Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шағир күңелендә — халыҡ рухы
Шағир күңелендә — халыҡ рухыИрек Кинйәбулатов... Уның тәүге шиғырҙарын республика гәзит-журналдарында уҡығандан һуң был исем “шағир” тигән синоним булып күңелдә тороп ҡалды. Шиғыр ятларға, һөйләргә әүәҫ уҡыусы булараҡ, ун йәштәр тирәһенән үҙемә оҡшаған матбуғатта баҫылып сыҡҡан яңы шиғырҙарҙы киҫеп алып, дәфтәрҙәремә йәбештереп, авторҙары менән ҡыҙыҡһынып, уларҙың фоторәсемдәрен йыйып бара инем. Улар, бала саҡтары һуғыш йылдарына тура килеп, Еңеү яҙынан һуң өйкөм-өйкөм булып гөрләп үҫеп киткән имән үҫентеләре һымаҡ, әүҙем күтәрелеп сыҡты. Яңыса фекерләй, яңыса хисләнә белгән, шиғырҙарында башҡаларҙы ла яңылыҡҡа, матурлыҡҡа, изгелеккә саҡырыусы, уйландырырлыҡ, моңландырырлыҡ шиғырҙар яҙыусы йәш шағирҙар: Рәшит Назаров, Рәшит Әхтәров, Рауил Бикбаев, Ғәзим Шафиҡов, Рәшит Шәкүров, Вафа Әхмәҙиев, Тимер Йосопов, Сафуан Әлибаев, Ҡәҙим Аралбаев, Риф Тойғонов, Миәссәр Басиров, Рәшит Сабитов һәм башҡаларҙың шауҡымы көслө булғандыр, бер заман беҙҙең, уҡыусы ҡыҙҙарҙың да, шиғырҙары матбуғат биттәрендә күренә башланы.

