Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаһарманлыҡтың мәңгелек өлгөһө
Ҡаһарманлыҡтың мәңгелек өлгөһөЛегендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 75 йыллығы уңайынан республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларында күркәм саралар үтте. Халыҡ намыҫына тап төшөрмәгән, Дон буйынан Эльба ярҙарына тиклем меңәрләгән саҡрым юл үтеп, Берлинғаса барып еткән берҙән-бер милли хәрби берләшмәнән өс меңдән ашыу һалдат һәм офицер орден-миҙал менән бүләкләнә. Совет Армияһында геройҙар һаны буйынса бүтән бер дивизияны ла башҡорт атлыларыныҡына тиңләрлек түгел. Республикабыҙҙың тылдағы халҡы ла хәрби берләшмә ойоштороу осоронда ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй.


– Мин үҙем өсөн был дивизияның Советтар Союзы Геройҙары һаны буйынса абсолют рекордсы икәнен асыҡланым. Бына ҡайҙа икән 1812 йылда Париж урамдарынан еңеү маршы менән үткән батыр башҡорт вариҫтары! – тип һоҡланғайны Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединский республикабыҙға 2015 йылдың сентябрендәге эш сәфәрендә.
Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы ерендә “Легендаға әйләнгән исемдәр” республика фестивалендә һәм 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһына, уның командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған Хәрби дан мемориалын асыуҙа ҡатнашып, Владимир Мединский 1948 йылдан күтәрелә башлаған темаға – бөйөк хәрби етәксегә Рәсәй Геройы исемен биреү мәсьәләһенә – йәнә әйләнеп ҡайтырға тәҡдим итте һәм һәр яҡлап хуплауын да белдергәйне.
Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең ҡаһарманлығы халҡыбыҙ хәтерендә һәр саҡ һаҡлана. Ғөмүмән, башҡорттар элек-электән илгә хәүеф янағанда яуға дәррәү күтәрелгән. Белемем буйынса тарихсы булараҡ, әлбиттә, был данлыҡлы дивизия тураһында байтаҡ мәғлүмәт тупланым, күп китап уҡыным, документаль фильм ҡараным. Беҙҙең осор балалары Яныбай Хамматовтың “Башҡорттар китте һуғышҡа”, Әхтәм Ихсандың “Саҡма тояҡ аттарҙа”, Рамаҙан Өмөтбаевтың “Генерал Кусимов” тигән әҫәрҙәрен һәм башҡа әҙәбиәтте китапханаларҙа сират тороп алып уҡый торғайны.
Заһир Исмәғилевтең ошо дивизияла хеҙмәт иткән Ҡадир Даян һүҙҙәренә яҙған “Башҡорттар китте һуғышҡа” тигән йырын класта ла, мәктәп кисәләрендә лә, хатта, олоғайғас, табындарҙа ла башҡара торғайныҡ. Кирәй Мәргәндең “Баймаҡ ҡурайы” хикәйәһен уҡый-уҡый ятлап бөттөк, сөнки унда олатайыбыҙ Шәриф Әхмәтшин тураһында яҙылғайны.
Бөйөк Ватан һуғышында Баймаҡ районының Ғәҙелша ауылында йәшәгән ҡартатайым Әхмәтвәли һәм ҡартәсәйем Гөлзифа ғаиләһенән генә өс ир-егет – улдары Сафиулла, Шаһишәриф һәм Һаҙый – бер юлы фронтҡа алынған, ә Әхмәтшиндар династияһынан биш уҙаман һуғышта ҡатнашҡан, атайымдың иң өлкән ағаһы Сәхиулла ғына бронь менән тылда ҡалдырылған. Минең ата-бабам талантлы булыуы менән дан тотҡан. Уларҙың Өфөгә килеп радио тапшырыуҙарында (тура эфирҙа!) ҡурай уйнап ҡайтҡаны, табында йырлап, бейеп ярышҡаны иҫемдә.
