ЙЫРЛЫ ҒҮМЕР11.05.2018
ЙЫРЛЫ ҒҮМЕРЕр йөҙөнә һәр кем үҙ һәләте, Аллаһ Тәғәлә биргән эске асылы менән ярала. Бер ҡараһаң, һәр кешелә ята ул ижадсы булмышы. Тик уны тоя, аңлай белергә, үҫтерергә генә кәрәк. Тап ана шул тәбиғи талантты үҫтергән Остаз менән әңгәмә ҡорҙоҡ яҙҙың матур бер көнөндә.
Борон замандарҙа шундай йола йәшәгән: Уҡытыусыһына ҡарап, кемдә белем алыуын иҫәпкә алып, уҡыусыны ҡабул иткәндәр. Эйе, тора-бара уҡыусының үҙенең ижади ҡеүәһе лә иҫәпкә алынған, ул үҙенсә юл ярған, әммә тап юл башында йүнәлеш биргән мөғәллим белем алыусыһында һөнәр оҫталығын ғына түгел, зауыҡ, кимәл, фекерләү төшөнсәләрен дә тәрбиәләй.
Героиням заманында вокалсыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге асыҡ конкурсы лауреаты булған. Уның тауышына күптәр һоҡланған, башҡорт йыр сәнғәтенең яҡты йондоҙо ҡалҡты, тигәндәр. Эйе, тап шулай, йондоҙ ҡалҡҡан, тик үҙе өсөн генә түгел, ә янындағы бихисап йондоҙҙарға нур һибер өсөн!
Заманында моңо менән Башҡортостан сәхнәләрен шаулатыр йырсыны әллә яҙмыш үҙе, әллә Аллаһ Тәғәләнең киң ҡөҙрәте Уҡытыусылыҡ юлына алып сыға. Йылдар үткәс, был аҙымдың ни тиклем дөрөҫ икәнлеген Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире, профессор Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова тәрән аңлай. Нимә генә тимә, һирәктәр бәхетенә төшә йырсының тауышын боҙмайынса, тәбиғи моңон һаҡлап, үҙ юлын табышҡан уҡытыусы асылын күтәреү бәхете. Бөгөн Башҡортостан, Татарстан республикалары ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә вокал сәнғәтендә йөрәк, аҡыл фиҙакәрлеге менән хеҙмәт итә уның уҡыусылары. Күптәре халыҡ-ара кимәлдәрҙә танылған, илебеҙҙең юғары наградаларына лайыҡ. Һәр хәрәкәтендә юғары зыялылыҡ сағылған Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы менән әңгәмәне бала саҡ хәтирәләренән башланыҡ.


