“Тыуған яғымда ғына ижад итә алам”14.03.2017
“Тыуған яғымда ғына ижад итә алам”Уҡытыусы, яҙыусы, журналист Мөслим Әбсәләмовтың тыуыуына 85 йыл тулды.
Ә 80 йәше айҡанлы уның тыуған төбәге Йылайыр районының Юлдыбай ауылында ҡәҙер һәм хәтер кисәһе бик матур үткәйне. Сараға Өфө ҡунаҡтары, юбилярҙың ижадташтары, район етәкселәре, райондың "Ауыл уттары" гәзите хеҙмәткәрҙәре һәм ошо гәзит тарафынан бер йыл элек иғлан ителеп, кисә алдынан ғына йомғаҡ яһалған Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Мөслим Әбсәләмовҡа арналған ижади конкурста еңеүселәр һәм әҙиптең балалары ҡатнашты. Яҙыусы уҡыған һәм ғүмере буйы эшләгән ошо мәктәптә уның иҫтәлегенә таҡтаташ асыу бигерәк тә тулҡынландырғыс тәьҫир ҡалдырҙы.

Аслы-туҡлы саҡтың ҡояшлы миҙгеле
...Мөслим Бәхтиәр улының сират­тағы оло юбилейы уның үҙенән башҡа уҙғарылды. Ә бит уның 75 йә­шенә арналған ижад байрамдары Өфөлә лә, Юлдыбайҙа ла үткәйне. Ҡатыны Мәғзүфә Асрар ҡыҙы ла иҫән ине. Яҡташтары уға һәр саҡ яҡты йөҙ, хөрмәт күрһәтте. Пенсияға сыҡҡас, Әбсәләмовтар Өфөлә өлкән ҡыҙҙары Ләйсәндең ғаиләһендә йә­шәне, уларҙың балаларын ҡараш­ты. Яҙыусы һуңғы "Үрҙәр" һәм "Хәл­фә” тигән роман­дарының күп өлө­шөн Өфөлә ижад итте. Ошо осорҙа беҙгә йыш ҡына осрашырға, төрлө темаларға әңгәмәләшергә һәм ҡай­һы бер ғаилә мәсьәләләрен бергә­ләп хәл итергә насип булды. Сөнки беҙ, Артур улыбыҙ менән Ләйсән киленебеҙ өйләнеш­кәс, ун ете йыл ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар булып йәшәнек. Ирхан, Ынйыҡай, Зарина – уларҙың да, беҙҙең дә уртаҡ ейән-ейәнсәре­беҙ. Шуға күрә яҙыусының тормошо хаҡында уның ижадташы булараҡ ҡына яҙа алмайым.
Эйе, мин Мөслим ағайҙың әҙәби әҫәр­ҙәрен, ил, тел, яҡташтары, тә­биғәтте һаҡ­лау, ижад серҙәре ха­ҡында яҙылған үткер телле мәҡә­ләләрен уҡып белә инем, Яҙыу­сылар союзы үткәргән съезд, конференция, йыл йомғаҡтары кеүек сара­ларҙа һөйләшеп торған саҡтар ҙа булды.
Ауыл ерендә йәшәп ижад итеү­селәргә һоҡланам да, ғәжәпләнәм дә, сөнки, үҙем ауыл ҡыҙы булараҡ, күҙ алдына килтерәм мал-тыуар аҫрап, картуф, йәшелсә баҡсаһы үҫтереп, ашарға бешерер һәм өй йылытыр өсөн утын ҡырҡып, көнөнә дүрт-биш тапҡыр мейес яғып йәшәү­се­ләрҙең, ирме ул, ҡатын-ҡыҙмы, эштәре тауыҡ сүпләһә лә бөтмә­гәнен. Етмәһә, уҡытыусы кешегә төп хеҙмәттән тыш та күпме йәмә­ғәтселек эше йөкмәтелә.
Мәғзүфә Асрар ҡыҙы (ауылдаштары уны Зифа тип йөрөттө) рус теле һәм әҙәбиәтенән, Мөслим Бәхтиәр улы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты.
Тимәк, өйҙә өйөм-өйөм дәфтәр тик­ше­релә, көнлөк, айлыҡ эш пландары төҙөлә. Быларҙан тыш, проблемалы балалар, ата-әсәләр ме­нән эшләү, түңәрәктәр алып барыу, уҡыусыларҙы һәр төрлө экскурсия­ларға, походтарға, совхоз эштәренә йөрөтөү, үҙ балаларыңды тәрбиә­ләү... Шуларҙан һуң ижад өсөн дә ваҡыт табырға кәрәк. Әҙәби ижад менән бары тик илһамлы, ҡанатлы күңел, йүгерек, асыҡ фекерле баш менән генә шөғөлләнеп була, арымаҫҡа ла тейеш яҙыусы, тимәк.