Һуғышҡа тиклем “Баштрестзолото” тресында старатель, Монголияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Баймаҡ баҡыр иретеү заводында электромеханик булып эшләгән Шаһишәриф (тулы исеме шулай) олатайым фронтҡа үҙе менән ҡурайын да алып киткән. Яңы ғына ойошторолоп ятҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында башлана уның Ватанды фашист илба­ҫарҙарынан азат итеү хеҙмәте. Алтын ҡулдары тураһында һуғышҡа тиклем үк легендалар йөрөгән. Ауылдаштарының ҡартатайымдың улдары тураһында бер таҡмағы ла иҫемдә:
Сәхей менән Сафиулла
Алтын йыуа приискыла.
Шәйшәрифе – слесарь,
Һаҙыйы – оҫта писарь.
Ҡаһарманлыҡтың мәңгелек өлгөһөДивизияның 58-се полкында ҡорал йүнәтеүсе була Шаһишәриф олатайым. Һөжүм ваҡытында йәнселгән пулемет, приклады ватылған мылтыҡ йә боҙолған пистолет булһынмы – бөтәһен дә йүнәтә, ипкә килтерә ул. Билендә – ҡоралы, итек ҡуңысында – ҡурайы. Һуғыш тынып торған арала яугир иптәштәрен моң менән ҡыуандыра, тыуған яҡтарын иҫтәренә төшөрөп һағышландыра, дошманға ҡаршы көрәшергә көс өҫтәй, рухтарын нығыта. Бәреп төшөрөлгән немец самолеттарының еҙ торбаларынан быуынлы ҡурай яһарға ла өйрәнеп ала. Ана шул ҡул эштәренең береһе уға бер фашисты дөмөктөрөргә һәм үҙенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итә. Кирәй Мәргәндең “Баймаҡ ҡурайы” хикәйәһендә тап шул турала яҙылған. Олатайым, һуғыштан ҡайтҡас, туғандарына һәм балаларына был ваҡиғаны үҙе һөйләгән.
“Атакаға күтәрелдек. Ярһып атыша торғас, автоматтың патрондары бөттө, ҡулда башҡа ҡорал юҡ. Ул арала дошман менән ҡул һуғышы башланды. Айыуҙай кәүҙәле бер немец мине йығып, өҫтөмә менеп ултырып алды ла быуа башланы. Шул ваҡытта итек ҡуңысындағы еҙ ҡурайым иҫемә төштө. Уны нисек етте шулай үрелеп тартып сығарҙым да бар көсөмә тегенең башына тондорҙом. Тағы бер нисә тапҡыр менеп төштөм бының әпәй шүрлегенә. Башы йәнселгән, ҡанға батҡан дошман ситкә ауҙы ла йән бирҙе”.
Әйтергә кәрәк, олатайым кәүҙәгә бәләкәй ине. БМСК директоры Иван Коркин, фрезлаусы булып эшләп йөрөгән оҫта ҡуллы эшсеһен хөрмәтләп, “Алтын ҙур булмай ул!” тип мәрәкәләй торғайны.
Һуғыштан Шаһишәриф Әхмәтшин күкрәк тулы орден һәм миҙал менән ҡайтып төшә. Улар араһында иң ҡәҙерлеләре – Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары. Әйткәндәй, һуғышта ҡат­нашҡан олатай-ағайҙарыбыҙҙың бишеһе лә, кемеһе яраланып, ҡайһыһы контузия алып булһа ла, тыуған яғына иҫән әйләнеп ҡайта. Фронт хәтирәләре баҡыйлыҡҡа күскәнсе уларҙың теленән төшмәне.
