеҙмәттәре художестволы әҫәр кеүек уҡыла, күңелдәр киңәйә, йән тыныслығы килә.
Марат Хәләф улы — маһир фольклорсы. Ул был жанрҙа киң ҡоласлап, йөҙөп эшләгән ғалимдарҙың береһе булды. Атаҡлы ғалим Әхнәф Харисов: “Йыл буйы башҡараһы эште Марат Хәләфович ике-өс айҙа башҡара ла сыға”, — тип юҡҡа ғына баһа бирмәгәндер.
Башҡорт халыҡ ижадын, бигерәк тә әкиәт, легенда, риүәйәттәр жанрын йыйыу, туплау, ғилми әйләнешкә ҡуйыу, халыҡ-ара каталогка индереү, йыл һайын экспедициялар ойоштороу, айырым курс буйынса лекциялар уҡыу, был эшкә һәләтле студенттарҙы йәлеп итеү, ғилем юлына алып инеү Марат Минһажетдиновтың ижади стихияһына әйләнгәйне инде. Ғалим тарафынан “Халыҡ илһамының мәшһүр һәйкәле”, “Йөрәктән йөрәккә”, “Ижад ҡаһарманы”, “Шиғырҙар сылбыры”, “Эпик киңлектәргә бер сәйәхәт”, “Йәш яҙыусының халҡына ҡалдырған бүләге”, “Йөрәктән сыҡҡан һүҙ” әҙәби тәнҡит мәҡәләләре төрлө жанрҙа ижад иткән әҙиптәрҙең әҫәрҙәренә принципиаль художестволы анализ яһала, проблемалар ҡуйыла, етешһеҙлектәренә борсола, матур, килешле афоризмдар әйләнешендә үҙенең аң-кимәле юғарылығын да иҫбатлай. Хеҙмәттәренең исемдәренән үк кем икәнен дә, хис-тойғо тәрәнлеген дә, көнүҙәк фекерҙәр концепцияһын да аныҡлай алабыҙ.
“Яҡты хәтер”ҙең икенсе бүлеге “Марат Минһажетдинов хаҡында хәтирәләр” исемен алған. Был бүлектә өс тиҫтәнән ашыу замандаштары үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Ғалим-педагогтың ысын мәғәнәһендә күптәрҙең остазы, оло дуҫы, фекерҙәше, ихтирамға лайыҡ кешелеклелеге, үтә лә ябайлығы, әммә шәкерттәренә ҡарата талапсанлығы, асыҡ йөҙө, ҡурҡыу-шикләнеү белмәй тура һүҙлелеге һәм дә һәр кемдең дә ҡолас етмәҫлек әҙәби ижадҡа сумып китеп, бар көсөн биреп хеҙмәт итеүе хәтирәләрҙә тулыһынса асыла. Бындай иҫкә алыуҙарҙы, хис-тойғоға ҡоролған хәтирәләрҙе ғүмеремдә беренсе уҡыуымдыр, моғайын. Бында заман, шәхес, илдәге үҙгәрештәр, үҙ-ара мөнәсәбәт, кадрҙар әҙерләү, әҙәбиәттәге ул дәүерҙәге үҫеш-күтәрелеш, халҡың алдындағы бурыс, кеше булып ғүмер итеү, ысын ижадсының халҡына әйтер һүҙе һ.б. мөһим мәсьәләләр сағылыш ала.
Китап шулай итеп бер шәхес аша ул замандың йөҙөн дә һәр яҡлап анализлай. “Ҡош юлынан барам” тигән яҙмаһынан һәм хәтирәләрҙән төҙөлгән хеҙмәттең тәрбиәүи көсө лә шунда. “Яҡты хәтер”ҙән яҡтылыҡ, йылылыҡ бөркөлә, һине уйландыра, борсолдора, кеше ҡәҙерен, уның хеҙмәтен ваҡытында күрә белеү, баһалай белеү уйҙарға сумдыра ла.


