Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәгән мөхит ниндәй – һаулығың шундай
Йәшәгән мөхит ниндәй – һаулығың шундайМедицина фәндәре докторы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, профессор Марс Тимербулат улы ЮЛДАШЕВ – заман талаптарын тәрән аңлаған һәм уны үҙ асыштары, табыштары менән байытҡан шәхестәребеҙҙең береһе. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының “Хирургия өлкәһендә фәнни мәктәпте нигеҙләүсе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған ҙур ғалим – 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, 15 патент һәм 30 рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы ла. Ә бына үҙенең ярты быуаттан ашыу эшмәкәрлегендә нисәмә мең кеше ғүмерен һаҡлап ҡалған, күпме ғаиләгә шатлыҡ, бәхет бүләк иткән – быларын һанап та, бизмәнгә һалып үлсәп тә булмай.
Милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләгән талантлы хирургты республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә яҡшы беләләр. Үҙенең эшен дауам иткән, артабан алып киткән күп шәкерттәре менән ул хаҡлы рәүештә ғорурлана. Арҙаҡлы табип йәмле апрель айында үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан Марс Тимер­булат улына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Бер тамсыла диңгеҙ сағыла тигән­дәй, кешенең киләсәген билдәләр мәл­дәр бала сағында уҡ һалына. Ниндәй ине һеҙ үҫкән мөхит?
– Тыуып-үҫкән яҡтарым данлы-шанлы тарихыбыҙҙан айырылғыһыҙ. Ҡаранай Моратов Ҡараһаҡал яуы еңелгәндән һуң, батша ғәскәре эҙәрлекләүенән ҡасып, үҙенең ырыуҙаштары менән Өршәк йылғаһы буйына килә һәм беҙҙең Ҡаранай ауылына нигеҙ һала. Стәрлебаш районындағы Бөрйән ырыуы вәкилдәре йәшәгән берҙән-бер ауыл ул. Баш полковник Ҡаранай батыр 1773 – 1775 йылдарҙағы ихтилалда ла башынан аҙағына тиклем ҡатнаша. Уның ҡаһарманлыҡтары тураһында хәҙер бай материал тупланған, теләгәндәр таныша ала.
Ата-бабаларым, ауыл ҡарттары үҙ тарихын яҡшы белде. Әсәйем – Бишбүләк районының Аҙнай ауылы ҡыҙы, тимәк, уның яғынан Мең ырыуына ла ҡарайым. Ошо ауылда тыуған театр режиссеры, актер Булат Имашев менән әсәйем – ике туғандар. Шуға ла зат-ырыуҙы, тамырҙарҙы ҡыҙыҡ­һынып, белеп үҫтем, тиергә була.
Ҡартатайым Миңлеғәли бик рухлы һәм зиһенле кеше ине. Бөтөн башҡорт халыҡ йырҙарын белде. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашып, шунда урыҫса ла өйрәнеп ҡайтҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауылда ирҙәр ҡалманы, уның кеүек ҡарттар халыҡҡа ныҡ ярҙам итте, терәк булды. Колхозлашыу осоро башлан­ғас, тәүгеләрҙән булып ширҡәткә инә, уны рәйес итеп һайлап ҡуялар. Яңы тормош төҙөүселәр Ҡаранайҙан дүрт саҡрым алыҫлыҡта Йәшелкүл тигән ауылға нигеҙ һала. Һуғыш йылдарында мин шунда йәшәнем. 1946 йылда атайым фронттан әйләнеп ҡайтҡанда, беренсе класты тамамлағайным.
– Һуғыш һәм бала саҡ. Ике ҡапма-ҡаршы төшөнсә. Бала күңеле яуыз­лыҡты аңлап та бөтмәй, ул тылсымлы бер донъя эсендә йәшәй. Ул йылдар­ҙағы йыуаныс, шатлыҡ, өмөт... Ниндәй хәтирәләр һаҡлана?
