Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Рух асылыҒүмере буйы Туған телем – рухи асылым тип көсөргәнешле ғилем баҫҡыстарынан күтәрелеп, һүҙ тылсымын асҡан ғалим-педагог, уҡыу йылдарында үҙенә ылыҡтырып өлгөргән Вәли Шәғәли улы Псәнчин хаҡында кәлимә әйтмәксемен. Күренекле телсе-ғалим, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, доцент Вәли Шәғәли улы Псәнчиндең тормошо һәм ғилем юлы күптәргә үрнәк булырлыҡ.

Ул оҙаҡ йылдар БДУ-ның башҡорт теле кафедраһында эшләне. Ун йылдан ашыу Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министр­лығының Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалына етәкселек итте. 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, өс тиҫтәгә яҡын китап, дәреслектәр авторы һәм авторҙашы. Уҡытыусыбыҙҙың ижад усағы дөрләп торҙо, һуңғы көндәренә тиклем ижади эшен дауам итте, шәкерттәре менән тығыҙ бәйләнештә булды…
...1966 йыл, йәйге каникул ваҡыты. Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты башҡорт-урыҫ бүлеге студенттары Күгәрсен районына (Вәли ағайҙың тыуған яғы) ауыҙ-тел ижады экспедицияһына юл алды. Беҙҙең башҡорт төркөмө Вәли Шәғәли улы Псәнчин етәкселегендә Юлдыбай ауылында туҡтаны. Ауыл ҙур, тәбиғәттең матур ерендә урынлашҡан, клубы лә һәүетемсә иркен генә. Вәли ағайҙы танып торалар, олоһо-кесеһе менән ҡушҡуллап иҫәнләшә, хәл-әхүәл белешә, тиҙ арала донъя хәлдәре, көнитмеш тураһында һүҙҙәр берегә. Вәли ағай үҙе менән мине, Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновты, Фәрит Усмановты, Нәҡип Кәримовты, Урал Хисамовты, Ғәлийән Ҡаһармановты, Рәхим Ильясовты йылға буйында тирәк, муйыл, тал араһында ултырған ыҡсым ғына өйгә урынлаштырҙы. Ҡыҙҙарҙан Мәүлиә Йосопова, Зөһрә Фәттәхова, Рәшиҙә Солтанова, Нажия Нафиҡова, Сара Әминева, Фәүзиә Рәхимғолова, Әнисә Дәминева, Фәриҙә Янбулатова, Хариса Сәлимгә­рәева, Рәйсә Юлмөхәмәтова, Мәрғүбә Дәүләтшина, Гөлнур Үҙәнбаева, Мөнирә Теләүембәтова, Венера Ғилманова, Фәүзиә Баязитовалар икенсе, өсөнсө өйҙәрҙә фатир тапты.
Рух асылы“Власты” яратҡан олобалтырҙар Ризуан Хажиев, Риф Зарипов, Илһам Сәйәхов, Риф Хановтар айырым фатирға инде. Фәтиха апай Хөсәйенова ул мәлдә декрет ялында булды шикелле, тормош иптәше Ғилман ағай менән Баймаҡ районына ҡайтҡандар ине. Оло йәштәге йорт хужалары алсаҡ йөҙлө, өлтөрәп торған ҡунаҡсыл кешеләр булды. Етәксебеҙ ауыл көтөүе килгәнсе беҙҙе фатирҙарға урынлаштырып бөткәс, төркөмдө “төп штаб”ҡа, йәғни беҙ йәшәйәсәк йортобоҙ ихатаһына, йыйып алды. Түңәрәкләп сирәмлектә ултырабыҙ. Алдағы эштәр, йөрөйһө ауылдар, ундағы иғтибар итерлек төбәк исемлеген, атама үҙенсәлеген, маршруттарын асыҡлап, һәр төркөмгә бурыстар йөкмәтте, көндәлек отчет тәртибен аңлатты ағайыбыҙ. Һөйләшеп бөтөүгә беҙҙең янға Рәфҡәт Ниғмәтуллин килеп етте. Ул – тарих факультеты студенты. Йәйге ялға ҡайтҡан, ике көндән археологик экспе­дицияға йыйынып йөрөй икән. Рәфҡәттең йыш ҡына университет сәхнәһендә өҙҙөрөп баянын һыҙҙырғанын, моңло итеп йырлағанын ишеткән бар. Ул беҙҙең төркөмдө “бөйөк артистар” бригадаһы тип уйынлы-ысынлы сирттереп тә ебәрә ине. Ағайға ҡарап торҙо ла:
– Вәли Шәғәлиевич, егет-ҡыҙҙар әҙер артистар бит инде, бер тәҡдимем бар. Бөгөн үк ауыл халҡы менән танышырға форсат сығып тора. Йәштәр концерт әҙерләгән, иғландарҙы абайлағанһы­ғыҙҙыр. Шулар менән бергәләп репер­туарҙарын байытып ебәрәйек, булмаһа, минең дә ике-өс сығыш бар, – тип түңәрәкте күҙе менән байҡап сыҡты.
Тәҡдимде, әлбиттә, Вәли ағай ҙа, “артистар” ҙа геү килеп күтәреп алды. Арабыҙҙа йырсыһы ла, бейеүсеһе лә, ҡурайсыһы ла, баянсылар ҙа, берәү түгел өсәү, гармунсылар ҙа, илатҡансы, йә көлдөргәнсе шиғыр һөйләүселәр ҙә, спектаклдәрҙән өҙөк ҡуйыусылар ҙа бар. Һөйләшелгән-килешелгән тигәндәй, кейенеп-яһанып клуб яғына репетицияға ашыҡтылар. Ул көндә ауыл клубы халыҡ менән шығырым тулды, энә төртөрлөк урын юҡ, ахыры, тәҙрәләрҙе алдылар, һыймағаны шунан ҡарап торҙо.
Концерт номерҙары аралаш барҙы. Ишмөхәмәттең “Сыңрау торна”һын тын да алмай тыңлайҙар, тылсымлы ҡурай эйәһен ҡат-ҡат сәхнәгә саҡыралар. Фәриҙә Янбулатова, Сара Әминеваның моңло ла, шаян да йырҙарын, Зөһрәнең үзбәк халыҡ бейеүен, Фәриттең башҡорт “Ба­йыҡ” бейеүен, Илһам Сәйәхов, Ғәлийән, Риф, Рәфҡәттең баянда өҙҙөрөүен, Рәшиҙә, Нажияның шиғыр-көләмәстәрен халыҡ алҡышлап оҙатты. Вәли ағай сәхнә­гә сығып беҙҙең эш маҡсаты тураһында аңлатып бөтөүгә, залдан бер апай:
– Һеҙҙе Өфөнән килгән артистар тип ултырабыҙ бит. Ҡайһылай матур булды, ауыҙыңа бал да май, ҙур рәхмәт, Вәли энекәш, – тиеүгә, тамашасылар геү килеп ҡул саба башламаһынмы! Был алҡышлау ағайыбыҙҙы йырлатыуға ишара булған, имеш. Инәлтеп торманы, үҙенең яратҡан йырын ҡурай, мандолина, баян оҙаты­уында матур итеп башҡарҙы ул. Тәүге көндәге көтөлмәгән тамаша халыҡ менән яҡындан аралашыу өсөн беҙҙең артабанғы сәфәребеҙҙә изге, табышлы юлдаш та булды. Беҙҙең “апаруҡ ҡына артистар” икәнлегебеҙҙе тирә-яҡ ауылдарҙа ишетеп, үҙҙәренә саҡыра башланылар.
Ҡыҫҡаһы, экспедиция барышы мәҙәни-ағартыу эше менән үрелеп китте. Егерме дүрт көн эсендә ауыҙ-тел ижадынан бай материал тупланды, бер юлы уларҙы төркөмләү, аңлатма биреү кеүек фәнни юҫыҡта эшкәртеү ҙә барҙы. Вәли Шәғәли улының ҡәнәғәтләнеү тойғоһон уның күҙҙәренән дә аңлап була ине. Ул беҙҙең эштән ысын күңелдән шатлана ла, ғорурлана ла белде. Үҙе кистәрен оҙаҡ ултырып эшләй, таңдан тора, йылғаға барып һыу инә, сәй ҡайната, беҙҙе гимнастика яһарға мәжбүрләй. “Егеттәр, эсегеҙ-тышығыҙ бөхтә булһын, шунда ғына донъяның барса йәмен күрәһең”, – тигәне һаман иҫтә.
Беҙҙең төркөмдән күптәр артабан ғалим-телселәр Вәли Шәғәли улы Псәнчин, Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталов, Марат Вәли улы Зәйнуллин, Әхмәр Мөхәмәтдин улы Аҙнабаев, Нәғим Хажғәли улы Ишбулатовтар етәкселегендә диплом эштәре яҙҙы, уларҙың аспиранттары булды. Мәҫәлән, улар ҡулында тәрбиәләнгән, ғилем юлын һайлаған Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов – БФАН мөхбир-ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, доцент, Ғәлийән Ҡаһарманов – филология фәндәре кандидаты һ.б.
Вәли Шәғәли улы, оло йөрәкле педагог булараҡ, кеселекле, кеше йәнле ине. Унда ябайлыҡ, инсафлыҡ менән талапсанлыҡ бер ҡатарҙан йөрөнө. Алдаҡты, ике йөҙлөлөктө йәне һөймәне. Һәр нимәне тыныс ҡына ҡабул итә, сабыр үткәрә белеү һәләте көслө булды. Был инде кешеләге юғары мәҙәнилек, интеллектуаллек сифаттары. Шуға ла беҙ йылдар алыҫлашҡан һайын уҡытыусыбыҙҙы иҫләп хөрмәт­ләйбеҙ, рәхмәттәр яуҙырабыҙ.