Ике вуз тамамлаған, күҙәтеүсән, үткер ҡәләмле белгесте бер нисә тапҡыр Өфөгә "Совет Башҡортос­таны" ("Башҡортостан") гәзитенә эшкә лә саҡырып ҡарайҙар, ул һәр саҡ баш тарта. "Мин тыуған яғымда ғына ижад итә алам", – ти. Был мәсьәләлә уны ҡатынының "Оҙаҡ­ламай ҡыҙҙарыбыҙ Өфөгә уҡырға китер, уларға күҙ-ҡолаҡ булып, яндарында йәшәрбеҙ" тигән һүҙҙәре лә күндерә алмай.
Әйткәндәй, улар Мәғзүфә ҡоҙа­ғый менән осраҡлы ғына таныша.
Йәйге ял һәм отпуск көндәрен тәбиғәт ҡосағында үткәреүҙе хуп күрә йәш уҡытыусы, үҙе менән уҡыу­сыларын да эйәртә. Илһөйәр булып үҫеп килгән уҡыусылар үҙҙәренең тынғыһыҙ уҡытыусылары арҡаһын­да күпме тарихи урындарҙа, поход­тарҙа була, ер-һыу атамалары, тәбиғәт күренештәре хаҡында бихисап легендалар, тарихи белеш­мәләр, йыр-таҡмаҡтар менән таныша. Ишетеү – бер, ә матурлыҡты үҙ күҙҙәрең менән күреү онотол­маҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра бала күңелендә.
Шуға ла уҡытыусы-яҙыусы ағай­ҙары менән бергә походта йөрөү­ҙәре, усаҡ янын­да матур киләсәк хаҡында хыял­ланғандары, тыуған яҡтарының үҫемлек­тәр һәм хайуан­дар донъяһы менән таны­шыуҙары, был сәйәхәттәрҙең сынығып үҫеүҙә, ихтыяр көсө тәрбиәләүҙә ниндәй роль уйнауы хаҡында аслы-туҡлы саҡта­рының иң ҡояшлы миҙгеле итеп, берсә илап, берсә көлөп хәтерләй уның элекке уҡыусылары, хәҙер инде һикһәнгә табан аяҡ баҫҡан әбейҙәр һәм бабайҙар. Эйе, һүҙ Мәғзүфәһе менән осрашыуы тураһында ине бит әле.

Ҡатыны менән танышҡаны
Бер саҡ балаларҙы сираттағы походтан алып ҡайтҡас, донъя күреп ҡайтҡыһы килептер инде, теплоход менән сәйәхәткә сыға. (Ниндәй йыл­ғала икәнен онот­ҡан­мын, Ағиҙел­дәлер, моғайын), үҙе менән фотоаппарат та ала. Ул саҡта фотографтар юҡ кимәлендә. Ә Мөслим Әбсәләмов һәр походта уҡыусы­ларҙы фотоға тө­шө­рөп, үҙҙәренә бүләк итеүҙе ғәҙәт итеп алған.
Теплоходта йәштәр күп. Араларында бер төркөм – Бөрө пединститутын тамамлаусылар. Бер ҡыҙ егеттең иғтибарын айырыуса йәлеп итә. Төҫкә-башҡа күҙҙе ала алмаҫ­лыҡ сибәр булмаһа ла, буй-һыны ҡойоп ҡуйғандай, өҙөлөп торған билдәре генә ни тора?! Үҙе алсаҡ, үҙе тыйнаҡ, һөйләшеүе лә үҙенсә­лекле: ни башҡортса, ни татарса түгел. "Беҙ йыланлы башҡортлары", – тип ебәргән була. Мөслим тәбиғәт күренештәренә лә, теплоходтағы күңел асыуҙарға ла, йыр-бейеүҙәргә лә иғтибар итмәй, күңеле тар­тылған ҡыҙҙы фотоға төшөрөп тик йөрөй.
– Фотоға төшөргән буласың да, аларҙы мин күрмәйем бит инде барыбер, – ти ҡыҙ.
– Күрерһең дә, алырһың да, адресыңды ғына бир, – ти фотог­раф, ҡыуанып.
Һөйләшеүҙән уның Мәғзүфә исемле Асҡын ҡыҙы икәнен, ата­һының һуғышта һәләк булғанын, юғары белемле кешегә генә кейәүгә сығасағын, әлегә ундай егете юҡ икәнен белеп өлгөрә.