Моңло оя һандуғасы

– Бала сағығыҙҙың сағыу һүрәтен күҙ алдына килтерәйек әле. Иң тәүҙә һеҙҙең хәтерегеҙгә нимә килә?
– Бала сағым минең бик матур үтте. Әтәйем дә булды, әнкәйем дә. Был үҙе ҙур бәхет бит! Беҙҙең өйҙә бер ҡасан да ваҡ хәбәр булманы, улар үҙ-ара һис тә һүҙгә килешмәй торғайны. “Әтәһе”, “әнкәһе” тип кенә өндәшеп торалар ине. Быны апаларым да шулай тип хәтерләй.
Бала сағым шундай рәхәтлектә үтте. Ни теләнек, шуны кейеп, теләгән ризыҡты ауыҙ итеп үҫтек. Теләгән китаптарыбыҙҙы уҡыныҡ. Беҙ бала саҡта китаплы булыу үҙе бер шатлыҡ ине. Башҡалар кеүек, эшләп, атай-әсәйебеҙгә ярҙам итеп, бәләкәйҙән ҡул араһына кереп үҫтек.
Беҙҙең йорт ихатаһы ҙур ғына ине. Ҡойобоҙ бар. Күмәкбеҙ. Алты-ете бала. Һуғыш осоронда – 1943 йылда тыуғанмын. Минән һуң Фәрит исемле ҡустым донъяға килгән.
Бик асыҡ бала инем, үҙемде ҡыҙыҡ­һындырған һәр нәмәне тотам да һорайым. Ә мине төрлөһө ҡыҙыҡһындыра ине, барыһын да белгем, өйрәнгем килә.
Әтәйем ғүмер буйы бухгалтер булды, ә әнкәйем кейем текте. “Зингер” машин­каһы менән эшләне ул. Аҙаҡ уны миңә бирҙе. Ошо машинканың шул ваҡыттағы моңо әле булһа ҡолағымда яңғырап тора. Эшләп ултырған әнкәйемә һорауҙарҙы табып ҡына торам. Бер мәл аптырашта ҡалдым, ни өсөн мин әтәйем һуғышта саҡта тыуҙым икән? Шул хаҡта яҡын кешемдән һорайым. “Әтәйең һуғыш барғанда 1942 йылда ҡайтып киткәйне, ҡыҙым, һин шул осрашыу иҫтәлеге булып тыуҙың”, – тине ул миңә.
Ул мәлде апаларым, бигерәк тә Зәкиә апам, Кәрим абый яҡшы хәтерләй. Әтәйҙең ҡайтып килеүе хаҡында хәбәр иткәс, улар уны ҡаршы алырға йүгерә. Көҙән ауылына барып кергәнсе ауыл күренмәй, Баҡайтау ята унда. Был яғынан Шишмә тигән һыу аға. Унда элек һыу тирмәне булған. Әтәй, унда иген эшкәртә торғайнылар, ти. Йүгереп китеп баралар икән былар әтәйҙе ҡаршылырға, тик уға оҡшаған бер кешене лә күрмәгәндәр. Танымаған улар уны. Ул шул тиклем ябығып, һуғыштың әсеһен-сөсөһөн күреп ҡайтып килгән булған. Һөйәк тә тире генә ҡалған. Балалары уны эҙләп Шишмәгә үк барып еткән. Шунан, аптырап, кире боролоп ҡайтһалар, атай өйҙә ултыра икән. Элегерәк шуны хәтерләһәләр, минең йөрәгем өҙөлөп китерҙәй була торғайны. Уны ла апамдар аҙаҡтан ғына һөйләне. Һуғыш кешеләрҙе бик йонсотҡан шул. Яҡындарым һөйләүенсә, миктәп яуҙан ҡайтҡан әтәйемде аҙаҡ ҙур әткәй ҡарап, тәрбиәләп, саҡ аяҡҡа баҫтырған.
Беҙ ғаиләлә бер ҡыҙ, бер малай, бер ҡыҙ, бер малай тыуғанбыҙ. Әтәйем ҡыҙҙар шуны эшләй, малайҙар быны эшләй тип торманы. Бөтәбеҙ ҙә бергәләп башҡарҙыҡ, бүлешмәнек. Һәр кем ҡулынан килгәнсә үҙ ғәмәлен атҡарҙы.
Әнкәй бик йәшләй, 15-16 йәштәрҙә, кейәүгә сыҡҡан, улар бергә алты йыл йәшәгәс кенә, саҡ балалары тыуған. Йәшләй биргәндәр бит инде, өлгөрөп тә етмәгән булғандыр, әммә аҙаҡ бер-бер артлы беҙ тыуғас: “Бына һеҙгә балалар!” – тип көлгән ул. Оҙаҡ ваҡыт балалары булмай торһа ла, әтәйем әнкәйем менән бергә ҡалған. Был да уларҙың бер-береһенә булған мөнәсәбәте хаҡында һөйләй, минеңсә. Һоҡланып иҫкә алам уларҙың үҙ-ара һәм беҙгә ҡарата йылылығын.