Телсе-ғалим Вәли Псәнчин республика матбуғатында әүҙем авторҙарҙың береһе булды. Ҡөҙрәтле ҡәләме менән ижад иткән мәҡәләләре Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Хәсән Назар шиғриәтендәге тел ынйыларына, Ғәли Ибраһимов, Яныбай Хамматов, Ғайса Хөсәйенов, Рәшит Солтангәрәев проза­һындағы халыҡ теленең сағылышына, мәшһүр телселәр ижадына арналғайны. Ул “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Шоңҡар”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Аманат”, шулай уҡ “Советская тюркология”, “Народы Азии и Африки” журналдарының да алыштырғыһыҙ авторы булды. Ғалим, талымһыҙ педагог булараҡ, туған телдең мәктәптәрҙә уҡытыу торошона, сифатына етди иғтибар бирҙе, уның методикаһын заман талаптары, йәш быуын ихтыяжынан сығып эшләргә ынтылды, шуны пропагандаланы. Был йәһәттән Вәли Псән­чиндең “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының төрлө һандарында донъя күргән, методик яҡтан заманса яңғыраған мәҡәләләре уҡытыусыларға ғәмәли эштә ныҡ ярҙам итә. Бынан тыш, ул башҡорт теле дәреслектәрен, методик ҡуллан­маларын, программаларын төҙөүҙә лә алһыҙ-ялһыҙ эшләгән ғалимдарҙың береһе булып ҡала. Үҙенең улы, тел ғилеме буйынса фән докторы, профессор Юлай Псәнчин менән төҙөгән уҡытыу програм­маһының урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәтеүҙә, уҡытыуҙа әһәмиәте бөгөн дә көслө. Уҡытыусы булараҡ, был турала гәзиттәрҙә сығышым да баҫылғайны.
Вәли Шәғәли улы – төрлө көнүҙәк темаға яҙған әүҙем публицист та. Авторҙың тарихи шәхестәребеҙ, телсе-ғалимдарға арналған “Башҡорт телен ғәмәлгә индергәндә” (Нуриәғзәм Таһировтың ғилми эшмәкәрлегенән ҡайһы бер сәхифәләр), “М. Ҡулаев – дәүләт эшмәкәре һәм телсе-ғалим” мәҡәләләрен телгә алырға була.
Яҙмалары – туған тел тарихын, үҫеш юлдарын, үҙенсәлектәрен, бөгөнгө көндә көнүҙәклеген өйрәнгән, пропагандалаған, күңеле аша ҡабул иткән ижади уңышы.
Вәли Шәғәли улы Псәнчиндең телсе-ғалим, әҙәби тәнҡитсе, тарихсы һәм үткер ҡәләмле публицист икәнлеген “Һүҙ тылсымы” исемендә нәшер ителгән мәҡәлә­ләр, иҫтәлектәр китабы ғына ла дөйөм­ләштереп ҡуя. Ғалимдың әле донъя күрәһе мәҡәләләре, китаптары эш өҫтәлендә. Ул остазы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тәүәккәл һәм тынғыһыҙ эшмәкәрлеген, ысын мәғәнәһендәге итәғәтлелеген үҙенә ҡабул итте һәм шуға тоғро ҡалды.
Уҡытыусым хаҡында һөйләгәндә миңә яҙған бер хатының күсермәһен тәҡдим итмәксемен.
“Өфөнән сәләм! Һаумы, Рәүеф ҡусты! Һиңә һәм ғаиләңә, барыһына ла ихлас күңелдән ялҡынлы сәләмдәр ебәреп, һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ижадыңда оло ҡаҙаныштар теләп, элекке уҡытыусың.
Рәүеф! Иң элек миңә 70 йәш тулыу уңайы менән “Заман” гәзитендәге матур йөкмәткеле, ихлас, тәрән хис-тойғоло итеп яҙылған мәҡәләң өсөн рәхмәтемде еткерәм. Был мине ысын мәғәнәһендә тулҡынландырҙы ла, һоҡландырҙы ла: яҡын дуҫтарым, тиңдәштәрем, туған­дарым, элекке студенттарым алдында юғары күтәрҙе, шуның менән бергә ҡайһы бер “дуҫтарымды” көйөндөрҙө лә. Уйла­маған ерҙән мине шулай хөрмәтләгәнең өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт! Уйлап ҡараһаң, мин бит һиңә, университетта уҡытып сығарышыуҙан башҡа, бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ эшләгәнем юҡ. Ә бит минең менән бер ойошмала, бер бүлмәлә