Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡөрьәнде тәржемә итеүҙә өлөшө ҙур
Ҡөрьәнде тәржемә итеүҙә өлөшө ҙурҒүмер – йондоҙ атылыуына тиң ара, тиҙәр. Бер кеше лә үҙенә йәшәү өсөн күпме ваҡыт бирелгәнен белмәй, әммә һәр кемдең бурысы – ошо арауыҡты лайыҡлы үтеү, яҡты эҙ ҡалдырыу. Ғүмер оҙонлоғо әҙәм балаһының башҡарған эштәре, өлгәшкән ҡаҙаныштары, башҡалар күңелендә урын биләү-биләмәүе менән баһаланалыр.


Исеме донъяға билдәле ғалим, танылған шәрҡиәтсе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәнил Байышев бөгөн арабыҙҙа булмаһа ла, яҡты иҫтәлеге халыҡ күңелендә һаҡлана. Ул фани донъя менән бик иртә хушлашты, әммә үҙе хаҡында мәңге онотолмаҫ хәтирәләр, нур, йылылыҡ ҡалдырҙы.
Миңә Фәнил Нафиҡ улының апалары Мәүлиҙә Сәфәрова, Мәүлиха Ергиҙова һәм Зөһрә Шаһмөхәмәтова менән танышыу насип итте. Улар ҡустыларының бала сағы, үҫмерлек йылдары, тормошо, ижад юлы тураһында һөйләне. Буласаҡ ғалим Балаҡатай районының Монас ауылында тыуған.
– Бәләкәйҙән тырыш, зирәк, тынғыһыҙ булды, – тип хәтер йомғағын һүтте уның бер туған апаһы Зөһрә. – Биш йәшендә үк уҡырға өйрәнде. Был йәһәттән олатайыбыҙ Фәррәх Ислаховтың ярҙамы ҙур булды. Хәтеремдә, ҡустым тәү тапҡыр мәктәпкә барғас, уҡытыусылары Йомабикә Низам ҡыҙы уның уҡый белгәненә ныҡ аптырағайны. Фәнил китап яратты. Бәләкәй сағында уҡ өйҙә һәм китапханала булғандарын уҡып бөткәйне инде.
Белеме, тырышлығы менән айырылып торған малайҙы бишенсе класҡа Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа алалар. Ҡалала Фәнил Мәүлиҙә, Мәүлиха апаларына барып йөрөй. “Уны әхирәттәрем зирәклеге, өлкәндәр һымаҡ фекер йөрөткәне, алсаҡлығы өсөн ярата торғайны. Күп йылдар үткәс тә ҡустымды онотмай, тормошо, эшмәкәрлеге хаҡында белешеп торҙолар”, – ти Мәүлиха апай.
Фәнил баш ҡалала уҡыған сағында туғаны, ғалим, СССР Фәндәр акаде­мияһының Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәт­кәре Таһир Байышев менән йыш осраша. Тап ул үҫмерҙең күңеленә фәнгә ҡарата һөйөү һала, дөрөҫ юл күрһәтә, артабанғы яҙмышын бил­дәләй.
Мәктәпте тамамлағас, Фәнил тыуған яғына ҡайтып, Айҙаҡайҙа урыҫ теле уҡытыусыһы булып эш башлай. Күп тә үтмәй уны армия сафына алалар. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, белемгә ынтылған егет Ленинград дәүләт университетының Көнсығыш факультетына уҡырға инә. Бында ла үҙен тик яҡшы яҡтан таныта. Кешелекле, ярҙамсыл, ябай, алсаҡ егеттең эргәһенән кеше өҙөлмәй, дуҫ-ише күп була. Шуға ла үҙен төркөм, факультет старостаһы итеп һайлап ҡуялар. Ул йылдарҙа егет инглиз, фарсы, ғәрәп телдәрен ныҡлап өйрәнә. Шулай уҡ ғүмерлек мөхәббәте Рәмилә Марат ҡыҙын осратып, ғаилә ҡора.
Фәнил Нафиҡ улының артабанғы тормош юлы Йәмән менән бәйле. 1983 – 1987 йылдарҙа ул был республиканың премьер-министры консультанттары һәм планлаштырыу буйынса кәңәшселәре төркөмөндә тәржемәсе була. Әммә унда һуғыш сыҡҡас, ғаиләһе менән Башҡорт­останға кире ҡайтып, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә урынлаша. Ғәрәп телен яҡшы белгәне, боронғо яҙыуҙарҙы ла уҡый алғаны өсөн Фәнил Нафиҡ улына Ризаитдин Фәхрет­диновтың ижадын өйрәнеү бурысы йөкмәтелә.
Кандидатлыҡ диссертацияһын яҙған ваҡытта иһә уны бар донъяға билдәле иткән ваҡиға була. Педагог Дан Кинельский Ҡөрьәнде башҡорт теленә тәржемә иткәс, был хеҙмәтте бар яҡлап ҡарап сығыу, тикшереү мәжбүрлеге тыуа. Ошо эшкә Фәнил Байышевты тәҡдим итәләр. Күп тә үтмәй Ҡөрьәнде башҡорт телендә баҫтырыуға әҙерләү өсөн “Урал” баш­ҡорт халыҡ үҙәге ҡарама­ғында ижади төркөм төҙөлә. Уға етәксе итеп Фәнил Нафиҡ улы тәғәйенләнә.
– Ҡустым был эшкә йәне-тәне менән бирелде, – тип хәтерләй Зөһрә апай. – Осрашҡанда ла: “Апай, ғәфү ит, ваҡытым бик тар, ҙур эш башҡарам”, – ти торғайны.
Шулай итеп, Ҡөрьәнде башҡорт телендә баҫтырып сығарыуға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә Фәнил Байышев. Халҡыбыҙ күңеленә иман нуры һалышҡан, йорттарға нур, ҡот өҫтәгән изге кеше ул. Бынан тыш, ғалимдың башҡа дини китаптарын ҡулланып, бихисап кеше ғәрәп телен өйрәнде, үҙе өсөн яңы донъя асты. Шәхестең һәр эшенең ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ.
Эйе, фән күгендәге сағыу йондоҙ, бик иртә һүнһә лә, үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырҙы. Ғалим хаҡындағы иҫтәлек күңелдәрҙә мәңге йәшәр, хеҙмәттәре халҡыбыҙға артабан да маяҡ булып торор.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 062

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 426

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 957

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 609

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 216

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 440

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505