Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәлим Әмиров – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы

Был исемде лә хәтер һандығыңа яҙып ҡуй, хөрмәтле милләттәш.

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Хәлим Әмировты иҫкә алыу, уның эшмәкәрлегенә арнап таҡтаташ асыу тантаналары булды Яңауыл районында.

Был төбәк мәғарифты үҫтерер шәхесте биргән

Ҡоролтайҙың “100 йыллыҡҡа — 100 шәхес” проекты нигеҙендә Яңауыл районының Яңы Уртауыл ауылында Зәки Вәлидиҙең көрәштәше, Уран ырыуы башҡорто Хәлим Әмиров хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылыуы хаҡында төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарында ла хәбәр иттеләр. Башҡорт автономияһы тарихын өйрәнгән Азат Ярмуллиндың Хәлим Әмиров тураһындағы сығыш­тары киң мәғлүмәт сараларында донъя күрҙе. Исемдәре халыҡҡа еткерел­мәгән шәхестәрҙең асылын, эшмә­кәрлеген тергеҙеүҙә Азат Шакирйән улының өлөшө бик ҙур. Уның Башҡорт автономияһы башында торған мил­ләттәштәребеҙгә арналған мәҡәләләре “Башҡортостан” гәзитендә лә даими баҫыла килә. Был һанда Хәлим Әмиров менән яҡындан танышыр­һығыҙ.

Яңауылда үткән сараның кимәле, урындағы халыҡтың тын алышы, район етәкселегенең мөнәсәбәте тураһында айырым әйтеп китмәй булмай, сөнки, ни генә тимә, Яңауыл – республика­быҙҙың төньяҡ ҡапҡаһы һәм баш ҡаланан ситтәрәк урынлашҡас, иғтибарҙан ситтә ҡала килә төҫлө. Шул уҡ ваҡытта был ер заманында Башҡортостанға тап милли мәғарифты үҫтерер шәхесте биргән.

Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов райондың етәкселеге, ҡоролтай әүҙемселәре менән алдан эш алып барған. Хәлим Әмировты бында халыҡ ҡына түгел, барыһы ла үҙе өсөн яңы аса, сөнки шәхестең автономия осорондағы эшмәкәрлеге билдәле булһа ла, 1936 йылдан яҙмышы бөтөнләй билдәһеҙ.


Тарихи мәғлүмәттәр – барыһы ла музейҙа

Район хакимиәте башлығы урын­ба­ҫары Гәүһәр Миңдейәрова беҙҙе Яңа­уыл районының тыуған яҡты өйрә­неү музейына алып барҙы. Унда әле үҙгәртеп ҡороу эше бара. Бик үҙен­сә­лекле булмаҡсы был боронғо ҡомарт­ҡылар йорто. Бында Яңауыл районы­ның тәбиғәт байлыҡтары нисек бар, шуға яҡын рәүештә сағылдырыласаҡ. Мәҫәлән, балыҡтар һыуҙа йөҙөп йөрө­гән стенд заманса технологиялар ҡул­ланып ҡоролған, урманды сағылдырған майҙанға барып инһәң, ысын мәғә­нәһендә тәбиғәт ҡосағына сумғандай булаһың.

Музейға 1977 йылда Бөйөк Октябрь байрамы хөрмәтенә Коммунистар пар­тияһы ҡарарына ярашлы нигеҙ һалын­ған. Ошоға тиклем экспонаттарҙы йыйыу эше барған, халыҡтан күп әйбер тупланған. Ул ваҡытта хазинаға тиң кейемдәр ҙә һаҡланған булғандыр әле. Бөгөн, мәҫәлән, этник башҡорт кейемен төбәктәрҙә табыуы ауыр. Яңауыл музейы реконструкциянан һуң асылғас, моғайын, милли башҡорт кейеменә айырыуса иғтибар бүленер, тип өмөт итәйек. Республиканы бар иткән аҫаба халыҡ ул — башҡорттар.

