Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостандың беренсе маршалы менән осрашыу
Башҡортостандың беренсе маршалы менән осрашыу...Һуғыш тамамланғас, күптәр, бигерәк тә Еңеү менән тыуған яҡтарына, ғәзиз кешеләре янына иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡандар өсөн шатлыҡлы көндәр башлана. Матди ҡытлыҡҡа ҡайтып ҡал­ған ауырлыҡтар алдында улар хәҙер баш эйерлек түгел. Бөтәһе лә етеш, мул, матур тормошто үҙ ҡулың менән төҙөп булырын яҡшы аңлай. Бары илдә тыныслыҡ ҡына тантана итһен...

Дөрөҫ, икенселәр өсөн һуғыштың тамамланыуы күңел әрнеүҙәрен тағы ла көсәйтеп ебәрә. Афәт барҙа, “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!” тип көндө төнгә ялғап бил бөккәндә һәләк булған яҡындарҙы юҡһынырға, уларҙың “Беҙ ҡай­тырбыҙ!” тип хушлашыуҙа­рының ысынға тура килмәгәнен айыҡ төшөнөргә ваҡыт та булма­ғандыр. Ә инде айҙар, йылдар дауамында ҡурҡыу, шом менән ярһыған күңелдәр, бер аҙ хәл алғас, Еңеүсе тойғоларын юҡһыныу хистәре алыштыра, әммә ут өйөрмәһенән берәүҙәр­ҙең ире, икенселәрҙең улы иҫән ҡайта алғанына өсөнсөләр нәфрәт белдерергә тейеш түгел, шуға ла улар уртаҡ шатлыҡ менән килгән йән ғазаптарын тештәрен ҡыҫып, өнһөҙ-һүҙһеҙ үткәрә, күҙ йәштәре түгелмәй, күңелдәр генә һыҡрана. Ҡул-аяғын ҡалдырып, әммә тыуған яғына, яҡын кешеләре янына күңел ҡанаттарында осоп ҡайтҡан, ләкин унда аяуһыҙ тормош дөрөҫлөгө менән ос­рашып, йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан һалдаттар тураһында ла онотмайыҡ. Берәүҙәренең ғаиләһе аслыҡтан ҡырылған, икенселәре­нең йорто ут аҫтында ҡалып күккә осҡан, ә өсөнсөләрҙе ҡатындары, һөйгән йәрҙәре көтмәй. Шулай итеп, һуғыш тамамланыу уңайынан булған тәүге хис-тойғоно артабан уйланыуҙар мәле алыштыра.
Алда беҙҙе нимә көтә? Был низағты, ысынлап та, кисектереп булмай инеме? Оло юғалтыуҙар алып килгән был алышты нисек баһаларға? Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батыр­лыҡ­тары, илгә хәрби кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индергәне өсөн Советтар Союзы Геройы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Иван Иванович Пстыго иһә бөгөнгәсә ошо һорауҙарға яуап эҙләй.

