Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атайымдың изге аманаты
Атайымдың изге аманатыУйсан ҡараш. Арыған йөҙ. Ниңәлер атайым гелән шулай күҙ алдыма баҫа. Хатта беҙҙең, йәғни балалары менән аралашҡанда ла ул үҙ уйҙарынан тулыһынса арына алмаған, һәр саҡ эше тураһында ғына уйлаған төҫлө ине. Быны яҡшы һиҙә һәм аңлай торғайныҡ. Тимәк, атай ижад киңлектәренә уй-хис елкәнен кирә, фән тигән оло, мөғжизәле донъяла эҙләнеүҙәрен дауам итә, шуға ла теңкәһенә теймәҫкә, ваҡ-төйәк һорауҙар менән борсомаҫҡа тырыштыҡ.
Бәләкәй саҡ хәтирәләре ҡасан күңелгә уйыла башлайҙыр, уныһы һәр кемдең үҙенә генә хас. Әммә минең күңелгә ул атай булып һеңеп ҡалған. Моғайын, 1961 йәки 1962 йылдар булғандыр ул саҡта. Миңә өс-дүрт йәш. Ләкин һәр бер нәмә әле һаман иҫтә. Бәлки, күңел – аҡ ҡағыҙға тәүге тапҡыр аң-хәтирә булып яҙыла башлағанға ла шулайҙыр.



Бәләкәй генә ыҡсым бүлмә. Әсәй ҡулы менән биҙәлеп тегелгән тәҙрә ҡорғандары. Атайҙың китаптары тулған кәштә. Төн ҡараңғылығы бар донъя­ны йоҡоға сумдырғандай. Әсәй бер йәшлек Илдар ҡустымды ҡосҡан да, йоҡоноң илаһи көсөнә иҙрәп, тәмле төштәр күрә. Бәләкәй мейес алдындағы өҫтәлдә лампа яна. Атайҙың бармаҡтары етеҙ йүгереп машинка хәрефтәре өҫтөнә баҫа. Туҡ-туҡ-туҡ... Беҙ был тауышҡа күптән өйрәнгән, күнеккән, ул күңелгә яҡын булып һеңгән. Туҡ-туҡ-туҡ... “Башҡортостан” тип аталған был ҡара төҫлө механик машинка өйҙә иң ҙур әйбер һанала. Ауылдарҙа әбей-бабайҙарҙың серле, үҙҙәре өсөн хазина һандығы нисек булған, шундайыраҡ, юҡ, унан да ҡәҙерлерәк йыһаз ул. Атай ижад емештәрен ҡағыҙға төшөрә тора, машинка туҡылдай бирә. Беҙ иһә был тауышты ла ишетмәйбеҙ, атайҙың уй-хистәре урғылыуын да белмәйбеҙ. Тик тоябыҙ ғына һәм үҫеп еткәнсе шулай буласаҡ. Был беҙҙең өсөн, ғаилә өсөн ябай һәм ғәҙәти хәл ине...
Бүрәнәнән һалынған өй ҙур түгел ине. Ләкин атай йортонан да ҙурыраҡ, мейесе усағынан да йылыраҡ, уның эсен йәмләп, нурлап торған әсәй, атай ҡарашынан да, икеһенең дә бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәтенән дә ҡәҙерлерәк ни бар һуң бала өсөн был донъяла?! Атайым менән әсәйем 1953 йылда матур көндәрҙең береһендә осрашҡан. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында барған “Еҙнәкәй” спектаклендә Ким тигән егет һылыу Рәйфәгә күҙ һала. Бер нисә көндән һуң егет ҡыҙҙы эҙләп табып, танышалар. Икеһе лә йәш, сибәр, һылыу, икеһе лә студент. Шулай улар осраша башлай. Беренсе ғашиҡ тойғолары ҙур һәм саф мөхәббәткә әүерелә.
1955 йылда атайым университетты тамамлағас, йәштәр ғүмер юлдарын никах менән нығытырға була. Туғандарын саҡырып, туй яһап, өйләнешәләр. Кеше фатирында донъя көтә башлайҙар. Хужалары яҡшы кеше булһа ла, йәштәргә улар менән бер өйҙә йәшәүе ауырыраҡ булғандыр инде. Ярты йылдан һуң, тәүге сабыйҙары тыумаҫ борон, атайымдар күсергә була. Ғаилә кәңәшендә Әлфиә өләсәйем (әсәйемдең әсәһе) мунса төҙөр өсөн әҙерләнгән бүрәнәләрҙән бәләкәй булһа ла үҙ өйҙәрен һалырға тәҡдим итә. “Һәләтле кеше бөтә эштә һәләтле” тигән һүҙҙәр тап атайым тураһында. Отпуск ваҡытында күрше ағай ярҙамы менән бура бурап, өй һалалар. Атай үҙ ҡулдары менән мейес сығарҙы, өйҙө йыһазландырҙы. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев (ул саҡта берҙән-бер) исемен йөрөткән бәләкәй генә урамдағы, Туҡай мәсете эргәһендәге өләсәйемдең ҡураһында үҙ өйҙәрендә донъя көтә башлайҙар. Был изге йортта мин донъяға килгәнмен, Илдар ҡустым да тыуған. Атайымдың, ауыл балаһының, ҡулынан килмәгән эш юҡ ине. Үҙе лә тынғыһыҙ булды: төндәрен ижад итә, таңдан утын яра, һыу ташый, мейескә яға – ғаилә усағына әленән-әле ҡуҙ өҫтәп тора. Һуңынан инде үҙе эшләгән СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына юллана. Ул унда ғилми хеҙмәткәр булып эшләй ине. Әсәйем иһә Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп уҡыны, китапханаһында эшләне. Ҡустым менән икебеҙҙе ике балалар баҡсаһына йөрөттөләр. Береһе уның Аксаков, икенсеһе Чернышевский урамында урынлашҡан ине. Ҡайһы саҡта санаға ултырттылар, ҡайһы ваҡыт күтәреп алып барҙылар. Бөгөн килеп шуға аптырайым, нисек өлгөргәндәрҙер ҙә ҡайҙан көс тапҡандарҙыр. Ләкин атай-әсәйем һис төшөнкөлөккә бирелмәне, һәр саҡ йәшәүгә сәм таба белделәр, дәрттәре ташып торҙо. Күңелдәре киң ине. Шуға ла бәләкәй генә өйҙән дуҫтары, туғандары өҙөлмәне. Бары менән һыйланылар, ҡуна ҡалдырҙылар. Урын етмәгән сағында үҙҙәре өләсәйемдәргә китә торғайны.
