Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баймаҡтың даланлы ҡыҙы
Баймаҡтың даланлы ҡыҙы Үҙенең бер шиғырында заманыбыҙҙың мәшһүр шәхесе Мостай Кәрим “Ҡатын-ҡыҙ — мәңгелек асылмаҫ сер” тип әйткәйне. Ысынлап та, минең быға бер ниндәй ҙә шигем юҡ. Алты тиҫтә йыл дауамында матбуғат биттәрендә төрлө быуын, һөнәр эйәләре булған аҫыл зат хаҡында һүрәтләмә, очерктар яҙырға насип итте. Уларҙың барыһы ла фиҙакәр хеҙмәте менән тарихта юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Был тәңгәлдә районда ғына түгел, республикала билдәлелек яулаған Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Гәүһәр Фәйзуллина, Фира Ниғмәтуллина, Ленин ордены кавалерҙары Бикә Иҫәнбаева, Сәхипъямал Вәлиева (һауынсылар), табип Камила Яхина, уҡытыусы Ғәрифә Сабаеваны һәм башҡа исемдәрҙе телгә алыу ҙа етә.
Фирҙәүес Мостафа ҡыҙы Ишмәтова әле телгә алынған илаһи заттарҙы күреп-белеп үҫеп, уларҙан рухи һәм әхлаҡи көс алып, сауҙа өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән, районда ғына түгел, республикала билдәле шәхестәр рәтендә торған иң уңған, булдыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе булып танылды. Быға ул тырышлығы, маҡсатҡа ынтылышы, үҙ һөнәрен яратып башҡарыуы арҡаһында өлгәште.
Сығышы менән Баймаҡ ҡыҙы ул. Ҡалала урта мәктәпте тамамлағас, Өфөлә кооператив техникумында уҡый. 1976 йылда уны уңышлы тамамлағас та, тыуған ҡалаһына ҡайта һәм бер аҙ ваҡыт райпола бухгалтер булып эшләй. Әммә күңеле ауылды үҙ итә.
Яңы ғына ойошторолған Муллаҡай сауҙа ойошмаһына бухгалтер булып эшкә килә. Бындағы татыу, берҙәм коллектив менән биш йыл самаһы эшләгәндән һуң, тилбер, үҙ маҡсатына өлгәшеүсән сая ҡыҙҙы Темәс сауҙа ойошмаһына директор урынбаҫары итеп ебәрәләр. Был ойошмаға Муллаҡай, Һәүәнәк сауҙа ойошмалары инә. Илдә тауарҙарға ҡытлыҡ осоро башлана. Әммә ул юғалып ҡалмай. Төрлө әйбер алыу өсөн уға Өфө, Силәбе, Гай, Магнитогорск, Сибай ҡалалары базаларына көн дә тип әйтерлек юлға сығырға тура килә.
1981 йылда Фирҙәүес Мостафа ҡыҙын Темәс сауҙа ойошмаһына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Яңы башлыҡ яҡын-тирә ауылдарҙа ғына түгел, Ишей, Бетерәлә лә сауҙа нөктәләре булдыра. Темәстәге пекарня сауҙа ойошмаһына күсерелә, һәм уның бинаһына капиталь ремонт яһатыла. Әйтергә кәрәк, пекарня етештергән ризыҡты халыҡ һәр саҡ ҙур теләк менән һатып ала. Быйыл уның ойошторолоуына 49 йыл тула. Уның тәүге етәксеһе Риф Халиҡов, Рәмил Бигилдин, икмәк бешереүселәр Шәһиҙә Халиҡова, Флүрә Әбсәләмова, Сания Төхвәтулли­налар ассортиментты юғары кимәлдә тотоуға өлгәшә. Темәс икмәген Әбйәлил районының Рысҡужа ауылында ла бик теләп һатып алалар.
Бөгөн район сауҙа ойошмаһына ҡараған аҙыҡ-түлек магазиндарында йәнең теләгәнде табырға мөмкин. Был йәһәттән Фирҙәүес – һатып алыусыларҙан, халыҡ унан уңды. Кейем-һалым, өй кәрәк-ярағы, хатта мебелгә заказ биреүселәрҙең һорауҙарын һәр саҡ ҡәнәғәтләндерергә тырыша ул. Эскерһеҙ, алсаҡ, кешеләр менән уртаҡ тел таба алған сибәр ханымды яҡын-тирә ауылдарҙа белмәгән кеше бик һирәктер. Уның ныҡышмаллығы һәм тырышлығы арҡаһында Темәстәге элекке универмаг бинаһына реконструкция үткәрелеп, аҙыҡ-түлек магазины итеп үҙгәртелә.
Бөгөн Темәс сауҙа ойошмаһы район ҡулланыусылар йәмғиәтендә иң килемле һәм тотороҡло эшләп килеүселәрҙән һанала. Егерме биш йылдан ашыу ғүмерен ошо ойошмаға етәкселек итеү, сауҙа системаһында дүрт тиҫтә йыл самаһы ал-ял белмәй, эскерһеҙ хеҙмәт итеү һәр кемдең дә өлөшөнә төшмәй.
Сауҙа — сетерекле өлкә. Ул үҙенә кәкре бармаҡлыларҙы үҙһенмәй. Унда намыҫлы тоғро хеҙмәт итеүселәр генә үҙ урынын таба. Был йәһәттән Фирҙәүескә һис тел тейҙерерлек түгел. Әсәһе Нурия Ҡот­логилде ҡыҙы ла 89 йәшкә етеп, гүр эйәһе булғанса ҡыҙында һәр саҡ намыҫ, тоғролоҡ өлгөһө тәрбиәләне. Шуғалыр ҙа уның фатихаһы ҡыҙына күскәндер, тип әйтергә мөмкиндер.
Эшенең тынғыһыҙ булыуына ҡара­маҫтан, ул белемен камиллаштырыу маҡсатында Мәскәү сауҙа институтының Өфөләге филиалына ситтән тороп уҡырға инә һәм уны 1995 йылда уңышлы тамамлай. Юғары белемле, әҙерлекле белгесте район үҙәгенә эшкә саҡырып та ҡаранылар, әммә ул икенсе тыуған ерен — Темәсен ташлап китмәне.
Ошо ауылда тапҡан ғүмерлек юлдашы Марат Рәфҡәт улы менән бына 35 йыл инде мөхәббәтле татыу тормош кисерәләр. Марат мастер-төҙөүсе һөнәрен үҙләш­тереп, 1976 йылда данлыҡлы Темәс леспромхозына эшкә килә һәм хаҡлы ялға киткәнсә предприятиеның таҡта эшкәртеү бүлегенә етәкселек итә. Уның намыҫлы хеҙмәте оло хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ була, Почет грамоталары, биш йыллыҡ ударнигы билдәләре менән баһалана.
Сәскәләй матур ике ҡыҙға ғүмер биргән Фирҙәүес менән Марат Ишмәтовтарға һоҡланмау мөмкин түгел. Әлиә һәм Руфина юғары белем алып, бөгөн Себер тарафтарында эшләй. Әлиә — өс ул, Руфина иһә ҡыҙ бала тәрбиәләй.
Олпат юбилейын — 60 йәшен Фирҙәүес Мостафа ҡыҙы юғары ҡаҙаныштар менән ҡаршыланы. Ул “Башҡортостан Респуб­ликаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. “Рәсәй ҡулланыусылар ойошмаһы үҫешенә индергән хеҙмәте өсөн” орденына, “Өлгөлө хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, “Ҡулланыусылар йәмғиәтенә — 40 йыл” билдәһе менән баһаланды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509