“Студент саҡтан әүҙем ул”
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ил яҙмышын иң­дә­ренә алып ижад иткән өрлөктәй ағай­ҙарыбыҙҙың күбеһе арабыҙҙа юҡ инде. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пре­мияһы лауреаты Ирек Кинйәбу­латовтың фанилыҡтан баҡый донъяға күсеүенә лә ошо көндәрҙә бер йыл тула. Дүрт йәшендә атайҙан етем ҡалып, ғүмер буйы үҙ юлын күкрәге менән ярып, бары тик үҙ көсөнә, мөмкинлегенә генә таянып, һис ҡасан зарланмай, һыҡтамай ғүмер иткән, ергә ныҡлап тамыр йәйеп, көслө ботаҡтарында һутлы япраҡтар шаулатҡан, башҡаларға ла таяныс булырлыҡ ғорур, мөһабәт имәнде хәтерләткән шағир ағайы­быҙға 79 йәш тулған булыр ине. Яҙаһы әйбер­ҙәре, киләсәккә пландары күп ине уның, 80 йәшен лайыҡлы ҡаршылау хаҡында ла уйҙары менән уртаҡлашҡайны. Тәҡдир тигән төшөнсә лә бар шул донъяла. Ауыр тупрағың еңел, гүрҙәрең яҡты бул­һын, Ирек Лотфый улы! Ижади әҫәрҙәрең – күптәрҙең китап кәштәһендә, исемең – халыҡ күңелендә.
...Түбәндә бәйән ителәсәк мәҡәләне мин әле “Китап” нәшриәтендә сират көтөп ятҡан “Илһамлы яҙмыштар” исемле китап­ҡа индерер өсөн яҙғайным. Уны Ирек ағай үҙе лә уҡып сығып, ҡәнәғәтлеген белдергәйне.
...Раевка башҡорт урта мәктәбенең туғы­ҙынсы класында уҡып йөрөйөм. “Беҙҙең мәктәпкә шағир-практиканттар килгән!” тигән шатлыҡлы хәбәр күҙ асып йомғансы бөтә кластарҙа ла таралып өлгөрҙө. Осрашыу-шиғыр кисәһе лә ойошторолдо. Хатта мине лә сәхнәгә сығарып, бөтә мәктәп алдында шиғырҙарымды уҡыттылар. Тағы ла бик күп ҡыҙыҡлы кисәләр ойошторҙо, дәрестәрҙә күренекле яҙыусылар тормошонан ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хәлдәр һөйләне, үҙҙәренең уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты, беҙҙе лә йәшәү мәғәнәһе, ҡатмарлы тормош күренештәре хаҡында бәхәскә йәлеп итте студент ағайҙарыбыҙ.
Улар ҡайтып киткәс, мин дә мотлаҡ БДУ-ның филология факультетына уҡырға барырға хәл иттем. Күреп-белгән кеше­ләрҙең ижадын күҙәтеп барыу тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ. Беҙгә килгәндәрҙән Ирек Кинйәбулатов тигәненең шиғырлары тәүҙә үк нисектер күңелгә ятышлыраҡ та, яҡыныраҡ та күренде. Мин БДУ-ға уҡырға ингән саҡта Ирек ағай һуңғы курста уҡып йөрөй ине әле. Шиғыр кисәләрендә әүҙем ҡатнашып, республика матбуғатында әленән-әле күләмле очерктар, проблемалы мәҡәләләр, матур-матур шиғри шәлкемдәр сығарып, Мостай Кәрим, Баязит Бикбай, Зәйнәб Биишева, Ғайса Хөсәйенов, Кәтибә Кинйәбулатова, Муса Ғәли, Рәми Ғарипов, Фәрит Иҫәнғолов һымаҡ күренекле яҙыу­сылар менән һин дә мин аралашып йәшәүе беҙҙең алда уның абруйын бермә-бер күтәреп ебәрҙе. Университетҡа тиклем Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡанғалыр, үҙе лә йәш ҡәләмдәштәренә кәңәштәрен бирә, яңы шиғри шәлкем­дәребеҙҙе гәзит-журналдарҙа тәҡдим итеп, хәстәрләп йөрөй. Уның һис тә эреләнмәүе, беҙҙе мәктәп эскәмйәһенән яңы сығып вузға аяҡ баҫҡандарҙы тиң күреп һөйлә­шеүе үҙебеҙгә лә шағир ағайыбыҙ менән әҙәби ижад хаҡындағы уй-пландарыбыҙ менән һис тә ҡурҡмайынса уртаҡлашырға, аралашырға мөмкинлек бирҙе.
Уҡыусы ғына сағында кескәй йөрәгендә ҡабынған шиғри осҡон һүнмәҫ-һүрелмәҫ шиғри ялҡынға әйләнеп, шағирға ғүмер буйы тыныс ҡына йәшәргә ирек ҡуйманы: яңынан-яңы юлдарға, сәфәрҙәргә саҡыр­ҙы, фәһемле, ҡыҙыҡлы яҙмышлы кешеләр менән осраштырҙы. Уларҙың күңеленә лә шағир йөрәгендәге ялҡындан ғәм, сәм, өмөт осҡондары һибелде. Өшөгән күңелдәрен йылытты, атыр таңдарын яҡтыртты. Юҡҡа ғына:
Эй, кешеләр, һеҙгә ашығамын,
Бармы икән миндә эшегеҙ?
Мин бит һеҙһеҙ бер кем түгел ерҙә,
Мин бит кеше түгел кешеһеҙ, –
тимәй бит ул үҙенең ҡырҡ биш йыллыҡ ижад өлгөләрен туплаған яңы ғына донъя күргән “Замана тауышы” тигән китабының эпиграфы урынына баҫылған шиғырында. Был юлдар шағирҙың үҙенең йәшәү девизы, тормош мәғәнәһе, ижад асылы булып яңғырай.