ЙЫРЛЫ ҒҮМЕР– Ғаилә ҡорғанда һеҙ атай-әсәйегеҙҙең мөнәсәбәтен үҙегеҙгә өлгө итеп алдығыҙмы?
– Был үҙенән-үҙе шулай килеп сығалыр ул. Егеттәргә ҡараһам да, мәктәптә уҡығанда булһынмы, ҡайҙа йөрөһәм дә, һәр кемде әтәй менән сағыштырам. Училищеға килдем, кем менән аралашһам да, гел әтәйем күҙ алдында тора ине. Тура, мыҡты кәүҙәле, матур. Башҡорттар төрлө бит ул, ул бына асыҡ сырайлы кеше ине. Ул гелән: “Беҙ – башҡорттар. Ғафури районының Ташбүкән ауылынан ошо яҡҡа килеп ултырған бабаларыбыҙ. Көҙән тигән кеше шул яҡтан булған, быны онотмағыҙ!”– тиер ине. Һыу буйында ул ауыл. Тәлғәт Ниғмәтулла улы Красноусолға барғанда, бер алып барып күрһәтте. Ул Ташбүкән ауылы миңә әллә нимә кеүек ине. Әтәйҙең һөйләүенән ул миңә бер мөғжизә, донъялағы иң-иң яҡын урын төҫлө тойола ине. Беҙҙең, көҙәндәрҙең, шәжәрәбеҙ бар. Унда барыһы ла асыҡ күрһәтелгән.
Беҙҙең әтәй тартманы ла, эсмәне лә, һүгенмәне лә.

– Тәлғәт Ниғмәтулла улын да шулай тиҙәр бит!
– Бына, күрәһегеҙме, нисек килеп сыға: балалар барыбер ата-әсәһенә ҡарап үҙенең ғүмер юлдашын эҙләй. Минең еҙнәләрем дә шулай булды. “Ниндәй була ул өлгөлө ғаилә?”– тип һораһалар, мин атай менән әсәйҙең ғаиләһен әйтә алам. Улар бергә оҙаҡ татыу ғүмер итте. Әнкәйем – 93, әтәйем 87 йәшендә донъя ҡуйҙы. Бына күпме йәшәнеләр, мин уларҙы күпме беләм, шунса бер-береһенә яҡты, йылы мөнәсәбәттә булдылар. Тәлғәт менән дә иҫкә төшөрәбеҙ ҙә аптырап ҡуябыҙ. Нисек ҡора белде икән улар шундай юғары зыялы мөнәсәбәтте? Әнкәй беҙҙе: “Әтәңә әйтәм”, – тип тәрбиәләне. Ошо һүҙ менән ғүмергә, мәңгегә әтәйгә ҡарата тәрән тойғо һеңдерелгән. Ул һөйләмде аҙаҡ мин дә ҡулландым. Әнкәй әйтмәгән инде ул әтәйгә, ә шулай ҙа ҡурҡып, уға насар булып күренмәҫ өсөн оялып йөрөлә ине.

