Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Вәлиди рухы йәшәй
Башҡортостанда Зәки Вәлиди аҙналығы башланды. Тарихсылар Азат Ярмуллин, Искәндәр Сәйетбатталов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы белгестәренән торған төркөм Нефтекама ҡала филармонияһында Башҡорт автономияһының 100 йыллығына, шул иҫәптән Рәсәй федерализмына нигеҙ һалған арҙаҡлы башҡорт шәхесенең тыуыуына 127 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли семинар, ҡаланың 12-се һәм 13-сө мәктәптәрендә, Башҡорт гимназияһында ошо темаға арналған асыҡ дәрестәр үткәрҙе.

Сарала Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тә­теш­ле, Саҡмағош, Яңауыл райондарынан, Ағиҙел менән Нефтекама ҡалаларынан тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Төньяҡ төбәк-ара ҡоролтайы ағзалары ҡатнашты.
Вәлиди аҙналығы сиктәрендә бынан тыш Урал аръяғы райондары араһында волейбол турниры, Дәүләкәндә ауыл командалары араһында мини-футбол ярышы һәм “түңәрәк өҫтәл”, Бүздәктә “Бабич” фильмын ҡарау һәм милли элементтар менән “Күңелле старт” үткәреү ҡарал­ған.
Шәхесте Рәсәй төбәктәрендә һәм Ҡаҙағстанда ла хөрмәтләп иҫкә аласаҡтар. Санкт-Петербургта “Башҡорт­остан Республикаһына – 100 йыл” тип аталған интеллектуаль уйын, “Башҡорт милли кейеме” костюм парадын ойоштороу һәм “Бабич” фильмын ҡарау планға индерел­гән. Ханты-Манси автономиялы округында яҡташтарыбыҙ ошо уңайҙан — концерт, Сорғотта спорт турниры ойоштора. Астанала “Беҙҙең лидер – Зәки Вәлиди” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” әҙерләйҙәр.
Тематик аҙналыҡ 14 декабрҙә Ишембай ҡалаһында Зәки Вәлиди уҡыуҙары менән тамамлана.


Автор: А. ХУЖИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 195

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 147

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 231

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 213

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 2574

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 239

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 183

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 193

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 405

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 429

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 441

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 421