Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин нисек Брест ҡәлғәһенән сыҡтым”
“Мин нисек Брест ҡәлғәһенән сыҡтым”Ришат ИСМӘҒИЛЕВ, Нуриман районы, Байгилде ауылы. Брест ҡәлғәһендәгеләрҙең хәлен командованиеға еткереүсе, аҙаҡ инде элемтә булдырыусы берҙән-бер кеше була. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул аҙаҡ II дәрәжә Ватан һуғышы орденына тәҡдим ителә.
– 1940 йылдың октяб­рендә армияға алдылар. Башҡортостандан 75 кеше Белоруссияға киттек. Ҡышты Березы ҡаласығында сыҡ­ҡас, Брест крепосына күсер­ҙеләр.
Брест ҡапҡаһы өҫтөндәге, йәғни цитателдең икенсе ҡатында урынлашҡан казармаһында беҙҙең 96 кешенән торған элемтәселәр ротаһы торҙо. Шунда радио ҡуйырға, рацияларҙы йүнәтергә, кодлы шифрҙарҙы уҡырға өйрәттеләр. Элемтәселәр араһында ҡаҙаҡтар күп ине, улар урыҫса аңламағанлыҡтан, политкүнекмәләр үткәрә инем. Ул саҡта алты ай хеҙмәт иткән урта белемле кешеләргә кесе лейтенант званиеһы бирергә тигән фарман бар ине. Мин шуға имтихан тапшырҙым, тик “кубиктар”ҙы алып өлгөрмәнем. 18 июндә, һуғыш сығырға дүрт көн ҡалғас, хәрби училищеға имтихан бирҙем, унда ла китеп булманы.
19–21 июндә өс көнлөк тактик күнекмәлә йөрөнөк. Шәмбе ҡайттыҡ. Хәрби уйындарға дивизия командиры генерал Лазаренко етәкселек итте. Һуғыш сығырҙан бер нисә көн алда ғына ул беҙҙең полк һалдаттары алдында сығыш яһағайны. “Һуғыш мотлаҡ буласаҡ, һеҙҙең менән бергә Буг йылғаһы буйында бергәләп алышырға тура киләсәк”, – тине ул. Хәҙер һөйләйҙәр, имеш, Сталин һуғыш сығырын белмәгән. Какуй белмәү, минуты, секунды менән билдәле ине, сөнки көн һайын немец самолеттары сикте боҙа, һәр көн диверсанттар тотола. Немецтарҙың күнекмәләре беҙгә күренеп тора, йылға аша тауыштары ишетелә.
21 июндә тактик күнекмәнән ҡайттыҡ бит инде, крепость тышында бар техниканы, ҡоралды ҡалдырҙыҡ. Үҙебеҙ йәйәүләп ашарға киттек. Шуныһы хәтерҙә: ашарға ултырыр алдынан беҙҙең тирәлә хәйерсе, битендәге миңенә йөндәр үҫеп бөткән бер ҡарсыҡ аҙыҡ ҡалдығын йыйып йөрөй. Тамаҡ туйҙырып, ярты сәғәт тә үтмәне, тегене тотоп килтерҙеләр. Баҡһаң, ул 18-19 йәштәр тирәһендәге немец егете булып сыҡҡан.
Кисен ике сеанс кино ҡараныҡ. Командирҙар ни өсөндөр беҙҙең эргәлә юҡ, аптыраныҡ. Киноны ла клубта түгел, тышта күрһәттеләр. Мухавец йылғаһында йыуынып, һуң ғына йоҡларға яттыҡ. Һуң ятыу армияла хеҙмәт итеүҙең берҙән-бер көнө булды, уныһы ла аптыратты. Ғәжәп бит был хәл, “отбой” ҙа юҡ...
Ике-өс көн буйы тактик күнекмәлә йөрөгәндән һуң тамам арытҡан, баш терәлгәс тә йоҡоға талғанбыҙ. Оҙон коридорлы казармаға өс ҡатлы һикеләр теҙелгән. Радис­тар өсөнсөлә ята. Бер ваҡыт шундай көслө шартлау ишетелде, йоҡлаған ерҙә кәмәләгеләй һелкендем. Ҡаты тауышҡа, инстинкт буйынса, одеял эсенә сумдым. Тағы шартлау яңғыраны. Мин ҡайҙалыр ҡуҙғалған кеүек булдым. Аңыма килһәм, командирҙар ятҡан койкалар, ауған винтовка пирамидалары араһында үҙем ятҡан һикенең бер өлөшөн тотоп баҫып торам. Эйе, ниңәлер баҫып торам. Ҡараһам, стенаның ике тәҙрә араһы юҡ. Бер мөйөшө емерелеп, йоҡлаусәлар өҫтөнә килеп төшкән.