Хәтер йомғағы һүтелеп барған һайын, әйтерһең, кино таҫмаһынан айырым мәлдәрҙе бер аҙға туҡтатып торғандай. Бына беҙҙең йорт алды, йәшеллеккә күмелгән ағастар. Күҙҙәрҙе ҡамаштырған ҡояш нурҙары, зәп-зәңгәр һауа... Ә атай-әсәйҙең йөҙҙәре... Шундай йәш, шундай матур улар! Атай беҙҙең менән уйнай, әйләндерә, һауаға сөйә. Онотолғоһоҙ осоу тойғолары менән бергә уның көслө ҡулдары ҡабат тотоп алырына ышаныс тәнгә, йәнгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә. Был сағында сикһеҙ бәхет даръяһында йөҙгәндәйһең.
1963 йылда атайыма “Балалар шифаханаһы” (хәҙер “Дәүләт циркы”) туҡталышындағы биш ҡатлы өйҙән фатир бирҙеләр. Атай-әсәйемдең бәхетенең сиге юҡ ине, сабыйҙарса шатланыуынан түбәләре күккә тейгәндәй тойолдо. Хәҙер бит беҙҙең ике бүлмәле фатирыбыҙ бар! Береһе уның үтеп йөрөү өсөн ҡулланылды, икенсеһе – йоҡо бүлмәһе. Шунда уҡ, тәҙрә ҡырында, атайҙың эш өҫтәле урын алды. Атай арымай-талмай бик күп эшләне. Шулай уҡ, элекке өйҙәгесә, өҫтәлдә төндәрен лампа янды, төн тынлығын ярып машинка туҡылданы. Нисек кенә талсыҡмаһын, атай һис ҡасан беҙҙең менән уйнарға онотманы, эш күплеккә һылтанманы. Яҡшы атай ҙа, тоғро ир ҙә була белде. Был 1963 йыл икеләтә бәхетле килде: атайым кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы.
Тормош көткәндә күршенән уңыу – ярты бәхет. Был йәһәттән беҙ бәхетле. Күршеләребеҙ атайҙың дуҫтары, ҡәләмдәштәре ине: шағир Шакир Бикҡоловтың, әҙәбиәт белгесе һәм ғалим Әнүр Вахитовтың, иҡтисадсы Мәсғүт Бикйәновтарҙың ғаиләләре. Бик дуҫ йәшәнек, аралашып торҙоҡ, былай ғына, хәл белешер өсөн генә лә бер-беребеҙгә инә торғайныҡ. Беҙ, яҙыусыларҙың балалары, бер үк йәштә инек тиһәң дә була. Шуға ла һүҙҙәребеҙ, уйындарыбыҙ ҙа, хатта уйҙарыбыҙ, мауығыуҙарыбыҙ ҙа уртаҡ, оҡшаш булды. Шакир ағайҙың ҡатыны Сәбилә апай тәү ҡарашҡа ҡатыраҡ булһа ла, изге күңелле кеше ине. Балалар табибы булып эшләне. Ҡайһыбыҙ ауырып китһә лә, ярҙамға килде, дауаларға тырышты.
Әнүр ағайҙың тормош иптәше, башҡорт һылыуы Дәүриә апай ул саҡта яңы ойошторолған телевидениела редактор булып эшләне. Ә Мәсғүт ағайҙың ҡатыны Рәйсә апай киң күңелле, алсаҡ хужабикә ине. Ғәзиз әсәйем Рәйфә һәр саҡ бик аҡыллы, сибәр, кеше менән аралашыусан, ҡунаҡсыл булды.
Ҡатындар осрашһа, ғәҙәттә, һүҙ балалар, көнкүреш тураһында барҙы. Уныһы билдәле инде – ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа ла әсә, ҡатын булып ҡала. Ә бына ирҙәрҙең аралашыуын ҡарап тороу миңә күпкә ҡыҙығыраҡ төҫлө: ижад, эш тураһында ярһып-ярһып һөйләшәләр, ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшәләр, уртаҡ фекергә киләләр йәки һәр кем үҙ ҡарашында ҡала. Ә йөҙҙәренең үҙгәреүен, ялҡынланыуын күрһәгеҙсе: тәү ҡарашҡа етди һәм ҡәтғи Әнүр ағай ҡыҙыу бәхәскә инә, атайым да – ғәҙәттә, баҫалҡыраҡ кеше – унан ҡалышмай. Нәҡ бәхәстә дөрөҫлөктөң йөҙө асыла бит! Шакир ағайҙың киң күңеллелегенә өйрәнгән инек, бында иһә, киреһенсә, етдиләнә, бик һирәк кенә шаяртып ала. Ҡайһы саҡ бар фатирға уларҙың көлөүе яңғырай: атайҙың ихлас, Шакир ағайҙың яңғырауыҡлы, Әнүр ағайҙың ҡысҡырып көлөүе. Әнүр ағай көлгән саҡта бөтөнләй икенсе кешегә әйләнә торғайны: йөҙө балаларҙыҡы шикелле сафлана, күҙҙәрендә яҡты һәм эскерһеҙ йәненең осҡондары сағыла. Шакир ағай алсаҡ һәм көләс ине, моғайын, балалар өсөн яҙған шағир шулай булырға тейештер ҙә.
