Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Офицер булмаһа ла, иленә хеҙмәт итә
Офицер булмаһа ла, иленә хеҙмәт итә Хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға, тормошта үҙебеҙгә урын табырға, тәрбиә һәм белем алырға ярҙам иткән уҡытыусыларға рәхмәт әйтәм. Уларҙың арымай-талмай хеҙмәт итеүе һәм тырышлығы арҡаһында төплө белем алдыҡ. Ә иң мөһиме, хөрмәтле ағай-апайҙарыбыҙ дәрестәрҙә республикабыҙҙы яратырға, уға тоғро булырға, телебеҙҙе, илебеҙҙе һаҡларға өйрәтте.
Интернатта һәр бала түңәрәктәрҙә, спорт секцияларында шөғөлләнде. Кемдер бейей, икенселәр шиғыр яҙа, бүтәндәр йырлай, фото һәм кино сәнғәте менән ҡыҙыҡһыналар — буш йөрөгән берәү ҙә күренмәй. Шуның өсөн беҙҙең мәктәп-интернат оло тормошҡа күп ғалимдар, уҡытыусылар, табиптар, төҙөүселәр, архитекторҙар, шағирҙар, журналистар, артистар сығарҙы. Шулар араһында ҙур урынды Марат Хафизов алып тора. Уның атаһы Мөхәмәтйән Хафизов дүрт класс ҡына бөтһә лә, заманында һәр саҡ етәксе вазифаларҙа эшләгән. Һуғыш ваҡытында ауылда “бронь” менән ҡалған, хужалыҡ рәйесе булған. Әсәһе Хәтимә Ҡаһарман ҡыҙын егәрле кеше тип хәтерләйҙәр, ғүмере буйы колхозда тир түккән. Марат ағайҙың оло ағаһы Әхмәтйән мәктәптән һуң комвузда уҡыған. Нәжиә апаһы оҙаҡ йылдар мәктәптә, балалар баҡсаһында эшләгән, ә Зәки ағаһы пенсияға сыҡҡансы урман хужалығында трактор йөрөткән.
Марат ағайыбыҙ башланғыс мәктәпте Ташлыйылға ауылында тамамлап, V класта Түбәнге Ләмәҙ урта мәктәбендә уҡый башлай. Ауылдар араһы – биш саҡрым. Мәктәпкә ямғыр яуғанда ла, ҡышҡы һыуыҡта буран ҡоторғанда ла йөрөп уҡырға тура килә.
Үҫмер йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша, комсомол секретары итеп үрлә­телә. 1952 йылда мәктәпте тамамлағас, егет алдында ҙур һорау тыуа. Артабан ни эшләргә? Ҡайҙа белем алырға? Ниндәй уҡыу йортона инергә?
Һуғыштан һуң күп йәштәр хәрби кеше булырға теләгән. Марат Мөхәмәтйән улы ла ике туған ағаһы Зариф Шәйхетдинов кеүек офицерлыҡҡа ынтыла. Шул ваҡытта ауылға ялға ҡайтҡан Мәғәрифә Мәүлетова егеттең пландарын, фекерҙәрен ныҡ үҙгәртә. Апаһының һүҙҙәрен Марат ағай хәҙер ҙә иҫләй: “Башҡортостанда диңгеҙ юҡ, халҡыбыҙға, республикабыҙға хеҙмәт итергә теләмәйһең икән...” Ул туғанын тыңлап, хәрби комиссариаттан документтарын алып Башҡорт дәүләт университетына тапшыра. Студент йылдары тиҙ үтеп китә. Шулай булһа ла, ул хәҙерге көнгә тиклем уҡытыусыларын йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Ректор Шәйхулла Чанбарисов, профессорҙар Сәми Ниғмә­туллин, Әминә Савельева, Зариф Сираев, Давид Шнейдер, Йосиф Киссельгоф, Вера Синенко төплө белем бирҙеләр, ти.
1956 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағас, Мәғариф министрлығы Марат Мөхәмәтйән улын Өфөләге Красин урамында урынлашҡан 9-сы республика башҡорт интернат-мәктәбенә тарих уҡытыусыһы итеп ебәрә. Ул беҙҙе тарих фәненән уҡытты. Дәрестәре бик ҡыҙыҡлы үтә торғайны. Һәр береһенән үҙебеҙгә ниндәйҙер мәғлүмәт, белем алып сыҡтыҡ. Ҡайһы бер уҡытыусы һәм тәрбиәсе Отто Бисмарктың китаптарын, бәлки, уҡымаған­дыр ҙа, әммә беҙ шуны белә инек: “Башҡортостандың яҙмышы, киләсәге — йәш­тәр ҡулында”, — был фекерҙе мөғәллимдән йыш ишеттек.