Кейем юҡ, эске ыштан, күлдәксән генәмен. “Тревога!!! Һуғыш!!!” – тип йүгерә башланым. Тирә-яҡта донъя емерелә, төтөн, туҙан... Бер кеше күренмәй. Аҙаҡ башҡа бүлмәләрҙән ыңғырашҡан тауыштар ишетелә, үлгәндәрҙең кәүҙәләре асыҡлана бара. Тик аяҡҡа баҫҡан кеше юҡ. Аптырағас, беренсе ҡатҡа төштөм. Элемтәселәрҙең телефондары, рациялары шунда урынлашҡайны. Бүлмә эсен танырлыҡ түгел, штабтың аҫты-өҫкә килгән, дежурҙа торған егеттәр үлгән. Кире өҫкә күтәрелергә булдым һәм бер офицерҙы тап иттем. Офицер икәнен оҙон сәсенән генә танып була. Уның да тәүге тере һалдат күреүе икән. Беҙ күтәрелгәндә күп егеттәр үлгән, ҡайһыһы яралы ҡулын өҫкә күтәреп йөрөй, ҡайһыһының аяғы өҙөлгән...
Таш, кирбестәр араһында ҡалған пирамида эсенән бер винтовка соҡоп алдым. Киттем коридорҙар, ҡаттар буйлап. Тәүге ҡатта фин һуғышынан килгән сержант Овсиенконы осраттым, ул да бер йәшник патрон тотҡан да: “Кемгә патрон кәрәк?” – тип ҡысҡырып тора. Аҙаҡ тағы бер офицер осраны. Һуңынан белеүемсә, ул белорус яҙыусыһы Мохнаш булған икән. Шулай итеп, ике офицер, бер нисә һалдат йыйылдыҡ. Винтовкалар, патрондар табып, стена буйына баҫтыҡ. Стенаның ҡалынлығы ике метр, тоҫҡап атыр өсөн урындары ла бар.
Был иртәнге сәғәт 4-тә булды. Сәғәт 8-9 тирәһендә Брест ҡалаһы яғынан немец танкыһы күренде. Күпмелер һуғышҡас, ул да, эйәргән һалдаттары ла сигенде. Кем атҡанын да белгән кеше юҡ. Етмәһә, 10-дар тирәһендә күрше бинаның тәүге ҡатында янғын сыҡты, ләкин немецтар ҡыҙылармеецтарға беҙҙең яҡҡа килергә мөмкинлек бирмәй, йүгергәндәрен ата торалар. Крепость тирәләй 8-10 метрға ике ҡат йорт бейеклегендә ер өйөлгәйне – ЕГР валы – немецтар шуның өҫтөндә. Ҡыҫҡаһы, уратып алғандар. Цитателдән сығып булмай, егеттәрҙе ҡотҡарыр өсөн фашистар күренгән ҡәҙәре атырға тырышабыҙ. Шулай ҙа бер аҙ ярҙам иттек, ләкин ныҡ түгел, сөнки беҙҙең һәр ишеккә тоҫҡап пулемет ҡуйылған.
Немецтар ҙа тик ятмай, килеп һөжүм итәләр. Крепость ҙур ғына бит инде. Бер аҙҙан тәүге ҡаттарҙың береһендә урынлашҡан 44-се полктың комсоргы Матавасян етәкселегендәге армеецтар контрһөжүмгә күсте. Дошман да күп ҡырылды, беҙ ҙә... Эстә лә сыҙап тороп булмай. Һалдаттарҙан тыш, офицерҙарҙың ҡатындары ла, балалары ла бар ине. Ашау, кейем тураһында уйлаған юҡ. Ватыҡ быяла, кирбес өҫтөнән ялан аяҡ йөрөйбөҙ. Медикамент ҡайҙа инде ул. Ара-тирә күренгеләгән простыняларҙы йыртып алып, яралыларҙы бәйләйбеҙ. Шуныһын оноторлоҡ түгел: бер һалдаттың башының яртыһы, яңағы юҡ, әммә тамағы ҡалған һәм унан тауыш килә. Эй, һөйләһәң...