– Бала саҡ йыуанысы иң яҡын кешеләреңдең эргәңдә булыуында. Әсәй, ҡартатай, туғандарым атайҙың иҫән ҡайтып төшөрөнә ышаныс менән йәшәне. Ирҙәр фронтҡа алынып бөттө, ауылда тороп ҡалған бер нисә ҡарт, шул иҫәптән минең ҡартатай, колхоз эшендә булып, ауыр йөгөн күтәрҙе. Татыулыҡ, берҙәмлек хөкөм һөрә, шунһыҙ ҡыйынлыҡтарҙы еңеп булмаҫ ине. Бер тамсы шатлыҡ та диңгеҙ шатлығына әүерелгәндер.
Бала үҙенең хыялы менән дә шундай шатлыҡ-йыуанысты таба, күрә белә. Мәҫәлән, минән бер йәшкә өлкән ике туған ағайым Мөхәмәтйән менән мине ҡартатайым Грек утарына үҙенең танышына йомошҡа ебәрҙе. Бер мәл ағайым: “Әйҙә тал сыбығы һындырып алабыҙ ҙа шуны ат итеп сабабыҙ, шулай тиҙерәк барып етәбеҙ”, – ти. Сыбыҡ һындырып алдыҡ та ат итеп атланып, кемуҙарҙан баҫтырышып, юл буйлап йүгерәбеҙ. Шулай үҙебеҙсә тиҙ генә Грек утарына килеп еттек. Ә ҡайтышлай ҡар яуа башланы. Өҫтөбөҙҙә йоҡа күлдәк-ыштан, етмәһә, ялан аяҡбыҙ. Тубыҡтан ҡар кисәбеҙ. Өшөтә. Мөхәмәтйән: “Әйҙә алмашлап илайыҡ, илаһаң, йылындыра”, – ти хәҙер. Арыу уҡ туңған балаға күп кәрәкме ни? Ысынлап та, илап ебәргәйнем, йылынған һымаҡ булып киттем. Шунан Мөхәмәтйән илап ебәрҙе... Хатта өлкәндәр башына килмәгәндә лә, беҙ бер-беребеҙҙе йыуата белә инек.
Йәшелкүлдә тәүге һынауҙарҙы үттек, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы кисерҙек. 1962 йылда медицина институтын бөтөп, йүнәлтмә буйынса Яҡутияға эшкә киттем, өс йылдан ҡайтып төшкәндә, ауылым юҡ ине инде. Хрущев заманында “киләсәкһеҙ” мөһөрө һуғылып, уны юҡ иттеләр...
– Һеҙ күп милләтле Стәрлебаш районында үҫкәнһегеҙ. Ул дәүерҙә син­филыҡ алға һөрөлә, милләттәр юҡҡа сыға ла, дөйөм совет берлеге бар­лыҡҡа килә тигән идеология алып барыла. Шул уҡ ваҡытта көслө милли рухлы булыуы­ғыҙ менән айырылып тора­һығыҙ. Үҙегеҙҙең яҡтың тарихи шәхес­тәренең исемдәрен мәңгеләш­тереү, тамырҙар­ҙы барлау, хәтерҙе тергеҙеү өсөн күп эш атҡарҙығыҙ...
– Атай, ҡартатай, әсәйемдең боронғолар тураһында һөйләүен, халыҡ йырҙарын яратып йырлауын күңелгә һеңдереп үҫтем. Үҙем дә бит оҙон йырҙарҙы яратып башҡарам. Атайым ваҡытында районда юғары уҡыу йорто тамамлаған берҙән-бер кеше ине. Уҡып ҡайтыу менән уны халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире итеп ҡуялар. 1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Еңеүҙе Одесса ҡалаһында ҡаршылай. Һуғыштан ҡайтҡас, уны партияның район комитетына эшкә алдылар. Стәрлебашта татар һәм рус мәктәбе генә бар ине. Мине татар мәктәбенә бирҙеләр. Башҡорт рухлы булдым, берәү ҙә мине һындыра алманы. Башҡортса һөйләшәм, дәрестәрҙә татарса яуап бирәм. Тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә өлгәшкәс, хөрмәт иттеләр, беренселәрҙән булып комсомолға алдылар.
