Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш


7 февралдә башҡорт халҡының хөрмәтле аҡһаҡалы, 1990 – 2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһына етәкселек иткән беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы РӘХИМОВ олпат байрамын – 85 йәшлек юбилейын билдәләй. Республикаға идара итеү дилбегәһен ул үҙ ҡулдарына уғата ҡатмарлы йылдарҙа — Рәсәйҙең яңы тарихының һынылыш осоронда алды. Был сәйәси тотороҡһоҙлоҡ һәм иҡтисади көрсөк, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәрҙең үҙгәргән ваҡыты ине. Тап М. Ғ. Рәхимов етәкселек иткән дәүерҙә республикабыҙ иҡтисади үҫеш юлына баҫты, күп кенә емергес процестарҙан арынды, Башҡортостандың көс-ҡеүәте һаҡлап ҡалынды. Әлбиттә, ундай кимәлдәге киң ҡоласлы етәксенең хеҙмәт даирәһен тулыһынса баһалау бәғзе замандаштарға бер ни тиклем ауырҙыр ҙа, сөнки һәр ғәмәлгә ваҡыт баһа ҡуя. Тик шуныһы бәхәсһеҙ: Мортаза Рәхимовтың тынғыһыҙ ғүмере, фиҙакәр хеҙмәте тулыһынса халыҡҡа һәм тыуған республикаһына бағышланған.

...Әле “УРАЛ” хәйриә фонды Советы рәйесе Мортаза Ғөбәйҙулла улы тыуған көнөн эшлекле кәйеф, көр күңел менән ҡаршылай, сөнки башҡараһы ғәмәлдәре, тормошҡа ашыраһы пландары бихисап. Ғөмүмән, “УРАЛ” хәйриә фонды – Рәсәйҙә финанс саралары һәм күрһәтелгән хәйриә ярҙамы күләме буйынса иң ҙур ойошмаларҙың береһе. Бында бик ябай, әммә хаҡ девизға таянып эш итәләр: “Беҙ булдырғандарға ярҙам итәбеҙ”. Тимәк, өҫтөнлөк – хеҙмәт һалынған, тормошто яҡшыртыуға йүнәлтелгән проекттарға.
Юбилей алдынан билдәле шәхесебеҙ менән әңгәмә ҡороу форсаты тейҙе.

– Мортаза Ғөбәйҙулла улы, әңгәмәләшеү мөмкинлеге биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Беҙ Һеҙҙең тормошта ғына түгел, ә тотош Башҡортостан халҡы өсөн иҫтәлекле ваҡиға алдынан осраштыҡ. Ошоға бәйле ниндәй уй-фекерҙәрегеҙ бар, юбилей көнөн ниндәй кәйефтә ҡаршылайһығыҙ?

– Башҡорттарҙа тыуған көн билдәләү йолаһы юҡ бит ул (көлә — авт.). Был түңәрәк датала бер ниндәй ҙә тәрән мәғәнә күрмәйем, миңә ҡалһа, ҡәҙимге көн. Бына бит, һеҙ тағы ла йәшемде иҫкә алдығыҙ, ә кемдең ҡартайғыһы килһен? Әйткәндәй, юбилей хаҡында хәтергә төшөрөүселәр ифрат күбәйеп китте – тиҙерәк кенә үтеп китһен икән (йылмая — авт.).

Кәйеф иһә яҡшы, эшлекле. Республиканың оло юбилейы – 100 йыллығы яҡынлаша, был — бик мөһим дата. Ошо быуат эсендә Башҡортостан ифрат үҙгәрҙе, күпте күрҙе-кисерҙе. Тарихының ҡараңғы биттәре лә, яҡты яҡтары ла бар, әммә, дөйөм алғанда, тап беҙҙең республиканың ойошторолоуы Рәсәйҙең федератив төҙөлөшөнө нигеҙ һалған, тип әйтеү фарыз. Ғөмүмән, илдең башҡа төбәктәре араһында Башҡортостандың төрлө йәһәттән айырым статусы бар. Шуға ла 100 йыллыҡ тарихыбыҙға йомғаҡ яһарға һәм был юбилейҙы федераль етәкселек ҡатнашлығында лайыҡлы итеп үткәрергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта байрам уҙыр ҙа китер – алға ынтылыу, хәрәкәт итеү фарыз. Башҡортостандың артабанғы үҫеш стратегияһы нисек төҙөләсәк – бына ошо төп мәсьәлә.