Йыш ҡына беҙгә Рәми ағай Ғарипов та инә торғайны. Ҡайһы саҡ ул ҡысҡырып һәм бирелеп шиғырҙарын уҡыны. Үҙе лә ут кеүек энергиялы кеше ине.
Шуныһы ҡыҙыҡ, уларҙың дүртеһе лә 1932 йылда – әҙәби һәләттәрҙе күпләп өләшкән дәүерҙә донъяға килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш уларға ҡыҫҡа ғүмер бирҙе. Фанилыҡтан бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күстеләр. Рәми ағай – 1977 йылда, уның артынса уҡ атайым беҙҙе 1980 йылда ташлап китте. Шакир Бикҡолов – 1983 йылда, ҡатыны Сәбилә апай менән бер көндә төрлө дауаханаларҙа, бер-береһенең мәрхүм булғанын да белмәйенсә. Артынса уҡ 1984 йылда иһә Әнүр Вахитов ер ҡуйынына инде, атайым кеүек, күптән яҙылған докторлыҡ диссертацияһын да яҡлай алмайынса.
1983 йылда әҙәбиәтсе Вафа Әхмәҙиев (1937 йылғы) Рәми ағай йәшендә яҡындарын мәңгегә ҡалдырҙы. Барыһы ла халҡыбыҙҙың аҡыл эйәләре, ҙур һәләтле шәхестәре. Бик иртә, бик иртә киттеләр. Күпме әйтелмәгән һүҙҙәре, яҙылмаған хеҙмәттәре, ижадтары ҡалды. Людвиг Фейербах былай тип бик дөрөҫ әйткән: “Ысын яҙыусылар – кешелеклелек намыҫы”. Шуға ла улар халҡының үткәнен, бөгөнгөһөн генә белеп ҡалмай, ялҡынлы күңелдәре менән киләсәген дә тоҫмаллай, ошо киләсәк быуын өсөн ижад иттеләр. Ватаныбыҙҙың данлы улдары! Һеҙҙең оло исемдәрегеҙ халҡыбыҙҙың бөйөк шөһрәтен тәшкил итә. Изге илебеҙҙең тарихында данығыҙ алтын хәрефтәр менән мәңгелеккә яҙылып ҡаласаҡ. Халҡыбыҙҙың күңелендә исемдәрегеҙ мәңге һаҡланыр...
Атайым иҫән саҡта беҙҙең фатир дуҫтарынан, ҡәләмдәштәренән өҙөлмәне. Әсәйем дә уларҙы ихлас ҡаршыланы. Шағирҙар Ғәлим Дәүләтов, Әсхәл Әхмәтҡужин, яҙыусы Ноғман Мусин, әҙәбиәт белгестәре Суфиян Сафуанов, Вафа Әхмәҙиев, Морат Рәхимҡолов... Йөҙҙәрендә ихласлыҡ, илаһи бер нур сағылыр, бәхәскә ингәндә күҙҙәрендә осҡондар уйнар ине. Фекерҙәштәрҙең аралашыуы шатлығын беҙ ҙә күрә, тоя инек. Бар фатир эсе мөғжизәгә тула тиерһең. Был мөғжизә – әҙәбиәт, үҙе бер ҙур, серле донъя! Ул дәүерҙе “60-сы йылдар энергетикаһы” тип тә атарға мөмкин.
Һуңынан белеүемсә, ХХ быуаттың ошо 60-сы йылдары бар донъяла әҙәбиәттең, фәндең күтәрелеш осоро булған икән. Нәҡ ошо йылдарҙа атайым “Әҙәбиәт теорияһы” тигән фундаменталь хеҙмәт тураһында уйлап йөрөнө һәм эшкә тотондо. 1971 йылда Ким Әхмәтйәновтың ошо оло хеҙмәте баҫылып сыҡты һәм шунда уҡ йәмәғәтселектең юғары баһаһын алған “Әҙәбиәт теорияһы” филология фәне ҡаҙаныштарының береһен тәшкил итте. Был китабы өсөн 1972 йылда Ким Әхмәтйәновҡа Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Әҙәбиәтселәрҙән республикабыҙҙың иң ҙур премияһының беренсе лауреаты Ким Әхмәтйәнов булды. Уның “Әҙәбиәт теорияһы” күп яҙыусыларҙың өҫтәл китабына әйләнде, юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар, уларҙың уҡытыусылары, әҙәбиәтте баһалаусылар һәм һөйөүселәргә әҙәбиәтте өйрәнеү серҙәрен асыуҙа ныҡлы терәк булды.
Әҙәбиәттең сихри көсө кешене, киләсәк быуынды шәхес булараҡ тәрбиәләүҙә әһәмиәтен яҡшы аңлағанға, Ким Әхмәтйәнов барлыҡ ижади ғүмерендә башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары, хрестоматиялар әҙерләүгә күп иғтибар һәм ваҡыт бүлде. Ул төҙөгән дәреслектәрҙә “образ”, “персонаж”, “метафора”, “әҫәрҙең кульминацияһы”, “рифма” һымаҡ әҙәби аңлатмаларға аңлайышлы итеп нигеҙ һалына. 1963-тән алып 1983 йылға тиклем башҡа авторҙар менән берлектә 45 баҫма баҫтырып сығаралар. Ошолар ғына ла күпме көс, һәләт талап итә!