– Балаларығыҙҙа иң беренсе ниндәй сифатты тәрбиәләргә тырыштығыҙ? Һеҙ бит педагог, моғайын, тәрбиә алымдары ла булғандыр?
– Азамат менән Салауаттың аралары – ун йыл. Гел генә уларҙы атайҙары өлгөһөндә тәрбиәләргә тырыштым, сөнки Тәлғәт Ниғмәтулла улы – өлгө алырлыҡ атай. Малайҙарҙың шуҡлыҡтары ла булғандыр, әммә әлеге лә баяғы “әтәйегеҙгә әйтәм” тигән бер һүҙ минең балаларыма ла башҡорттоң быуаттар аша тапшырылып килгән ата-баба тәрбиәһен бирҙе.
Хәҙер бит балаларҙың ҡулында ана шул смартфон да айфон. Нимә эшләтергә инде ул йәш быуынды, тип уйлап ҡуям ҡайһы саҡ, аҙым һайын ҡулында замана техникаһын тотҡандарҙы күреп. Ә беҙҙең осорҙа бит кешеләр китап уҡырға тырышты. Тәлғәт әле лә ҡулынан китапты төшөрмәй. Балалар ҙа шулай булып үҫте.
Бер мәл йоҡларға ятҡас, Азаматтың бүлмәһендә ут ҡабат тоҡана. Был китап уҡый икән. Улымды яңынан ятҡырам. Шунан ҡасып, кладовкала уҡый башланы. Унан да ҡыуып сығарҙым Азаматты. Шунан был юрған аҫтында фонарь яҡтыһында китап уҡыуын дауам итте. Бының менән мин уларҙың, атайҙарына оҡшап, яҙма әҙәбиәтте бик яҡын күреүҙәрен әйткем килә. Тәлғәт Ниғмәтулла улы йәштән үк китап йыйҙы ла китап йыйҙы. Китапханабыҙ ҙур беҙҙең. Артыҡ бер нәмәгә лә иҫебеҙ ҙә китмәне, бер нәмә лә алмағанбыҙ ҙа, әммә өй тулы китап инде. Ҡайҙа күсенһәк тә, китап тейәп йөрөнөк (көлә – авт.). Азаматтан бәләкәй сағында: “Һин кем булаһың?” – тип һораһалар ҙа ул: “Обком секретары булам”, – ти икән, сөнки атаһы комсомолда шул эште башҡарҙы. Улдарым атайҙарынан үрнәк алып буй еткерҙе. Хәйер, ул бөгөн дә балалар өсөн һәр яҡлап өлгө.
Йәнә лә мин балаларымды һәр саҡ янымда йөрөттөм, бөтә эште бергә башҡарҙыҡ. Иҙән дә, кер ҙә йыуҙыҡ. Мәктәптә яҡшы уҡынылар, 39-сы гимназияны тик “бишле”гә тамамланылар.
Азамат унынсыны бөтөргәс: “Мәскәүгә барам”, – ти бит инде. Ә мин шул тиклем хафаланам: “Тәлғәт, илтеп ҡуй әле”, – тим. Ул аптырап ҡалды: “Беҙҙең балалар – икенсе заман, ҡоролош кешеләре, егет кеше бит, барыһы ла яҡшы булыр”, – тине. Бигерәк үрһәләндем, йөрәгем урынынан ҡуҙғалды хатта. Аллаға шөкөр, Мәскәү дәүләт университетына инеп, матур итеп уҡып ҡайтты.

Остазына ҡарап, йырсыны баһала

– Уҡыусыларығыҙҙың һәләтенә, педагог булараҡ, ниндәй сифаттар һалырға тырышаһығыҙ?
– Уҡытыусының төп, иң ҡиммәтле сифаты – балаға тәбиғәт ниндәй тауыш биргән, ана шуны боҙмайынса һаҡлау. Уның моңон, тәбиғи һәләтен, тембрын һаҡлау мөһим. Тауышты үҫтерә белергә лә кәрәк. Балаға Аллаһ Тәғәлә ниндәй моң биргән, шуны ишетә белеү, шуны дауам итеү мөһим. Минең уҡыусыларымдың һәр береһе үҙенсә, уларҙың тауыштары бер-береһен йәки мине ҡабатламай. Улай булырға ла тейеш түгел.

– Ә нисек һаҡлай һуң уны уҡытыусы?
– Бына бала килә бит инде, уның тәбиғи моңо бар. Уны уҡытыусы ишетә. Һәм ул һәр саҡ ана шул тауышты ишетеүҙе маҡсат итеп ҡуйырға тейеш. Үҙгәртергә тырышырға кәрәкмәй. Тауышты ҙурайтам тип, боҙоп ебәргән осраҡтар ҙа була. Уҡыусыла мотлаҡ өс-дүрт тон запасы була, уны ишетә белеп үҫтерһәк, шунда инде йырсы ла, уҡытыусы ла маҡсатына иреште тигән һүҙ.
Бала тыуғас та, Аллаһ Тәғәлә уға биргән тауышы менән донъяға ярала. Кемгәлер был һәләт бирелә, кемгәлер – юҡ. Бөтә кешегә лә йырсы булырға тимәгән бит. Һәр кемдең үҙ һәләте, уны аса ғына белергә кәрәк. Ә инде йырсы булып тыуғандарҙың тәбиғи моңон һаҡлау – тағы бер тапҡыр ҡабатлап әйтәм инде, уҡытыусының төп бурысы.