Шулай итеп, тәүге көн үтте, икенсе... Ҡала, командование менән элемтә юҡ. Бер ни белмәйбеҙ... Командирҙар ҙа әллә ҡайҙа булып бөткән. Элемтә булмағас, төркөм ойоштороп, ҡалаға ебәрергә булдылар. Өсөнсө төндә өлкән лейтенантҡа, миңә, тағы бер ҡыҙылармеецҡа кейемдәр табып, ошо бурысты йөкмәттеләр. Исем менән һөйләшергә ярамай, тик 1-се, 2-се, 3-сө һандарға ғына бүлендек.
Беренсе ҡаттың тәҙрәһенән төштөк. Мухавец йылғаһының күперенә килеп еткәс, фашистар һиҙеп ҡалды. Шыпылдап тимергә пуля яуа. Беҙ шыуышып 80 метрлап йылға буйынан киттек һәм һыуҙы өсөбөҙ өс ерҙән аша сыҡтыҡ. Артабан киткәс, ҡанға батып бөткән, бот ите уйылып аҫылынып торған ҡатын осраны. Офицер ҡатыны икән, ул да ҡасҡан. Һуңғараҡ тағы бер офицер ҡушылды. Тик оҙаҡ бара алманыҡ – засадаға эләктек. Иң тәүҙә ҡатын, аҙаҡ ҡушылған офицер һәм дуҫ һалдат үлде. Беҙ икәү ҡалдыҡ. Тик крепость биләмәһен тамам сыҡҡансы, ер өйөмө менән һыу ҡаршылыҡтарын да үтәһе бар ине. Командир ҡушыуы буйынса, ер аҫтынан сыға торған тоннель һымаҡ урындан иң тәүҙә мин сығып өлгөрҙөм, ә офицер... Киттем урман яғына. Унда 30-лап һалдатты, бер нисә офицерҙы осраттым. Былар крепосҡа инергә ынтыла икән. Мин унда ҡорал да, аҙыҡ та булмауы тураһында һөйләнем, үҙем фронт хәлдәрен һораштым. Дивизия командованиеһын эҙләп китергә ҡарар иттек.
Немецтар яғынан самолеттар оса башлағас, бер урманға ышыҡланабыҙ. Шунда дивизия командиры Лазаренконы осраттым һәм крепость менән элемтә урынлаштырыу өсөн ебәрелгәнемде әйттем.
Генерал беҙгә сигенергә һәм кейем, аҙыҡ-түлек, ҡорал келәттәрен юҡ итергә бойорҙо. Шулай итеп, мин башҡа частар менән бергә сигенергә мәжбүр булдым...
Һуңынан Гомель яғына киттек. Алыштарҙың береһенән һуң мине окоптарҙағы яралыларҙы, тере ҡалған һалдаттарҙы барларға ебәрҙеләр. Һирәк кенә ағаслы урман ситенә сығыуым булды, бер самолеттың өҫкә килгәнен күрҙем. Шулай ҙа баштан: “Үлһәм, мине бында бер кем дә белмәйәсәк бит”, – тигән уй үткәнен хәтерләйем. Аңыма килгәндә, ҡаршыла санитар тора ине. “Мин бик ҡаты яралы түгелмен, зинһар, алығыҙ”, – тим, сөнки ҡаты яралыларҙы алып тормайҙар, ни тиһәң дә, сигенәбеҙ бит. Үләсәк кешене нисек йыйып бөтәһең инде. Шулай тип ятҡан булһам да, аяҡты ла, ҡулды ла ҡуҙғата алмайым. Бер аҙҙан тағы аңды юғалтҡанмын...
Ҡуй, уны күпме һөйләһәң дә, һөйләп бөтөрлөк түгел инде. Яйлап тылға алып киттеләр...”

(1998 йылдың июнендә яҙып алынды).

Р.S. Ришат Исмәғилев һуғыштан 1943 йылда яраланып ҡайта. Әллә нисәмә операция кисергән яугир тәнендә 15 тимер ярсыҡ йөрөтә. 1943 – 1945 йылдарҙа Нуриман районының Үкәрле, Нимесләр мәктәбе коллективына етәкселек итә, унан һуң 40 йыл Байгилде мәктәбендә директор булып эшләй. РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры. Ҡатыны Сәрүә менән алты бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөтәһе лә фән кандидаттары һәм докторҙары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 430

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518