Вәғәҙәләшеүҙәр, мөхәббәттә аң­лашыу­ҙар булмаһа ла, йөрәген яулап ала Асҡын ҡыҙы буласаҡ яҙыу­сының. Әлдә генә адресы ҡулда: ул тиҙ генә фотоларын эшләп, эйәһенә ебәрә һала. Ҡыҙ рәхмәт хаты яҙа. Хатҡа ҡаршы яуап яҙыла: был юлы ғашиҡ егет үҙенең хистәре менән дә уртаҡлаша. Ғорур икән ҡыҙ: "Һөйгәнем принцтан кәм бул­маҫҡа тейеш, ә ул кеше, әлбиттә, һеҙ түгел”, – тип яуап бирә. Ә егет­тең яуабы уны бөтөнләй сығыры­нан-сығара: "Һин дә батша ҡыҙы түгелһең, сибәрлегеңдән дә күҙ ҡамашмай!" Мәғзүфә, теплоходтағы еңелсә романға ҡул һелтәп, үҙ райо­нында эшкә урынлашыу мәсьә­ләһен хәл итеп йөрөгәндә, алыҫ Йылайыр районынан оҙон-оҙон юлдар үтеп, "фотограф" егет килеп төшә ауылына. Ул саҡтағы юлдарҙы күҙ алдына килтерергә кәрәк: ниндәй асфальт, ниндәй автобус булһын инде?!
Башбаштаҡланып, хәбәр ҙә итмә­йенсә пәйҙә булған егеткә тәүҙә асыу­ланһа ла, үҙе өсөн ниндәй ыҙалар сигеп килеүен күреп, күңеле йомшара төшә йәш уҡытыусының.
Ҡыҙҙар күңеленә юл таба ал­маһа, ниндәй яҙыусы инде ул?! Бөтөнләй әүрәтә бит егет күңеле төшкән ҡыҙҙы, әсәһе-ағалары риза булмағас, икәүләп, бер сумаҙанын ғына алып, уларға әйтмәй генә Йылайыр яҡтарына юл алалар.
Йәш белгесте мотлаҡ үҙе эш­ләгән Юлдыбай урта мәктәбенә урынлаштырыу мәсьәләһе район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәкселәре менән алдан уҡ һөйлә­шеп ҡуйылған була инде.
Ошо көндән бер-береһенә бәй­ләнгән яҙмыш менән уртаҡ тормош башлана. Тәүҙә Ләйсән, ул уҡырға барыуға, Светлана исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Туғандарының фати­хаһын алыуға ла өлгәшә Мәғзүфә менән Мөслим. Ләйсән тыуғас, бүләктәрен төргән төйөнсөгөн ағас таяҡҡа элеп, быға тиклем ауылынан да сыҡмаған Әсә, аҙналарға һу­ҙылған ауыр юлдар үтеп, ҡыҙы ҡасып киткән Юлдыбайға килеп етә. Ике айлап ҡунаҡ булып, ейәнсәрен ҡарашып, ҡыҙы менән кейәүенең тормошонан ҡәнәғәт булып, Солтанбәгенә ҡайтып китә.
Ағалары ла, апалары ла ярата аҡыллы, тәртипле, ғаилә йәнле кейәүҙәрен. Араларҙың йыраҡлығы ғына эсте өҙә.
Баштараҡ әйткәнемсә, Асҡын ҡыҙының ирен Өфөгә күсереп алып китеү теләге тормошҡа ашмай. Ә бит ул кейәүгә сыҡҡанда, әллә ҡайһы яҡтағы төпкөл башҡорт ауылында ғүмер буйы йәшәргә насип итер, тип уйламай.
Иренең ижад кешеһе икәнен аңлап, йорттағы ир-ат эштәрен дә үҙ елкәһенә алырға тура килгән саҡтары ла күп була Мәғзүфәнең. Утын ярыу, һыу ташыу, мал ҡарау... Эштән ҡайтҡас, яңынан мәктәпкә барып, аулаҡта яҙыу машинкаһында ту­ҡылдап, яңы әҫәрҙәрен яҙып йәки күсереп баҫып ултырған сағында ни­сек итеп уны илһамынан, ижадынан айыраһың инде?! Ярай әле, бәләкәйҙән атайһыҙ үҫкәс, йорттағы ауыр эштәрҙе лә башҡарып өйрәнгән.
Эшкә шәп булды ҡоҙағыйым. Өфөгә килеп йәшәй башлағас та килендең ҡу­лына эш тигеҙмәне. Өйҙәрен ялт иттереп тотто, бала­ларҙы ла ҡарашты. Йәл, был донъя­ларҙан иртәрәк китеп барҙы. Ҡоҙанан ун ике йәшкә йәшерәк ине бит әле ул.
Мөслим Бәхтиәр улының ауыл мәк­тәбендә уҡытып, ауыл шарттарында донъя көтөп, ижад итә алыуында, әлбиттә, уның ихлас күңел­ле, уңған ҡатыны Мәғзүфә (Зифа) Асрар ҡыҙының да роле бәхәсһеҙ.
...Ниндәй ҙә булһа ижад эшенә ынтылыш бала саҡтан башлана. Ниндәй булған икән һуң буласаҡ яҙыусының ижади юл башы, йәшәгән дәүере, көнитмеш мөхите?