– Тауыш өҫтөндә бәләкәйҙән шөғөлләнгәндәр бар. Был мөһимме?
– Бала саҡта уҡытыусы менән шөғөлләнмәү дөрөҫөрәк булыр. Биш-алты йәштән профессиональ белгес табып, ата-әсә баланың тауышын үҫтерә башлайым тип уйлай, әммә хаталана. Аҙаҡ ул бала тәбиғи моңон юғалтып, үҙенсә йырлай алмай башлай. Ҡайҙа ашығырға?! Үҙ алдына йырлап йөрөй бит, ана шул еткән бәләкәй йырсыға. Үҙе яратҡан йырҙарҙы үҙенсә генә башҡарып йөрөү күпкә яҡшыраҡ. Ошо рәүешле килгән балалар әллә ҡайҙан күренеп тора. Ә уҡытыусы менән шөғөлләнгәндәр тәбиғи­леген юғалтып килә ҡайһы саҡ. Элегерәк хатта: “Бына минең кеүек йырла!”– тигән остаздар ҙа бар ине. Улай ярамай, минеңсә. Мәҫәлән, бер уҡыусым – лирик эстрада йырсыһы Лилиә Биктимерова. Уны академизм биреп, бөтөнләй икенсе төрлө йүнәлештә үҫтерергә була, әммә ул Лилиәнең тәбиғи моңон юғалтыр ине.
Римма Амангилдина килгәндә нескә генә тауышлы ине, әммә моңо әллә нисәмә саҡрымдан тойола торҙо. Бына ул нисек итеп тауышын үҫтерҙе. Ана нисек итеп башҡара хәҙер халыҡ йырҙарын!
Йырсыла “вокаль баш” та булырға тейеш, тим мин, үҙебеҙҙең профессиональ тел менән әйткәндә. Ҡайһы бер йырсыларҙың тауышы ҙур, яҡшы була, унан тыш “вокаль баш” та булыуы мөһим.

– Нимә һуң ул “вокаль баш”?
– Үкенескә ҡаршы, ул бөтә йырсыларға ла бирелмәй. Студент уҡытыусының әйткәндәренә ҡолаҡ һалып, үҙе теләгәнсә, остазы әйткәнсә йырлай башлай. Остазы, үҙе нисек теләй түгел, ә был тауышты нисек үҫтерергә мөмкин булғанлығын тойоп, белеп алған дәрестәрҙән һуң тыуа “вокаль баш”. Ул тәжрибә, хатта уҡыған китаптар, тауыш өҫтөндә эшләү барышында ла тыуа. Бәлки, башҡалар икенсе төрлө фекерҙәлер, минеңсә, “математик баш” булырға тейеш йырсыла. Шуға күрә уҡырға ингәндә мин балаларҙан был хаҡта һорайым, ниндәй фәндәрҙән яҡшы билдәләргә өлгәшеүҙәрен белешәм. Ғәҙәттә, математиканы яҡшы белгән балаларҙың тауыш үҫтереүҙә лә проблемаһы булмай. Был ике ғилем бер-береһе менән тығыҙ бәйле, минеңсә. Математика йырсыла анализлай белеү һәләтен үҫтерә. Педагог булараҡ, мин ошондай һығымта яһайым.

– Остаз булараҡ, үҙегеҙҙе өлгө тип атай алаһығыҙмы?
– Улай тип әйтеп буламы икән үҙең тураһында, иркәм? Юҡтыр ул, был бит әҙәпһеҙлек тә кеүек.

