Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ворошилов ҡулымды ҡыҫты...”
“Ворошилов ҡулымды ҡыҫты...”Хафиз ЙОСОПОВ, Дәүләкән районы, Иҫке Мерәҫ ауылы:
– Башҡорт булғас, командирҙар бигерәк яратты. Башҡортто улар Питерҙы аҡтарҙан һаҡлағандан алып белә икән. Ул саҡта кавалерист әлеге десантсы һымаҡ ине. Һәр кемдең күҙ алдындаһың. Көнө буйы ат эргәһенән китмәй инек: ҡырғыслап йыуабыҙ, таҙартабыҙ. Бик аҡыллы ине атым. Хәрби уйындарҙа ике ҡолағы араһына ҡуйып, пистолеттан ата торғайным. Иң шәп ат ялтыр боҙҙа ла сабып барырға тейеш. Минеке шундай ине. Тик бер тапҡыр ғына абынып китте лә мин уның башы аша остом. Ҡылыстың осо ҡорһаҡтың тиреһен ярып үтте. Ярай әле ҡаҙалманы. Атым, үҙен ғәйепле тойоп, бөгәр­ләнеп ятҡан еремдән торғоҙорға тырыша, бахыр­ҡайым...
Ворошиловты ла күрергә насип булды. Бер күнекмә ваҡытында килгәйне. Ул саҡта бит күнекмәләр һуғышҡа тиңләп үткәрелде. “Һөжүмгә!” – тиҙәр. “Ура!” – тип ҡылыс болғайбыҙ ҙа алдан әҙерләнгән таяҡ баштарына эленгән “баштар”ҙы сабырға тейешбеҙ. Ворошиловтар торған ергә еткәс, минең тиҙ генә үтеп китке килмәне. Бер “баш”ты осорғас, аттың йүгәненән тарттым. Ярһып сапҡан атым арт аяҡтарына баҫты. Шул ыңғай тағы ике “баш”ты осорҙом. Ворошиловҡа ни, оҡшағандыр инде, һуңынан үҙенә саҡыртты.
– Ҡайһы яҡтан, егет? – ти.
– Башҡортостандан, – тим.
– Ошондай егеттәр булғанда, беҙгә бер дошман да ҡурҡыныс түгел, – тине лә ҡулымды ҡыҫты.
1941 йылдың көҙөндә Калинин фронтына алып киттеләр. Унлаған кешегә – бер автомат йәки винтовка. Һөжүмгә күтәрелгән саҡта ҡораллы кеше артынан йүгерергә тырышаһың. Үлеп йә яраланып ҡалһа, ҡоралын алып булмаҫмы, йәнәһе. Бер-береңдең үлгәнен көткәндәй килеп сыға. Ашау-эсеү онотола, өйҙәгеләрҙе лә онотаһың, уйламай­һың. Башың иҫән булһын да ҡушылғанды үтә. Тәжри­бә­ле командирҙар юҡ. Күп ваҡыт тотош батальондарға һалдаттар, сержанттар идара итте.
Бер саҡ күҙәтеү пунктына ебәрҙеләр. Ҡулда – винтовка. Өс запас патрон бар, дүртенсеһе ҡоролған. Постар араһы – өс йөҙ, биш йөҙ метр. Ҡараһам, ете нимес килә. Нишләргә? Атһаң, патрондар етмәй. Тиҙ генә ярҙам килеп етерлек түгел. Ни булһа ла булыр тип, ҡыуаҡ артынан сыҡтым. Тегеләр миңә ҡа­рап тора. Тәмәке ҡабыҙҙым. Аптырап, “трә-лә-лә” тип бейегәндәй итәм. Фашистар тәүҙә үҙ-ара ниҙер һөйләшә. Шунан ни, мине һантый тигәндәрҙер инде, сәпәкәйләргә тотондолар. Ошо арала ата башланылар. Кәнсиртем “ҡиммәткә төштө”: дүрт ни­мес үлде, береһе ҡасты, икеһен әсиргә алдылар.
1941 йылдың ҡышы бик һалҡын булды. Кейем-маҙар юҡ. Әле генә кинола беҙҙең һалдаттарҙы тун, һырма салбар кейҙереп күрһәтәләр. Өҫтә бер шинель, уның да итәге юҡ. Бигерәк тә алғы поста торғандарға ҡыйын. Аҙна буйы алмаштырмайҙар. Аҙнаның өс көнөндә ашаһаң, дүртеһендә ас тораһың. Усаҡ яғырға ярамай. Ҡайһы егеттәр иртәнгә тиклем бер-береһенә һыйынып туңып үлә. Күбеһе үпкәһенә һалҡын тейеүҙән бер туҡтауһыҙ йүткерә.
Можайск юлында иҫән ҡалған һалдаттарҙы Брянск ҡалаһы яғына алып киттеләр. Унда төрлө частарға тараттылар. Мине штабҡа йәшерен пакеттар ташырға, элемтәселәр менән бәйләнеш тоторға алдылар. Штаб тау башында урынлашҡай­ны. Бер алышта уның өҫтөнә снарядтар, бомбалар яуа башланы. Окоптағы һалдаттар менән элемтә өҙөлгәс, штаб начальнигы менән блиндаждан сыҡ­тыҡ та окоптағылар яғына ашыҡтыҡ. Һиҙмәй ҙә ҡал­дыҡ, тағы снаряд ярылды. Минең итек ҡунысынан ҡан бәреп сыҡты. Тик ниңәлер ауыртыу тойманым. Баҫыуым булды, йығылып киттем. Ярай мин тере ҡалдым, ә начальник үлгәйне.
Мине Тулаға, аҙаҡ Новосибирскиға госпиталгә алып киттеләр. Өфө аша үтергә тейешбеҙ. Шуға Башҡортостандан унлап егетте бында төшөрөп ҡалдырҙылар. Тыуған яҡ һауаһы килеште – үҙебеҙҙең госпиталдә аяҡ яйлап төҙәлә башланы, серей башлағайны юғиһә...
Ошонан һуң комиссовать иттеләр. Аллаға шөкөр, ҡатыным Нәфисә менән һигеҙ бала үҫтерҙек.

(1994 йылдың ноябрендә яҙып алынды).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518