– Осрашыуға килер алдынан, тағы бер ҡабат биографияғыҙ менән ентекле танышып сыҡтым – иҫ киткес бай, фиҙакәр тормош юлы үтеүегеҙ, сағыу ғүмер кисереүегеҙ мәғлүм. Ошонан сығып, шундай фекер тыуҙы: “власть формулаһы” тигән ифрат күп яҡлы, ҡатмарлы, киң мәғәнәле төшөнсәне Һеҙҙән дә яҡшыраҡ аңлатҡан шәхес, табылмаҫ, моғайын. Ике тиҫтә йыл республикабыҙға етәкселек иткәндән һуң, рәсми власть даирәләренән ситләшһәгеҙ ҙә, Һеҙ төбәк кенә түгел, ил кимәлендәге иң көслө, сағыу сәйәсмәндәр рәтендә ҡалаһығыҙ...

– Һуңғы ваҡытта журналистар миңә “Власть нимә ул?” тигән һорау менән йыш мөрәжәғәт итә. Власть – ул кешеләр хаҡына хеҙмәт итеү өсөн бирелгән вәкәләт, тәүге сиратта – ябай кешеләр өсөн. Ул оло яуаплылыҡ талап итә. Ҡулында етәкселек дилбегәһе булған шәхесте бик тәфсирләп, лупа аҫтында тигәндәй, тикшерәләр, шуға күрә һәр аҙым уйлап яһалырға тейеш. Үҙеңә бирелгән власты ҡулланғанда төп принцип – намыҫ аша атлап үтергә ярамай, ғәҙел булыу фарыз. Әлбиттә, шул уҡ ваҡытта урыны менән ҡатылыҡ, етдилек, талапсанлыҡ та кәрәк. Әгәр ҙә власть мөмкинлектәре үҙ мәнфәғәттәреңде ҡайғыртыу, шәхси мәсьәләләреңде хәл итеү өсөн файҙаланыла икән, был — һәләкәтле юл, яҡшыға килтермәйәсәк.

Шул уҡ ваҡытта власть – бөйөк ҡоллоҡ та. Һин үҙеңә бар ғәмәлдәрҙе һыйҙырырға, эшкә беренсе килеп, һуңғы булып ҡайтырға тейешһең. Көсһөҙлөк, йомшаҡлыҡ күрһәтергә, арырға хаҡың юҡ. Яңылыҡтарҙы тәүгеләрҙән белеп, ваҡытында ваҡиғалар ағымына ҡыҫыла белеү, хәлдәрҙе көйләү фарыз, шуға күрә иңеңә власть яуаплылығын йөкмәр алдынан ҡырҡ тапҡыр уйларға кәрәк.

– Властың юғары даирәләрендә эшләгән, уның бар өҫтөнлөктәрен, мөмкинлектәрен белгән, тойған сүрәттә лә, ошо ифрат тәьҫирле төшөнсә Һеҙҙе урап үткән кеүек: ҡайҙа ғына булмаһын, иң тәүҙә халыҡсан булмышығыҙҙы, кешелеклелек, кеселеклелек кеүек күркәм сифаттарығыҙҙы телгә алалар. Һеҙҙе халыҡ ярата, ихтирам итә. Ошо йәһәттән власть һәм үҙ-үҙең булып ҡалыу кеүек төшөнсәләр хаҡында ни әйтерһегеҙ?

– Бик дөрөҫ әйттегеҙ: власть мөмкинлектәрен ҡулға алып та, үҙ-үҙең булып ҡала белеү – халәт. Был — ябай мәсьәлә түгел, әммә рухың ныҡ булып, үҙ йүнәлешеңде тота белһәң, халҡың мәнфәғәтендә хеҙмәт итеүҙе маҡсат итеп ҡуйһаң, бик еңел хәл ителә. Барыһы ла кешенең шәхси сифаттарынан тора, тип әйтмәксемен. Әгәр ҙә етәксенең булмышы алыпһатарлыҡтан икән, тимәк, кешеләр өсөн файҙа көтмә, тигән һүҙ.