Медицина институтына барырға хыял итә башлағас, атайым мине рус мәктәбенә бирҙе. Был саҡта ул үҙе ошо мәктәптең директоры ине. Ҡабат VIII класҡа ултыртты. Мин русса белмәйем, бер йыл буйы тиерлек таҡта янына сығып һөйләгәнем булманы. Шулай ҙа уҡыу йылы аҙағында телде шаҡтай үҙләштергәйнем инде һәм, мәктәпте тамамлағанда башҡалар һымаҡ уҡ һөйләшә инем. Ҡайҙа уҡыһаң да, тырышлыҡ һәм сәм кәрәк. Шул саҡта ғына ауырлыҡ­тарҙы, кәртәләрҙе еңел үтәһең.
– Бынан ун дүрт йыл элек Ҡаранай ауылы тарихында һеҙ тәү тапҡыр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойоштораһығыҙ. Ҡуйған маҡсаты­ғыҙға өлгәштегеҙме?
– Мин – Ҡаранай Моратовтың туранан-тура тоҡомо. Тимәк, уның эштәрен дауам итеү, хәтерен мәңгеләштереү бурысы минең дә өҫтә. Ауыл ҡарттары, Ҡаранай батыр ике метр буйлы баһадир булған, уны һәр ат та күтәрә алмаған, тип һөйләй торғайны. Заманында атайым да “Совет Башҡорт­останы” гәзитенә уның тураһында мәҡәлә яҙғайны. Ауылдың бай тарихы бар, тик уны йыйырға, тупларға кәрәк, тип яҡташтарыма мөрәжәғәт иттем.
Ысынлап та, был эш бик йәнле барҙы. Маҡсатҡа өлгәшеү генә түгел, ары киттек. Ырыуҙарҙы туплау халыҡты ла туплаясаҡ, быға шикләнмәнем, сөнки беҙҙе тарихи хәтер берләштерә. 2009 йылда тирмәләр ҡороп, гөрләтеп “Шәжәрә байрамы” уҙғарҙыҡ. Район хакимиәте башлығы – Ҡаранай егете Фәнил Ҡаҙаҡбаевтың ярҙамы ҙур булды. Шул йыйында ауылдаштарға: “Ҡаранай батырға һәйкәл ҡуяйыҡ!” – тип тәҡдим яһаным. Рафаэль Зинуровҡа рәхмәт. Уның ярҙамында 2011 йылдың 31 майында район үҙәгендә батырыбыҙға һәйкәлде урынлаштырып, 2 июндә уны асыу тантанаһы булды. Был сараға күренекле ғалимдарыбыҙ М. Ҡолшәри­повты, Н. Ҡолбахтинды, Ә. Сөләймәновты, шағир Ҡ. Аралбайҙы саҡырҙым. Бер нәмә күңелде ҡырҙы: ул саҡта батыр тураһында райондаштарыма мәғлүмәт еткерелмәгәйне әле. Шуға ла башҡа халыҡ вәкилдәренән “Кем ул?” тип һорағандар булды. Бынан һуң район гәзитендә бер-ике тапҡыр Ҡ.Моратовҡа арнаған мәҡәлә баҫтырып сығарҙым.
– Һеҙ – йәштән үк маҡсатлы һәм уңыш­­лы эшләгән, танылған табиптар­ҙың береһе. 90-сы йылдарҙағы рухи күтә­релеш бер үк ваҡытта һеҙҙе тынғы­һыҙ йәмәғәт эшмәкәре итеп тә күрһәт­те. Заманында Бөтә донъя баш­ҡорт­­тары ҡоролтайының “Баш­ҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙә­ни­әте үҫешенә индергән ҙур өлөшө өсөн” тигән йәмәғәтселек премияһы лауреаты ла булдығыҙ...