Тетрәндерерлек шиғри юлдар...
Ижадта алдашыу мөмкин түгел. Был шиғриәттә бигерәк тә ныҡ күҙгә ташлана. Ысынлап та, үҙенең асылында булмаһа, нимә хаҡында яҙһа ла, ышандыра алмай бит инде был ҡәләм тирбәтеүсе уҡыусыны. “Башҡалар йөрәгенә ут ҡабыҙыр өсөн үҙең янырға кәрәк”, тиҙәр. Ысын шиғриәт нигеҙендә ихласлыҡ ята. Шуға ла шағир­ҙың ижады биографияһынан айырылғыһыҙ була.
...Ҡамыллы ҡыр шул саҡ атайымдың
Яңаҡтары төҫлө тойолдо.
Был юлдарҙы бары тик сабый сағында атаһын һуғышта юғалтҡан кеше генә яҙыуы мөмкин. Ирек Лотфый улы атаһын алыҫ­тарҙа ҡалған томан аръяғында кеүек кенә хәтерләй. Ә инде өс балаһын ауыр за­ман­дарҙа яңғыҙ үҫтерергә насип булған әсәһенең донъя көтәм тип интегеүҙәре иҫендә. Бәлки, сабый сағында был хаҡта тулыһынса аңлап та еткермәгәндер, ә инде үҙе лә олоғайғас, бигерәк тә Рәйфә инәй баҡыйлыҡҡа күскәс, ул мәлдәр үҙәктәрҙе өҙөп иҫкә төшә.
Дөрөҫ, ҡәҙерлеһе иҫән саҡта ла байтаҡ яҙҙы Ирек Кинйәбулатов үҙ әсәһенә һәм башҡа ҡатын-ҡыҙҙарға арналған әҫәрҙә­рен. Ә инде уның “Сыйырсыҡтар бала осора” исемле поэмаһы башҡорт поэма жанрын яңы баҫҡысҡа күтәрҙе, тиһәк тә хата булмаҫ.
Сыйырсыҡтың балаларын үтеп,
Ҡанат еткерҙеләр улдарың.
Беҙ осабыҙ инде
Алыҫтарға,
Уңһын ғына тиеп юлдары,
Ҡаш өҫтөндә һаман
Ҡулдарың... —
тигән ғәзиз әсәләргә арналған юлдар ниндәй генә йөрәктәрҙе тетрәндермәй ҙә кемде генә уйландырмай!
Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла башланғыс мәктәбендә лә балалар һаны аҙ булған башҡа бәләкәй мәктәптәрҙәге һымаҡ, 1 – 3-сө, 2 – 4-се кластар бергә белем ала. Һәйбәт уҡый яугир улы. Икен­селә уҡығанда инде дүртенселәге уҡыу­сыларға ла өйрәтеп ултыра башлай. Яңылыҡ асылмағас, дәрестәр ҙә күңелһеҙ. Ирек шиғыр яҙып Өфөгә “Пионер” журналына ебәрә. Бер ни тиклем ваҡыттан тышына ташҡа баҫылған хәрефтәр менән “Пионер” тип яҙылған конвертта уға тәғәйенләнгән хат килеп төшә. “Ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы, шиғырҙарыңды журналда баҫа алмай­быҙ...” тип башланһа ла, шатлыҡтың сиге юҡ. Ҡанатланған малай тағы ла бер нисә шиғыр яҙа һалып, редакцияға ебәрә лә икенсе көнөнән үк почта урынлашҡан өс саҡрым алыҫлыҡтағы Алайғыр ауылына хат килгәнен белешергә йүгерә. Килтереп тапшырғандарын көтөп йөрөп булмай ҙа инде! Тағы ла ала әле “ҡыҙғанысҡа ҡаршы...” тип башланған хаттарҙы.
Яйлап йәш ҡәләм тирбәтеүсе ижад эшенән һүрелә башлай һәм башҡаса шиғыр яҙмаҫҡа хәл итә. Һәм көтмәгәндә, ниндәй бәхет: “Пионер” журналында уның “Шыршы” исемле тәүге шиғыры баҫылып сыға. 1953 йылдың февраль айында була был ваҡиға. Ошо кескәй генә шиғыр малай йөрәгенә яҡты өмөттәр тоҡандыра. Киләсәк яҙмышына ла йоғонтоһо ҙур булғандыр, моғайын. Шиғри шәлкемдәре менән бер рәттән мәктәп, колхоз тормошо, ауылдаш­тары хаҡындағы мәҡәләләре республика­ның башҡа баҫмаларында һәм район гәзите биттәрендә йыш ҡына донъя күрә башлай.
Ирек Кинйәбулатов тигән исемгә “Йәш шағир”, “Йәш хәбәрсе” тигән һүҙҙәр ҙә өҫтәлә. Киләсәк һөнәре лә саҡырып, әйҙәп торғандай: ул, әлбиттә, журналист, яҙыусы буласаҡ! Был хыял көндәлек ығы-зығыны ла, аслы-туҡлы көн күреүҙәрҙе лә, башҡа ауырлыҡтарҙы ла икенсе планға күсерә. Етмәһә, уға мәктәп директоры Зәки Шафиҡовтың фатиха, юрау кеүек һүҙҙәрен дә ишеттерәләр. Эш былай була. Р. исемле класташ малайға ниндәйҙер шуҡлығы өсөн директор исеменә аңлатма яҙырға ҡушалар, ә ул ярҙам һорап Ирек дуҫына мөрәжәғәт итә. Аңлатманы ғәйепле малай яҙмағанын тиҙ төшөнә тәжрибәле педагог, ә, бәлки, кем эше икәнен дә һиҙенгәндер: “Был аңлатманы йә яҙыусы, йә буласаҡ яҙыусы ғына яҙырға мөмкин”, — ти.