ултырып эшләгән, минән мөмкин булғандың бөтәһен дә алған (ике-өс тапҡыр фатир, үҙенә тиң булмаған эш алған, китап сығарған, хатта минең етәкселектә диплом яҙған) кешеләр ҙә бар ине. Улар башҡаларҙан алырға ғына һәләтле, ә үҙҙәре изгелек, яҡшылыҡ эшләргә һәләтһеҙ. Улар өсөн минең түңәрәк тыуған көн бар ни ҙә, юҡ ни! Шулар алдында сығыш яһауың – аяҙ көндәге йәшен ул. Теге ваҡытта ла “Һүҙ тылсымы” китабына ла уйламағандан бына тигән рецензия яҙҙың. Уның өсөн ваҡытында рәхмәт әйттемме-юҡмы?!
Мине һәр саҡ көндәлек матбуғатта сығып торған тәрән йөкмәткеле, матур тел менән яҙылған мәҡәләләрең һоҡлан­дыра. Ул ғына ла түгел, районда, мәҫәлән, мәҙәни үҙәктәрҙән алыҫта тороп, бына тигән диссертация яҡлау үҙе бер һоҡланырлыҡ ҡаһарманлыҡ түгелме ни! Ә шул мәҙәни үҙәк эсендә ҡатнашып йәшәгәндәрҙең ҡайһылары диссертация яҡлау түгел, һоҡланып уҡырлыҡ тәрән фәнни-теоретик кимәлдә мәҡәлә лә яҙа алмай бит әле. Ундайҙар алдында һинең диссертация яҙыуың, уңышлы яҡлауың – ысын мәғәнәһендә ҡаһарманлыҡ!
Рәүеф! Был хатты мин күптән яҙырға тейеш инем, адресыңды таба алмай оҙаҡлап кителде. Фәниәгә шылтыратып та алырға булыр ине, ҡолаҡ ныҡ ҡына ишетмәгәс, кешене борсорға теләмәгәй­нем. Улым Юлай һинең улыңдан алған адресыңды.
Ярай, ҙур рәхмәттәр менән ихлас күңелдән: В. Псәнчин. 11.07.2000”.
Остазыбыҙ 2013 йылдың 30 майында баҡыйлыҡҡа күсте. 31 майҙа Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында “Дан аллеяһы”нда ерләнде, ләкин уның рухы һаман да йәшәй. Ағайҙың үлгәндән һуң ғына ла 10 дәреслеге, уҡыу әсбабы, методик ҡулланмалары донъя күрҙе. Вәли Шәғәле улының исеме Күгәрсен районы үҙәге – Мораҡ ауылының яңы урамына бирелде.
Бөгөн фәндә уның эшен улдары бик уңышлы дауам итә. Өлкәне Юлай Псәнчин – филология фәндәре докторы, профессор, ике федераль ғилми журналдың мөхәрририәт ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Тарих-филология фәндәре бүлеге ҡарамағындағы Рәсәй төркиәтселәр комитеты ағзаһы. Кесе улы Айбулат Псәнчин – география фәндәре докторы, профессор. Ул әлеге ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең “Почет Билдәһе” орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында директор, шунда уҡ этнография бүлегендә мөдир булып та эшләй. Бынан тыш, Башҡорт дәүләт университетының география факультетында физик география, туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү кафедраһын етәкләй. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙан­ған фән эшмәкәре.
Шулай итеп, тормош дауам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 1 423

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 1 170

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 1 318

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 1 389

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 21 970

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 1 123

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 119

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 196

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 1 273

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 1 435

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 1 465

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 1 321