Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Афғанда икәнен ата-әсәһе белмәгән
Афғанда икәнен ата-әсәһе белмәгән Совет ғәскәрҙәре составында Афғанстанда яу юлын үткән ҡаһармандарыбыҙҙың береһе – Фәрит Фәхретдинов. 1966 йылда Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Ҡолой ауылында ғаиләлә икенсе бала булып тыуа ул. Атаһы Сабит Арғаяш районының комсомол комитеты рәйесе була, совет партия мәктәбен тамамлай. Ҡолой ауылына ҡайтҡас, ауыл халҡы уны гел ауыл, район Советына депутат итеп һайлай. Хаҡлы ялға ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләп сыға.
Әсәһе Мәүлиә малсылыҡта, икмәкха­нала эшләй. Уларҙың татыу, эшһөйәр ғаиләһендә биш бала үҫә: өс малай, ике ҡыҙ. Хөкүмәт эшенә мөкиббән бирелгән ғаилә башлығының балалары эшкә уңған, изге күңелле булып үҫә. Донъя мәшәҡәт­тәре гел уларҙың иңенә төшә. Егеттәрҙең өсөһө лә армия хеҙмәтендә була. Сәғит­тәре – сик буйы һаҡсыһы булып Ҡаҙағ­станда, өсөнсө улдары Марат Сверд­ловскиҙа ракета ғәскәрҙәренең хәрби часында изге бурысын үтәй. Атай менән әсәйҙе ҡыуандырып, хеҙмәт иткән ерҙә­ренән Рәхмәт хаттары килеп тора.
Ә Фәриткә интернациональ бурыс үтәргә насип була. Ул, Ҡолойҙа урта белем алғас та, Троицк ҡалаһындағы ветеринария техникумына уҡырға инә. Мәктәп һәм студент йылдарында спорттың төрлө төрҙәре менән әүҙем шөғөлләнеп, призлы урындар яулай, хатта йүгереү буйынса спорт мастерлығына кандидатлыҡ нормативын үтәй.
Афғанда икәнен ата-әсәһе белмәгәнИкенсе курста уҡып йөрөгән егетте 1984 йылдың көҙөндә армия хеҙмәтенә алалар. Пржевальский ҡалаһында сик буйы һаҡсылары ғәскәрендә хәрби хеҙмәтен башлай. Тиҙҙән иң әүҙем егеттәрҙе һайлап, сержант мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Алты ай белем алғандан һуң, кесе сержант званиеһындағы утыҙ егетте, Мургаб сик буйы отряды төркөмөнә тәғәйенләп, Афғанстанға оҙаталар. Уларҙы Файзабад эргәһендәге Голхана хәрби гарнизонына вертолеттар менән килтерәләр. Егеттәр шунда ун көнлөк карантинда була, йәғни климат шарттарына күнегә. Артабан уҡсылар подразделениеһында хеҙмәтен дауам итәләр. Фәрит үҙе менән бергә уҡыған спорт мастерлығына кандидаттар – боксер Дмитрий Клявин, баскетболсы Вадим Севков, ишкәксе Игорь Федяев менән бер заставала 2490-сы хәрби часҡа эләгә.
– Беҙҙә күберәк Силәбе өлкәһе егеттәре булды. Башҡортостандан өс егет ине, шуларҙың береһе 1966 йылғы Эмиль Сиражетдинов (һүрәттә аҫҡы рәттә уңдан беренсе) менән дуҫ булдыҡ. Изге күңелле, ярҙамсыл егет ине ул. Тик шуныһы үкенесле: уның адресы һәм телефон номеры яҙылған блокнотым юғалды. Интернет аша социаль селтәрҙәрҙән күпме эҙләһәм дә, үҙен таба алманым, – ти сәстәренә сал төшә башлаған ир-уҙаман. – Ҡайһы саҡта Афғанстанда үткән йәшлек, сыҙамлылыҡҡа һынау йылдарын иҫкә төшөрөп, осрашып һөйләшке килә лә ул...
Шулай булыр ҙа шул, айырылыш­ҡандарына утыҙ йылдан ашыу ғүмер үтеп киткән бит.
Бүлексә командиры Фәрит Сабит улын тәүҙә төрлө артылыштарға йөрөтәләр, һуңынан 94-се үткәүелдә (Файзабад тарлауығында) төпләнәләр. Артылышҡа тәүге тапҡыр күтәрелеү айырыуса оло тәьҫораттар ҡалдырған. Ун ике сәғәт тау-таш аша юғарыға күтәреләләр, ҡулда­рында автомат, пулемет һәм башҡа ҡорал. Ете кешегә ике пулемет, биштәр­ҙәрендә ун көнгә иҫәпләнгән ҡоро паек. Килеп еткәс тә таштан өйөлгән окоптар аша үтеп, ер аҫтында ҡаҙып эшләнгән землянкаларға инәләр, хас та киноларҙа күргән 1941 йылғы һуғыштағы кеүек.