“Яҙышырға мине китаптар өйрәтте”
"Әллә ниндәй ҡатмарлы дәүергә тура килде бала сағым һәм үҫмер йылдарым, – тип хәтерләй Мөслим Бәхтиәр улы. – Иҫ белер-белмәҫтән мәсет ҡартын – атайымды ҡулға алдылар. Күп тә үтмәй, Ватан һу­ғышы башланды. Тормоштоң әсе­һен-сөсөһөн байтаҡ татыным. Шөкөр, ул саҡта ауылыбыҙ район үҙәге булғас, уҡыуымды ташламаным. Көнөнә берәр сеүәтә йылы аш та бирә торғайнылар – аслы-туҡлы йөрөгән балаларға шул да ярап ҡала. Өҫтәүенә аҙыҡ-түлек келәте мөдиренең улы менән бергә уҡыныҡ. Шул көн һайын бер телем икмәк бирер ине. Бер кем өсөн дә өҫтәмә дәрес, түңәрәк, секция тигән нәмә юҡ.
Хәҙер минән йыш ҡына “Яҙы­шырға кем өйрәтте?” тип һорайҙар. “Китап өйрәтте”, – тип яуап бирәм. Тамаҡ ас, өҫтә кейем булмағас, көндәр буйы өйҙә ултыраһың. Кискеһен елпетек шәм яҡтыһында китап уҡыйһың. Әле вузда белем алғанда ла һәр тинемә китап ала торғайным. Бер йылда башҡорт ауыҙ-тел ижадын йыйыусы ғалим­дар беҙҙең ауылға килеп сыҡҡайны. Шул саҡта Ғайса Хөсәйенов: "Ауыл уҡытыусыһында бынауынса китапты тәүгә күрәм", – тип аптырағайны.
8-се кластан һуң бер йыл уҡы­маным, сөнки Өфөлә 1-се интернат-мәктәп асылды ла бөтә бала­ларҙы шунда алып киттеләр. Миңә бер кем өндәшмәне, сөнки реп­рес­сияға эләккән кешенең балаһы инем.
Бер йылдан һуң туғыҙынсыға биш-алты бала килде. Аҙаҡ туғыҙ уҡыусы ҡулға аттестат алдыҡ. Һигеҙебеҙ уҡытыусылыҡ һөнәрен, беребеҙ мединститутты һайланы.
Беренсе мәктәп-интернатҡа кит­кән иптәштәр Өфөлә, Ленинградта, Одессала төрлө һөнәр алып илгә таралды. Мин Орск дәүләт уҡытыу­сылар институтының физика-математика бүлегенә индем. Рәхмәт инде Совет хөкүмәтенә. Бер тин ришүәт алманылар, етмәһә, стипендия бирҙеләр, бушлай ятаҡта йәшәнек".
Был юлдарҙы яҙыусы 2007 йылда "Хәлфә" тигән китабының баш һүҙендә яҙған. Аптырарлыҡ бит: тимәк, халыҡ дошманының улы атаһының ғәйепһеҙ хөкөм ителеүе, әсәһенең шул арҡала күмәк баланы интегеп яңғыҙ тәрбиәләүе, үҙҙә­ренең йәберләнеп, етешһеҙлектәр кисереп, атайһыҙ үҫеүе шул уҡ Совет власы етәкселәренең эше тип һанаманымы, әллә ғәфү иттеме икән?
Юғиһә, тәнҡит күҙлегенән ҡарап, кәмселектәрҙән бик әсе көлә алған һәм уларҙы гәзит-журналдарға яҙған ҡыйыу ҡәләмле журналист, ғәҙел уҡытыусы ине бит инде ул. Ғөмүмән, Совет осорона бер яҡлы ғына баһа биреп тә булмай шул. Уларҙың быуыны ғына түгел, беҙҙең тиҫтерҙәр ҙә, хатта бөгөнгө йәштәр ҙә Совет осороноң бик күп ыңғай яҡтарын инҡар итмәй. Бигерәк тә бөгөнгө тормош менән сағыштырғанда, ул замандың өҫтөнлөктәре күберәк тә һымаҡ әле.

Аманат итек
Ҡоҙа-ҡоҙағый менән аралаш­ҡан­да, әлбиттә, һүҙ балалар, әҙәбиәт хаҡында ғына бармай, төпкәрәк тә төшөп китәбеҙ. Уның атаһына ҡағылышлы бер иҫтәлеге бигерәк тә йөрәкте һыҙлатып иҫкә төшә.
Уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында кулактар менән бер рәттән дин әһелдәренә ҡаршы ла көрәш ойошторола. Бәхтиәр Әбсәләмов – ипле генә мәсет диндары – мулла йәки мәзин дә булмай хатта.
Ауыл комсомолдары мәсеттең мана­раһын емерә башлағас, мосолман ирҙәр, уларҙы был иманһыҙ эште ҡылмаҫҡа өндәп, шаулаша башлай: кемдер ҡыс­ҡырып доға ҡыла, кемдер аллаһыҙҙарға рәнйеш яуҙыра, кемдәрелер таяҡтары ме­нән киҙәнеп, вәхшиҙәрҙе иман йорто янынан ҡыуып ебәрергә тырыша.