Атайымды гелән республика ҡалаларында балаларҙың туған телендә уҡый алмауы борсоно. 1965 йылдың 1 сентябрендә миңә лә беренсе класҡа барырға ваҡыт етте. Ул мине 1-се мәктәп-интернатына (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) алып барҙы. Күңелдә шатлыҡ урғыла. Юл ыңғайы атайым ҙур гөлләмә алып бирҙе. Күҙҙең яуын алып торған хуш еҫле сәскәләрҙе ике ҡуллап тотҡанмын. Шатлығымдың, хистәремдең сиге юҡ!
1965 йылға тиклем интернатта балалар тик өлкән кластарҙа ғына уҡыған икән. Күптән түгел әсәйемдән башланғыс кластарҙы асыу эшендә атайымдың да әүҙем ҡатнашлығын белдем. Бының өсөн уға ҙур рәхмәт. Атайым бер төркөм фекерҙәштәре менән ул саҡтағы интернат директоры Төхвәт Хәлим улы Аслаевҡа – үҙенең Темәс педагогия техникумында әҙәбиәт буйынса уҡытҡан уҡытыусыһына һәм ҡасандыр республиканың Мәғариф министрлығында эшләгән кешегә мөрәжәғәт итә. Шулай итеп, дөйөм тырышлыҡ менән уңышҡа өлгәшелә.
Беренсе класта тәүге дәрес. Бала өсөн генә түгел, ата-әсә өсөн дә тулҡынландырғыс минуттар. Урғылған хистәрҙе яҙып та, һөйләп тә аңлатырлыҡ түгел. Атайым, аҙ ғына булһа ла мине тынысландырырға, нисек тә рухи яҡтан ярҙам итергә тырышыптыр инде, иң арттағы партаға ултырҙы. Минең тәүге уҡытыусым Сайра Фәрих ҡыҙы кемдең башҡортса шиғыр һөйләй белеүе тураһында һораны. Шул саҡта ғорурланып электән атай ятлатҡан Ғабдулла Туҡайҙың “Туған тел” шиғырын һөйләнем.
1970 йылда Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан тәүге урта белем усағы асылды. Ул мәктәп Достоевский урамында урынлашҡайны – хәҙерге Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы. Был мәктәпте асыр өсөн башҡорт теле, тимәк, халыҡ яҙмышы өсөн янып йөрөгән кешеләрҙән бик күп көс талап ителде. Улар маҡсаттарына ирешер өсөн ҙур тырышлыҡ һалды, ҡыйыу булдылар, юлдарынан тайпылмайынса барҙылар. Ә бит ул заманда бының өсөн эшеңдән генә бушатыу түгел, башҡа “сара” ла күрергә мөмкиндәр ине. Хәҙер быға ышаныуы ҡыйын, заманалары шулай ине. Беҙ был кешеләр менән ғорурланабыҙ. Мин икеләтә ғорурланам: улар араһында атайым – Ким Әхмәтйәнов та бар ине!
1966 йылда һеңлем Зифа тыуҙы. Атай-әсәйҙең шатлығының сиге булманы. Атайым, эшләп арыһа ла, бәләкәсе эргәһенән китмәне. Нисек тә әсәйгә ярҙам итте, сабыйҙы күтәреп йөрөнө, илаған сағында йыуатты.
1967 йылда атайҙың ижад итер өсөн ябай ғына шарттар булмауын иҫәпкә алып, Добролетная урамынан (Зорге урамындағы 6-сы йорт ҡаршыһында) беҙгә ҙур фатир бирҙеләр. Хәҙер иһә уның айырым эш бүлмәһе булды. Беҙ уны “кабинет” тип йөрөттөк. Атай был бүлмәне үҙе йыһазландырҙы, стенаның буйынан-буйына китап, журнал кәштәһе эшләне, өҫтәл өҫтөнә эленмәле лампа ҡулайлаштырҙы. Һаман хәтеремдә, ул ҡайҙандыр эш креслоһын һатып алғайны. Дөрөҫөрәге, киң, ағас ултырғысты хәтерләтте ул. Артҡы яғына ағас дуға ҡуйылғайны. Унда һис кенә лә арҡа терәрлек түгел ине. Ә бит ул төндәр буйы эшләне. Үҙ-үҙенә бик талапсан ине, һис кенә лә бушарға, йомшарырға ирек бирмәне – һәр минутын ҡәҙерләне. Ҡайһы саҡ атай кабинетынан арып, шул уҡ ваҡытта бик ҡәнәғәт булып сыға ине. Был сағында уға илһам килгәнлеген, уйҙары ижади уңыштар тулҡынында тирбәлеүен аңлай торғайныҡ.
Беҙ уның уңыштарына ихлас шатлана торғайныҡ. Атай бар йәнен биреп эшләне, үҙенең яҙмышын ижадҡа арнаны. Шундай саҡтар бик йыш ҡабатланды: иртән мәктәпкә китәбеҙ – атай эшләй, ҡайтабыҙ – ул өҫтәле янында, ятабыҙ – тағы эш өҫтөндә. Төндәр буйы кабинетында яҡтылыҡ һүнмәй ине. Мине һәр саҡ уның эшкә бирелгәнлеге, һәр эште матур һәм бик йөкмәткеле итеүе һоҡландыра ине. Һәр ваҡыт уға оло хөрмәт менән ғорурланып ҡараным. Һәләте тынғылыҡ бирмәй тип уйланым. Әлбиттә, тәбиғи һәләт, характер һәм эске азатлыҡ үҙенекен иткәндер.