– Һеҙҙең уҡытыусыларығыҙ кем булды?
– Мәктәптә математиканан, физиканан, химиянан минең баһаларым бик яҡшы ине. Әтәй беҙҙе шулай уҡытты, өйрәтте. Йырлармын тип уйламай инем әле. Өфөлә институт юҡ, ә Мәскәүгә барырмын тип хыял да итмәнем. Ә беҙгә юғары белем кәрәк, училище нимә генә инде ул, тип фекер йөрөтәбеҙ.
Мин химиянан имтихан тапшырып, медицина институтына барырға йөрөгәндә, ауылға мәшһүр композитор Хөсәйен Әхмәтов килеп төштө. Улар талантлы балаларҙы эҙләп йөрөй икән. “Урал”ды, башҡа халыҡ йырҙарын башҡарҙым. “Мәскәүҙән комиссия килә, барып күрен!”– тине. Училищела мине тыңланылар ҙа, ниндәй музыка ҡоралында уйнауымды, ноталар беләмме-юҡмы, тип һоранылар. Гармунда, мандолинала уйнай белгәс, ноталар ниңә кәрәк икән, тип уйлайым. Нота белмәгәс, училищела уҡып тор тип, Өфөлә ҡалдырҙылар, Мәскәүгә бара алмай ҡалдым. Әммә ауылға ҡайтҡансы радионан, Фәрзәнә Шәйәхмәтова училищеға алынды, тип хәбәр итеп тә ҡуйғандар.
Имтиханда мине Мәғәфүр Хисмәтуллин тыңланы. Ул, фортепианола төрлө тоналлек биреп, йырлатып ҡараны. “Сәлимәкәй”ҙе башҡарҙым да башҡарҙым. Миңә ҡыйын булманы, диапазоным ҙур, тиҙәр ине. Әтәйемдең тембры матур, ул һабантуйҙарҙа йырлаған, тик бер генә йырҙы – “Буранбай”ҙы. Тағы күпме һораһалар ҙа, ҡабат йырламаған. Әнкәйем “Тәфтиләү”ҙе өйрәтте. Уның тауышы бигерәк моңло ине. Һәр береһенең бер йыры тороп ҡалды. Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаның класына эләгеүемә сикһеҙ шат булдым. Уҡырға ингән балаларҙан да мин һәр саҡ: “Өйөгөҙҙә йырлайҙармы?”– тип һорайым. Тыуған йортонда халыҡ йырын ишетеп үҫкән бала моңдо һеңдереп тәрбиәләнә. Ә беҙҙең башҡорт йыры – ул үҙе классика. 2009 йылда бер төркөм балалар менән Италияла булғанда ул халыҡтың башҡорт халыҡ йырына таң ҡалыуына иғтибар иттем. Был юҡҡа түгел. Беҙҙең халыҡ йыры итальяндарҙыҡына оҡшаған.

Йырҙың асмандарын гиҙгәндә...

– Һеҙ йыш илайһығыҙмы?
– Бик һирәк. Шым ғына, тыныс ҡына урын табып, аулаҡта күҙ йәштәремә ирек бирәм. Уҡытыусымын бит инде, йырлағым килә, йәшмен. Уҡытам, уҡытам, уҡытам да бирелеп йырлап алам. Азаматым күреп тора, бер һүҙ өндәшмәй, тыныс ҡына ситтән күҙәтә ине. Ә бына Салауат йырлатмай торғайны. “Әни, йырлама...” – ти ине.