Флотта рулевой булғаны
Ирек Лотфый улы яҙмышҡа ышана. Бәлки, шуғалыр ҙа бала саҡтан уҡ уның теләктәренең күбеһе тормошҡа аша бара.
Етенсе класта уҡып йөрөгәндә, ул саҡта “халыҡтар атаһы” тип йөрөтөлгән И. Ста­линдың үлеме хаҡындағы хәбәр бөтә донъяны тетрәндерә. Был ваҡиғаға мәктәп коллективы ла, үҙ мөнәсәбәтен белдереп, етенсе синыф уҡыусыларын комсомолға инергә дәртләндерә. Патриот рухлы ихлас үҫмерҙәр бик теләп ризалаша һәм, епшек ҡар ярып, йәйәүләп район үҙәгенә комсо­молға инергә килә. Бына шунда инде йәш комсомол Ирек Кинйәбулатов буласаҡ күренекле шағир, журналист яҡташы Рәсих Ханнановты осрата. Юҡ, белмәй әле улар был мәлдә икеһе лә киләсәктә бер үк ижади юлдарҙан китәсәктәрен дә, “Матбуғат йорто” тигән урында тиҫтә йыл буйы күрше редакцияларҙа эшләйәсәктәрен дә.
Иректе иң һоҡландырғаны Рәсихтең өҫтөндәге моряк формаһы була. Их, был кейемдең егеттәргә килешеп тороуҙары! Тымыҡ диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүсе Рәсих Ханнанов ялға ҡайтҡан да комсомол комитетына йомош менән килгән икән. Үҙе өсөн быға тиклем гел өлгө булған Әхәт ағаһы ла флотта хеҙмәт иткәнлектән, Иректең ”моряк булам” тигән хыялы, Рәсихте күргәс, тағы ла дөрләп китә.
Ҡабул була уның теләге: егеттең һау­лығын, буй-һынын, белем кимәлен тикшер­гәс, Ҡара диңгеҙ флотына алалар. Унда үткән дүрт йыл ғүмере Ирек Лотфый улын тормошто, кешеләрҙе нығыраҡ аңларға, ысын дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә, ауыр­лыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, үҙеңдең көсөңә нығыраҡ ышанырға өйрәтә.
Эшләп үҫкән кешегә флот хеҙмәте ауыр тойолмай. Шиғыр яҙыуын дауам итә. Флот гәзитендә мәҡәләләре лә даими сығып тора. Карапта рулевой, рулевойҙар коман­даһы старшинаһы була. Өлгөлө хеҙмәте өсөн караптың Почет кенәгәһенә индерелә. Командующийҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
Диңгеҙ элекке моряктың күңелендә гелән шаулап, төштәренә инеп һиҫкәнде­реп, һағындырып тора. Рәсәй менән Украи­наның, күптән түгел генә бер илдәге ике туғандаш республиканың, бөгөн инде күрше илдәрҙең Ҡара диңгеҙ флоты өсөн тартҡылашыуын ауыр кисерҙе ул.
Һин бит шундай бөтөн донъя,
Өйрәнгәнһең сикһеҙ, иңһеҙ.
Бүлешкәндә йәнең нисек
Түҙә һинең, Ҡара диңгеҙ...
тип өҙгөләнә шағир йөрәге.

