Ябай уҡытыусынан башланды20.12.2017
Ябай уҡытыусынан башландыҮткән ғүмерҙе күҙ асып йомоуға тиңләйҙәр. Уның шулай булыуына ғүмер уҙған һайын тәрәнерәк төшөнәм. Бәй, Ғөбәйҙулла Илешевтең тыуыуына — 90 йыл! Ул 60 йыл ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә һәм белем биреүгә арнаны. Урал аръяғы райондарында йәштәргә юғары белем биреү өсөн күп көс һалды. Уның әүҙем ҡатнашлығында БДУ-ның Сибай институты асылды, институттың тәүге докторы һәм профессоры булып, кадрҙар һайлап алыуҙа ла, уларҙы фәнни яҡтан әҙерләүҙә лә ҡатнашҡан ғалим. Белем усағында бөгөн Урал аръяғы райондарынан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә килеп уҡыған студенттар бар. Уның тырышлығы бушҡа китмәй, Сибай институты әле гөрләп эшләй.


Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Ғөбәйҙулла Илешев сығышы менән Күгәрсен районынан, тыуған ауылы – Түбәнге Сирбай. 1940 йылда Мәҡсүт ете йыллыҡ мәктәбен тамамлаған 13 йәшлек үҫмер “Шверник” исемле колхозда эшләй башлай. Ватан һуғышы осоронда егет хәрби хеҙмәткә алынып, 1944 – 1951 йылдарҙа Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Радиоразведчиктар әҙерләү курсын тамамлағандан һуң, флоттың радиоразведка бүлегендә ҡала. Төрөктәрҙең “Яуыз” (“Злой”) линкоры радиосигналдарын “тотоп”, флотты мөһим мәғлүмәттәр менән тәьмин итә, флот командаһынан рәхмәт хаттары ала. Артабан уны торпедо катерҙарына күсерәләр, ул ҡеүәтле яңы техниканы һынауҙа ҡатнашып, юғары баһа алғандан һуң, Америка моряктарының инструкторы булып та ала (АҠШ беҙҙең союздаш була). Тырыш, намыҫлы хеҙмәте өсөн “Флот элемтәһе отличнигы” билдәһе, етәксе­лектең Маҡтау грамоталары, төрлө миҙалдар, ҡиммәтле бү­ләктәр менән бүләкләнә. Командование, өмөтлө морякты тойоп-күреп, флотта хеҙмәткә ҡалырға өгөтләй, ләкин уны тыуған яғы тарта. “Ҡалған булһам, контрадмирал” дәрәжәһенә етер инем”, – ти торғайны.
Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, баш-көллө белемен камиллаштырыуға тотона. 1957 йылда ситтән тороп Мораҡ педагогия училищеһын тамамлай. Свердловск ҡалаһында (ул Өфөнән күсерелә) Юғары партия мәктәбендә уҡый, ә 1968 йылда Дондағы Ростов университетында кандидатлыҡ диссер­тацияһын яҡлап, тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала. Артабан докторлыҡ диссертацияһын Мәскәүҙә яҡлай, уға тарих фән­дәре докторы дәрәжәһе бирелә һәм профессор аттестаты тапшырыла. 1989 йылда фән өлкә­һендәге, кадрҙар әҙерләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн “Башҡортос­тандың атҡаҙанған фән эшмә­кәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Ғөбәйҙулла Әхмәтшәрип улы хеҙмәт юлын ябай уҡытыусы булып башлай. Юғары партия мәктәбен тамамлап, Йомағужа районының Йомағужа (ул ваҡытта район бөтөрөлмәгәйне) райкомында, Өфө ҡалаһының Ленин районында партия эштәрен башҡарҙы, “партийный работник до костей” тигән ҡушаматы ла бар ине.
1968 йылдан алып барлыҡ ғүмерен юғары уҡыу йорттарында эшләүгә арнай: Башҡорт дәүләт педагогия институтында өлкән уҡытыусы һәм партком секретары (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге БДПУ), 1971 – 1976 йылдарҙа Мәскәү технология институтының Өфө филиалы доценты һәм институт профсоюзы ойошмаһы етәксеһе булып, ошо филиалдан үҫеп сыҡҡан Өфө сервис тех­нологияһы институтына нигеҙ һалыусыларҙың береһе лә ул. Артабан Өфө дәүләт авиация техник институтына эшкә саҡы­рылып, КПСС тарихы кафедраһы мөдире, һуңынан сәйәсәт тарихы кафедраһына етәкселек итә.
Ә инде 1991 йылдан алып ҡалған бар ғүмерен БДУ-ның Сибай институтында эшләүгә арнай. Ул – Урал аръяғында ҙур хөрмәт ҡаҙанған, йәмғиәт, институт, ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашҡан шәхес. Ҡала хакимиәте, халҡы, бергә эшләгән коллегалары уны онотмай, һаман да хәтерләй. Ғалим эшләгән институтта, Сибайҙың “Горняк” проспектында уның хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды.
Уның 90 йыллығын лайыҡлы билдәләнеләр: “Хәтер көнө” үтте, уның тормошона арналған музей ойошторолдо, “Илешев уҡыуҙары” исемле ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылды. Ҙур рәхмәтлемен Сибай институтына. Уҡыу йортона барып инһәң, үҙеңде музейға аяҡ баҫҡан кеүек тояһың: һәр ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек, студенттар ипле генә һөйләшә, әҙәплеләр.

Мәрфуға ҒӘЛИНА-ИЛЕШЕВА,
хеҙмәт ветераны.


Вернуться назад