Әгәр ҙә һүҙ республика етәксеһе хаҡында барһа, тағы бер үҙенсәлекте иҫәпкә алырға кәрәк. Беренсенән, “федераль йүнәлеш” тигән төшөнсә, ҡаты талаптар бар. Икенсенән, халыҡ мәнфәғәте, ҡәүем ихтыяжы тора. Ҡайһы саҡта беренсе ғәмәл икенсеһе менән тап килмәүе лә ихтимал. Ни эшләргә? Үҙ тәжрибәмә таянып әйтәм: төбәк башлығы юғары етәкселекте республика өсөн өҫтөнлөклө ҡарар ҡабул итеүҙә инандыра ала. Заманса әйткәндә, төбәк мәнфәғәттәрен лоббилау тип атала был. Шулай булырға тейеш тә. Һәр хәлдә, үҙем етәксе саҡта ошолай эш итә инем һәм Мәскәү беҙҙең һүҙгә һәр ваҡыт ҡолаҡ һалды.

Төбәк мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу өсөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Федерация Советында сенаторҙарҙың һәм, әлбиттә, республика етәксеһенең абруйы бар. Был институттарҙың барыһы ла тулы көсөнә эшләргә тейеш. Иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар – һорағанға бирәләр.

– Һеҙҙең хеҙмәткә, ғөмүмән, һөнәр оҫтаһына ҙур ихтирам менән ҡарағанығыҙ мәғлүм. Ошондай ҡанатлы һүҙҙәрегеҙ ҙә билдәле: һәр ғәмәлде һүҙ менән түгел, эш менән иҫбатларға кәрәк. Ошо йәһәттән фекерегеҙҙе ишетергә ине.

– Эйе, минең өсөн хеҙмәт кешеһе һәр саҡ беренсе урында булды һәм әле лә шулай. Хәҙер һүҙ бутҡаһы бешереүселәр күп. Әммә кемдең кем икәнлеген башҡарған эшенә ҡарап ҡына баһалап була. Ҡулында власть булған кешеләр аҙыраҡ һөйләһен һәм күберәк эшләһен ине, сөнки иҡтисадты дебаттар менән генә күтәреп булмай.

– Башҡортостан – йөҙҙән ашыу милләт татыу һәм берҙәм йәшәгән төбәк. Уның географик урыны ла ифрат үҙенсәлекле – ике ҡитғаны, Европаны һәм Азияны, тоташтырып торған республикала йәшәйбеҙ. Илебеҙ өсөн иҫ киткес ҡатмарлы ваҡытта, ижтимағи-сәйәси, иҡтисади үҙгәрештәр кисергән һынылыш осоронда сәйәси аҡылығыҙ һәм һиҙемләүегеҙ, шәп стратег булыуығыҙ беҙҙе аяныслы тетрәнеүҙәрҙән, милләт-ара низағтарҙан һаҡлап алып ҡалды. Холоҡ-фиғелдең интернациональ рухта формалашыуында кешенең ниндәй мөхиттә үҫеүе һәм ниндәй ҡиммәттәргә таянып тәрбиәләнеүе, һеҙҙеңсә, ҙур роль уйнаймы?

– Ысынлап та, милләт-ара мәсьәлә – бик нескә төшөнсә. Башҡортостандағы төҫлө милләттәр гөлләмәһе, минеңсә, башҡа бер төбәктә лә юҡ. Һәм һәр ваҡыт беҙҙә халыҡтың татыу, теләктәш булыуына, үҙ-ара берҙәмлегенә ғорурланып йәшәнек. Кешенең башҡа милләт вәкиленә мөнәсәбәте күп осраҡта мөхиттән, йәмғиәттә өҫтөнлөк иткән ҡиммәттәрҙән һәм маҡсат-йүнәлештәрҙән тора. Ә был, үҙ сиратында, грамоталы дәүләт милли сәйәсәтен үткәреү юлы менән формалаша.
Һуңғы йылдарҙа ошо мәсьәлә бер аҙ үҙ ыңғайына ҡуйылды, тигән фекерҙәмен. Элегерәк был ғәмәл Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы ҡарамағында булһа, хәҙер ведомство мәҙәниәт өлкәһе өсөн генә яуап бирә. Һөҙөмтә булараҡ, йәмғиәттә милли ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шуға ла дәүләт власы был мәсьәләнән ситләшергә тейеш түгел, власть – төп көйләүсе ролендә.