“Яҡты хәтер”ҙән йылылыҡ бөркөлә

Күренекле тел ғалимы Вәли Псәнчин һәм яҙыусы, БДУ профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов: “... Яҙмыш уға бик ҡыҫҡа ғүмер бирҙе, әммә ул шул ҡыҫҡа ғына ғүмерендә лә оҙаҡ йәшәрлек хеҙмәт емештәре ҡалдырырға өлгөрҙө. Быны тик талантлылар һәм егәрлеләр генә эшләй ала. Марат Минһажетдинов ана шундай кеше инем”, — тигән баһа бирә. Яҙыусы, журналист, филология фәндәре кандидаты Сәлимйән Бәҙретдиновтың әйткәне: “...Һиҙгер йөрәкле, ихлас күңелле, ярҙамсыл, ҡәрҙәштәре хаҡында оло хәстәрлек күргән, шәкерттәренә үрнәк, рух сығанағы булған шәхес...”
М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, ғалим-педагог Әхәт Вилданов хәтерләүҙәренән: “...Үҙем дә әҙәбиәтсе булғанғамы, Марат ағай Минһажетдинов нығыраҡ хәтеремдә ҡалған. Дәрестәре бик йәнле үтә торғайны. Әңгәмәләшеп, фекер алышып, ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Ҡайһы берҙә, ҡыҙыу бәхәс ҡупһа, ул беҙҙе һынсыл ҡараш менән йылмайып ҡына тыңлап тик ултыра. Хәҙер уйлайым да шундай фекергә киләм, ул, моғайын, проблемалы һорауҙар ҡуйып, юрамал бәхәсләштереп, беҙҙе үҙаллы фекерләргә өйрәткәндер, тим. Боронғо мәҙрәсәләрҙә махсус шундай дәрестәр булған бит – шәкерттәр дини темаларға фекерләргә, ҡараштарын дәлилләргә, яҡларға өйрәнгән. Тимәк, Марат ағай ҙа әҙәбиәт, художестволы ижад мәсьәләләрен тикшергәндә, шул борондан килгән методиканы файҙаланған...”
Донъябыҙға ҡот бирер