Шулай ҙа бындай оло титаник эш башҡарыу һәм ныҡышмалы хеҙмәт өсөн ул ғына етмәйҙер. Ниндәй сихри көс көндәр, төндәр буйы атайҙың уйҙарын ҡайнатҡандыр ҙа, бер юлға һалып, ҡулын аҡ ҡағыҙ буйлап йөрөткәндер? Уйлап ҡараһаң, яуап бик ябай: донъяға аслыҡ һәм мөхәббәт идара итә. Атай өсөн халҡы, туған теле, уның шиғриәте оло мөхәббәт булһа, аслығы иһә үҙенең яратҡан эшенә ҡарата булған мөнәсәбәт һәм яңы үрҙәргә, асыштарға ынтылыуға, үрләүгә һыуһау ине. Был, әлбиттә, юғарыраҡ та яңғырайҙыр, әммә ысынбарлыҡтың асылы шулай.
Изге Әбйәлил ерендә, ата-бабаһының төйәге “Ирәндек ҡуйынында, Ҡыҙыл һыуы буйында”ғы* атаҡлы Әлмөхәмәт ауылында тыуып, әсә һөтө менән ҡанына халҡының гүзәл туған телен, моңон һеңдергән ул. Әсәһенең сәңгелдәк йыры, һуңынан башҡорт халыҡ йырҙары бала саҡтан уны әсир итә. Бәләкәйҙән тыуған төйәгенең хозурлығына ғашиҡ була, ауыл кешеләрен яратып үҫә.
Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте “бишле”гә тамамлап, ун дүрт йәшлек үҫмер көйө генә оло юлға сыға. Һуғыштан һуңғы ауыр йыл була ул: 1946 йылда атай йортонан етмеш саҡрымда ятҡан Темәс педагогия техникумына уҡырға инә. Үҙе өсөн әкиәттәгесә “серле һандыҡ” ҡапҡасын – Шиғриәт донъяһын аса. Артабан иһә ғүмерен әҙәбиәт менән шиғриәткә арнай. Техникумда әҙәби түңәрәктең рәйесе лә була. Нәҡ ошонда уның күңеленә шиғриәт матурлығының серҙәрен асыуға, ҡанундарын белергә ынтылыуға орлоҡ һалына ла инде. Ул ниәт шытым бирә, бөрөләнә. Һәм ул яҙмышын билдәләгән йондоҙона – Шиғриәт һәм Әҙәбиәткә табан атлай.
Былар буш, яңғырауыҡлы һүҙҙәр түгел. Әсәйем атайымдың шул осорҙағы дәфтәрҙәрен, конспект­тарын ҡәҙерләп һаҡлаған. Уларҙы ҡарағандан һуң нәҡ ошондай фекергә киләһең. Тәүге ижади аҙымдар ҙа сағыла: әҙәби әҫәрҙәрҙе анализларға тырышҡан, беренсе шиғыр юлдарын теҙгән. Һуңынан ошо шиғырҙарын гәзиттәрҙә баҫтырған. Тағы бер иҫтәлек һаҡлана – фоторәсем. Уның артына техникумдың уҡытыусылары “Иң яҡшы уҡыусыға” тип яҙып ҡуйған. Темәс педагогия техникумын өлгөлө тамамлап, атайым юғары белем алыу өсөн К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты – БДУ) юллана.
Педагогия институты (БДУ) – атайымдың талпыныр сағында ижад ҡанаттарын нығытҡан изге белем йорто, белем һарайы. Ул унда “Шоңҡар” әҙәби түңәрәге эшендә әүҙем ҡатнаша. Һуңыраҡ ҡулъяҙма дәфтәрендә былай тип яҙыр: “Түңәрәктәрҙә бәхәсләшеп алған белемдән нығыраҡ белем булмай икән (М. Горькийҙың романтик хикәйәләре, З. Биишеваның “Гөлъямал”ы, Ғ. Әмириҙең хикәйәләре, Н. Нәжми шиғырҙары). Лекцияларға берәү ҙә ҡаршы түгел. Ләкин халыҡ бит былай тип әйткән: “Үҙең тапҡан икмәк тәмле була”, “Сәйнәп ҡаптырған ит тә әсе була”.
Ул ваҡыттағы “Шоңҡар”сылар – Шакир Бикҡолов, Әнүр Вахитов, Рәис Фәтҡуллин, Ихсан Әхтәмйәнов, Зөфәр Ғәбсәләмов, Саръян Хәсәнов, Фәнүн Рамаҙанов, Хәниф Сафаров фекерҙәштәр, көрәштәштәр ҙә ине. Морат Рәхимҡолов менән Әхәт Ниғмәтуллин да студент ваҡыттарынан уҡ атайымдың дуҫтары булған.
1955 йылда институтты ҡыҙыл дипломға тамамлағас, атайҙы башҡорт әҙәбиәте кафедраһында ассистент итеп ҡалдыралар. Ул унда ике йыл уҡыта. Ҡайҙа ғына уҡымаһын, атайымдың билдә ҡуя торған табелендә гелән “бишле” тора. Башҡаға урын ҡалмай. Был ябай “бишле”ләр түгел, ә төплө белем алыу тигән һүҙ. Улар буласаҡ фәнни эштәрҙең нигеҙенә үҙенсә асҡыс та, һәләтен баһалау ҙа булып тора.
1957 йылда атайым СССР Фәндәр акаде­мияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына уҡырға инә. Фәнни эштәренең етәксеһе БАССР-ҙың атҡаҙанған фән хеҙмәткәре Әхнәф Ибраһим улы Харисов була.
Ошо уҡ йылда атайым рус һәм башҡорт фольклорында халыҡтар дуҫлығы тураһында тәүге ғилми эштәрен баҫтыра. Шунан башлап ғилми хеҙмәттәре бер-бер артлы төрлө республика журналдары, гәзиттәрендә баҫыла башлай. 1960 йылдан ул институттың кесе ғилми хеҙмәткәре була. Икенсе йылына Ким Әхмәтйәнов башҡорт әҙәбиәтендә яңы тема аса: “Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре”. Был теманы тулы һәм төплө итеп асып, китап баҫтыра. Был иһә кандидатлыҡ диссертацияһының темаһына әйләнә. 1963 йылда В.И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетында диссертацияһын уңышлы яҡлай. Ошо ваҡытта атайым татар әҙәбиәте белгесе Нил Юзеев менән таныша, уларҙың дуҫлығы ғүмер буйы дауам итә.
