Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөғәллим, хәбәрсе, тәрбиәсе...
Мөғәллим, хәбәрсе, тәрбиәсе...Күренекле шәхестәрҙе белеү-аңлау өсөн мотлаҡ уларҙың тыуған ерен күрергә кәрәк – шундай ҡанатлы һүҙ йөрөй әҙиптәр араһында. Мәҫәлән, Аҡмулланы йәки Бабичты белер-аңлар өсөн –Туҡһанбайға йәки Әсәнгә юлланырға. Эйе, ижадсыларҙың тыуған ерен күреү, ауылдаштары менән аралашыу ҙур мәртәбә инде. Шулар араһында киң билдәле булғандарҙың береһе – уҡытыусы-методист, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” республика гәзиттәренең ул йылдарҙағы штаттан тыш хәбәрсеһе Ғайса Кәримов.
Ғайса Көнәфиә улының бар тормошо, эше, ғөмүмән, яҙмышы ҡаһарманлыҡҡа тиң. Бер ваҡытта ла маһайыуын, маҡтаныуын ишеткән, күргән кеше булмай. Бөтә ғүмере кешеләргә, ауылдаштарына хеҙмәт итеп, ярҙам күрһәтеп үтә.
Ишембай районының ярһыу Егән йылғаһы буйында, тауҙар ҡуйынында ултырған Ғүмәр ауылында 1925 йылдың 29 ноябрендә тыуа ул. Башланғыс белемде үҙ ауылында ала, һуңынан Маҡар урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Ә был йылдар – шанлы йылдар, Бөйөк Ватан һуғы­шы осоро була, шуға күрә үҫмерҙе 17 йәшендә генә хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Элем­тә­селәр курсында уҡып, радист һөнәрен үҙ­ләштерә ул.
1943 йылдың мартында совет яугире Ғайса Кәримовтың фронт юлдары башлана. 2-се Украина фронтында элемтәне уңышлы тәьмин итеү бурысын йөкмәтә­ләр уға. Совет ғәскәрҙәре менән бергә бөтөн Европа илдәрен азат итеүҙә ҡатнаша. 9 Майҙа, Еңеү иғлан ителгән көндә лә, ул хәрби бурысын үтәй – Чехословакияны азат итешә. II, III дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, ике “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Будапештты алған өсөн”, “Польшаны алған өсөн”, “Праганы азат иткән өсөн”, “Чехословакияны азат иткән өсөн” миҙалдары һәм башҡа күп наградалар менән бүләкләнә.
1947 йылда ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Һигеҙ баланан бер үҙе генә иҫән ҡала. Яңғыҙ әсәһе ҡаршылай уны өйөндә. Атаһы, Көнәфиә бабай, Алыҫ Көнсығыштағы Артем ҡалаһында шахтала эшләгәндә һәләк була. Туғандары аслыҡтан, төрлө ауы­рыуҙан вафат була. Һуғыш михнәттәрен үтеп ҡайтҡан батыр һалдат атаһын, туғандарын юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Ләкин ҡаһарман яугир баш эйеп ултыра буламы! Ауылдағы хужалыҡты нығытырға тотона, иң яҡын, берҙән-бер кешеһе – әсәһе Вазифа инәйҙе бер ваҡытта ла яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа үҙенә һүҙ бирә.
Тыуған ауылында мәңгелек мөхәббәтен осрата – Латифа исемле ҡыҙ­ға өйләнеп, донъя көтә башлайҙар. Улар ете балаға – өс ул һәм дүрт ҡыҙға ғүмер бирә. Ғайса Көнәфиә улы үҙ районының “Алға” гәзи­тендә әҙәби хеҙмәткәр булып эш башлай, радио хәбәрсеһе бурысын да үтәй. Белем алыу ниәте менән Стәрлетамаҡ педагогия техникумына уҡырға инә. Ошо осорҙа Ғүмәрҙә ете йыллыҡ мәктәп асыла. Ғаиләһе менән тыуған ауылында төпләнә, ғүме­ре буйына мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы булып эшләй. Күпмелер ваҡыт географиянан да уҡыта, байтаҡ йылдар мәктәптең профсоюз ойошмаһын етәкләй. Башҡорт дәүләт уни­вер­ситетын тамамлап, ауылда иң тәүге юғары белемле мөғәллим була. Үҙенең эшен ныҡ яратып башҡара ул.
Әле география уҡытыусыһы булып эшләгән Зөлфиә Ғүмәрова әйтеүенсә, дәрестәрен ғәҙәти итеп кенә үткәрмәй, һәр бала нимә менәндер шөғөлләнһен өсөн төрлө алымдар ҡуллана. Уның һәр дәресе ысын мәғәнәһендә ижад лабора­торияһы була. Малай-ҡыҙҙарҙы шиғыр яҙырға өйрәтә, “Белем өсөн” тигән мәктәп гәзитен, “Йәш көстәр” исемле әҙәби түңәрәк ойоштора...