– Һеҙ – атаҡлы ғалим Зәки Вәлидиҙең һеңлеһе... Ошо хаҡта ниҙәр ишетеп үҫтегеҙ?
– Беҙҙең әтәй бер ваҡытта ла фами­лияһын үҙгәртмәгән. Элек бит башҡортта шулайыраҡ булған: олатаһының исеме балаларҙың фамилияһы итеп алынған. Әтәйем Фәтҡулла Шәйәхмәт улы Вәлидов булғас, беҙ Шәйәхмәтовтар йөрөнөк. Шул рәүешле ырыу ҙа яңырып торған, шул уҡ ваҡытта туғанлыҡ ептәре лә өҙөлмәгән, фамилияға ҡарап олатайыңдың кем булыуын билдәләгәндәр. Шәйәхмәт менән Зәки бабайҙың атаһы Әхмәтша ҡарт – бер туғандар. Әтәйем менән Әхмәтзәки – ике туғандар. Беҙ Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә, улы Сүбәдәй менән – өс туғандар.
Әнкәйҙең һөйләгәнен хәтерләйем. Ҡып-ҡыҙыл машина менән Көҙәнгә ҡайтып төшкән ул. Халыҡ күпләп йыйылып киткән. Был һуңғы ҡайтыуы булған икән. Шәйәхмәт олатайым, Зәки Вәлиди ҡайтҡас, абзыһы Әхмәтшаға барған. Уны өйгә лә индермәгән: “Һинең ҡайғың юҡ әле, ҡайтып тор...” – тигән. Бына ошо һөйләм генә лә хәлдәрҙең ни тиклем киҫкен булғанлығын аңлата, минеңсә.
Әтәйҙәргә бик күп йылдар тынғы булмағанын беҙ йылдар үткәс кенә, апалар, абыйҙар менән һөйләшеп, аңланыҡ. Ә бит улар бер ваҡытта ла бер һүҙ әйтмәне. Шуны ғына хәтерләйем: бер мәл әтәй, карауатта уйланып ятҡан-ятҡандыр ҙа инде, үҙ-үҙе менән һөйләшә: “Бер Зәки булманы был, Зәки булманы был...”– ти. Беҙ, балалар, бер ни аңлап та етмәгәнбеҙ, әммә ошо һүҙ һәр саҡ ҡолағымда яңғырап тора.

– Ниндәй мәғәнәләр һалынды икән был һүҙҙәргә? Һеҙҙеңсә...
– Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге 1935 – 1937 йылдарҙа әтәйҙе бер туҡтауһыҙ Стәрлегә саҡыртҡандар ҙа саҡыртҡандар. Әнкәй: “Беҙҙең тоҡлап сохарый һәр саҡ әҙер торҙо”, – тип һөйләй торғайны. Әтәйҙе лә бит һуғышҡа алһалар ҙа, төҙөлөш батареяһында йөрөткәндәр, ҡулына ҡорал биреүсе булмаған, ҡайҙа инде винтовка тоттороу, көрәк менән окоп ҡаҙҙырғандар.
Беҙ 1949 йылда Көҙәндән сығып киттек. Ике-өс көн ваҡыт биреп, ауылды ҡалдырырға ҡушҡандар. Был ваҡытта оло апам Ишембайҙа кейәүҙә ине. Беҙ – әтәй, әнкәй, алты бала һәм һыйыр – төҙөлә башлаған Салауат ҡалаһы янында палаткаларҙан торған урамға барып урынлаштыҡ. Әтәй бухгалтер булып төҙөлөштә эшләне. Оло юл яҡын ғына. Пленда булған немецтарҙы көн һайын ҡайҙалыр эшкә алып китәләр ҙә кисен кире алып ҡайталар ине. Йәй буйы шунда торҙоҡ. Бер саҡ әтәйҙең танышы, лесхоз директоры булып эшләгән Юламанов тигән ағай, уны күреп, ҡурҡмайынса Маҡарға эшкә саҡырған. Шул ауылға барып урынлаштыҡ, унда өс йыл йәшәнек. Маҡарҙа беҙ торған өй һаман бар. Шунан Петровскийға күстек. Шулай йыш ҡына урын алыштырып йөрөргә тура килде.
Бына ошо хәлдәр хаҡында мин 1999 йылда әтәйҙең тыуыуына 100 йыл тигән көндәрҙә беренсе тапҡыр апайымдан ишетеп белдем. Ә бит әтәйҙән “Ниңә беҙ Көҙәндән сығып киттек ул?” тиһәм: “Һеҙҙе уҡытыр өсөн!”– тип яуаплар ине. Шуға күрә мин һәр саҡ ғорурланып, әтәйем алдынғы ҡарашлы булған, тип уйлай инем. Ул, ысынлап та, алдынғы ҡарашлы булған, урыҫса ла, математиканы ла яҡшы белгән. Улар һәр беребеҙгә юғары белем бирергә тырышты.
Хрущев етәкселектә нығынғас, 1956 йылда әткәй ғаиләбеҙҙе Көҙәнгә алып ҡайтты. Шунан пенсияға сыҡты. Ул йылдарҙа беҙ генә түгел, бөтә ауыл халҡы ауыр хәлдә йәшәгән, уларға ла Зәки Вәлиди шауҡымы ҡағылған.
Көҙән халҡы шуға беҙгә лә ҡырыныраҡ ҡараған. Беҙ генә ул, балалар, атай-әсәйҙең мәрхәмәте менән бер ауырлыҡ тоймағанбыҙ. Аллаға шөкөр, хәҙер бөтә документтар бар, күпте беләбеҙ, ә бит теге замандарҙа бер нимә әйтергә лә, телгә алырға ла ярамаған.
Йылдар үткәс, Зәки Вәлидиҙең ҡәберенә барҙыҡ. Ул ваҡытта Нәзмиә ханым иҫән ине, ҡыҙы Иҫәнбикә апайҙарҙа түшәктә ята ине. Шул хәтлем матур, нәзәкәтле ҡатын. Ауырыу, ә йөҙө ниндәйҙер нур бөркә ине. Йылмайыуҙары әле лә хәтеремдә. Тәлғәтте шул тиклем яҡын итте. “Уның ҡулдарының яратып ҡағылыуын әле лә хәтерләйем”, – ти Тәлғәт. Был хәл 1993 йылда булды.