“Шул саҡ бөтәбеҙҙең дә йөҙө, моғайын, етдиләнгәндер. Күңелгә ауыр шом ятты”, – тип хәтерләй Фәхретдинов. Телефон, электр яҡтыһы юҡ, хәбәрләшеү тик окоптар аша ғына. Ҡайһы ваҡытта ун көн урынына ун биш-егерме көн дә үтеп китә. Бындай ваҡытта аҙыҡтары бөтөп, асыҡҡан саҡтары байтаҡ була. Уларға каскаларында паектарын иҙеп, цинк йәшниктәрҙә ҡамыр әҙерләп, йәймә бешереп ашарға ла тура килә.
Егеттәр тәүге ике-өс айҙы бик ауыр үткәрә. Бигерәк тә һәр тауыш уларҙы һағайта, ҡарауылда тороу бигерәк етди була. “Стариктар” тәртипте ҡаты ҡуя уларға. Бер аҙҙан өйрәнәләр, күҙҙәре томандан асылғандай була. Тау башында афған халҡы мәк, бойҙай үҫтерә. Ялан тулы мәк сәскәһенең матурлығын күреп иҫтәре китә. Бойҙайҙы күҙ буяу өсөн генә үҫтергәндәрен аңлайҙар, ни өсөн тигәндә уларҙың төп килем сығанағы мәк бит. Махсус эшләнгән арыҡтарҙан аҡҡан һыу менән сәсеүлектәрен һуғаралар, ерҙе ағас һуҡа менән һөрәләр, бөтә булған баҫыу эше ҡул көсө менән атҡарыла. Мал да аҫрайҙар. “Афған халҡының, үҙе ас булһа ла, магнитофон аҫып, музыка тыңлап йәшәүенә беҙ аптырай инек”, – ти ул.
– Көндөҙ һин дә мин һөйләшеп, дуҫ булып йөрөгән ҡышлаҡ халҡы төндә дошманға әүерелә. Ун ике йәше тулыр-тулмаҫ үҫмерҙәрҙең һинең күҙеңә тура ҡарап тороп тоҫҡап атыуын күреү үҙе үк ҡот осҡос хәл бит! – ти яугир.
Әгәр ҙә мәк үҫтергәнен белеп ҡалһалар, улар өсөн оло ҡайғы. Наркоманияға ҡаршы көрәшкән комиссия ағзалары бындай ваҡытта оҙон таяҡтар тотоп, күмәкләп мәк сәсеүлектәрен һуҡҡылап юҡҡа сығара, мөмкин урындарҙа трактор менән һөрәләр. Бындай саҡта плантацияларын һаҡлау өсөн бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ, бала-саға уларҙың таяҡтары аҫтына илап ырғый. Интернациональ бурыстарын үтәгән егеттәрҙә был хәлдәрҙең шаһиты булыу үҙе үк ауыр тойғо ҡалдыра.
Фәриттәр һаҡлаған урын Афғанстан, Пакистан һәм Тажикстандан килгән юлдарҙың киҫелешкән тармағына тура килә. Был илдәрҙән төрлө йөк ташыйҙар, тыныс урындан кәрәсин, аҙыҡ-түлек менән бер рәттән күберәк наркотик, ҡорал алып сығырға тырышалар, әммә сик буйы һаҡсыларының күҙе үткер.
Белеүебеҙсә, Афғанстан – үҙе бер төпкөлдә, ә Файзабад – Бадахшан провинцияһының баш ҡалаһы – төпкөлдөң иң алыҫ ерендә. Ул эре ҡалаларҙан иҫәпләнә, әммә, яҡшы юлдарҙың аҙ булыуы сәбәпле, ҡала изоляцияланған тип әйтергә лә була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, гөрләп торған ике баҙары бар. “Файзабад” һүҙен беҙҙеңсәгә тәржемә итһәң, Аллаһ Тәғәләнең шәфҡәтен, фатихаһын алған йомарт торлаҡ тигәнде аңлата икән. Ҡала Афғанстандың төньяҡ өлөшөндә, Кокча йылғаһының уң яғында, иҫ китмәле матур ерҙә урынлашҡан...
Фәрит Сабит улынан “климаты, тәбиғәте нисек ине?” тип һорауыма ул:
– Юғарыла – көҙ, аҫта – йәй. Иң күп үҫкәне грек сәтләүеге. Сәтләүек, сейә ашап рәхәтләндек, – тине, көлөп.
– Тиф ауырыуы кеүек осраҡтар ҙа булғандыр?
– Беҙҙә тиф булманы. Шулай ҙа бер саҡ паратифтан үлгән мал емтеген төнөн арыҡҡа һалып киткәйнеләр, белеп ҡалдыҡ. Аҫтағы боҫҡонда ағыуланған арыҡтан һыу эсеп, ике һалдаттың ғүмере өҙөлдө.