Ижад утында янып йәшәлгән бәхетле йылдар
...Республика гәзит-жуналдарында эшләүсе өлкән яҙыусылар, йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең һәр береһен иҫәпкә алып, уларға иғтибар күрһәтә, ярҙам ҡулы һуҙа ине ул саҡта. Ирек тә ҡәләмдәш тиҫтерҙәре менән дә, өлкән яҙыусылар менән дә хат алыша. Эйе, уға мотлаҡ артабан уҡырға кәрәк. Шуға ла флот хеҙмәтенән өйөнә лә ҡайтып тормай, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына имтихандар тапшыра. Ә инде уның студент булып китеренә үҙе лә, башҡалар ҙа шикләнмәй. Ысынлап та, оҙаҡламай ул гөрләп, ҡайнап торған студент тормошона инеп сума. Ижади бәхәстәр, БДУ-ла һәм башҡа вуздарҙа, эшсе-йәштәр ятаҡтарында үткән онотол­маҫ шиғыр кисәләре, ваҡыты-ваҡыты менән республика гәзиттәрендә эшләп йөрөү­ҙәр, күмәкләшеп спектакль һәм концерттарға, кинотеатрҙарға барыу­ҙар, күпме ваҡыт үткәнен дә һиҙмә­йенсә, китапханаларҙа ултырыуҙар һағынып хәтерләрлек гүзәл мәлдәр булып иҫкә төшә һуңынан.
Студент саҡ мөхәббәтһеҙ була тиме ни! Ғүмерлек йәре итеп һай­лаған ҡыҙҙы ла БДУ-ла тапты Ирек. Алһыу йөҙлө, оҙон ҡоңғорт сәсле, көләкәс зифа буйлы Әй һылыуы Лида география факультетында уҡый ине. Ғашиҡ пар оҙаҡламай ғаилә ҡороп ебәрҙе.
Быға тиклем дә Башҡортостан радио­һында, республика гәзиттә­рендә эшләп, үҙен һәләтле журналист итеп танытҡан Ирек Кинйә­булатов вуз тамамлағас, “Совет Башҡортостаны” гәзитенең (хәҙер “Башҡортостан”) Урал аръяғы ра­йондары буйынса үҙ хәбәрсеһе итеп ебәрелә. Йәштәр Сибай ҡалаһына килеп төпләнә. Сит яҡтарҙа хеҙмәт итеп ҡайтҡан Ирек өсөн был эш донъя, республика тормошо менән яҡынданыраҡ танышыу урыны һәм ижади илһам сығанағы булһа, Лидаға ҡыйынғараҡ тура килә, әлбиттә: сит ер, халыҡтың менталитеты ла был яҡтарҙа башҡасараҡ, әсәй, туғандар алыҫ. Поездар йөрөмәй ул саҡта, телефон юҡ... Ярай әле оҙаҡҡа һуҙмай ғына фатир бирәләр.
Әле килеп утыҙ һигеҙ йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған, Башҡортостан мәктәптәренең атҡа­ҙан­ған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булған Лида Заһит ҡыҙы Сибайҙа йәшәгән, эшләгән осорҙо “иң бәхетле йылдарым” тип хәтерләй. 1968 – 1980 йылдарҙа йәшәй Кинйәбулатов­тар Сибайҙа. Балалар шунда үҫә. Йәшлектең иң матур, иң дәртле, иң емешле ваҡыттары.
Үҙ хәбәрсе булып эшләгән осорҙа замандаштары, хеҙмәт батырҙары хаҡында шиғырҙар, поэмалар, очерктар, мәҡәләләр яҙыла. Уларҙың һаны юҡ. Киләсәктә ошо ижад емештәрен китап итеп туплап, нәшерләү хаҡында иҫәп тота Ирек ағай.