Һуңыраҡ мәктәптә “Егән” исемле әҙәби гәзит сығарыла баш­ла­й. Башлап йөрөүсеһе, ойош­тороусыһы, әлбиттә, Ғайса ағай үҙе була. Мөхәррире лә, яҙыусылары ла, биҙәүселәре лә – уҡыусылар. Быларҙан тыш, ул “Башҡор­тостан” (ул саҡта – “Совет Башҡор­тостаны”), “Кызыл таң” гәзиттәренең штаттан тыш хәбәрсеһе була, мәҡәләләре, очерктары республика, район гәзиттәрендә даими баҫылып тора. Ауылдаштары теге йәки был һорауҙар менән уға йыш мөрәжәғәт итә.
“Ғайса Көнәфиә улы Кәримов мине V – VIII кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Ошо фәндәрҙе тәрән белеүем менән мин уға бурыслымын. Дәрестәре шул тиклем мауыҡ­тырғыс үтә торғайны, шиғыр­ҙарҙы, әкиәттәрҙе, хикәйәләрҙе уҡығанын бик ҡыҙыҡһынып тыңлай инек. Ғайса ағай әҙәбиәтте генә түгел, башҡорт теленең грамматикаһын да һәйбәт белгән уҡытыусы ине. Бала саҡтан уҡ грамматиканы яҡшы үҙләштергәс, миңә институтта уҡыуы бик еңел булды. Дәрестәрҙән һуң беҙ Ғайса ағай менән стена гәзите сығарҙыҡ, унда үҙебеҙ яҙған шиғырҙарҙы баҫтырҙыҡ, мәктәп тормошо тураһында мәҡәләләр яҙҙыҡ. Ҡайһы бер тәртипһеҙ уҡыусы­ларҙың карикатураларын да эшләп ҡуя торғайныҡ.
Ғайса ағай заманының алдынғы ҡарашлы кешеһе ине. Ул тәүгеләрҙән булып үҙенең өс балаһын – Юлайҙы, Светлананы, Нәсимәне Өфөләге 1-се интернат-мәктәпкә (хәҙер Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты) урынлаштырҙы, ауылдағы башҡа уҡыусыларҙы ла шунда уҡырға барырға өгөтләне. Уның уҡыусылары барыһы ла юғары белем алды. Шулай итеп, беҙҙең ауылдан Вәхитовтар, Әхмәҙиевтәр, Мәҡсүтовтар династиялары, интернатта уңышлы уҡып, Өфөләге юғары уҡыу йорттарын тамамлап, күренекле белгестәр булып эшләп йөрөй”, – тип ошондай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе уның уҡыусыһы Фәриҙә Мәҡсүтова.
Фәриҙә Сабур ҡыҙы билдә­ләүенсә, Ғайса ағай Кәримов ауылда иң беренсе юғары белемле уҡытыусы була. Яҙыу­сыларҙан Ноғман Мусин, Нур Зарипов, Рәшит Ниғмәти һәм башҡалар менән тығыҙ бәйләнеш булдыра, шағирҙар Вафа Әхмә­ҙиев менән Рауил Ниғмәтуллин бик йыш үҙҙәренең шиғырҙарын уҡырға остаздары янына килер булған.
Киҫкен мәсьәләләрҙе республика матбуғатында баҫтырып сығарған ул. Колхоз етәкселәре менән һүҙгә килешкән саҡтары ла булған. Әммә уның мәнфәғәттәре үҙ халҡына, уның яҙмышына, туған теленә бәйле булған. “Башҡортостан уҡытыу­сыһы” журналы менән дә даими бәйләнештә торған. Республикала нәшер ителгән бөтөн матбуғат баҫмаларын да алдырған. Мәскәүҙә нәшер ителгән “Правда”, “Труд” гәзиттәре лә, Татарстанда сыҡҡан “Совет мәктәбе”, “Азат хатын” журналдары ла уларҙың өйөндә һәр саҡ булған. Бар балаларын йыйып ҡысҡырып китап йә гәзит уҡып ултырған ваҡыттар ҙа һирәк булмаған ғаиләлә. Кистәрен партия мәктәбендә колхозсыларҙы уҡытҡан. Ә төндәрен сәғәт 2, 3-кә тиклем педагог яңы көнгә, яңы дәрескә әҙерләнеп ултырған.
Ауыл уҡытыусыһының агитатор, пропагандист, сәсеү һәм ураҡта яуаплы белгес, һайлауҙарҙа төп ойоштороусы, ижтимағи тормошта әүҙем, үҙеш­мәкәрлектә башлап йөрөүсе һәм башҡа дөйөм йәшәйеш өсөн башҡарған бурыстарын һанап бөткөһөҙ. Ошоларҙың барыһына өҫтәп, 20 йылдан ашыу Ғайса Көнәфиә улы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыларының район методик берекмәһенә етәк­селек иткән.