– Милләт-ара татыулыҡ, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр кеүек төшөнсәләр – донъя именлегенең нигеҙен тәшкил иткән, тыныслыҡты гарантиялаған төп шарттар. Шул уҡ ваҡытта, донъяға күҙ һалһаҡ, был тема төрлө ҡәүем-ҡитғаларҙы борсоған, низағлаштырған көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып та ҡала. Ошо йәһәттән йәмғиәтте милләтселектән, шовинистик тәғлимәттәр тәьҫиренән, ошо нигеҙҙә үҙ-ара тыуған нәфрәттән ҡотҡарған “прививка”, йәғни һаҡланыу сараһы, Һеҙҙеңсә, нимәлә?

– Был һорауға бер ни тиклем яуап бирҙем – грамоталы милли сәйәсәт, дөрөҫ тәрбиә булырға тейеш. Һәр даим ошоно иҫтә тотоу фарыз: һәр халыҡ – Аллаһы Тәғәлә булдырған оло мөғжизә, уларҙың һәр ҡайһыһы Тәңре тарафынан тигеҙ яратылырға һәм йәшәргә хоҡуғы бар. Бер кемдең дә халыҡтарҙы юҡҡа сығарырға, уларҙың теле һәм мәҙәниәте үҫешенә аяҡ салырға хаҡы юҡ.

– Республикаға етәкселек итеүҙән ситләшкәндән һуң, фиҙакәр эшмәкәрлегегеҙ бер көнгә лә туҡталмағаны мәғлүм. Тап Һеҙҙең тырышлыҡ менән Рәсәйҙәге иң эре, ҡеүәтле хәйриә фондтарының береһе булдырылды. Уның фәҡәт халыҡ мәнфәғәтендә эшләгәне, меңдәрсә кешегә файҙа килтергәне билдәле. Шул уҡ ваҡытта, йәмғиәт булғас, ундағы проблемалар ҙа һис ҡасан бөтмәйәсәк, мәшәҡәттәр кәмемәйәсәк... Шәхсән үҙегеҙ эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәһегеҙме? Ҡайҙан көс-ҡеүәт алаһығыҙ?

– Эшемдән, әлбиттә, ҡәнәғәтмен. “Урал” фонды халыҡҡа ифрат ҙур ярҙам күрһәтә, тәүге сиратта – ябай кешеләргә. Ниҙер булдырыуға, төҙөүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек халыҡҡа өмөт бирә, улар Фондҡа рәхмәтле – тап ошо ғәмәлдәр миңә көс, дәрт-дарман өҫтәй, артабан эшләү теләге уята.

– “Әр-Рәхим” мәсетенең төҙөлөп бөтөүен дә түҙемһеҙлек менән көтәләр. Был төҙөлөш, беренсенән, оҙаҡҡа һуҙылды. Икенсенән, бихисап ҡаршылыҡтарҙы үтергә тура килде. Мәғлүм булыуынса, уны һалып бөтөүҙе һорап, республика етәкселегенә ваҡытында хатта башҡа конфессия ағзалары ла мөрәжәғәт итте. Ҡыҫҡаһы, монументаль ҡорамдың тиҙерәк төҙөлөп бөтөп, ишектәрен асыуы принципиаль тарихи, рухи әһәмиәткә лә эйә... Нисек уйлайһығыҙ: бихисап йылдар үткәс, ошо данлыҡлы мәсет, мәҫәлән, Салауат Юлаев һәйкәле кеүек, баш ҡаланың йөҙөн билдәләгән төп символдарҙың береһенә әйләнеп китерме?

