Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әйҙәүсе барҙа – һәр саҡ алға!
Башҡорт автономиялы совет республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы барлыҡ ҡала, район, ауыл биләмәләрендә төрлө саралар үтә. Уларҙа тәү сиратта ерен, туған телен һаҡлау, халҡын күтәреү йәһәтенән ҙур тырышлыҡ күрһәткән, ғүмерен көрәшкә арнаған арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе иҫкә алабыҙ. Араларында данлы Ҡаңлы ырыуы вәкиле, сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре, сәйәси золом ҡорбаны Муллайән Халиҡов айырым урын алып тора.

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙа үҙ тарихы, атай-олатайҙарҙың ҡанлы көрәше, данлы үткәне менән ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта. Мәҫәлән, Нефтекама ҡалаһында йә­шәгән тарихсы, яҙыусы, йәмәғәт эш­мәкәре Фәнил Шәриповтың был йүнә­лештәге эшмәкәрлеге берәүҙе лә һоҡ­ландырмай ҡалмайҙыр. Ул милли азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан Муллайән Ха­лиҡовтың исемен халыҡҡа ҡайтарыуға тос өлөш индерҙе. Архив документтарына, олатаһының, ауыл ҡарттары­ның, туғандарының иҫтәлек­тәренә таянып, шәхестең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған бихисап мәҡәлә яҙҙы, китаптары донъя күрҙе.
Фәнил Йәмғетдин улы – ҙур ихтирамға лайыҡ кеше. Уның башҡарған эштәре үҙ­аңыбыҙҙы үҫтереүгә, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүгә, уларға халҡыбыҙ та­­рихын еткереүгә ҡайтып ҡала. Тарихсы, этнограф, тыуған яҡты өйрәнеүсе булараҡ, замандашыбыҙ Ҡаңлы ырыуы тарихын, шәжәрәһен тулыһынса тергеҙҙе. Көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш ырыу-ҡәбилә сос­та­вына, уның үткәненә арнап, шул уҡ ва­ҡытта шәжәрә төҙөүселәргә булышлыҡ ҡылыу маҡсатында “Үҙ асылыңа ҡайтыу” тип атал­ған күләмле китап, Салауат Юлаев менән Ҡаранай Моратовтың яуҙашы, Ҡаңлы улысы старшинаһы Минәй Сол­то­ҡов тураһында тарихи-документаль повесть яҙып нәшер итте. Данлы ыры­уы­быҙ­­ҙың вәкиле булараҡ, Фәнил Йәмғетдин улы үҙе лә шәжәрәһен, нәҫел ептәрен яттан белә.
Тағы ла бер асыш: ул ҡала халҡы онота башлаған, йәш быуынға билдәле булмаған шәхес, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, үткән быуаттың 60 – 70-се йылдарында тамашасы һөйөүен яулаған Нефтекама халыҡ театры актеры Фәнәүи Шәрипов хаҡында хәтерҙе яңыртты. Сәхнә оҫтаһы тураһында бай мәғ­лүмәт тупланғас, уның тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы урын­дағы башҡорт гимназия­һында күркәм сара үтте. Өҫтәүенә актер йә­шәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу ҡаралған.
Әҙәби ижад даирәһе ифрат киң Фәнил Йәмғетдин улының. Проза, поэзия, драма­тургия өлкәләрендә уңышлы эшләй ул. Әҙә­биәтте бала сағынан һөйә. Ижад юлын ши­ғыр һәм хикәйәләр яҙыуҙан башлай, һу­­ңыраҡ сәхнә әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итә. Бер нисә пьесаһы ҡаланың халыҡ театрын­да уңышлы уйналды. Дөйөм алғанда, Фә­нил Шәрипов – унға яҡын китап авторы. Пуб­лицистик мә­ҡәләләре, очерктары гәзит-жур­налдарҙа баҫылып тора. Рәсәйҙең, Баш­­­ҡортостандың Яҙыусылар союзы, Нефтекама башҡорт­тары ҡоролтайы башҡарма комитеты, “Бер­ҙәм Рәсәй” ойош­ма­һы ағзаһы булараҡ, дәү­ләт, йәмәғәт эш­тәрендә әүҙем ҡатнаша, ха­лыҡ мән­фә­ғәтен арымай-талмай яҡлай. Ҡа­лала баш­ҡорт гимназияһына бина төҙөтөү мәсьә­лә­­һен хәл итеүгә күп көс һалған шәхес тә ул.
Фәнил Шәрипов Ҡаңлы башҡорт­тарының йәмәғәт ойошмаһына етәкселек итә. Йыл һайын ырыуҙаштар ҡорон үткәрә. Был сара – ҡан-ҡәрҙәштәрҙе осраштырыу, көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләшеү, мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү, илһөйәрлек рухын нығытыу майҙаны. Фәнил Йәмғетдин улы Шәжәрә байрамдары, мәғариф ойошмаларында төрлө кисәләр үткәреүҙә лә әүҙемлек күрһәтә. “Муллайән Халиҡов” төбәк-ара фонды етәксеһе лә ул. Шәхескә бағышлап ҡала, республика кимәлендә Халиҡов уҡыуҙары, ғилми-ғәмәли конференциялар, семинарҙар, хәтер кисәләре ойоштора. Тынғыһыҙ әйҙәүсе һәр эштә үҙе алдан йөрөй, күңелдәргә дарман өҫтәй, рухландыра.
Күптән түгел Нефтекама дәүләт фи­­ла­р­­монияһында Халиҡов уҡыуҙарына ун йыл тулыу уңайынан тантаналы кисә булды. Сара Фәнил Йәмғетдин улының олуғ шәхескә арналған сығышы менән башланды. Кисәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппа­ратының баш белгесе Радик Бәхтиев, төньяҡ башҡорт­та­ры­ның төбәк-ара бер­ләшмәһе рәйесе Рәйес Исмәғилев, Нефтекама башҡорттары ҡо­ролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Азат Үтәкәев ҡатнашты. Аҙаҡ резолюция проекты ҡабул ителде. Унда шундай пункттар бар: арҙаҡлы шәхестең тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы ҡалала тантаналы йыйылыш үткәреү; исемен мәңгеләштереү уңайынан Нефтекама педагогия колледжы майҙан­сығында бюсын ҡуйыу; урамдарҙың береһен уның исеме менән атау; тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында бөйөк ырыуҙа­шыбыҙға арналған мөйөш асыу.

Нефтекама ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 1 423

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 1 170

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 1 318

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 1 389

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 21 970

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 1 123

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 119

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 196

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 1 273

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 1 435

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 1 465

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 1 321