1977 йылдың октябрендә район үҙәгендә музей өсөн бер ҡатлы айырым бина бүленә. 1985 йылда төкәтмә төҙөлгәс, музей ҙурая. Мәшһүр археолог Нияз Мәжитов был төбәктә ҡаҙыныу эштәре алып барған. Быны музей хеҙмәткәрҙәре лә раҫлай. Бо­ронғо дәүер хайуандарының һөйәктәре урын алған бында. Юҡҡа ғына 1990 йылда тәбиғәт һәм этнография бүлектәре асылмағандыр, күрәһең. 2010 йылдан музей яңы бинаға күскән. Бөгөн беҙ тап шунда сәйәхәт ҡылып йөрөйбөҙ ҙә. Һәр төбәктәге һымаҡ уҡ, был музейҙа ла даими рәүештә экскурсиялар ойошторола, ҡунаҡтар ҡабул ителә, балаларға дәрестәр бирелә, йәмғеһе йылына һигеҙ меңгә яҡын кеше музей менән танышып китә. Асылғандан алып бында 11 меңдән ашыу экспонат тупланған. Әле реконструкция барған был йорттоң киләсәктә тағы ла күберәк кешене ҡабул итерендә шик юҡ, сөнки унда яңы технологиялар ярҙамында төбәктең тәбиғәте, үҙенсәлеге бик оҫта бирелгән.

Исеме бөтә СССР-ға таралған күренекле йырсы Радик Гәрәев тә ошо яҡтан. Бында килеп уның һәйкәленә бармаһаҡ, дөрөҫ булмаҫ ине. Тауҙар­ҙан ҡайтауаз кеүек яңғыраған көслө тауышы әле булһа тыңлаусыларҙы әсир итә. Башҡорт халыҡ йырҙарын ниндәй маһирлыҡ менән башҡара ине ул!


Яңы Уртауыл – арҙаҡлылар төйәге

Яңауыл халҡы бик уңған булып сыҡты. Арҙаҡлы улдары иҫтәлегенә арналған сара алдынан тотош ауылда өмә үткәргәндәр. Ысынлап та, Яңы Уртауыл балҡып, көлөп тора, ундағы таҙалыҡ күҙгә ташлана.

Яңы Уртауыл мәктәбендә беҙҙе хеҙмәткәрҙәр, уҡыусылар ғына түгел, ғөмүмән, райондың 38 башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусылары, урындағы халыҡ та ҡаршы алды.

Яңы Уртауылда тәүге белем усағы мәҙрәсә була һәм 1880 йылда асыла. Беренсе уҡытыусы – Ғәбделхәбир Рахманғолов. 1912 йылда хеҙмәт мәктәбе, 1919 йылда — ике баҫҡыслы хеҙмәт мәктәбе, 1932 йылда — колхоз йәштәре мәктәбе, 1959 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә әүерелә. 1973 йылдан урта дөйөм белем биреү учреждениеһы итеп үҙгәртелгән, ә инде 2008 йылдан — урта дөйөм белем биреү мәктәбе. Бында балалар башҡорт телен дәүләт теле булараҡ та, туған тел булараҡ та өйрәнә.


Унан тыш татар, удмурт телдәрен дә уҡыйҙар. 2018/19 уҡыу йылында 104 бала белем ала, уларҙың 55-е башҡорт телен туған теле иҫәпләй һәм өйрәнә. Дәүләт теле булараҡ 89 бала өйрәнә. Татар телен туған тел булараҡ 44 бала һайлаған, ә удмурт телен – 5 бала. Мәктәптә 16 уҡытыусы белем бирә, бер тәрбиәсе лә бар, уларҙың 9-ы – юғары категориялы, 5-е – беренсе категориялы белгес. Мәктәптең бөгөнгө директоры Рүзилә Хәкимова балаларҙы белемле итеү өсөн барлыҡ коллективы менән бергә күп көс һала.