– Шөкөр, милләтем өсөн янып йәшәйем. Өс Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәрешеүҙә ҡатнаштым. Шул йылдарҙа Башҡарма комитеттың Сәләмәтлек һәм экология, ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм атайлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия­һын етәкләнем. Сәләмәтлекте һаҡлау һәр саҡ көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ошо йылдарҙа әлеге темаға арналған бер нисә конференция үткәреп, резолюциялар ҡабул иттек. Улар артабан йүнәлешле эш алып барырға ярҙам итте. Күп мәсьәләләр бөгөн дә мөһим. Әйтәйек, ғаилә мөнәсәбәте, ғаиләне һаҡлау. Мәғлүмәттәр буйынса, бер йыл йәшәгәндән һуң, йәш ғаиләләрҙең өстән бере тарҡала, һөҙөмтәлә илебеҙҙә етем балалар һаны арта бара. Икенсенән, йылдың-йылы зәғиф балалар күберәк тыуа. Сәбәптәре – экологияның насарайыуында, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың баланы һуң табыуында. Ҡатындар баланы йәш, сәләмәт сағында табырға тейеш. Һаулыҡ кешенең йәшәү һәм эшләү рәүешенә, тирә-яҡ мөхиттең таҙалығына һәм нәҫелдән бирелгән генетик сирҙәргә бәйле. Ғәҙәттә, һаулыҡ һаҡлау системаһына мөрәжәғәт иткән саҡта кеше инде сәләмәтлеген юғалтҡан була.
Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы – иң ҙур ҡаза. Тәбиғәтебеҙ нисек кенә таланмай, бай нефть ятҡылыҡтары һурып алынды, тау сәнәғәте тирә-йүнебеҙҙе бысратыуын дауам итә, ул ерҙәрҙә үле һыу һәм ҡалдыҡтар ғына тороп ҡала.
2010 йылда ир-ат сәләмәтлегенә, нәҫел арттырыу мөмкинлеген сикләгән сирҙәргә бәйле конференция үткәрҙек. Был проб­лемаларҙы күтәрергә кәрәк ине, сөнки ир-егеттәрҙең 18-30 проценты төрлө патоло­гияға дусар ителгән. Был һан кәмемәй. Ир балаларҙа елһенеү ауырыуҙарының артыуы күҙәтелә. Хәйер, был ҙур проблема айырым һөйләшеү талап итер ине.
– Республикабыҙҙа педиатрия хеҙмә­те торошон нисек баһалайһығыҙ?
– Педиатрия хеҙмәте республикала киң үҫеш алды. Беҙ уҡыған 60-сы йылдарҙа ул саҡ ярала ғына башлағайны. Педиатрия факультетында ғына ла бөгөн өс кафедра эшләй. Студенттар өсөнсө курсты бөткәс, клиникаға бара. Бишенсе-алтынсы курстар­ҙа, әлбиттә, табиптар күҙәтеүендә бала­ларҙы ҡарай-тикшерә һәм дауалай башлайҙар. 1971 йылда республикала тәүге тапҡыр балалар хирургияһы кафедраһы асып ебәрҙек. Ул саҡта ла бик шәп хирургтарыбыҙ бар ине, тик яңы тыуған сабый организмы өлкәндәрҙекенән айырыла. Һәр йәштең үҙенсәлеге бар, был бәхәсһеҙ. Шуға ла хирургияла махсуслашыу бик мөһим. Медицина университетында йыл һайын ун-ун биш балалар хирургы уҡытып сығара башланыҡ. Артабан республика клиник балалар дауаханаһында заман талабына ярашлы эштәр башланыҡ. Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Салауат, Бөрө, Нефтекама, Күмертау ҡалаларында яңы бүлектәр асылды.
– Уларҙы асыу ауыр булманымы?
– Балалар хирургтары кәрәклеген тормош үҙе күрһәтте. Артабан Черниковкалағы 17-се ҡала дауаханаһында балалар өсөн хирургия, травматология, урология, ортопедия һәм башҡа бүлектәр булдырҙыҡ. Балалар хирургияһы буйынса табиптарҙы камиллаштырыу бүлеген асыу кәрәклеге лә асыҡланды. Профессор М. Мәүлетова менән Мәскәүгә барып, Башҡортостан өсөн уның зарурлығын иҫбатлай алдыҡ. Студенттарҙы ғына түгел, табиптарҙы ла уҡытырға тура килде.
Республикабыҙҙың педиатрия хеҙмәте бик юғары урында тора. Төрлө ҡатмарлыҡ­тағы операциялар эшләнә. Хәҙер беҙгә илдең ҡайһы төбәгенән генә килмәйҙәр!
– Социаль селтәрҙә шуны ла күрергә тура килә: илебеҙҙең төрлө өлкәлә­ренән, ҡалаларҙан балаһына берәй сит илдә операция яһатыр өсөн аҡса һорап мөрәжәғәт итәләр. Ҡайһылыр опера­ция­ларҙы тик сит илдәрҙә генә яһайҙар­мы әллә?