Халыҡ айырым кешеләрҙән тора
Тормош тәжрибәһен туйғансы туп­лаған Ирек Кинйәбулатовтың шиғ­риә­тендә ул мөрәжәғәт итмәгән тема юҡтыр ул. Кешеләр яҙмышы, туған тәбиғәт, Ватан, туған тел, әсә, тыныс­лыҡ, мөхәббәт, хеҙмәт, үткәндәр, бөгөнгө һәм киләсәк... Ә инде тыуған ер, Баш­ҡортостан темаһы уның ижадының нигеҙен тәшкил итәлер, моғайын. Шағирҙың үҙенең тыуған яҡтары Ҡырмыҫ­ҡалыға арналған шиғырҙары ла байтаҡ, Бөрйән, Хәйбулла, Баймаҡ, Сибай, Бәләбәй, Дүртөйлө төбәктә­ренә лә арналған, айырым шәлкемдәре донъя күргән. Мәскәү, Ырымбур, Сыуашстан тарафтары ла шағир иғтибарынан ситтә ҡалмай. Был шиғырҙар образдары, төҙөлөштәре, оҫталыҡ алымдары менән төрлө-төрлө булһа ла, улар бөтәһе лә ысын шиғриәт өлгө­ләре. Ихлас күңелле патриот шағир ғына ил-көн яҙмышы тип йәшәй, ысын күңелдән һыҙланып, уның яҙмышы өсөн борсола. Тәбиғәт, тормош күренештәре, кешеләр менән ғорурлана һәм һоҡлана ала. Һәм, әлбиттә, был хис-тойғоно уҡыусыла­рына ла еткерә белә. Шиғриәттең әһәмиәте лә шунда бит инде.
Ирек Лотфый улы өсөн халыҡ төшөнсәһе һис тә абстракт түгел. Уның өсөн халыҡ айырым кеше­ләрҙән тора. Шуға күрә лә “Замана тауышы” йыйынтығына ингән арнау-шиғырҙарҙы мин бер һөйләм менән: “Улар халҡыбыҙ хаҡында яҙылған”, – тиер инем. Арнау-шиғырҙар, тигәндә, беҙ уларға ниндәйҙер бөҙрә маҡтауҙарға, ябай теләктәргә ҡороп, рифмаға һалынған юлдар тип ҡа­рарға күнеккәнбеҙ. Ә Ирек Кин­йәбулатовтың ниндәй генә шиғырын алма, улар — ысын шиғриәт өлгө­ләре. Уның геройҙары араһында Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Хәким Ғиләжев, Нәжиб Асанбай, Рауил Бикбаев, Ғайса Хөсәйенов, Әхмәт Сөләй­мәнов, Таңһылыу Ҡарамышева, Динис Бүләков, Сергей Чекмарев, Рәшит Назаров кеүек бик күп ҡәләм­дәштәре лә, артист һәм ғалимдар ҙа, ил, республика, район һәм колхоз етәкселәре лә, ябай эшселәр ҙә бар. Ҡатын-ҡыҙҙарға махсус арналған­дары ла һанап бөтөргөһөҙ, һәр кемдең үҙенә генә хас образдар табылған, үҙенсәлекле характерҙары асылған, һәр шиғыр оптимистик рух менән һуғарылған һәм яңы фәлсәфә һалынған. Уларҙың ритм-рифмалары ла уҡығанда уҡ көйгә һалынып, йырлап тора. Ғәжәп хәл бит: тиҫтәләрсә арнау-шиғыр, ләкин уларҙың бер юлы ла, бер фекере лә, бер образы ла ҡабатланмай. Бындай арнауҙар – башҡорт шиғриәте өсөн үҙе бер асыш ул. Улар шағирҙың кешеләрҙе яратыуы, киң күңеллелеге, һәр кемде донъяның бер сатҡыһы, тормошо­боҙҙоң ҡабатланмаҫ шәхесе итеп күреүе хаҡында һөйләй. Кешеләр күп саҡ бер-береһе менән һаулыҡ һорашырға ла ваҡыт тапмай, ауыр­лыҡтарҙан, көндәлек ығы-зығылар­ҙан, донъяуи мәшәҡәттәрҙән ҡасып, үҙ-үҙенә бикләнергә тырышып йәшәгән осорҙа шағирҙың ошондай иғтибары кешенең кеше булараҡ бәҫен, абруйын күтәрә, уҡыусыларҙы ғүмерҙең мәң­гелек түгеллегенә, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәклеге, һәр кемдең ҡабатланмаҫ булыуы хаҡында уйланырға мәжбүр итә, хеҙмәт һәм ижад кешеләренә хөрмәт уята. Мәҫәлән:
...Башҡорт ере һымаҡ янған йөҙөң,
Ошо ерҙәй йәнең тапалған.
Үҙең әлдә бирешерлек түгел,
Исемең ныҡ дөрөҫ аталған.
(“Исеменә күрә – есеме” – Тимер Йосоповҡа).
...Янған йөрәктәрҙе баҫыр өсөн
Халҡым табып бирер ут кеше.
Туңған саҡта йәндәр өрә алыр,
Ялҡын бәрә алыр ут күршем.
(“Ут күрше” – Фәүзиә Рәхимғо­лова апайға).
Был юлдарҙы бер-береһе менән бутау мөмкинме һуң!
...Дуҫтарына һәм үҙ күңеленә ҡарата тоғролоҡло, ғәҙел кеше булды Ирек Лотфый улы. Йыйылыштарҙа, табындарҙа, бәхәстәрҙә булһынмы, ул ышандырырлыҡ дәлилдәр менән ҡыҙмай-туҙмай ғына үҙ позицияһын яҡлай алды. Был сифат ҡайһы яҡтан ел иҫеүгә ҡарап, ҡараштарҙың да үҙгәргән осоронда бигерәк тә ҡиммәт ине. Ярты быуаттан ашыу аралашып йәшәп, мин уның ғәйбәт һөйләгәнен, кемделер нахаҡҡа рәнйеткәнен, таныштарының артында берҙе һөй­ләп, алдарында ялағайланып тор­ғанын күрмәнем. Ирек ағай һуңғы йылдарҙа бигерәк тә емешле эшлә­не. Китаптары даими баҫыла торҙо. Шулар араһында “Ғүмер китабы” тигән ҙур йыйынтығы, руссаға тәр­жемә ителгән шиғыр, поэма, мәҡә­ләләрҙән торған “Слово” исемле китабы айырыуса иғтибарға лайыҡ.
Ижады кешенең холҡонан айырылмай тинек, үрҙә әйтелгән сифаттар уның ижадында ла сағыла, әлбиттә. Шиғырҙары ла тәбиғи һәм ихлас Ирек Кинйәбулатовтың. Сәх­нәләрҙән илһамланып шиғыр уҡыған­да ла, сығыш яһағанда ла, мәртәбәле табындарҙы алып барғанда ла кү­ренде уның ихлас­лығы. Һыҙлан­дырып, көлдөргән дә, көлдөрөп, уйландырған саҡтары ла күп булды уның.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 1 423

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 1 170

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 1 318

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 1 389

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 21 970

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 1 123

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 119

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 196

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 1 274

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 1 436

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 1 465

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 1 321