* * *

Башҡортостандың беренсе маршалы менән осрашыуМәскәү һынлы Мәскәүҙә яҡташ ветеран тураһында белешмәне эҙләп табыу бер ни торманы. Советтар Союзы Геройҙары комитетына шылтыратҡайным, үтенесем­де кире ҡаҡманылар. Иван Ивановичтың телефонын яҙып алдым да ул, һикһән ете йәштәге кешенең сәләмәтлеге нисеге­рәк икән, ғөмүмән, минең шылтыратыуҙы нисек ҡабул итер бит әле.
Советтар Союзы Геройы тигән данлы исем йөрөткән яҡташы­быҙҙың тыуған яҡтарынан сығып китеүенә лә хәтһеҙ ваҡыт үткән. Хәтһеҙ генәме һуң... Алтмыш туғыҙ йыл! Бар булмышын хәрби тормошҡа, дөрөҫөрәге, илебеҙ тыныслығын һаҡлауға арнаған, иң ауыр йылдарҙа уның именлеге хаҡына ғүмерен аямаған ысын батыр өсөн “кендек ҡаны тамған ер” тигән төшөнсә изгеләрҙән һанала икән. Кем мин, ниндәй мәсьәлә буйынса борсойом, сығышы менән беҙҙең республиканан булған беренсе һәм әлегә берҙән-бер авиация маршалын улар ҡыҙыҡһындырманы. Баш­ҡортостандан булыуымды ишеткәс тә, адресын әйтергә ашыҡты, нисек барырға икәнен дә тәфсирләп өйрәтте.
Билдәләнгән ваҡытта Иван Иванович Пстыгоның фатир ише­гендәге ҡыңғырауға баҫтым. Баҡ­ти­һәң, ошо осрашыу уңайынан уның тулҡынланыуы минекенән һис кәм булмаған, балаларса эскерһеҙ ҡыуанып ҡаршы алды ул мине. Бәлки, икһеҙ-сикһеҙ Тыуған илебеҙҙең Башҡортостан тигән биләмәһе уның тап бала­лыҡ һәм үҫмер йыл хәтирәләре менән бәйле булғанға, үҙенә ғүмер бүләк иткән ғәзиз кеше­ләренең мәңгелек йортон һаҡла­ғанғалыр. “Башҡортостандың бөгөнгөһө менән ҡыҙыҡһынып торам. Унда һуңғы йылдарҙа алып барылған ыңғай үҙгәрештәр өсөн ихлас ҡыуанам. Йәшерәк саҡта килеп эләккән форсаттан файҙаланып, Өфөгә бер нисә сәғәткә генә булһа ла һуғылып китә, хатта Архангелгә лә барып етә инем. Хәҙер ваҡыт күп тә, яйы ғына сығыңҡырамай. Тормош үҙгәрә, тыуған яҡтар ҙа таны­маҫлыҡтыр инде... Әммә шуны­һын билдәләп үтергә теләйем, миңә был тормошта ысын мәғәнәһендә бик күп һыуҙар кисергә тура килде, әммә тәнгә сихәт, йәнгә рәхәтлек бирерҙәй Инйәргә тиң йылғаны күрмәнем; бик күп илдәрҙә булдым, ләкин беҙҙең тыуған яҡ тәбиғәтенә етерлек матурлыҡты бер ерҙә лә осратманым”, — ти ул.
Әйткәндәй, ярайһы өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Иван Иванович бай һәм ижади телмәре менән һоҡландырҙы. Ул оҙаҡ йылдар ил әһәмиәтендәге яуаплы хәрби дәрәжәләрҙе биләй, намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп наградалар менән бүләкләнә. Авиация маршалы, СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби летчигы Маҡтау ҡағыҙҙарында яуап­лы, талапсан, маҡсатлы тип билдәләнә. Һайлаған хеҙмәт йүнәлеше, биләгән дәрәжәләренә күрә, бәлки, холҡонда бер аҙ ҡырыҫ яҡтары ла булғандыр. Әммә бала саҡтан Архангел районының хозур тәбиғәте аша һеңгән күңел матурлығын улар һүрелтә алмаған.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Иван Иванович Пстыго үҙен ижадҡа бағыш­лаған. Уйланыуҙар, очерк, мәҡә­лә, хикәйә һәм шиғырҙар туп­ланған 12 йыйынтығы донъя күр­гән. Ҡарт һалдат менән таныш­ҡас, шундай нескә, һиҙгер, әҙәби күңелле кеше бар ғүмерен теүәллекте, принципиаллекте талап иткән һөнәргә нисек бағыш­лай алды икән, тигән һорау тыуа. Әлбиттә, хисле йәндә ҡырыҫ сифаттар уятыр хәл-ваҡиғалар күберәк илебеҙ тарихындағы шанлы ваҡиғалар менән бәйлелер. Уны Иван Иванович Пстыгоның үҙе ҡатнашҡан Изге һуғыш тураһындағы уйланыуҙары аша сағылдырабыҙ.
* * *