Әҙәбиәт һәм тел институтында ул Әхнәф Харисов, Ғилемдар Рамазанов, Ғайса Хөсәйенов, Әнүр Вахитов, Суфиян Сафуанов, Салауат Ғәлин, Зиннур Ураҡсин, Марат Минһажетдинов, Нур Зарипов, Рауил Бикбаев, Ғиниәтулла Ҡунафин, Мирас Иҙелбаев, Рәшит Шәкүров, Әхәт Вилданов һымаҡ әҙәбиәт һәм тел белгестәре, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре менән бергә эшләй. Ниндәй һәләтле ғалимдар! Нәҡ улар үҙҙәренең фәнни хеҙмәттәре менән башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүгә күп көс һалды, байытты. Һәр ваҡыт беҙ ул саҡта институтты етәкләгән Әхнәф Ибраһим улы Харисовты хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. 1960 – 1970 йылдар ысын мәғәнәһендә башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүҙә “алтын быуат” осоро – тиҫтә йыллығы булды.
Атайым ғалимдарға һәм уларҙың хеҙмәттәренә хөрмәт менән ҡараны. Ләкин аралашҡанда ҙур ғалимдар менән дә, өлгөргән һүҙ оҫталары, әле башлап ҡына әҙәбиәткә атлаған шағирҙар менән дә бер тигеҙ, ихлас һөйләште, фекерләште. Ул туғанлыҡҡа, дуҫлыҡҡа ныҡ ышанды, ғәйбәттән, һүҙ йөрөтөүҙән юғары булды, һис ҡасан башҡаларҙың уңыштарына көнләшеп ҡараманы, киреһенсә, ҡыуанды ғына. Һәр саҡ кешегә шәхес итеп ҡараны, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалды. Әммә бүтәндәрҙең уй-фекеренән тыш гелән үҙенең ҡарашы булды. Бик матур, мәғәнәле итеп һөйләй белде. Аҙ һөйләп, күп нәмәне әйтә алды. Уның һүҙҙәре йәнгә үтеп инеп, йыш ҡына тынғы бирмәй, уйландыра торғайны.
1975 йылдың июнендә мәктәптәге сығарылыш кисәһенә 300-ҙән ашыу кеше йыйылды (интернатты тамамлаусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар). Барыһы ла осрашыуҙан, көткән байрам өҫтәленән, хушлашыу кисәһенән геү килә. Ләкин атайым һөйләй башлағас, шундай тынлыҡ урынлашты: залда уның ғына тауышы яңғырай, барыһы ла иҫе китеп тыңлай. Шул тиклем аҡыллы, тәрән мәғәнәле һүҙҙәр әйтте. Һәр ҡайһыбыҙҙың йөрәгенә үтеп инде, әле лә күптәр был сығышты иҫләй, тормош юлына барлыҡ ата-әсәләрҙең васыяты итеп алған.
Ниндәй генә фәнни хеҙмәт өҫтөндә эшләмәһен, ул гел үҙе булып ҡалды: йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты, институттағы, республикалағы мәҙәни саралар унһыҙ үтмәне, республика ҡалалары, райондары буйлап күп йөрөнө, Башҡортостан делегацияһы менән Мәскәүгә, Ленинград, Ҡазан, Дүшәмбегә барҙы. Конференцияларҙа һәм секция ултырыштарында, семинарҙарҙа әүҙем ҡатнашты. Докладтар менән съездарҙа, юбилей кисәләрендә, мәктәптәрҙә, республика баҫмаларында сығыш яһаны. “Ағиҙел”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарында мөхәрририәт ағзаһы булды. 1970 йылда СССР Юғары Советы Президиумы тарафынан “Өлгөлө хеҙмәте өсөн” миҙалы менән наградланды. 1974 йылда СССР Фәндәр академияһы Президиумының Почет грамотаһына, ошо уҡ йылда уңыштары өсөн СССР-ҙың Башҡортостан филиалы Фәндәр академияһы Президиумының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Республика Яҙыусылар союзы идараһы, Башҡортостан Юғары Советы Президиумы эргәһендәге терминология комиссияһы ағзаһы ине. Өфө ҡалаһы Киров районының халыҡ депутаты итеп тә һайланды.
Тәү ҡарашҡа интеллигент һәм баҫалҡы, академик йөҙлө, күҙлек аша ҡараған моңһоуыраҡ, арығаныраҡ ҡарашлы булыуына ҡарамаҫтан, атайым теремек, алсаҡ, мәрхәмәтле, тормошто яратҡан һәм матурлыҡтың баһаһын белгән кеше ине. Ғаилә менән паркка йөрөргә яратты. Әсәйем менән үҫтергән баҡсаны, үҙе бурап ингән, йыһазландырған баҡсалағы өйҙө яратты. Ял минуттарында футбол, хоккей матчтарын кинәнеп ҡараны. Бигерәк тә мотоуҙышҡа ихлас йөрөнө, мине лә алып барғыланы. “Уйыл”, “Шәүрә”, “Азамат” һымаҡ башҡорт халыҡ йырҙарын яратып тыңланы. Был йырҙарҙың драматик тарихын белгәнгә, тыңлаған сағында күҙҙәренә йәш эркелә торғайны.