– 1943 йылдың мартында һалдаттар янына бүләктәр менән Башҡортостандан делегация килеп төштө, – тип иҫкә алыр ине Шаһишәриф олатай. – Араларында Зәйтүнә Бикбулатова, Сәғит Агиш, Кирәй Мәргән, Хәбир Ғәлимов, Ғата Сөләймәнов, Фәйзи Ғәскәров һәм башҡалар бар. Минән үҙемде үлемдән алып ҡалған еҙ ҡурайым тураһында һөйләттеләр. Күп тә үтмәй, Кирәй Мәргән был турала яҙып сығарҙы. Артабан был хикәйә Баймаҡ районының һәм үҙебеҙҙең дивизияның гәзитендә лә баҫылды. Шул уҡ йылдың йәйендә башҡорт яугирҙәре менән осрашыу өсөн дивизияға яҡташ артистарыбыҙ Ғата Сөләймәнов һәм Мөхәммәт Иҙрисовтың килеүе ҙур шатлыҡ булды. Улар Баймаҡ хеҙмәтсәндәре исеменән яугирҙәргә сәләм һәм бүләктәр тапшырҙы. Беҙҙең күңел күтә­релеп ҡала ине бындай осрашыу­ҙарҙан һуң. Ауыр һуғыш шарттарында ла дивизияның тыуған республика менән бәйләнеше өҙөлмәне. Фронтта аҙ ғына тынлыҡ булғанда, ял ваҡыттарында йыр, моң, ҡурай тауыштары яңғырар ине.
Дивизия ветерандары һуғыштан һуң да һынатманы. Ҡайҙа ауыр – шунда эшләнеләр, хеҙмәт алдынғыһы булдылар. Шаһишәриф олатайым менән Өммөгөлсөм инәйем туғыҙ балаға ғүмер биреп, уларҙы матур итеп тәрбиәләне, үҙаллы тормош юлына баҫтырҙы. Оҫта ҡуллы яугир тирә-йүндәге күршеләре, туған-тыумасаһы килтергән самауыр, биҙрә, табаларҙы ямай, велосипедтарҙы һүтеп ташлап, өр-яңынан йыйып бирә, боҙолған плитәләрҙе яңынан эшләтеп, хужабикәләрҙе ҡыуан­дыра ине. Ҡәҙерле олатайым 52 генә йәшендә донъя ҡуйҙы. Ағаһын ерләп ҡайтҡан атайымдың ҡайғынан ҡара янған йөҙө һаман күҙ алдымда.
Ни өсөндөр яҙмыш мине милләтебеҙ ғорурлығы булған легендар дивизиябыҙ тарихына ҡабат-ҡабат әйләндереп ҡайтарҙы, яңынан-яңы яугирҙәр менән осраштырҙы. Элекке эскадрон командиры, өлкән лейтенант Бәҙри Мәмбәтҡолов беҙ Сибай педагогия училищеһында уҡыған йылдарҙа директорыбыҙ булды. Хөрмәтле уҡытыусыбыҙ һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалынан тыш, педагогик хеҙмәтендә Ленин ордены, Ушинский миҙалы менән наградланды, РСФСР һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Баймаҡ, Сибай ҡалала­рының почетлы гражданы исемдәренә лайыҡ булды.