Бер төркөм мосолманды Себергә һөр­гөнгә оҙаталар. Улар араһында береһенән-береһе бәләкәй балалар атаһы Бәхтиәр уҙаман да була.
Себер яҡтары – һыуыҡ, алыҫ, ят ерҙәр. Хәлһеҙ тотҡондарҙы көн-төн эшләтәләр. Көн һайын донъя ҡуйыусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Бер кис ныҡ ҡына ауырып киткән Бәхтиәр кесерәк ауылдашына үҙенең аманатын еткерә:
– Мин оҙаҡҡа бармам инде, – ти ул йүткерә-йүткерә. – Бына һиңә иҫкерәк булһа ла күн итектәрем. Уны тыуған илкәйҙәргә алып ҡай­тып, Мөслим улыма бирә күр инде. Иҫтәлегем итеп, һаҡлап кейһен.
Ысынлап та, ауылдашына Юлдыбайына ҡайтырға насип була, һәм ул Бәхтиәрҙең ышанып, өҙөлөп әйткән аманатын үтәй: Мөслимгә атаһының күн итектәрен ҡайтарып бирә. Ас килеш йөҙәр саҡрымды атлағанда ла итекте һаҡлай: һатып та ашамай, кейеп тә туҙҙырмай.
Ошо хәлде һөйләгәндә гел генә күҙҙәре йәшләнә ине ҡоҙаның. Күпте кисерһә лә, күңеле ҡатмаған икән: бер кемгә лә ауыр һүҙ әйтмәне. Хатта үҙенә күрә ғәҙелһеҙлек күрһәткәндәргә лә үс-асыу һаҡламаны. Һәр кемгә ипле, ярҙамсыл булды.
Юлдыбай – элекке район үҙәге, тарихи ҙур ауыл. Журналистар, яҙыусылар, ғалимдар килеп тора. Һәр кем хәбәр-маҙар ҙа итеп тормай, рөхсәт хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, бары тик Әбсәләмовтарға килеп төшә, сөнки шулай уңайлы: өс-дүрт көн рәхәтләнеп ҡунаҡ булыу әле бер эш, ауыл яҙыусыһының районда абруйы ҙур: матбуғат таратыу тиһеңме, кисәләр үткәреүме, етәкселәр менән һөйләшеүме – бөтәһен дә еренә еткереп ойоштора ла әле ул.
– Институтты тамамлап, үҙ мәктәбемә теүәл фәндәр уҡытыусыһы булып ҡайттым. Алты йыл уҡытҡас, Башҡорт дәүләт университеты асылғанын ишеттем дә Өфөгә юлландым, – тип хәтерләүен дауам итә Мөслим Бәхтиәр улы. – Урыҫ, башҡорт теле, әҙәбиәте факультетында уҡый башланым. Уны тамамлау менән яңынан Юлдыбайға ҡайттым. Йәнә аптыраусылар булды: "Шунса белем алып, ауылда ятсы әле сереп!" Тәүҙә минең ниндәй ожмах мөйөшөндә йәшәгәнде күрегеҙ! 1941 йылда Лебединский тигән музыка белгесе беҙҙең яҡҡа килеп, башҡорт йырҙарын яҙып алып йөрөгән. Ана шул сәйәхәтсе "Башкирские песни и наигрыши" тигән китабының баш һүҙендә яҙа: "Уголок рая!" Шундай мөйөштө ниңә ташлап китәйем, ти, дан һәм нан эҙләп.

“Бер ҡанатым – мәғариф, икенсеһе – әҙәбиәт”
"Бер урында ғына эшләп тә хөрмәт ҡаҙандым. "Мәғариф отличнигы", "Уҡы­тыусы-методист”, "Баш­ҡортостан мәктәп­тә­ренең атҡаҙан­ған уҡытыусыһы", "Ауыл­дың хөрмәт­ле гражданы", "Хеҙмәт ветераны"...
Алтмыш йәшемдә 45 йыллыҡ стаж менән хаҡлы ялға сыҡтым. Шулай, уҡыттым һәм әҙәби әҫәрҙәр яҙҙым. 1990 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителдем. Ғүмерем заяға уҙманы, шуға ҡыуанам. Ике илһам менән йәшәлде: береһе – Мәғариф, икенсеһе – Әҙәбиәт. Бер-береһен ҡеүәтләндерә, тулыландыра торған пар ҡанат улар".