“Критик – ул шундай кеше, уҡый ҙа белә, ошоға башҡаларҙы ла өйрәтә”, тиелә билдәле бер әйтемдә. Быны атайға ҡарата ла әйтергә мөмкин. Ул әҙәби әҫәрҙең бар нескәлектәренә төшөнөп, аңы, йөрәге менән уҡыны, авторҙың уйын, яҙғанда ни кисергәнен эләктереп алырға, тойорға, белергә тырышты. Әҫәрҙәрҙе рецензиялағанда ул үҙенең каллиграфик почеркы менән төрлө төҫтәге ручка менән билдәләп ҡуйыр, һәр төҫтөң үҙенең тәғәйенләнеше бар ине. Шул уҡ ваҡытта атайым һис ҡасан үҙ эшенән ҡәнәғәт булманы: баҫылып сыҡҡан китаптарына, ваҡытлы матбуғатта донъя күргән мәҡәләләренә гелән төҙәтмәләр, өҫтәмәләр индерҙе, нисек тә хеҙмәтен камиллаштырырға тырышты.
Атай ғаиләнең үҙәге ине, дөрөҫөрәк әйткәндә, атай үҙе лә һәм уның ижады ла. Әсәйем беҙгә: “Шым булығыҙ, балалар, шаярмағыҙ – атайығыҙ эшләп ултыра”, – тип әйтә торғайны. Ысынлап та, һәләт тынлыҡта асылалыр, илһам килгәндә эшләп ҡалырға кәрәктер.
Әсәй һәр ваҡыт атай өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышты. Уны көндәлек, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙән арындырҙы, үҙенсә ярҙам итте: ҡулъяҙмаларын тәртипкә килтерҙе, хеҙмәттәренең картотекаһын төҙөнө, эштәрен иң тәү уҡыусы һәм баһалаусы булды, китапханаларҙан һирәк китаптар яҙҙырып алды.
О, һеҙ, шағир һәм яҙыусыларҙың ҡатындары! Һәләтле ирҙәрегеҙ ижадына һеҙҙең күпме көйөүегеҙ, ныҡышмалылығығыҙ, наҙлы хәстәр­легегеҙ һалынған. Һеҙҙең алда баш эйәм.
Атайым әсәйемде тәрән аҡылы, үҙаллылығы, һәр ваҡыт ярҙамға килгәне өсөн дә хөрмәт итте, яратты. Атайым мәрхүм булғас, әсәйем уның өс китабын әҙерләп нәшриәткә тапшырҙы. Рәхмәт һиңә, әсәй, һин һәр саҡ тоғро, иреңде һөйгән ҡатын, тормошонда ныҡлы терәк булдың!
1976 йылда атайым докторлыҡ диссертацияһын тамамланы. Темаһы “Поэтик образлылыҡ” тип атала ине. Ләкин, рецензенттар тарафынан яҡшы фекерҙәр булһа ла, уны яҡлауҙы бер нисә йыл кисектереп килделәр. Тема төптән тикшерелгән, тулыһынса асып бирелгән. Ә ниңә шулай килеп сыҡҡан һуң? О,норе Бальзак һүҙҙәре менән әйткәндә, “урта ҡулдар һәр саҡ үҙенән юғарыраҡ торғандар менән туҡтауһыҙ, аяуһыҙ көрәш алып бара”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙыусының был һүҙҙәре бөгөн дә мәғәнәһен, асылын юғалтмаған. Аҙ ғына власҡа үрләү менән аҡылы, һәләте өсөн бер әҙәм аҡтығы үс алырға ниәтләй. Ул атайҙы эҙәрлекләүҙе, уға ҡаршы ағыуын сәсеүҙе ойоштора. Исемен атағы, бысранғы килмәй.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, атайым элеккесә үҙенең темалары өҫтөндә эшләүен дауам итте – аҡылды ауыҙлыҡлап та, йүгәнләп тә, кәмһетеп тә булмай. Ошо ваҡыт уға яңы – абсурдҡа торошло тема өҫтөндә эшләү йөкмәтелә: ғәрәп телен өйрәнеп, боронғо ҡулъяҙмалар менән шөғөлләнеү. Был йәш аспирантҡа, карьераһын башлаусыға түгел, ә илдә башҡорт әҙәбиәте буйынса үҙенең фәнни хеҙмәттәре менән танылыу алған ғалимға ҡушыла. Атайым үҙенең булмышын туған телһеҙ күҙ алдына ла килтерә алманы. Уның өсөн башҡорт әҙәбиәте йәшәү мәғәнәһе, маҡсаты ине. Шуға ла Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан – ғүмере буйы тиерлек эшләгән урынынан китергә мәжбүр булды. Егерме йылдан ашыу бергә хеҙмәт иткән дуҫтары, коллегалары менән айырылышыуҙы әсенеп, бик ауыр кисерҙе.
1978 йылда ул Башҡорт дәүләт университетына доцент булып, башҡорт әҙәбиәт теорияһы буйынса лекциялар уҡырға күсте. Ким Әхмәтйәновтың һабағын тыңларға студенттар бик теләп йөрөнө. БДУ-ла эшләгән сағында ысын мәғәнәһендә педагогик һәләте асылды. Үҙенең студенттары менән ғорурланып, һәләттәренә һоҡланып һөйләр ине. Семинарҙарҙан, лекцияларынан бушаған сағында әҙәбиәт буйынса эҙләнеүҙәрен, фәнни хеҙмәттәр яҙыуын дауам итте.
