Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Күҙ алдында бысаҡтар ялтлап ҡына тора...”
“Күҙ алдында бысаҡтар ялтлап ҡына тора...”Нәжип ГӘРӘЕВ, II төркөм һуғыш инвалиды, Илеш районы, Иҫке Хажи ауылы:
– Бөтәһе лә гел “ура”нан ғына торманы инде. Бер заман шулай итек таҙартырға вакса бирҙеләр. Шуғыраҡ малайҙар унда спирт барлығын белеп ҡалған. Әй, малай, еппәрәләр быны. Беҙ, мосолмандар, ул-был нәмәне белмәйбеҙ, ауыҙға ҡапмайбыҙ инде. Ә ҡалғандар иҫерешеп бөттө. Беҙ десантсы инек бит. Тылға ташлар өсөн аэродромға тултырҙылар, ә десант­сыларҙы урман эсенән йыйып бөтә алмайҙар – иҫеректәр. Шунан 15 июндә Ростовҡа ебәрҙеләр. 1942–1944 йылдарҙа унда йөрөнөм.
Одесса яғында ҡыҙыу мәл ине. Һай, ул ваҡыт! Фашист менән йыш ҡына ҡул һуғышына инәбеҙ. Бысаҡтар күҙ алдында ялтлап ҡына тора. Аталар. Мин яраланған саҡта 20–30 аҙымлап ҡына ҡалып атыштыҡ. 8 мартта яраланғанмын. Аңды юғалтҡас, ҡар күмеп киткән, шунда бер тәүлек ятҡанмын. Дә-ә, таҙалыҡ та булған (башын сайҡап ҡуя). Ялан госпиталендә бер аҙ тоттолар ҙа, Мәскәүгә ебәрҙеләр. Унда инвалидлыҡ бирҙеләр. Умыртҡа һөйәгенә кергәйне бит ярсыҡ. Береһе һаман тынғылыҡ бирмәй...
Хәҙер бөтә ауылға бер үҙем ҡалдым. (Беҙ барғанда ауылда бер генә йорт ҡалғайны – Нәжип бабайҙыҡы. – Р.У.) Кистәрен иҫләп ултырам, һыйырым менән һөйләш­келәп инәм. Былай мохтажлыҡ юҡ, утын, газ йәһәтенән ярҙам итеп торалар. Ҡарттар йортона барғы килмәй. Бында мин үҙемсә йәшәйем. Үткән-һүткәндә кешеләр ҙә инеп сыҡҡылай. Әйтәм бит, ярҙам итеп торалар. Малдарға аҙыҡ етә. Тик бына яңғыҙлыҡ ҡына... Һеҙ тағы аҙыраҡ тороғоҙ, ҡунып китегеҙ әле, исмаһам...

(2001 йылдың майында яҙып алынды).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 1 424

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 1 170

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 1 319

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 1 390

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 21 970

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 1 123

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 120

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 1 196

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 1 274

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 1 436

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 1 465

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 1 321