Ысынлап та, ярҙам иткәндер: уҡы­тыусыға яҙыусы булыу, яҙыусыға уҡытыусылыҡ тәжрибәһе. Көн дә ысын яҙыусы дәрес үткәрһен әле! Етмәһә, ул күпме башҡа әҙиптәрҙе күреп белә, ижадташтарының тормошо, ижад серҙәре хаҡында һөйләй. Уларҙы бит бер китаптан да табып булмай. Әбсәләмовтарға килгән һәр бер арҙаҡлы ҡунаҡ менән мәктәптә осрашыу ҙа ойошторола.
Ә инде яҙыусының уҡытыусы-тәрбиәсе булыуы һәр әҫәрендә ярылып ята. 1976 йылда уның "Тәүге бүләк" тигән шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә, шунан "Сонтор бала саҡ" (1981 йыл), "Һуңлап сиселгән төйөн” (1992 йыл), "Бөтә кешеләр ҙә бер туған" (1993 йыл), "Үрҙәр" романы, повес­тар һәм хикәйәләр китаптары баҫылып сыҡты. 2008 йылда "Китап" нәшриәтендә "Хәлфә” исемле роман һәм повестар китабы донъя күрҙе.
70 – 75 йәштәрендә йүгереп, киләсәктә яҙыласаҡ әҫәрҙәре менән илһамланып йөрөгән ҡоҙабыҙ, Мәғзүфә ҡоҙағыйҙы юғалтҡас, ҡанаты һынған ҡошҡа оҡшап ҡалды. Ярай әле янында балалары, ейән-ейәнсәрҙәре булды. Уларға бауыр баҫты, ләкин ижад эшенә дәрте кәмене.
Балалары – һәр кемдең иң шәп ижад емештәре бит инде. Һуңлап ҡына атай булыу бәхетен татыған (тәүге ҡыҙы Ләйсән тыуғанда ҡоҙаға – 36 йәш, Светлана тыуғанда 41 йәш була) Мөслим Әбсәләмов ҡыҙҙарының бәхете өсөн бер ни ҙә йәлләмәне, тик артыҡ иркәләп тә барманы. Ләйсән ул осорҙа вуздар араһында иң ҙур конкурс булған мединститутҡа үҙ көсө менән уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлап, оҙаҡ йылдар "Салют" балалар шифаханаһында педиатр булып эшләй, өс бала әсәһе. Өлкән улдары Ирхан Ҡытайҙа халыҡ-ара Пекин институтында белем ала. Зарина атаһы, ағаһы, Ынйыҡай апаһы уҡыған 20-се башҡорт мәктәбендә уҡып йөрөй. Светлана БДУ-ның география факультетын тамамлаһа ла, тележурналист һөнәрен һайланы. Светлана Ғәлиуллина тормош иптәше Ҡыйғы егете Илнур менән Ләйлә исемле һәр яҡлап һәләтле ҡыҙ (әле студентка) үҫтерҙеләр. Әле Рияз тигән малай – ата-әсәһенең йыуанысы.
Ҡоҙағый вафат булғас, Ирханды мәктәптән ҡаршы алыу, Ынйыҡай менән Ләйләне, аҙаҡ Заринаны балалар баҡсаһына йөрөтөү мәшә­ҡәттәре Мөслим ҡоҙаға төштө. Ә инде беҙ уларҙы ҡоҙа менән ҡоҙағый итеп түгел, рухташ апай һәм ағай һымаҡ ҡабул иттек.
Иҫтәлектәрҙе бер мәҡәләлә генә яҙып бөтөрлөк түгел. Юлдыбайға никахҡа, ҡунаҡтарға барыу, Өфөлә туй үткәреүҙәр, артабан ғаилә тантаналары – һәр береһе айырым ваҡиға.
Ысын тәрбиәсе булды ҡоҙа: тартманы, һүгенмәне, спиртлы эсем­лек­тәрҙе яратманы. Бик һирәк осраҡта, оло байрам хөрмәтенә, бер-ике генә йотоп ҡуйған булыр ине. Буҙаны оҡшата ине. Шуға бер саҡ шаярып “Ҡоҙа менән буҙа" тигән шиғыр ҙа яҙғайным. Ике ҡоҙа, ике ҡоҙағый – дүртебеҙ ҙә әҙәбиәтсе, телсе бит инде. Күңеллерәк итәйем тип, рифмалашыусы һүҙҙәрҙе ете килешкә тура килтерҙем. Уҡығас, рәхәтләнеп көлдөләр. “Шәп булған бит”, – тине Мөслим Бәхтиәр улы күңелемде күтәреү өсөн. Бер иҫтә­лек булыр, һеҙ ҙә уҡып ҡарағыҙ әле:

Ҡоҙа менән буҙа
Өлгөрөп еткән буҙа,
Ҡунаҡҡа килде ҡоҙа.
Бәхете бар ҡоҙаның,
Их, шәп сағы буҙаның.
Беҙ ҡарайбыҙ ҡоҙаға,
Ҡоҙа ҡарай буҙаға.
Көттөрмәйек ҡоҙаны,
Һалып бирҙем буҙаны.