Башҡортостан, Мәскәү, Испания, Португалия, Франция илдәрендә “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле составында сығыш яһап, сәхнә күрке исемен алған, шиғри күңелле Фәриҙә Ҡәләмова “Марат Минһажетдиновҡа” исемле шиғырында юҡһыныуын белдергәйне.
...Ир-егетмен тигән кешеләргә
Йөрәктән йыр үҙе яҙыла.
Иҫән булһаңсы һуң, Марат ағай,
Бөгөнгө көн беҙҙең арала...
Башҡортомдоң аҫыл егеттәрен
Онотмайыҡ әле, кешеләр!
Донъябыҙға ҡот бирерҙәй заттар,
Һирәк тыуа Марат ишеләр...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев:
...Етемһерәй тыуған йортоң,
Һағына сабый һуҡмағың.
Күҙ алдымда,
Бөркөт булып,
Бейеккә осҡан сағың.
Башҡорттоң моң хазинаһы
Һине арбар саз булды.
Һәләтле йәштәребеҙгә
Аҡыллы остаз булдың.
Һүҙебеҙҙе һаҡланы һүҙең,
Телде яҡланы телең.
Һөмһөҙлөктәр һөҙҙө һине,
Бәғереңде үтте телеп.
...Был таңда баҫыу баҫлыҡҡан,
Ҡобағоштоң көнбағышын
Ҡара көйҙөргән ҡырау.
Ҡәберең янында, дуҫым,
Ҡырау һуҡҡандай торам, —
тип һағышлы әсенеү-юҡһыныуҙарын яҙа үҙенең “Марат Минһажетдиновты һағынам” исемле шиғырында.
Халыҡ шағиры Рауил Төхфәт улы артабан: “...Замандаштарының күңелендә Марат Минһажетдинов яҡты шәхес булып, ҙур һағыш һәм юҡһыныу булып йәшәй. Арабыҙҙа йәшләй киткән был талантлы ғалим һәр саҡ халҡыбыҙ рухиәтен хәстәрләп, бөтә көсөн шуға түгеп үткәрҙе. Киләсәктә лә ҡиммәтен юғалтмаҫ ғилми хеҙмәттәр ҡалдырҙы, шуға ла Марат Минһажетдиновтың исеме ил хәтерендә һаҡланыр”, — тигән тәрән ышанысын аҡ ҡағыҙға яҙҙы.
Китаптан ниндәйҙер бер серле моң килә кеүек. Был Марат Хәләф улының бейектән-бейек, бөйөктән-бөйөк рухи байлығы, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә халҡына тауҙай ауыҙ-тел ижадын ауҙарыуы, йөҙәрләгән ғилми хеҙмәт ижад итеүе, әҙәбиәт тарихында беренсе булып “Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлауға ҡыйыулығы, тиҫтә-тиҫтә йәш кадрҙар әҙерләүе, әлеге көнгә тиклем 44 йыллыҡ һынауҙар аша үткән дәреслектәр яҙыуы, программалар төҙөүе ижади батырлыҡ түгелме ни?!
Һеңлеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Рауза Хәләф ҡыҙы Мөслимова (Минһажетдинова) хәтерләүҙәрен тарата: “...Беҙ бәләкәй ваҡытта Миндәк йылғаһы бик тәрән, күп һыулы ине. Балыҡ күп булды. Һыу таҙа. Ҡармаҡ, бик һирәк мурҙа менән тота. Мин уның артынан йөрөйөм, балыҡтарҙы йыуам, өлгөр генә. Ҡайһы бер көндәрҙә берәр биҙрәләп таҙартып алып ҡайтыр инек. Буш ҡайтҡан ваҡытты хәтерләмәйем. Беҙҙе “Музгарка” исемле бөркөт ҡарауыллап йөрөй. Фуат ағайым 1926 йылғы, 1944 йыл һуғышҡа алынғас, бөркөтөн Маратҡа тапшырып китте. Әйткәндәй, Фуат ағайым да — һунарсы, балыҡсы. Һунарға йөрөгәндә бәләкәй генә ояһынан төшкән ҡошто алып ҡайтты. Шул ҡош ҙур бөркөт булып үҫте, аҙаҡ Марат ағайым балыҡҡа сығып китһә, ул уның артынан эйәрә, икеһе бер буй булып атлай. Марат ҡайһы ерҙән генә һыҙғырмаһын, осоп килә, таба, үҙе лә балыҡ тотоп ашай, күберәк беҙҙең ҡулдан алып ашарға яратты. “Музгарка” шундай аҡыллы ҡош булды, эт кеүек өйгә һаҡсы, тоғро иптәш. Беҙ бала-сағаның ҡулында берәй ашамлыҡ күрһә, арттан яйлап ҡына килеп, бер зыянһыҙ ғына алып ашай ҙа ҡуя. Марат ағайым менән бер ҙә айырылманы тиерлек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыштан һуң бер бабай дарыу өсөн тип урлап һуйып ашаған, тинеләр, беҙ ныҡ иланыҡ. “Музгарка” юғалғас, бигерәк тә ағайым бошоноп йөрөнө...
...Ағайым тураһында хәтирәләремде асыҡлармын тип өмөт итәм, бурысым тип иҫәпләйем, Алла бирһә, эшләрмен тип ышанам. Һаулыҡ ҡына бирһен Хоҙай!”
Хәтирәләр, хәтирәләр! Осо-ҡырыйы юҡ. Изге күңелле кешеләр хаҡында иҫтәлектәр яҙыла торһон, улар киләсәккә кәрәк. “Яҡты хәтер”ҙе кем уҡыған, уҡыясаҡ, һис шикһеҙ, күңеле байыр, таҙарыр, шундай шәхес­тәрҙең булыуына шатланыр, күңеле хис-тойғоға бирелер, рәхмәттәрен әйтеп сауабын да алыр.
“...Ағайымдың “Ҡош юлынан барам” исемле хеҙмәттәрен һәм дә уның тураһында яҙылған иҫтәлектәрҙе уҡыйым да илайым, күҙ йәштәремде һис тә тыя алмайым. Рәхмәт, мең-мең рәхмәт Рәүеф Вәли улына. Марат ағайымды онотолоп барған ерҙән бөтә республикаға күтәреп сыҡты, бына бөгөн уның хаҡында өсөнсө китабын яҙҙы. Һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ бөтә туғандар исеменән уға һәм ғаиләһенә. Ижад ҡомарың һис тә һүнмәһен, Рәүеф Вәлиевич!” — тип төбәп әйтеүендә ҙур хаҡлыҡ бар, әлбиттә, Рауза апайҙың. Күп көс, күҙ нурҙары түгелгән, яҡты уй-фекерҙәр һибелгән был китапҡа. Әйтер һүҙем дә шул ине. Марат Хәләф улы Минһажетдиновтың “Ҡош юлынан барам” китабындағы хеҙмәттәре, дөйөм “Яҡты хәтер” йыйынтығы интеллектуаль камиллыҡҡа ишара, шуға ла был хеҙмәт республика кимәлендәге оло баһаға лайыҡ, тип уйлайым. Фекеремде күтәреп алырҙар, тип ышанғы килә.

Фәниә ДӘМИНДӘРОВА,
философия фәндәре докторы, профессор.


Вернуться назад