– Беренсенән, илебеҙҙә балалар хирургияһы үҫешкән һәм бөтөн ауырыу­ҙарҙы үҙебеҙҙә дауалап була. Мәскәү, Санкт-Петербургтан тыш, Новосибирск, Ҡазан, Томск дауаханаларында ниндәй генә операциялар эшләнмәй бөгөн! Икенсенән, шундай сирҙәр була, исемләп атап тормайым инде, ундай диагнозлы бала оҙаҡ йәшәмәй. Шуға ҡарамаҫтан, аңлашыла, ата-әсә мөғжизәгә өмөт итә...
– Быйыл – Экология йылы. Һеҙ тап ошо өлкәгә ҡағылышлы күп сығыш яһанығыҙ. Сираттағы шау-шыулы хи­сап биреү йылы ғына булмаһын өсөн нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
– Хәтерләһәгеҙ, 2004 йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителгәйне. Бынан тыш та тәбиғәтте һаҡлау мәсьә­ләләре йыш күтәрелә, тик күбеһенсә ҡарарҙар ҡағыҙҙа ғына тороп ҡала, шул уҡ проблемалар йылдар буйы хәл ителеште көтә. Бына нисә йыл инде урманды ҡыралар. Ситтән ҡарап үткәндә, ағас үҫкән һымаҡ. Ә бына Бөрйән, Белорет биләмә­ләренә өҫтән ҡараһаң, урман урталары тап-таҡыр булып ҡалған. Ағиҙел ныҡ һайыҡты, сөнки йылға-һыуҙы урман ғына һаҡлай. Бер мәл быуалар быуырға керештеләр. Шул арҡала йылғаларҙың һыуы ныҡ кәмене, ундағы тереклек юҡҡа сыҡты. Һаҡмар йылғаһының хәле бик аяныслы. Бер йылда Бөрйәндә урман янды, унда барырға тура килде. Ни өсөн янғынды һүндермәйһегеҙ, үҙ ерегеҙ яна бит, тигәнгә, урманға хәҙер беҙ хужа түгел, тип яуап бирҙеләр. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында ла булғаным, карьерға төшкәнем бар. Ер менән мөғәмәлә итеү беҙҙә бик түбән кимәлдә. Зарарлы ҡалдыҡтар еребеҙҙә ҡала, алтын һымаҡ ҡиммәтле рудалар Екатеринбургка китә… Ул яҡтарҙа яман шеш ауырыу киң таралған. Был турала миндә мәғлүмәттәр етерлек. Сибайҙа, Бүребайҙа ҡалдыҡтар ер аҫты, ер өҫтө һыуҙарын ағыулап, йылдар буйы шул көйөнсә өйөлөп ята бирә. Ауыр металл тын юлдары ауырыуҙарын барлыҡҡа килтерә. Ул яҡтарҙа кешеләрҙә тын юлдары сирҙәре, аҙ ҡанлылыҡ йыш осрай. Ирҙәрҙең 60 проценты ғына пенсия йәшенә етә.
Беҙҙең, йәғни табиптарҙың, бурысы – ауырыуҙарҙы дауалау, эҙемтәләргә ҡаршы көрәшеү, ә экологияны яҡшыртыу, иҫкәртеү сараларын тормошҡа ашырыу менән дәүләт органдары шөғөлләнергә тейеш.
Үҙебеҙ йәшәгән, көн иткән мөхитте һаҡлау, ҡурсыу мөһимлеген аңлатып, йыш ҡына сығыш яһайым. Урал батыр васыят иткән беҙҙе туҡландырған ер, һулар һауа, эскән һыу тураһында кем ҡайғыртырға тейеш? Республикала йәшәгән бар халыҡ­тарҙы бергә туплау, уларҙың иғтибарын экология проблемаһына йүнәлтеү маҡса­тында әле бына рус телендә мәҡәлә әҙерләгәнмен. Һаулыҡ, киләсәк быуын тураһында хәстәрлек беҙҙең милләткә генә кәрәкмәй, дөйөм йортобоҙҙо таҙа тотоу, сәләмәтләндереү – барыһы өсөн дә көнүҙәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511