Сибайҙа башҡорт мәктәбе директоры вазифаһын башҡарған йылдарымда уҡытыусылар коллективы һәм уҡыусылар көсө менән ошо ҡалала йәшәгән данлыҡлы кавалерия дивизияһының ветеран-яугирҙәре ҡатнашлығында осрашыуҙар үткәрҙек, уларҙың һөйләгән иҫтәлектәрен яҙа барҙыҡ. Был эштә яҡташыбыҙ, тыуған яҡты өйрәнгән тарихсы, арыу-талыу белмәй ижад иткән Рамаҙан ағай Үтәғоловтың ярҙамы ифрат ҙур булды, гелән уның кәңәштәренә таяндыҡ.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнгәндә беҙҙең Өфө районы гәзите ҙур акция иғлан итте. “Бер ветеран да – иҫән ҡайтҡаны ла, яу яланында ятып ҡалғаны ла – онотолорға тейеш түгел” тигән девиз менән эшләне редакция хеҙмәткәрҙәре. Һуғыш һәм тыл вете­рандарының һәр береһенең исеме, Еңеүгә индергән өлөшө яҡтыртылды, хәтер кисәләре уҙғарылды, мәктәп музейҙары асылды. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ойошторолоу тарихы ла беҙҙең баҫма биттәрендә ҙур урын алды, сөнки ул йылдарҙа Дим станцияһы Өфө районы биләмәһенә ингән. Бөтөн Башҡортостандан йыйылған буласаҡ яугирҙәр Авдон, Жуков ауылдарында йәшәгән. Дивизияны тулыһынса ҡоралландырыу, кейендереү, ашатыу сығымдарын хәл итеүҙә лә ҡатнашҡан әлеге райондаштарым. Дим станцияһынан эшелондар фронтҡа киткән. Шуға ла ҙур ышаныс менән “Өфө районы ла был дивизияны ойоштороуға күп көс һалған” тип әйтә алабыҙ һәм, әлбиттә, беҙҙең музейҙарҙа был ваҡиға үҙ урынын тапҡан.
Улым Илгизде белеме генә түгел, бөтөн булмышы менән тарихсы тип әйтер инем. Уларҙың бәләкәй генә ижади коллективы документаль фильмдар төшөрә. Хәҙер инде егерменән ашыу тарихи шәхескә, улар араһында Әхмәтзәки Вәлиди, Рудольф Нуриев, Кәрим Хәкимовтар бар, арналған матур эштәре барлыҡҡа килде. Йәштәр тарихыбыҙға заманса ҡараш ташлай, геройҙарыбыҙҙың биографияһында өр-яңы биттәр аса. Ул коллективтың фильм­дары Рәсәй каналдарында күрһә­телә, үҙебеҙҙекеләрҙең дә иғтибарынан ситтә ҡалмай. Һуңғы эштәренең береһе легендар генералыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов­ҡа бағышланған. Ғәҙәттәгесә, фильмдың тәүге версияһын күрергә яҙҙы миңә. Илай-илай ҡат-ҡат ҡараным. Ул көндәргә байтаҡ ваҡыт үтһә лә, күңелем менән һаман йәштәрҙең ошо эшенә әйләнеп ҡайтам.
Тарихыбыҙҙа аҡ “тап”тар күп икәнен бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Яңы мәғлүмәт сығанаҡтары Бөйөк Ватан һуғышының ҡайһы бер алыштарына икенсе күҙлектән ҡарарға мөмкинлек бирә. Ҡулына ҡылыс тотоп танктарға ҡаршы барған һыбайлыларыбыҙ тураһында уйлағанда, ғорурлыҡ менән бергә әсенеү ҙә кисерәбеҙ. Күптән түгел Лариса Абдуллинаның “Башкавдивизия” тигән шиғырын уҡып, тағы күҙ йәштәренә мансылдым. Илде фашизмдан ҡотҡарған батырҙар хаҡында яҡты иҫтәлектең халҡыбыҙ күңеленән мәңге юйылмаҫына иманым камил. Азат Ярмуллин, Замир Вахитов һымаҡ егеттәр барҙа, бер яугир ҙә онотолмаясаҡ тигән уйҙамын. Архив материалдары өҫтөндә эшләп, күпме башҡорт кавалерисы тураһында яңы мәғлүмәт йыйҙы был егеттәр! Хәбәрһеҙ юғалғандарҙың ҡәберлектәре табылды, һуғыш наградалары үҙ хужаларына йәки уның туғандарына тапшырылды, Интернетта фронтта төшкән фотолар, яҙылған хаттар пәйҙә булды. Изге эш башҡарған егеттәргә мөрәжәғәт итеүселәр көндән-көн арта. Уларҙың йәш быуын вәкилдәре булыуы айырыуса ҡыуандыра, киләсәктә илем, халҡым тип янған башҡорт уҙамандары күбәйер тигән ышаныс нығый.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516