Тарих уҡытыусыһы булараҡ, Марат ағай тәрбиә мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлде. 1965 йылдың июнь-июль айҙарында Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 20 йыл тулыу хөрмәтенә ул Ленин, Суворов, Кутузов һәм Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордендарына лайыҡ булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән юлдарҙан онотол­маҫлыҡ поход ойошторҙо. Әйткәндәй, ундағы батырҙарҙың 78-енә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Шәхсән минең өсөн ошо поход тормошомда һәр йәһәттән дә айырым урын алып тора. 112-се дивизияла хеҙмәт иткән геройҙар менән бер нисә тапҡыр осраштыҡ, ғәскәрҙең тарихын ентекләп өйрәндек, төрлө урында сығыш яһаныҡ, командир генерал-майор Миңле­ғәле Шайморатов ҡәберенә тере сәскәләр һалдыҡ.
Шулай итеп, беренсе поход Украинаға, Луганск өлкәһенә ине. 1967 йылда Марат ағай етәкселегендә икенсе походҡа әҙерләндек. Беҙҙе Украинаның Чернигов өлкәһе көтә. Уның алдынан Советтар Союзы Геройы, 58-се полк командиры генерал-майор Таһир Кусимов мәктәптә сығыш яһаны.
Шул походта ҡатнашҡан балалар тормошта үҙ юлдарын тапты, Башҡорт­останда һәм илдә ҙур эштәре менән билдәле булды. Илгиз Таңғатаров — шуларҙың береһе. Ә Санкт-Петербургта йәшәп ятҡан I ранг капитаны Әсхәт Йомағужин диңгеҙ разведкаһы начальнигы булды, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланды. Ул Марат ағайыбыҙҙың хыялын тормошҡа ашырҙы, хәрби моряк булып хеҙмәт итте, ҙур уңыштарға өлгәште.
Походта ҡатнашҡан балалар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сы­һы, ғалим, яҙыусы Рәсимә Ураҡсина ла булды (ҡыҙ фамилияһы – Әхмәт­йәнова).
1-се мәктәп-интернатта 12 йылдан ашыу эшләгәндән һуң Марат Мөхәмәтйән улын Өфө ҡалаһының 77-се мәктәбенә директор итеп ҡуялар, ә 1973 йылдан 20-се башҡорт мәктәбенә етәксе итәләр.
Марат ағай әйтеүенсә, ул бер нисә мәктәптә директор булып эшләгән, береһендә лә еңел булмаған. Ләкин уларҙы 20-се мәктәптәге ауырлыҡтар менән бер нисек тә сағыштырырлыҡ түгел, сөнки белем усағын ябырға теләүселәр табылған. Марат Мөхә­мәтйән улы унда ете йылдан ашыу эшләй. Ошо мәктәп ябылмай ҡалған икән, тимәк, ул да бушҡа көс түкмәгән.
1986 йылдың сентябрендә Марат Мөхәмәтйән улын 1-се мәктәп-интернатҡа уҡытыусы итеп саҡыралар. Ул баш тартмай, сөнки бында татыу педагогия коллективы тупланған, элек бергә эшләгән тәжрибәле уҡытыусы-тәрбиәселәр, дуҫтары, иптәштәре күп.
1991 йылда Марат Хафизов Мәғариф министрлығы бойороғо менән 1-се мәктәп-интернаттың директоры итеп тәғәйенләнә. 1991 йылдың йәйендә мәктәп тарихында ҙур ваҡиға була – ул 1-се республика баш­ҡорт гимназия-интернатына әйлән­дерелә.
Шул йылдарҙа уның тырышлығы арҡаһында гимназияға Рәми Ғарипов­ исеме бирелә. Дөйөм ятаҡтарға реконструкция һәм ремонт эштәре башҡарыла, балаларҙың йәшәү шарттары яҡшыртыла. Ҡыҙҙар һәм егеттәр өс-дүрт кешегә иҫәпләнгән, душы, санузелы булған бүлмә­ләрҙә йәшәй башлай. Ә беҙ уҡыған мәлдә 15–20 кеше бер бүлмәлә йәшәнек.
1995 йылдың 1 мартынан Марат Хафизов республика башҡорт-төрөк лицейында эшләй, 1997—1998 йылдарҙа директор ҙа була, аҙаҡтан төрөктәр уны “Сархат” фирмаһына консультант итеп саҡыра. 2005—2008 йылдарҙа ул төрөк лицейынан ҡалған башҡорт-лицей интернатында социаль педагог вазифа­һында эшләй.
Әле ул ялда, уның ҡарауы, һаман да төрлө йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, иҫтәлектәр яҙа. “Яҙмышыма яҙғаны” тигән хәтирәләр китабы донъя күрҙе. Марат Хафизов менән Юлай Әбсәләмов “Милли рухиәт үҙәге” тигән китап сығарҙы, ә 2014 йылда М. Хафизов “Үҫеш баҫҡыстары” тигән китабын Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интерна­тының 70 йыллығына арнаны.
Марат Мөхәмәтйән улы ҡайҙа ғына эшләһә лә, ғаиләһен бер ваҡытта ла онотманы. Медицина фәндәре докторы, профессор, БДМУ-ла фармакология кафед­раһы мөдире, факультет деканы булған тормош иптәше Рәйлә Ниғмәтйән ҡыҙы менән бынамын тигән балалар үҫтерҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506