Беҙ ҡәнәғәт ҡоҙанан,
Ул ҡәнәғәт буҙанан.
Зирәклек ҙур ҡоҙала,
Витамин күп буҙала.

Ирхан бәләкәй сағында йәй буйы Юлдыбайҙа йәшәй ине. Ул ваҡытта Әбсәләмовтар пенсияға сыҡма­ғай­ны әле. "Тау, мәмәй, татай" (ҡарта­тай була инде) тип теле асылды. Саҡ атлай башлағас та, ейәнен эйәртеп тәбиғәт менән танышырға йөрөйҙәр икән. Яҡындағы тау баштарына ла менәләр. Олатайҙың кеҫәһендә, ейәне асығып китһә, ашатып алырға тип һалған тәмлекәйҙәр. Шулай итеп, ул "тау мәмәй татай”ға әйләнә.
Аҙаҡтан йәйге каникулдарға бөтә балалар ҙа Юлдыбайға йыйыла. Ҡыҙҙарҙың әле береһе, әле икенсеһе ҡайтып, балалары менән йәйге ял көндәрен үткәрә. Һөтө файҙалы, тип бик тә һөтлө ап-аҡ кәзә һатып алдылар. Өфөгә күскәс, һыйырҙарын тотонғайнылар инде. Кәзә бала-саға менән уйнай, улар ҡулынан икмәк ашай, һөт бирә. Бәрәстәре менән хужаның артынан ҡалмай эйәреп йөрөй. Өфөгә ҡайтҡанда, ҡышҡылыҡҡа туғанда­рына ҡалдырып китәләр. Йәй көнө ҡайтыу менән, әллә ҡайҙан белеп, ауылдың икенсе осонан (ә ауыл бик ҙур) килә һалып етә. "Катенька, Катенька килгән", – тип шатланып ҡысҡыра уларға кескәй ҡыҙҙар.
Ҡоҙа ауырығас, 2009 йылдың йәй башында ғына ауылға ҡайтманылар. Ә инде июлдә талантлы әҙип, абруйлы уҡытыусы, оло йөрәкле кеше Мөслим Әбсәләмов вафат булды. Ерләргә мин ҡайта алманым: кескәй Заринаны ҡарап ҡалдым. Нисек һиҙгәндер, тағы ла сабып килеп еткән Катенька. Йөҙәрләгән ауылдаштары менән бергә, күҙ йәше аралаш, яратҡан хужаһын мәңгелек юлға оҙатҡан. Шунан һуң үҙе лә оҙаҡ йәшәмәгән: ныҡ ҡартайған булһа ла, элеккесә икене бәрәсләгән дә шул ҡышта уҡ был донъяларҙан китеп барған.
Мал да һинең күңел йылыңды тойғандыр инде, Мөслим Бәхтиәр улы. Үҙе көскә йөрөһә лә, ике-өс саҡрым ара юл үтеп, хушлашырға тип килгәндер. Башҡаса был хәлде нисек аңлатмаҡ кәрәк?!
Һикһән йәшеңә лә ауыл­даш­тарың күп йыйылды. Сығыш яһау­сыларҙың бөтәһе лә һине хөрмәтләп иҫкә алды. Һин эшләгән мәктәпкә исемеңде биреү тураһындағы тәҡ­димде ауыл халҡы хуплап ҡаршы алды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы ултырышында ла бер тауыштан ҡабул ителеп, мәсьәләне хәл итеү хаҡындағы рәсми хат Йылайыр районы хакимиәтенә ебәрелде. Хужаларҙың кисәгә килгәндәре ул саҡта уҡ ризалыҡтарын белдереп, сығыш яһағайны. Халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалыныр, тип әле лә өмөт итәбеҙ.
Үҙең әйтмешләй, зая йәшәмәнең, ҡоҙа! Ғүмереңде лайыҡлы дауам итер балалар, талантлы китаптар, кешеләр күңелендә яҡты иҫтәлектәр ҡалдырып киттең. Йәшәүеңдең мәғәнәһен үҙең теләгән юғарылыҡҡа күтәрҙең.
Кеше өсөн ошонан да оло бәхеттең булыуы мөмкинме?
“Тыуған яғымда ғына ижад итә алам”


Мөғәллим, яҙыусы Мөслим Бәх­тиәр улы Әбсәләмов 1932 йылда Көньяҡ Уралдың ҡуйынына һыйынып ултырған Йылайыр районында донъяға килә. Шуға­лыр ҙа ул ғүмере буйы ошо йәннәттәй төбәгенә ерегеп йәшәй.
