Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Автоматымды тимер ярсыҡ уртаға бүлгән...”
“Автоматымды тимер ярсыҡ уртаға бүлгән...”Барый Сәғитов, Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылынан. Һуғыштан һуң эске эштәр хеҙмәтендә эшләй.
– Һуғыш башланырын Сталин белмәгән, тиҙәр. Мәскәү түгел, беҙ уны Фин һуғышы бөтмәҫ элек үк һиҙеп торҙоҡ. Бәлки, башҡа урында белмәгәндәрҙер, ләкин ул саҡта сик буйы һаҡсылары “секретный” ғәскәр һанала ине, шуға барыһын да белдек. Беҙгә һәр саҡ әҙер торорға ҡушылды. Мин ағайыма ғәрәп хәрефтәре менән хат яҙып һалдым: “Белеп, һаҡланып тор, оҙаҡламай бында киләһең”, – тип.
Һуғыш башланыр алдынан, 18 июндә, беҙ алғы һыҙыҡта инек. Башҡаса заставаға барырға яҙманы. 22 июндә сәғәт 4-тәр тирәһендә башланды. Унда (фин сигендә – Р.У.) ҡараңғы бик төшмәй, ҡояш саҡ ҡына байып тора ла тағы сыға. Беҙҙе бомбаға тота алманылар, сөнки тирә-яҡ һаҙлыҡ та урман. Унан һуң немецтар менән арабыҙ бик яҡын, ҡайһы урында хатта 80 – 100 метрлап ҡына. Ауыр артиллерия ҡулланһалар ҙа, үҙҙәренә эләгә, танктар ҙа инерлек түгел. Улар ауыр ҡул пулеметтарын һаҙлыҡтан күтәреп килә алмай, ә беҙҙеке бөтәһе лә әҙер ине. Етмәһә, финдарҙан ҡалған амбразура ла бар.
Шулай итеп, фашистарҙың көслө баҫымын бер аҙна тоттоҡ. Бер аҙна былай ҡарағанда ғына аҙ һымаҡ, ә һуғышта ул тотош ғүмергә тиң. 30 июнгәсә оборона тоттоҡ. 18 июндә үк беҙҙең сик буйына тирә-яҡтан бөтә пограничниктарҙы килтереп тултырғандар ине. Тик беҙҙең көс бөттө, ҡорал да урыҡ-һурыҡ ҡына ҡалды. Барлығы 300-ләп кешенән ни бары етәү сыҡтыҡ. Сигенергә бойороҡ булғас, күптәр йылға аша йөҙөп сығырға ташланды. Унда бит һыуы һыу түгел, һаҙлыҡ. Шунда ла күбеһе батты. Беҙ түтәрәм генә ерле күтерлектәр аша үҙебеҙҙекеләргә еттек. Унан һуң башҡа частар менән 100 километрға саҡлы сигендек. Оборона һыҙығы булдырғас, сигенмәнек. Шунда мин ҡаты яраланып, беренсе тапҡыр госпиталгә эләктем.
Һуңынан Курск дуғаһына киттем. Фин яғындағы менән бындағыһын сағыштырырлыҡ түгел инде. Тегендә башлыса төркөм-төркөм булған дошманға ҡаршы алышһаң, бында-а... Етмәһә, ҡола ялан. Дуғала һуғыш башланған көн аяҙ ине, ләкин самолеттарҙан, танктар алышынан, артиллерия атыуынан күтәрелгән туҙан, төтөндән ер өҫтө ҡайнап торған кеүек.
Мин ул саҡта отделение командиры инем. Траншеяла ятабыҙ. Эргәлә батальон командирының блиндажы. Комбат траншеянан сығып баҫа ла ҡайҙа атырға кәрәклеген өйрәтә. Уны ике тапҡыр снаряд шартлауынан килгән тулҡын кире бәреп төшөрҙө. Беҙ ҙә, кесе командирҙар, комбаттың хәрәкәтен ҡабатлайбыҙ. Уның һымаҡ үҙебеҙҙең һалдаттарға ҡайҙа атырға кәрәклеген күрһәтәбеҙ.
Бер мәл минең алда ғына снаряд ярылды. Бер ни һиҙмәнем. Траншеяға осоп төшкәнмен. Ҡараһам, ҡулдан ҡан аға, ул һәленеп төшкән. Тотҡан автоматымды тимер ярсыҡ уртаға бүлгән. Ярҙамсым тынысыраҡ урынға һөйрәп алып китте. “Отделениены ҡабул ит”, – тип саҡ әйтә алдым, аңды юғалтҡанмын...
Госпиталдә врачтар карауатҡа ятҡырҙы ла аяҡтарымды бәйләй башланы. Үҙ-ара шым ғына ҡулды киҫеү тураһында һөйләнәләр. Ишетеп ятам бит инде. Ҡулды ҡайырып тотоуға, икенсеһе менән бер медбратты һелтәп осорҙом. Ҡулды киҫергә бирмәйем, йөрөмәһә йөрөмәһен, тим. Бында ярты ай, аҙаҡ Кавказда госпиталдә дүрт ай яттым. Аҙаҡ инде “һалдатҡа ярамайһың” тип ҡайтарып ебәрҙеләр...

(2001 йылдың апрелендә яҙып алынды).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 1 423

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 1 170

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 1 318

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 1 389

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 21 970

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 1 123

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 119

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 196

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 1 273

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 1 435

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 1 465

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 1 321