Беҙгә бигерәк тә мәктәптәге музей оҡшаны. Унда ошо ауыл ерлегендә табылған барлыҡ ҡомартҡылар һаҡлана. Музейҙың һәр экспонаты өсөн йәнен бирергә әҙер торған педагогия хеҙмәте ветераны Гөлсинә Ғариф ҡыҙы Әминеваның эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ. Ана шундай эске яныуы булған кешеләр тота ла инде рухи кимәлде, тарихи ысынбарлыҡты, тамырҙар тәрәнлеген!


Ҡурай моңо ағыла. Ошо урында алып барыусылар төбәктән сыҡҡан күренекле шәхестәр менән таныштыра. Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнәүи Сәлихов, Татарстандың халыҡ яҙыусыһы Нурихан Фәттәх, Ғәйнан Әмири һәм бөгөнгө байрамдың сәбәпсеһе Хәлим Әмиров – ошо ауыл­дыҡы. Нурихан Фәттәхтең әҫәрҙәренең исеменә иғтибар итегеҙ: “Ҡол Ғәли”, “Шәжәрә”, “Һыҙғыра уҡтар”. Уның яҙған­дары тарихи үткәненән айырылмаған.

Ошо ауылда тыуған Рәфис Мөхә­мәт­диновтың шиғырҙарын уҡыу менән башланып китте кисә – мәктәп уҡыу­сыһы Азат Сибәғәтуллин ҡайһылай матур итеп һөйләне тетрәндергес шиғырҙы! Ә Ләбибә Гәрәева шағир һүҙҙәренә яҙылған йыр ҙа башҡарҙы. Фәнәүи Сәлиховтың нәҫеленән икән Яңауыл сәнғәт мәктәбе уҡыусылары Әдис менән Данир Сәлиховтар. Береһе — баянда, икенсеһе аккордеонда уйнаны 3-сө һәм 6-сы класс балалары.

Артабан Инсаф Хөснийәров, Азалия Ибраһимова, Ренат Хәкимов, Дамир Ғабаҙуллин, Эльвина Юлдашева, Илназ Хөснийәров, Зинфира Мәҡсүтова йыйылған халыҡты Ғәйнан Әмириҙең әҫәрҙәре менән таныштырҙы. Яҙыу­сыны төбәктә бик хөрмәт итәләр, уның иҫтәлегенә арнап бик күп саралар уҙғаралар, әҫәрҙәрен ентекле өйрәнәләр.


Әгәр гәзит уҡыусы хәтерләһә, уның исеменә тап төшөргән сығыштар ҙа булды матбуғатта. Ошо хаҡта әйтергә ынтылышты район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаил ағай Яхин бик тетрәнеп ҡабул итте.

— Беләһегеҙме, уға хаталы ғәйеп ташланылар. Ул бит, киреһенсә, Һәҙиә Дәүләтшинаның исемен күтәргән, СССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесенә яҙған, әҙибәнең әҫәрҙәрен баҫтырыуҙы һораған. Был хаҡта архив материалдары бар.

Ә “Мораҙым” повесына килгәндә, беләһегеҙме, уның бит прототиптары — Яңауыл районында йәшәгән кеше­ләр, ҡайһы берҙәре теге замандарҙа иҫән дә ине әле. Ғәйнан Әмири — башҡорт халҡына хеҙмәт иткән, сәсәндәр ижадын өйрәнгән ысын башҡорт рухлы яҙыусы. Шуға күрә яҡташтары уның исеменә тап тө­шөрөүгә һис юл ҡуймаясаҡ, беҙ киреһенсә, уның кеүек ҡәләм оҫтаһының эшмәкәрлеген балаларға өйрәтеү яғында! – тине Р. Яхин.

Бында нимәлер өҫтәп әйтеп булмай. Әммә йылдар үткәс тә, халыҡтың яҙыусыны күтәреп ижадын өйрәнеүе, яҡлап сығыш яһауына иғтибар итмәү мөмкин түгел ине!

Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов халыҡты “100 йыллыҡҡа – 100 шәхес” проекты менән таныштырҙы, башҡа төбәктәрҙә башҡарылған эштәр хаҡында һөйләне. Сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн район хакимиәтенә рәхмәтен белдерҙе.

Тарихсы Азат Ярмуллин йыйылған халыҡты Хәлим Әмировтың эшмәкәр­леге менән таныштырҙы. Архивтарҙа һаҡланған фотоларҙан ауылдаштары­на берсә таныш, берсә таныш түгел ет­ди ҡарашлы йәш кенә кеше йылмая ине.


Байрамға Благовещен ҡалаһынан Хәлим Әмировтың ике туғанының ҡыҙы 90 йәшлек Зифа Сафа ҡыҙы ла килгәйне. Уны күреү, уның ауыҙынан уҙған йылдарҙағы хәлдәр тураһында ишетеү үҙе бер яңылыҡ булды. Эйе, ул Хәлим Әмиров тураһында бер ни ҙә хәтерләмәй, әммә ул йылдарҙағы ваҡиғалар, өйҙәрендәге мөхит, халыҡтың йәшәйешен яйлап ҡына бәйән итте Зифа инәй. Уны сараға ҡыҙы Зәйтүнә апай алып килгәйне. Уның оло йәштәге әсәһен шул тиклем матур итеп, оло хөрмәт менән ҡарауы үҙе иғтибарға лайыҡ күренеш булды. Бигерәк тә бөгөнгө ата – улды, инә ҡыҙҙы белмәгән замандарҙа уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте тәрән ихтирам уятты.

Зифа Сафа ҡыҙы 1939 йылда хеҙмәт биографияһын башлаған. Ғүмер буйы һауынсы булып эшләгән инәй СССР кимәлендәге съездарҙа ҡатнашҡан, депутат та булған. “Почет Билдәһе”, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ленин ордендары, бихисап миҙалдар менән бүләкләнгән. Ғөмүмән, ауылда Әмировтар нәҫеленең уҡымышлы, эшкә тырыш булыуы хаҡында йыш телгә алдылар.

Хаҡлыҡ үҙ юлын таба

Ғәжәп хәлдәр бара ул тарихи Башҡортостан картаһы сиктәрендә бөгөн. Рәсәй Президенты Указы сығыу менән Башҡортостан үҙенең шәхес­тәрен барлай, онотолған исемдәрҙе кире ҡайтара башланы. Улай ғына ла түгел, бөтөнләй белмәгәндәр менән таныштыра. Хәлим Әмиров хаҡында беҙ ни белә инек? Бер ни ҙә белмәнек. Быға тиклем һәм бына, ниһайәт, йәшерен ҡорғандар асылып, архив ишектәре, тарихи сығанаҡтар мәғлүмәте беҙгә килеп етеп, беҙ арҙаҡлы милләттәштәребеҙ менән танышабыҙ.


Яңы Уртауыл мәҙәниәт йорто алдына халыҡ күпләп йыйылды. Уларҙың һәр береһе арҙаҡлы ауылдаштары хаҡында яңылыҡ ишетергә килгәйне.
Иҫтәлекле таҡтаташты асыу тантанаһында башлап һүҙҙе район хакимиәте башлығы Илшат Вәҙиғәтов әйтте:
— Башҡорт халҡының легендар улының иҫтәлегенә ҡуйыласаҡ сараға килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һәр халыҡ үҙенең шәхестәрен белергә, уларҙың эшмәкәрлеге миҫалында йәш быуынды тәрбиәләргә бурыслы. Автономия өсөн көрәш Башҡортостандың һәр төбәген­дә барған. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтың ҙур шәхесе Хәлим Әмировтың эшмәкәр­леге менән сикһеҙ ғорурланабыҙ! – тине ул.

Яңы Уртауыл ауылының мәҙәниәт йортонда үткән сараларҙың күркәмлеге әле булһа күңелдәрҙе йылыта. Иң матур, сағыу башҡорт бейеүҙәре, баш­ҡорт халыҡ йырҙары менән бергә үрелеп барған байрам рух танта­наһына әйләнде.