Биш йәшендә уның атаһы – мә­сет ҡартын – ҡулға алып китәләр, Мөслим әсәһе тәрбиәһендә үҫә. Әсәһе колхозда эшләй һәм иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ҡырҙан ҡайтып инмәй. Улы ла һәр саҡ әсәһе тирәһендә – тәбиғәт ҡоса­ғында, сәскәләр тулы болонда, мең төрлө күбәләктәргә һоҡла­нып, бихисап ҡоштар моңона ләз­зәтләнеп, өлкән­дәргә ярҙам­лашып йәй үткәрә. Ошолар барыһы ла һуңынан күҙ яуын алырҙай сағыу буяуҙар булып яҙыусы Мөслим Әбсәләмовтың әҫәрҙәрен биҙәне. Ауылынан әллә ҡайҙа сығып йөрө­мәһә лә, авторҙың хеҙмәт кеше­ләре араһында ҡайнауы уға ҡыҙыҡ­лы темалар, үҙенсәлекле образдар тыуҙырырға ҙур мөмкинлек бирә.
Был йәһәттән яҙыусы Рәшит Сол­тан­гәрәевтең һүҙҙәрен килте­реү урынлы булыр: "Ағиҙел" журналына баҫҡанда, ҙур премияға тәҡдим ителер әҫәрҙәрҙең дә ҡырҡ-илле битен ҡыҫҡарта тор­ғайныҡ – авторҙар һиҙмәй ҙә ҡала. Ә бына Мөслим Әб­сәләмов ағайҙың әйбер­ҙәренең бер һүҙен төшөрөп ҡалдырып булмай, хатта тыныш билдәләре лә тап үҙ урынында. Башҡорт теленең шул тиклем дә гүзәллегенә һоҡланып рәхәт­ләнәһең".
М.Б. Әбсәләмов уҡыусыларының хөр­мәтле мөғәллиме һәм китап һөйөүсе­ләрҙең яратҡан яҙыусыһы ғына түгел, ә оҫта ҡуллы журналист та. Уның мө­һим көнүҙәк те­маларға яҙылған үткер мәҡә­ләләре ваҡытлы матбуғатта күп ба­ҫылды. Был өлкәләге уңыштары өсөн Мөслим Бәхтиәр улының пуб­лицис­тикаһы райондың Александр Фуранов исемендәге премияһына лайыҡ булыуы һәм ике мәртәбә "Ағиҙел" журналының лауреаты булыуы быны яҡшы раҫлай.
Мөслим Әбсәләмов университетта уҡыған йылдарынан башлап Йылайырҙа фажиғәле һәләк булған шағир Шә­йехзада Бабичтың һуңғы көндәрен асыҡ­лау буйынса байтаҡ материал туплай: уҡыу­сылар менән әҙәби поход­тар ойоштора, ваҡытында шағир­ҙы кү­реп белгән ололар менән осрашып, хәтирәләр яҙып ала. Ҡайһы бер иҫтә­лектәрен матбуғатта баҫ­тыра ("Шә­йехзада Бабич хаҡында иҫтәлектәр" китабы, "Бабич ха­ҡында фотоальбом"). Ҡалған яҙма­ларын Әсән ауылындағы Ш. Ба­бичтың йорт-музейына тапшыра.


Рәшит Низамов, яҙыусы.

Юҡһынабыҙ һине, ағай
Бар байлығың – китаптарың һинең,
Бар мөлкәтең – ижад өҫтәле.
Бар шөғөлөң ижад итеү булды,
Таңға хәтле утың һүнмәне.
Ауылымдың тәүге яҙыусыһы,
Әҫәрҙәрең ҡойоп ҡуйғандай.
Барыһы ла алынған тормоштан,
Геройҙарың алсаҡ һәм ябай.
Бала сағың – "Сонтор бала саҡ"тан
Һуғыш ауырлығын күтәрҙең.
Ҡаршылыҡтар һине ҡурҡытманы,
Дәрт, сәм, намыҫ менән йәшәнең.
Шөкөр итә белдең барыһына,
Һис ҡыуманың байлыҡ артынан.
Тел, ил ғәме булды күңелеңдә,
Янып йәшәнең һин, уҙаман.
Йөрәгеңде бирҙең балаларға,
Асҡыс таптың һәр бер күңелгә.
Ябай уҡытыусы, һүҙ оҫтаһы,
Йомшаҡ һүҙле булдың һәр кемгә.
Уң ҡанатың – Мәғзүфә апай менән
Һауаларҙы иңләп остоғоҙ.
Алма кеүек ҡыҙҙар үҫтерҙегеҙ,
Ейән-ейәнсәрҙәр ҡостоғоҙ.
Юҡһынабыҙ һине, Мөслим ағай,
Ауылыбыҙҙың ҡото киткәндәй.
Етемһерәп ҡалды Юлдыбайың,
Йорт-ҡураң да һине көткәндәй.
Тик... киткәндәр кире ҡайтмай ергә,
Йондоҙ булып күккә атыла.
Яҡшы иҫтәлеге мәрхүмдәрҙең
Күңелдәрҙә мәңге һаҡлана...

Зилә Йәндәүләтова.
Йылайыр ауылы.



Вернуться назад