Атайым һәр саҡ таҙа, ныҡ кеше булды. Хатта тымау тейеп тә һис ҡасан ауырыманы. Ә бер нисә йылдан һуң, 1980 йылдың йәйендә ныҡлы ауырыу икәне йөҙөнә сыҡҡайны. Уға ҡарап йөрәк һыҡранды. Әсәйем тиҙерәк дауаханаға ятырға өгөтләне. Бер ай ятып сыҡҡас, дарыуҙар менән генә дауаланып йөрөнө, ләкин һаулығы яҡшырманы. Ауырыһа ла, БДУ-ла лекциялар уҡыны. Шулай ҙа өйҙә һирәгерәк эшләй башланы. Шул саҡ беҙ әсәйем менән ул үҙенә ял бирергә, һаулығы менән ныҡлы шөғөлләнергә ҡарар иткән икән тип уйланыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу үҙенекен иткән, көсө яйлап ташлай башлаған икән.
Атайымдың әсәһе, Йәмилә өләсәйем, көйөнөп, берҙән-бер балаһының мәңгегә ташлап китерен йөрәге менән тойоп: “Ҡайтығыҙ, хәлем бик насар”, – тип хат яҙҙыртҡайны. Бөтә эштәрен ташлап, атайым менән әсәйем ауылға йыйынды. Лекцияларҙан һуң атайым БДУ-нан автовокзалға тиклем йәйәү ҡайтҡайны. Сирле көйөнсә! Һуңыраҡ әсәйем: “Күрәһең, Өфө менән хушлашыуы шул булғандыр”, – тип әйтте. Мин ауылға бара алманым, ауырлы инем. Хушлашҡанда атайым миңә бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Ысынлап та, өйгә ул кире ҡайтманы...
Әсәйем гелән: “Ким, бик күп эшләйһең, хәл йый, һаулығыңа аҙ ғына булһа ла иғтибар ит”, – ти торғайны. Атайым уға: “Кешенең эше күп булырға тейеш, эш бөтһә, тормошо ла, ғүмере лә бөтә”, – тип яуапланы. Атай мәрхүм булды. Тормошҡа ашмаған маҡсаттары, яҡланмаған докторлыҡ диссертацияһы, тамамланмаған хеҙмәттәре һәм яртылаш яҙылған дәфтәрҙәре ҡалды. Ҡәләм теймәгән ап-аҡ биттәр һәр ваҡыт үкенес тойғолары, кире ҡайтмаҫлыҡ юғалтыу хистәре уята. Күпме эшләй алыр ине ул...
Нисәмә йыл үтһә лә, беҙ уны юҡһынабыҙ. Етемлек тойғоһо эҙәрлекләп барған төҫлө – һаман үтмәй. Иҫтәлектәр яҙыуы ла ауыр, иҫкә төшкән һайын ҡыйын булып китә. Атайым – беҙҙең ғорурлыҡ та, йөрәк әрнеүе лә. Аранан китеүенә күп ваҡыт үтһә лә, уны һәр саҡ арабыҙҙа тоябыҙ. Балаларым, ейәнсәрҙәрем олатайҙарының кем икәнен яҡшы белә. Әбйәлилдәр уны онотмай, күренекле яҡташының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай; 1992 йылда Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия булдырҙылар. Был премия әҙәбиәт, сәнғәт һәм журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәргә бирелә. 2013 йылда Әлмөхәмәт ауылы мәктәбенә төкәтмә һалынып, унда Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәновҡа (1932–1980), Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевҡа (1924–1997), Ҡол-Дәүләткә (Рәмил Хөснөтдин улы Дәүләтҡоловҡа (1958–1998) арналған музей асылды. Әлмөхәмәт ауылында, район үҙәге Асҡарҙа Ким Әхмәтйәнов исемендәге урамдар барлыҡҡа килде. Асҡарҙағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында атайымдың ижадына, тормошона арнап айырым стенд һәм мөйөш булдырылды.
Атайым Ким Әхмәтйәнов ҡыҫҡа ғүмере эсендә (48 йәш) ҙур-ҙур томдарға торорлоҡ ғилми хеҙмәттәрен яҙып ҡалдырҙы, үҙ халҡы алдында оло ихтирам яуларға өлгөрҙө, һоҡландырғыс ижади асыштар, балҡыштар мираҫ итте. Ҡәләмдәштәре уны “Башҡорт Белинскийы” тип йөрөттө.
Ким Әхмәтйәнов – 12 китап һәм 200-ҙән ашыу мәҡәлә авторы. Мәҡәләләрҙең күпселеге 40–50 йыл элек гәзит биттәрендә генә баҫтырылып ҡалған. Ә ваҡытлы баҫма бит ул тарихтың бер мәле генә. Һәләтле һәм күренекле ғалимдың бай фәнни мираҫы иғтибарға, баһалауға лайыҡ.
Атайымдың һәләте тәбиғәттән, ирке – характерынан, халҡына һөйөүе ялҡынланған йәненән, күңеленән ине. Бына ошо төп сифаттар уны шәхес булараҡ бер бөтөн итте. Ул фән өсөн тыуғайны, уға хеҙмәт итте, бар йәнен биреп һәм үҙен ҡорбан итеп уйҙары, эштәре менән шунда йәшәне. Уның ижади ҡараштарының киңлеге, тәрән аҡыллы булыуы, уйҙарының юғарылығы, үҙенсәлекле һәм яңылыҡ алып килеүе, үҙ алдына юғары маҡсаттар ҡуйыуы менән һоҡландыра ла, аптырата ла. Йылдар үтер, күп һыуҙар ағыр, был донъяға яңы һәләттәр килер. Ким Әхмәтйәновтың ғилми мираҫы улар өсөн гел өлгө булып торасаҡ. Фән йыһанында атайымдың йондоҙо яҡты нурҙар һибеп, юлсыларға ҡараңғы төндә юл күрһәткән Сулпан йондоҙо һымаҡ мәңге балҡып торор.
Атай, ҡәҙерлем минең, тыуған халҡыңа ялҡынлы һөйөүең, ҙур һәләтең, киң күңелле булыуың һәм илеңә тоғро хеҙмәтең өсөн һинең алда баш эйәм.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498