Егеттәр өсөн иң ҡурҡынысы схрондар (ике кеше генә һыйырлыҡ таш араһында ҡоролған боҫҡон) эшләп, йәшенеп ятҡан дошмандар була. Уйламағанда уларҙың ҡурғаш ямғырына эләгеү ихтималлығы көслө. Уларҙы юҡҡа сығарыу һалдаттарға оло мәшәҡәт тыуҙыра.
Һуңынан Фәрит Сабит улы хеҙмәт иткән застава Ярим ҡышлағын алғас, шуның эргәһендә тупланалар.
“Һеҙҙең арала дошман пуляһынан һәләк булыусылар күп инеме?” тигән һорауыма ул былай тип яуап бирҙе:
– Хоҙай беҙҙе ундай фажиғәнән һаҡланы, әммә яраланыусылар булды. Бер егет һыуға тип киткән еренән зым-зыя юғалды, фуражкаһы ғына ятып ҡалғайны...
Ә тарихи яҙмаларға ҡараһаң, Ҡара ҡышлағы эргәһендә 1980 йылдың 11–30 майында мөжәһиттәр менән ҡан ҡойошта ун һигеҙ йәше яңы тулған 31 егет һәләк була, 25-е яралана, 21-е ҡаты яраларҙан һәләк була. Шаеста ҡышлағы янында шул уҡ йылдың 3 авгусында 49 һалдаттың ғүмере өҙөлә, 48-е яралана. 1984 йылдың апрелендә Хазара тарлауығында 80 совет һалдаты мәңгелеккә күҙҙәрен йомһа, Сангам ҡышлағында, Маравар ротаһынан ҡурғаулау алышында 31 һалдат башын һала. Зардевский тарлауығындағы Афридж ҡышлағы эргәһендә 1985 йылдың 22 ноябрендә 19 егет һәләк була. 1986 йылдың 4 – 20 апрелендә Джавара базаһы өсөн барған ҡан ҡойошта, Даригар тауында 80 кешенән 63 һалдаттың мәйете Тыуған иленә цинк табутта ҡайта.
Үлем осрағы булмаһа ла, Фәрит Сабит улын һәм уның хеҙмәттәштәрен һәр минут әжәл һағалай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Фәхретдинов яңынан ике йылға ҡалырға рапорт яҙа, ләкин Афғанстанда хеҙмәт иткәнен ата-әсәһе белмәй.
Дуҫтары уны ҡайтырға өгөтләй. 1986 йылдың ноябрь башында Голхананан “Урал” машиналарына тейәлеп, Советтар Союзына сығалар. Фәрит Сабит улы өлкән сержант званиеһында имен-аман тыуған өйөнөң ишеген аса. Ул I һәм II дәрәжә ”Сик буйы ғәскәрҙәре отличнигы” билдәһе, “Яугир-интернационалисҡа рәхмәтле афған халҡынан”, “Яугир-интернацио­налисҡа” һәм башҡа юбилей миҙалдары менән наградлана.
Хеҙмәттән һуң техникумда уҡыуын тамамлап, 1988 йылда мал табибы дипломын ала. Уҡыуҙан һуң тыуған ауылында, һуңынан Березовка бүлексәһендә бригадир булып эшләй.
Тормош һуҡмаҡтары Фәрит Сабит улын 1992 йылда Учалы районының Сәфәр ауылына алып килә. Бында мөхәббәтен осрата, Гөлфирә менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән ҡыҙҙары Эльвира яңы ғына кейәүгә сыҡты, уртансылары Регина һәм Радик мәктәптә белем ала.
Фәрит Сабит улы Сәфәр ветеринария участкаһы мөдире булып эшләүен дауам итә. Ул, ауыл китапханаһы ҡарамағында ойошторолған “Патриот” клубы ағзаһы булараҡ, уҡыусылар менән йыш осрашып, хәрби-патриотик темаларға әңгәмә үткәреп, сығыш яһап тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 248

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 176

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 295

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 272

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 2623

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 271

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 217

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 241

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 445

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 497

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 499

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 491