– Әлбиттә, беҙ мәсет һалынып бөтөр, тип өмөтләнәбеҙ, ышанабыҙ. Республика башлығы ла ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Был бит миңә йә иһә Фондҡа ғына түгел, тәүге сиратта республика халҡы өсөн кәрәк. Һис шикһеҙ, төҙөлөш тамамланғас, был мәсет Башҡортостандың төп символдарының береһенә әүереләсәк. Хәйер, уны әле лә танып беләләр.

– Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе хаҡында “Бик яҡшы, ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы, бик үҙенсәлекле сығыш яһаны. Нимә күргәне, ни эшләйәсәге хаҡында әйтте. Уның ҡушҡандары, һис шикһеҙ, үтәлергә тейеш”, тигәйнегеҙ. Ғөмүмән, республиканы яҡшы белгән талапсан етәксе республика тормошона яңы һулыш өрҙө, ҙур өмөттәр уятты. Ошоноң менән килешәһегеҙме?

– Эйе, ысынлап та, ул Башҡортостан үҫеше яңы һулыш алырына, бығаса хәл ителмәгән, торғонлоҡта ҡалған мәсьәләләр хәл ителеренә өмөт уятты. Шәхсән үҙем, барлыҡ башҡортостандар кеүек, шулай булырына өмөтләнәм. Һуңғы йылдарҙа республика байтаҡ ҡаҙаныштарын юғалтты, ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса артта ҡалды. Төбәкте Рәсәйҙәге лайыҡлы урынына ҡайтарыу, минеңсә, Радий Фәрит улы өсөн – намыҫ эше. Бының өсөн уның көс-ҡеүәте лә, етерлек дәрт-дарманы ла, рухы ла бар. Бигерәк тә шуныһы мөһим: ул төбәккә ҡайҙандыр килгән кеше түгел, Башҡортостан – тыуған ере.

– Бынан өс тиҫтә йыл самаһы элек, Рәсәй һәм Башҡортостан араһында вәкәләттәрҙе үҙ-ара бүлешеү хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйып, республика милли йөҙөн һаҡлап ҡалды, үҙенең иҡтисади үҫеш юлын һайлау хоҡуғын яуланы. Нисек кенә булмаһын, үткән быуаттың ҡатмарлы 90-сы йылдары бер үк ваҡытта башҡорт халҡының тарихи үҙбилдәләнеш осоро ла булып тора. Ошо йәһәттән милләттең киләсәген, туған телде һаҡлау, яҡлау, үҫтереү мәсьәләләре әле лә ифрат борсоулы, көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып ҡала...

– Әлеге осор башҡорт халҡы өсөн ябайҙарҙан түгел. Туған телде өйрәнеү, милли кадрҙарҙы үҫтереү — көнүҙәк маҡсаттар. Шуны хәтерҙә тоторға кәрәк: Башҡортостан – башҡорттар дәүләт институттарына таянып, туған телен, мәҙәниәтен, үҙбилдәләнешен һаҡлап, киләсәген планлаштыра алған берҙән-бер урын. Халыҡтың ошо мөмкинлеген сикләү, миңә ҡалһа, енәйәт ул. Республика власының төбәк йөҙөн билдәләгән аҫаба халыҡҡа булышлыҡ итеү өсөн бик күп мөмкинлектәре бар. Республика башлығы ла, башҡорт халҡының Юрматы ырыуы вәкиле булараҡ, халҡын рәнйетергә ирек бирмәҫ, тип ышанам.

Икенсе яҡтан, туған телде һаҡлауға, үҫтереүгә ҡағылышлы бөгөнгө проблемалар – берләшеү, тупланыу, һүҙеңде төплө һәм ҡаты итеп әйтә белеү өсөн сәбәп тә. Ғөмүмән, туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Унан һуң, башҡорттарһыҙ Рәсәй ни эшләргә тейеш? Беҙҙең юлыбыҙ уртаҡ. Халҡыбыҙҙың киләсәге – берҙәмлектә, берлектә. Мин уның яҡты киләсәгенә ышанам.
– Тос фекерҙәрегеҙ, төплө кәңәштәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511