– Әгәр бөгөн нимәне лә үҙгәртеп булһа, яҙмышығыҙҙың ҡайһы осорон үҙгәртер инегеҙ?
– Моғайын, үҙгәртмәҫ инем. Мин институтты тамамлағанда “Шәүрә” операһын ҡуйҙыҡ. Мәғәфүр ағай Хисмәтуллин – режиссер. Дәүләт имтиханы ине был минең өсөн. Ул минән шәп үткән премьеранан һуң ялынып, ялбарып тигәндәй, операға барыуымды үтенде. Барманым. Дүртенсе курста уҡығанда уҡ ул саҡтағы мәҙәниәт министры Вил Кәримов ҡушыуы буйынса уҡыта башлағайным.
Йырсы булып китмәүемдең төп сәбәбе – Тәлғәт Ниғмәтулла улы. Ул яуаплы эштәр башҡарҙы. Мин дә көн һайын кисен өйҙә булмаһам, баламды кем ҡарар, өй йылыһын кем һаҡлар тип уйланым. Дөрөҫ уйлағанмын, һис үкенмәйем.

– Һеҙҙең моңоғоҙ уҡыусыларығыҙға һибелгән. Етмәһә, улдарығыҙға ғына түгел, ейәндәрегеҙгә лә башҡорт халыҡ йырҙары исеме ҡушылған! Тимәк, Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы һаман да йырлай, тик киңерәк, ҡоласлыраҡ майҙанда?
– Эйе, шулай тип әйтергә була. Матур билдәләнегеҙ. Училищела – 47, институтта – 30, ассистентурала туғыҙ уҡыусым бар. Бәлки, ҡайһыларылыр минең юлымды дауам итер. Миләүшә Ғәли ҡыҙының юлын мин дауам иткән кеүек. Уларға өмөт ҙур, сөнки бик көслө йырсылар, уларға уҡытыусылыҡ маһирлығын да теләйем.
Улдарыма исемде үҙебеҙ ҡуштыҡ. Ейәндәргә шул исемде ҡушығыҙ, тип әйтмәнек, матур тип тәҡдим итеп ҡараныҡ, оҡшаттылар: Шәүрәкәй, Урал, Зәлифәкәй, Буранбай, Сәлимәкәй. Йырына ҡаратып, моңона ҡаратып ҡушылғандыр был исемдәр.


Вернуться назад