Шуны әйтергә кәрәк: ул башҡорт теле һәм әҙәбиә­тенән уҡытып ҡына ҡалмаған, уҡыусыларҙы Егән йылғаһы буйына, Мөҡсин, Бүжә тауҙарына, Сауҡаға алып сығып, төрлө ваҡиғаларға бәйле хәлдәрҙе ҡыҙыҡлы итеп һөйләй торған булған. Һәр дәресе туған телде, тыуған яҡты өйрәнеү маҡсатында алып барылған. Сәфәрҙән ҡайтҡас, һәр балаға ижади эш – шиғыр, хикәйә, нәҫер һәм башҡа яҙмалар алып килергә ҡушҡан.
Күренекле шәхес Вафа Әхмәҙиевтең, уҡытыусы, шағир һәм йәмәғәт эшмә­кәре Рауил Ниғмәтуллиндың тәүге ижади эштәре ошо ҡулъяҙма китап­тарҙа, гәзиттәрҙә донъя күргән. Ғайса Көнәфиә улы үҙе лә әүҙем ижадсы булған. Алғараҡ китеп шуны әйтергә кәрәк: әллә күпме шиғыр-поэмалары, очерктары ҡулъяҙма килеш һаҡлана.
– Мәктәптә уҡыған йылдарҙа ижад менән шөғөлләнмәгән бала булмағандыр, – ти Гөлназ Әхмәҙиева. – Ысынлап та, күптәр ҡәләм тирбәтә торғайны, һүрәт төшөрөүселәр ҙә байтаҡ булды. Күп уҡыу­сылары уның һөнәрен үҙ итте – артабан уҡытыусы булып китте. Улар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, математика, физика, биология, география, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусылары ла бар.
Дәһшәтле яуҙан Еңеү менән ҡайтҡан Ғайса Көнәфиә улы кешеләр тормошта ҡыуанып ҡына йәшәргә, үҙ-ара татыу булырға тейеш, һуғыш яңынан бер ҡасан да ҡабатланмаһын тип теләгән. Айырыуса туған телде – башҡорт телен һаҡлауҙы үҙенең төп бурысы тип иҫәпләгән.
Үҙе китһә лә, изге һүҙе, изгелектәре ҡалды Ғайса ағай­ҙың. Уның эшен дауам иткән балалары бар. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла – уҡытыусылар. Икәүһе ауыл хужа­лығы белгесе булһа ла, улар ҙа уҡытыусылыҡ, тәрбиә, ижад эше менән шөғөлләнгән. Бөгөн арҙаҡлы педагогтың эшен туғыҙ ейән-ейәнсәре дауам итә.
Юлай, Ғәтифә, Светлана, Нәсимә, Нәҙимә, Сафа – барыһы ла үҙ эшенең оҫтаһы. Рәсәй Федерацияһының почетлы мәға­риф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федера­ция­һының Тәбиғи фәндәр акаде­мияһы профессоры Салауат Ғайса улы иһә – журналист, уҡы­тыусы, яҙыусы, тәржемәсе, бөгөн “Башҡортостан уҡытыу­сыһы” журналының баш мөхәррире.
2005 йылдан Ғүмәр мәктә­бендә уҡыусыларға Ғайса Кәримов исемендәге премия тапшырылып килә. Яҡшы уҡыған, гәзит-журналдар менән дуҫ бул­ған, әүҙем йәмәғәтсе уҡыусылар дәғүә итә уға. Шуларҙың араһынан Алмас Кәримов, Рәфис Ильясов, Айҙар Ишмәтов, Оксана Вәхитова, Әлиә Вәхитова, Юнир Ишмәтов, Сәлимйән Яхин, Алина Вәхитовалар ошо премияға лайыҡ булды. Шуныһы үкенесле: туғыҙ йыллыҡ мәктәп, балалар булмау сәбәпле, ябылып ҡуйҙы, ул Васильевка урта мәктәбенең филиалына әйләнде. Шөкөр, бушап ҡалған бүлмәләрҙең береһендә ауыл тарихына, уҡытыу­сыларға, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына арналған музей асылды. Оҙаҡламай ҡалған бүлмәләрҙә балалар баҡсаһы эшләй башлаясаҡ. Киләсәктә беҙҙең мәктәп яңынан гөрләп торор тип ышанғы килә.
2010 йылдан Ишембай районы хакимиәте иң алдынғы, ижади эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына Ғайса Көнәфиә улы Кәримов исе­мендәге премияны тапшыра.

Оксана ВӘХИТОВА,
Х класс уҡыусыһы.
Рифат ӘЙҮПОВ,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 090

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518