“Башҡорт ырыуҙары” хәрәкәте ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ошо төбәктә эшләгән әүҙем хеҙмәткәре Радик Бәхтиев:
— Беҙҙең төбәк башҡорттары үҙ диалектында һөйләшә, эйе, беҙ әҙәби телдә әңгәмәләр ҡормайбыҙ, әммә беҙ ҙә Башҡортостан өсөн хеҙмәт итәбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ ҙа тарихи Башҡорт­ос­тан сиктәрендә көрәш алып барған. Хәлим Әмиров – Башҡорт автономия­һы өсөн көрәш осоронда үҙ һүҙен әйткән шәхес. Милләттәштәребеҙҙең эшмәкәрлеге һәр башҡорт өсөн үрнәк булырға тейеш! – тине.

Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаил Яхин:
— Төрлө осорҙар кисергән беҙҙең төбәк. Бына минең үҙем бала саҡта татар телендә уҡыған саҡтарым да булды, торараҡ башҡорт мәҙәниәтен ныҡлап өйрәнә башланым. Башҡорт икәнебеҙҙе белә инек бит инде. Беҙ — Уран ырыуы башҡорттары! Шуға күрә халыҡтың бөгөн үҙаңы асылып, рухи тамырҙарын барлаған мәлен күреүе – минең өсөн бик ҡыуаныслы хәл. Ҡасандан бирле көрәшәбеҙ бит инде үҙ асылыбыҙ өсөн. Беҙгә башҡа төбәк башҡорттарының телмәренә ҡараған кеүек ҡарарға кәрәкмәй, беҙҙең үҙ һөйләшебеҙ. Район, ауыл хакимиәт­тәренә, мәктәпкә сараны юғары кимәл­гә күтәреп ойоштороуға булышлыҡ иткәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәт! – тине.

Тарихсы Азат Ярмуллин үҙ сығы­шында архивта табылған фотоларға таянып, түбәндәгеләрҙе еткерҙе:
— Хәлим Әмиров Петроградта ғәскәрҙәр араһында Башҡорт авто­но­мияһы етәкселегенең сәйәсәтен алып барыусы, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте мәнфәғәтен алға һөргән, пропагандалаған эшмәкәрҙәр­ҙең береһе булған. Быны Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт ойошмалары архивында бик ҡыҙыҡлы һәм ҡиммәтле документ – “Бәхет көнө” тип аталған йыйынтыҡ та тағы бер тапҡыр иҫбатлап тора. “Бәхет көнө” йыйын­тығы Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәр­ҙәренең советтар яғына сығыуына бер йыл тулыу айҡанлы 1920 йылдың февралендә Петроградта баҫылған. Унда Башҡорт автономияһы етәксеһе Зәки Вәлиди, Башҡорт уҡсы бригадаһы комиссары Ғабдулла Ибраһимов мәҡәләләре һәм Башревком вәкиле Хәлим Әмировтың “Башҡорт хәрәкәте” исемле доклады урын алған...

Азат Ярмуллиндың Хәлим Әмиров тураһындағы яҙмаһы тулы вариантта гәзитебеҙҙең алдағы һандарында урын алыр. Әйткәндәй, Азат Шакирйән улы Х. Әмировтың мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлегенә айырым туҡталып, урындағы мәктәпкә уның исемен биреүҙе тәҡдим итте. Бик әүҙем, еңел күтәрмәле яңауылдар, ана бит Яңы Уртауылдың бер урамы Ғәйнан Әмириҙең исемен йөрөтә, киләсәктә мәктәпкә Хәлим Әмировтың исеме бирелһә лә, һис ғәжәп түгел. Район хакимиәте башлығы Илшат Вәҙиғәтов та яҡташтарының исемен мәңгеләш­тереү эшенә бик ыңғай ҡарай. Шулай уң барһын эштәре! Халыҡ өсөн, мәңгелек өсөн бит!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 061

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 425

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 956

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 861

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 608

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 215

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 439

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504