— Иван Иванович, бөгөнгө күҙлектән баһалап ҡарағанда, донъя тарихында­ғы иң шанлы һәм аяуһыҙ ошо һуғышты кисектереп булманымы икән ни?
— Юҡ, 1941 йыл шарттарында был һуғышты кисектереп булмағандыр, сөнки уны беҙ башламаныҡ, ә һөжүмгә дусар булдыҡ. Беҙҙең ил агрессия ҡорбаны, фашизмға ҡаршы үлемесле көрәште башларға мәжбүр ине. Тотош Европаны ҡулға төшөргән Гитлер биләгән киңлектәре менән генә мөрхәтһенмәй, Советтар иленә лә ҡул һуҙҙы. Донъя менән хакимлыҡ итергә теләгән Гитлер беҙҙе тар-мар итеренә һис икеләнмәй, уға ныҡлы әҙерләнә, ә бына беҙҙең яҡтан әҙерлек кимәле үтә насар ине.
— Тимәк, һеҙ был һуғыш­тың, рәсми мәғлүмәттәрҙә теркәлгәнсә, көтөлмә­гәндә башланыуын инҡар итәһегеҙ...
— Эйе, ундай “әкиәтте” теге йәки был сыға­наҡтарҙа бөгөн дә уҡырға була. Ул 1941 йылда уйлап сығарылған тарихи ҡалып. “Көтөлмәгәндә башланған һу­ғыш” тигән төшөнсә Сталиндың алда нимә буласағын күҙаллай алмаған булдыҡһыҙ сәйәсмән икәнен, шул сәбәпле һуғышҡа юл ҡуйыуын, дөрөҫөрәге, уға насар әҙерлеген яҡлау өсөн уйлап сығарыла. Башкиҫәр юлбашсы булараҡ дан алған хаким барында ул ваҡытта дөрөҫлөктө ярып һалыусылар табылмай. Ә инде һуғыш башланғас, “кем ғәйепле?” тигән һорауға яуап эҙләү урынһыҙ. Традицион һүҙ­бәй­ләнештең “нимә эшләргә?” тигән өлөшө актуалерәк була.
1939 йылғаса бер ҡатлыраҡ кешеләр Гитлер Чехословакия, Австрияны яулар ҙа “бөйөк” походына нөктә ҡуйыр тип уйлаһа, Полына ерен баҫып алғас, шул йылдың сентябренән һуң сиратта Рәсәй икәнлеге бөтәһе өсөн дә көн кеүек асыҡ була. Ә ҡырҡ беренсе йылдың башында немец-фашист ғәскәрҙәре үҙҙәренең төп көстәрен, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, йөҙ ҙә алтмыш алты дивизияһын, беҙҙең ил сигендә туплай. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, йөҙ ҙә алтмыш алты дивизия! Бында бит ял итергә туҡтаған ниндәйҙер рота хаҡында ғына һүҙ бармай.
Ошо уҡ мәлдә немец-фашист самолеттары, ил сиген үтеп, йөҙ илле, ике йөҙ саҡрымға тиклем беҙҙең биләмәләргә инә. Айырым самолеттар хатта унан да арыраҡ китә. Хәрбиҙәр быны күрә. Сталиндың үҙенә еткерәләр. Әммә юлбашсы, разведчиктарға теймәҫкә, тигән фарман бирә. Йәнәһе лә, үҙ яғынан инцидентҡа юл ҡуймай. Оператив хәрби эштәргә туҡталған­да, бөйөк разведчик Зорге һуғыштың ҡасан һәм хатта сәғәт нисәлә башланырын алдан уҡ асыҡ билдәләй. Башҡалар ҙа уның һүҙҙәрен ҡеүәтләй. Әммә Сталиндың ысынбарлыҡты нисек бар шу­лай күрергә теләмәүе ваҡытында дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ҡамасаулай. Һөҙөмтәлә бер кешенең яңылышлығы өсөн миллионлаған ҡорбан менән түләргә тура килә.
— Һуғыштың тәүге йылда­рын­дағы уңышһыҙлыҡтар, тимәк, ошо бер сәбәпкә ҡайтып ҡала инде?
— Юҡ, башҡа объектив сәбәп­тәр ҙә була, әлбиттә. Әммә, ми­неңсә, улар улай уҡ мөһимдәрҙән түгел. Фашизмға ҡаршы тотош ил халҡы күтәрелә, әммә дөрөҫ тактика билдәләп, һуғыш­ты оҫта алып барырҙай ысын хәрбиҙәр, һуғыш башланыр алдынан әлеге лә баяғы Сталин тара­фынан юҡ ителә. Күңелһеҙ статистиканың бер нисә һанына ғына туҡта­лайыҡ. Биш Советтар Союзы маршалының өсөһө, Совет Армияһының беренсе рангылағы дүрт командирының икеһе, беренсе рангылағы ике армия комиссарының икеһе лә, алтмыш ете корпус командирының алтмышы, егерме һигеҙ корпус комиссарының егерме бише һәм йәнә бик күптәр – золом ҡорбан­дары. Дөйөм алғанда, һуғышҡа тиклем команда-сәйәси составтан 42 мең кеше репрессиялана. Ә етәксеһеҙ ҡалған хәрби көстө ысын мәғәнәһендә көс тип атап буламы икән? Һуғыштың тәүге йылдарындағы уңышһыҙ­лыҡтарға, оло юғалтыуҙарға ошо күренеш төп сәбәпсе.

* * *

Иван Иванович Пстыго үҙ ғүмеренең алтмыш йылын хәрби хеҙмәткә, авиацияға бағышлай. 1933 йылда тыуған ауылында, Архангел районының Валентиновка мәктәбендә һигеҙенсе клас­ты тамамлағас, бер аҙ үҙе лә уҡытыусы булып эшләй. Һуңынан Өфөгә килеп, 3-сө урта мәктәпте тамамлай. 1936 йылда ул Энгельс хәрби авиация училищеһы курсанты булып китә. Йәнә дүрт йылдан йәш офицер Одесса хәрби училищеһының бомбар­дир­ҙар полкына йүнәлтмә ала. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көнөнән үк дошман техникаһы һәм пехотаһына ҡаршы күктән утлы туптар яуҙыра, Еңеү көнөнә тиклем сафта була, самолеты дөрләп янған осраҡтарҙа ла үҙе иҫән ҡала. Был бөгөн Советтар Союзы Геройы, авиация маршалы тигән юғары дәрәжә йөрөткән яҡташыбыҙҙың хәрби таһыл­лығын күрһәтә. Имен тормошта яулар артабанғы данлы карьераһына нигеҙ һала.
Иван Иванович Пстыго менән осрашыу күңелдә иң йылы тәьҫо­раттар ҡалдырҙы. Һауа бөркөтө­нөң һауаһыҙ, йәғни эскерһеҙ һәм ябай булыуы геройымдың тормош аҡылы хаҡында һөйләй, мин-минлекте яратҡан беҙҙең быуынға үрнәк булып тора. Уның бай йөкмәт­келе, мәғәнәле ғүмер юлы иһә – еңелмәҫ рухлы Еңеүсе олатайҙар быуынының илһө­йәрлек символы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508